Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠОЛТАЙ‑ҠАРАН, Миәкә р‑нындағы ауыл

ҠОЛТАЙ‑ҠАРАН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 31 км һәм Аксёнов т. юл ст. 50 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 391 кеше; 1920 – 382; 1939 – 337; 1959 – 258; 1989 – 216; 2002 – 251; 2010 – 204 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ҠОЛШӘРИПОВ Баймөхәмәт Мәһәҙей улы

ҠОЛШӘРИПОВ Баймөхәмәт Мәһәҙей улы (1791—?), кантон башлығы, зауряд-хорунжий (1827). Троицк өйәҙе Әйле улусы Ҡәҙер а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) башҡорто. Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашыусы. 1828 й. алып йорт старшинаһы, 1848 й. — идарасы ярҙамсыһы, 1849 й. — 5‑се...

ҠОЛШӘРИПОВ Марат Мәхмүт улы

ҠОЛШӘРИПОВ Марат Мәхмүт улы (7.1.1941, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Ерекле а.), тарихсы. БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), тарих ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлаған (1967), 1971 й. алып шунда уҡ эшләй: 1999—2011 йй....

ҠОМ ҺАЙЫҪҠАНЫ

ҠОМ ҺАЙЫҪҠАНЫ (Haemаtopus ostralegus), сәпсәү һымаҡтар отрядының сәпсәүҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Бөтә континенттарҙа ла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 40—46 см, ауырлығы 400—600 г, ҡанатының ҡоласы 80—86 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡаралы‑аҡлы (ҡорһағы аҡ төҫтә). Суҡышы ҡыҙыл, оҙон һәм тура, ян‑яҡтары...

ҠОМ, тау тоҡомо

ҠОМ, минералдарҙың һәм тау тоҡомдарының йомро һәм ҡырлы бөртөктәренән торған көпшәк, ватыҡ ултырма тау тоҡомо. Составында балсыҡлы материал, слюдалар, карбонаттар, мәғдән минералдары (ильменит, рутил, магнетит, циркон, алтын, платина, алмас һ.б.) ҡушылмалары бар. Бөртөктәрҙең өҫтөнлөк иткән үлсәмдәренә...

ҠОМ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠОМ, Ә м з ә, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ҡарман а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 960 кеше; 1920 – 1353; 1939 – 1068; 1959 – 873; 1989 – 356; 2002 – 268; 2010 – 268 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠОМАЛАҠ

ҠОМАЛАҠ (Humulus), киндер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Ябай Ҡ. билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Тамырһабаҡлы күп йыллыҡ ике өйлө үлән. Һабағы уралыусан, ҡытыршы, сәнскеле, оҙонлоғо 3—6 м. Аҫҡы һәм урта япраҡтары 3—5 айырсалы йәки 3—5 бүлкәтле; өҫкөләре ғәҙәттә...

ҠОМАЛАҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠОМАЛАҠ, Ҡолмаҡ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Бизмән й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 474 кеше; 1920 – 561; 1939 – 450; 1959 – 377; 1989 – 203; 2002 – 154; 2010 – 141 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ҠОМЛО БАЛСЫҠ

ҠОМЛО БАЛСЫҠ, континенталь йәки диңгеҙҙәге йомшаҡ ултырма тау тоҡомдары, 0,01 мм ҙурыраҡ киҫәкле материалдан (ауырлығының 60—70%‑ы) һәм 0,01 мм бәләкәйерәк бөртөктәрҙән (30—50%), ш. иҫ. 0,005 мм ҙурлығындағы (10—30%) балсыҡ киҫәктәренән тора. Минераль составы б‑са — ҡомло (кварц миҡдары юғары булған)...

ҠОМЛОКҮЛ, Өфө р‑нындағы ауыл

ҠОМЛОКҮЛ, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Ҡалтау күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 659 кеше; 1920 – 922 кеше; 1939 – 977; 1959 – 862; 1989 – 781; 2002 – 746; 2010 – 748 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп...

ҠОМТАШ

ҠОМТАШ, ватыҡ ултырма тау тоҡомо. Балсыҡлы, карбонатлы, кремнийлы һ.б. материалдар м‑н цементланған ҡом бөртөктәренән тора. Составы б‑са моно-, олиго- һәм полимикт; үлсәме б‑са ҡаты (2,0—1,0 мм), эре (1,0—0,5), уртаса (0,5—0,25), ваҡ (0,25—0,1) һәм үтә ваҡ (0,05—0,1 мм) бөртөклө Ҡ. айырыла. Йөҙләү ташы,...

ҠОМЪЯҘЫ, Балтас р‑нындағы ауыл

ҠОМЪЯҘЫ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 5 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Ҡомъяҙы й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 900 кеше; 1920 – 996; 1939 – 924; 1959 – 743; 1989 – 499; 2002 – 592; 2010 – 532 кеше....

ҠОНАЕВ Йәүҙәт Сабир улы

ҠОНАЕВ Йәүҙәт Сабир улы [7.3.1927, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Баязит а. (Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы)], тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1974), профессор (1981). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). Ҡаҙаҡ тау‑металлургия институтын тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ...

ҠОНДОРАҠ

ҠОНДОРАҠ (Agrostis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да барлыҡ тиерлек тропик булмаған бүлкәттәрендә, ш. уҡ тропик тауҙарҙа таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә. Үрендеһе ер аҫтында йәйелеп үҫкән йәки үрендеһеҙ күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, һирәк осраҡта...

ҠОНШАҠ РАЙОНЫ (Силәбе өлкәһе)

ҠОНШАҠ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең төньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. 1930 й. 20 авг. БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны терр‑яһында ойошторолған (ҡара: Административ район). Майҙаны — 3430 км2. Район үҙәге — Ҡоншаҡ ауылы. Районда 18 ауыл советы, 131 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 37,8 мең кеше (1933), ш. иҫ. башҡорттар...

ҠОНШАҠ, ауыл (Силәбе өлк.)

ҠОНШАҠ, ауыл, Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны һәм Ҡоншаҡ а/с үҙәге. Силәбе ҡ. Т.‑Көнс. 85 км һәм Ҡоншаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта Ҡоншаҡ күле (Исәт й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 6531 кеше; 1959 — 4199; 1989 — 5546; 2002 — 5993 (13%‑ы башҡорттар); 2010 — 6296 кеше. Урта һәм башланғыс...

ҠОР ҠАРСЫҒАҺЫ

ҠОР ҠАРСЫҒАҺЫ (Accipiter gentilis), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 60 см тиклем, ауырлығы 600—2000 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 97—127 см. Кәүҙәһенең өҫкө өлөшө һәм ҡанаттары күгелйем...

ҠОРАЛ

ҠОРАЛ, һуғыш алып барыу йәки һунар итеү өсөн традицион техник саралар. Таш быуат кешеләрендә күҫәк, һөңгө, гарпун, сыбыртҡы, һиртмәк (палеолит дәүерендә барлыҡҡа килә), ябай йәйә (мезолит), балта һәм бысаҡ (неолит) була. Бронза быуатында Ҡ. суҡмар, ҡылыс һәм күп ҡатлы йәйә, ш. уҡ ат егелгән ике тәгәрмәсле...

ҠОРАЛАЙ

ҠОРАЛАЙ, ҡ ы р к ә з ә һ е (Capreolus capreolus), ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның башлыса уртаса бүлкәтендә таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 150 см тиклем, ауырлығы 60 кг тиклем, инә зат вағыраҡ. Төҫө йәйен ерән, ҡышын һоро. Башы бәләкәй, ата Ҡ. тар‑ маҡлы мөгөҙлө (3—4...

ҠОРАЛАСЫҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҠОРАЛАСЫҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Семилетка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 155 км алыҫлыҡта Наҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1180 кеше; 1920 – 1435; 1939 – 1183; 1959 – 858; 1989 – 554; 2002 – 562; 2010 – 528 кеше. Татарҙар,...