Список материалов
ҠОТЛОҒУЖА ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ
ҠОТЛОҒУЖА ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ, геол. тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ғафури р‑ны Ҡотлоғужа а. эргәһендәге Ағиҙел й. үҙәнендә, Красноусол быяла заводының элекке ҡом карьерында урынлашҡандар. Ҡотлоғужа өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғаслыҡтары — акбурҙың сантон ярусының төп геол. киҫелештәренең береһе, ҡалынлығы 18—20 м....
ҠОТЛОҒУЖА, Ғафури р‑нындағы ауыл
ҠОТЛОҒУЖА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бельский а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 736 кеше; 1920 — 961; 1939 — 1051; 1959 — 727; 1989 — 379; 2002 — 307; 2010 — 314 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп,...
ҠОТЛОЮЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл
ҠОТЛОЮЛ, Йыуасалы, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. 40 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 148 кеше; 1920 – 236; 1939 – 308; 1959 – 280; 1989 – 220; 2002 – 292; 2010 – 277 кеше. Башҡорттар...
ҠОТОЙ, Учалы р‑нындағы ауыл
ҠОТОЙ, Учалы р‑нындағы ауыл, Ураҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 40 км һәм Учалы т. юл ст. 45 км алыҫлыҡта Шәгәр й. (Миндәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 313 кеше; 1920 – 354; 1939 – 302; 1959 – 249; 1989 – 254; 2002 – 277; 2010 – 230 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...
ҠОТОҠ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ
ҠОТОҠ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ. Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡандар. Карст мәмерйәләре, өҫкө девондыңһәм аҫҡы карбондыңэзбизташтарында барлыҡҡа килгән. 4 мәмерйә инә.
1‑се Ҡ.м., Б о ҙ л о м ә м е р й ә, тоҡ рәүешендә, меридиональ йүнәлешле 2 яруслы горизонталь зал‑ дарҙан тора. Оҙонлоғо 520 м, киңлеге 12,4 м, бейеклеге...
ҠОТОҠ, төбәк
ҠОТОҠ, Ҡотоҡ‑Сумған, төбәк, Мәләүез р‑нындағы тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Сиктәре: төньяҡта — Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы), көнсығышта — Кибез һырты, көньяҡта — Йомағужа һыуһаҡлағысы, көнбайышта — Ямантау һырты. Оҙонлоғо 20 км, төньяҡта киңлеге...
ҠОТОҠАЙ, ихтилал етәксеһе
ҠОТОҠАЙ, 1735—36 йй. ихтилал етәкселәренең береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)]. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорто. Батыр. 1736 й. йәйенә тиклем Себер даруғаһында һуғыша. Июлдә баш күтәреүселәр төркөмө м‑н В.Н.Татищевҡа ғәйебен танып килә. Авг. тиклем баш күтәреүселәр м‑н Татищев араһындағы...
ҠОТОРОУ АУЫРЫУЫ
ҠОТОРОУ АУЫРЫУЫ, кеше һәм хайуандарҙың үҙәк нервы системаһын зарарлаған тәбиғи сығанаҡлы киҫкен инфекцион ауырыу. Ҡ.а. тыуҙырыусы — Rhabdoviridae ғаиләһенә ҡараған вирус.
Кешеләге Ҡ.а. Ауырыған хайуандар аша (тешләнгәндә, йәрәхәтләнгән тирегә, ауыҙҙың, күҙҙең, танауҙың лайлалы тиресәһенә һеләгәй эләккәндә)...
ҠОТОШ‑ҠЫПСАҠИ Мәнди
ҠОТОШ‑ҠЫПСАҠИ Мәнди (1763, Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы Бесәнсе а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Хоҙайбирҙин а., — 1849, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бөрйән улусы Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны), башҡ. суфый шағиры. Тархан нәҫеленән. Ырымбур губ. Дүсмәт а. Ҡотлоәхмәт бин Заһит мәҙрәсәһендә...
ҠОТОШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл
ҠОТОШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Мәләүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 434 кеше; 1920 – 568; 1939 – 366; 1959 – 388; 1989 – 633; 2002 – 439; 2010 – 490 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Дарьино урта мәктәбе филиалы), балалар...
ҠОТОШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл
ҠОТОШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ләмәҙтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 16 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 321 кеше; 1920 – 275; 1939 – 302; 1959 – 360; 1989 – 363; 2002 – 360; 2010 – 361 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға...
ҠОТОШОВ Әхмәт Шаһиәхмәт улы
ҠОТОШОВ Әхмәт Шаһиәхмәт улы [2.10.1900, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡарайған а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 26.6.1973, Өфө], журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958). Бөтә Союз коммунистик журналистика ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1933). 1924 й. алып БАССР Мәғариф ХК, 1925 й. — БАССР Эске эштәр ХК, 1926...
ҠОТОШОВ Наил Муллайән улы
ҠОТОШОВ Наил Муллайән улы (20.7.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Табанлыкүл а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк а., — 23.2.2007, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1981). БР‑ҙың атҡ. хеҙмәтләндереү тармағы хеҙм‑ре (1996). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) Стәрлетамаҡ станоктар эшләү з‑дында эшләй (1950 й....
ҠОШ КОЛОНИЯЛАРЫ
ҠОШ КОЛОНИЯЛАРЫ, бер йәки бер нисә төргә ҡараған ҡоштарҙың бер урында оя ҡороуы. Тығыҙ колониялар менән оя ҡороу үрсеү ваҡытының синхрон рәүештә барыуына булышлыҡ итә, йомортҡаларҙың һәм бала ҡоштарҙың йыртҡыс йәнлектәр тарафынан һәләк булыуын кәметә. Башҡортостанда һыу ҡоштары ҡатнаш йәки таҙа (керелдәктәр,...
ҠОШСО КАНТОНЫ
ҠОШСО КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Златоуст өйәҙе (Екатеринин, Иҫке Балаҡатай, Ҡытаутамаҡ, Оло Ҡошсо) һәм Красноуфимск өйәҙе (Билән, Оло Аҡа, Теләш, Шәкүр, Әҙеғол, Юва һәм Манчаж, Сажин, Яңы Златоуст улустарының бер өлөшө) улустарын бүлеп сығарыу нигеҙендә АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған...
ҠОШСО, башҡ. ҡәбиләһе
ҠОШСО, ҡ у ш с ы, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азияның төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡошсо” этнонимы ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, нуғайҙар, төрөкмәндәр, үзбәктәрҙә билдәле. Ҡ. формалашыуына уларҙың б.э. 2‑се мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар...
ҠОШСОЛОҠ
ҠОШСОЛОҠ, ҡош үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Төп йүнәлештәре: йомортҡа һәм ит. Аҙыҡ итеп ҡулланылған йомортҡалар йомортҡа тоҡомло тауыҡтарҙан һәм кростарҙан алына. Ит етештереү өсөн бройлер, өйрәк, күркә, ҡаҙ, мысыр тауығы, ит тауығы, күгәрсен үрсетелә. Мамығын, ҡауырһынын — еңел сәнәғәт өсөн сеймал, ҡоштарҙы...
ҠОШТАР
ҠОШТАР (Aves), умыртҡалылар класы. 28 отряды, яҡынса 8,6 мең төрө билдәле. Башҡортостанда 18 отрядҡа (ҡаҙ һымаҡтар, сыпҡай һымаҡтар, сәпсәү һымаҡтар, тумыртҡа һымаҡтар, турғай һымаҡтар һ.б.) ҡараған 300 төрө бар. Тиреһе йоҡа, ҡоро, 4 ҡатламдан тора, биҙҙәре юҡ (күпселек төрҙә ҡойроҡ төбөндә ҡоймос биҙе...
ҠОШТАР КУЛЬТЫ
ҠОШТАР КУЛЬТЫ, кешеләр м‑н ҡоштар араһындағы ҡәрҙәшлек хаҡында ышаныуға, уларҙы ғәҙәттән тыш көскә эйә тип иҫәпләүгә (ҡара: Тотемизм) нигеҙләнгән дини хөрәфәт. Башҡорттарҙа Ҡ.к. исламға тиклемге дини инаныу элементы иҫәпләнә. Ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәреш кисереп, өлөшләтә һаҡланған һәм традицион мәҙәниәттең...
ҠОЯШ
ҠОЯШ, Ҡояш системаһының үҙәк йондоҙо, уның тирәһендә планеталар, астероидтар, кометалар һ.б. объекттар әйләнә. Һары төҫтәге яңғыҙ кәрлә йондоҙ. Өҫкө йөҙөнөң т‑раһы 5770 К. Зенитта йондоҙҙоң күренгән дәүмәле ‑26m,6. Радиусы 6,96×105 км. Ергә тиклем уртаса алыҫлығы 149 млн км (8,31 яҡтылыҡ мин). Ауырлығы...