Список материалов
ҠОЯШСӘСКӘ
ҠОЯШСӘСКӘ (Helianthemum), ладанник һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле; Евразияла, Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда башҡорт Ҡ. һәм тәңкәле Ҡ. үҫә. Мәңге йәшел ваҡ ярым ҡыуаҡ. Һабағы тармаҡлы, төҙ, күтәрелеүсән йәки түшәлеүсән, аҫҡы өлөшөндә ағасланған, япраҡ йөйҙәренән...
ҠӨРЬӘН
ҠӨРЬӘН (ғәр. яттан ҡысҡырып уҡыу, ятлау), мосолмандарҙың төп изге китабы — Алла тарафынан Ябраил фәрештә аша 610 й. һәм 632 й. араһында Мөхәммәт пәйғәмбәргә ебәрелгән хаҡ һүҙҙәре; пәйғәмбәр мәрхүм булғандан һуң яҙып алына (иҫән сағында телдән телгә тапшырыла килә). Ҡ. ҡануни тексының тулы редакцияһы...
ҠУБЫЯҘ, Асҡын р‑нындағы ауыл
ҠУБЫЯҘ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡубыяҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 15 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 125 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1578 кеше; 1920 – 2213; 1939 – 1618; 1959 – 1526; 1989 – 1445; 2002 – 1329; 2010 – 1212 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ҠУҒАНАҠ КЕРАМИК КИРБЕС ЗАВОДЫ
ҠУҒАНАҠ КЕРАМИК КИРБЕС ЗАВОДЫ. 1950 й. Стәрлетамаҡ р‑ны Оло Ҡуғанаҡ а. “Стерлитамакстрой” тресының онтаҡ балсыҡтан ҡыҙыл кирбес етештереү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1963 й. Стәрлетамаҡ төҙөлөш материалдары з‑дының Ҡуғанаҡ ҡыҙыл кирбес цехына, 1989 й. Стәрлетамаҡ махсус нефть материалдары заводының Ҡуғанаҡ...
ҠУҒАНАҠ ХАЗИНАҺЫ
ҠУҒАНАҠ ХАЗИНАҺЫ, б.э.т. 7 б. — б.э. 1 б. ҡараған археологик ҡомартҡы. 1869 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑ны) эргәһендә Ҡуғанаҡ й. уң ярында урындағы халыҡ тарафынан табылып, Өфө губерна музейына (ҡара: Милли музей) тапшырыла.
1904 й. Н.И.Булычёв, 1948 й. Б.А.Коишевский, 1952...
ҠУҒАНАҠ, йылға
ҠУҒАНАҠ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Стәрлебаш р‑ны Йомағужа а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ р‑ндары буйлап көньяҡтан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, йүнәлешен Уҫылы й. тамағында — көнсығышҡа, Стәрлетамаҡ р‑ны Марьевка а. эргәһендә төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай...
ҠУҒАНАҠБАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл
ҠУҒАНАҠБАШ, Алатана, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ҡуғанаҡбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1002 кеше; 1920 — 1088; 1939 — 864; 1959 — 1022; 1989 — 776; 2002 — 813; 2010 — 835 кеше. Татарҙар...
ҠУДАШ Сәйфи
ҠУДАШ Сәйфи [ысын исеме Ҡудашев Сәйфетдин Фәттәхетдин улы; 21.9.1894, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Келәш а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 29.6.1993, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. БАССР‑ҙың халыҡ шағиры (1964). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә...
ҠУДАШЕВ Азат Ришат улы
ҠУДАШЕВ Азат Ришат улы (2.12.1961, Өфө), психолог. Психология ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДУ‑ны тамамлаған (1983), 1985 й. алып шунда уҡ эшләй. 1992 й. башлап Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад.: уҡыу‑уҡытыу-методик эштер б‑са проректор, бүлек мөдире, 1994 й. алып менеджмент каф. мөдире. Фәнни...
ҠУДАШЕВ Барый Батыргәрәй улы
ҠУДАШЕВ Барый Батыргәрәй улы [12.11.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ташлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 27.12.1992, Өфө], рентгенолог. Мед. ф. д‑ры (1974), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1983), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡудашевтар нәҫеленән. Һарытау мед. ин‑тын...
ҠУДАШЕВ Рифҡәт Хөсәйен улы
ҠУДАШЕВ Рифҡәт Хөсәйен улы (30.7.1939, Өфө), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1992), проф. (2001). Журналистар союзы ағзаһы (2005). Ҡудашевтар нәҫеленән. Х.И.Ҡудашевтыңһәм Ф.М.Камалетдинованың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Стәрлетамаҡ химия з‑дында эшләй, 1968 й. алып Стәрлетамаҡ химия‑ технология...
ҠУДАШЕВ Рөстәм Радик улы
ҠУДАШЕВ Рөстәм Радик улы (13.2.1954, Өфө), музыкант‑аккомпаниатор (баҫмаҡлы музыка ҡоралы). БР‑ҙың халыҡ (1999), БССР‑ҙың атҡ. (1991) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1985; Л.Н.Бажанова класы), ӨДСИ‑не (1990; Р.М.Бикмөхәмәтова класы) тамамлаған. 1972 й. алып “Юбилейный” мәҙәниәт һарайының муз. етәксеһе,...
ҠУДАШЕВ Хөсәйен Илдархан улы
ҠУДАШЕВ Хөсәйен Илдархан улы (10.5.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 13.11.1986, Дәмәшҡ, Өфөлә ерләнгән), актёр. РСФСР‑ҙың халыҡ (1983) һәм атҡ. (1973), БАССР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1954) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Ҡудашевтар нәҫеленән....
ҠУДАШЕВА Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы
ҠУДАШЕВА Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы (15.5.1956, Сибай ҡ.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. тамамлаған (2009; педагогы В.И.Панфёров). 1975 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Башҡ. филармонияһы‑ ның балет артисы, 1978—80 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле...
ҠУДАШЕВА Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы
ҠУДАШЕВА Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы [15.12.1920, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Келәш а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 9.10.2010, Өфө], йырсы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1972), БАССР‑ҙың (1968) һәм ТР‑ҙың (1990) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡ. (1956) артисы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1939) 1941 й. тиклем — Дүртөйлө...
ҠУДАШЕВА Флорида Хөсәйен ҡыҙы
ҠУДАШЕВА Флорида Хөсәйен ҡыҙы (22.9.1940, Өфө ҡ. — 10.10.2016, шунда уҡ), химик. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996). Ҡудашевтар нәҫеленән, Х.И.Ҡудашевтың...
ҠУДАШЕВТАР
ҠУДАШЕВТАР, кенәздәр нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Яфай Ҡ. (16 б. 1‑се ярт.), мырҙа. Әбдүк Илек улы Ҡ. һәм Яҡуп Илек улы Ҡ. 18 б. 60‑сы йй. Тамбов наместниклығының Темников өйәҙенән Ырымбур губернаһына күсеп килә. Әбдүк Илек улы Ҡ. улы — Йүҫкәй (Йүҫпәй, Йосоп) Әбдүк улы Ҡ. (1739/1740—? ), мырҙа....
ҠУҘАҠЛЫ ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ
ҠУҘАҠЛЫ ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ, аҡһымға бай иген алыу өсөн үҫтерелгән ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр. Ҡ.и.к. борсаҡ, кәрешкә, ҡара борсаҡ, ноҡот, соя, торна борсағы, фасоль, яҫмыҡ борсаҡ һ.б. инә. Борсаҡ, кәрешкә, ҡара борсаҡ, соя — дым яратыусы; ноҡот, торна борсағы, фасоль — ҡоролоҡҡа сыҙамлы...
ҠУҘАҠЛЫЛАР
ҠУҘАҠЛЫЛАР (Fabaceae, йәки Leguminosae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 400 заты, 9 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үләндәр, ҡыуаҡтар, ваҡ ҡыуаҡтар, ярым ҡыуаҡтар, лианалар, ағастар.
Башҡортостанда 23 заттан (аморфа, астрагал, борсаҡ, йүтәл үләне, йылан ҡуҙағы, клевер, күкһәүел,...
ҠУҘБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл
ҠУҘБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡуҙбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1025 кеше; 1920 — 1232; 1939 — 1107; 1959 — 846; 1989 — 518; 2002 — 447; 2010 — 394 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...