Список материалов
ҠУШЪЯУЛЫҠ
ҠУШЪЯУЛЫҠ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш һәм кәүҙә өлөшөн ҡаплап торған, биҙәлгән еңел япманан ғибәрәт традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ҡ. сәскә төшкән ҡушарлы ике ҡыҙыл кизе-мамыҡ яулыҡтан (сигеүле, тәңкә йәки уҡа м‑н биҙәлгән) торған. Япманы тәңкә, сәйлән йәки мәрйен, ҡәнәфер орлоғонан,...
ҠУШЫ ӨЙРӘК
ҠУШЫ ӨЙРӘК (Mergus merganser), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 58—66 см, ауырлығы 1,1—1,8 кг, ҡанатының ҡоласы 92—98 см. Ҡауырһын ҡапламы күпселек өлөшөндә көлһыу һоро, тамағы һәм боғағы аҡ. Инә ҡоштоң башы ҡуш...
ҠУШЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
ҠУШЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Дәүләт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 9 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 144 кеше; 1920 — 323; 1939 — 209; 1959 — 241; 1989 — 264; 2002 — 324; 2010 — 374 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...
ҠУЯН КӘБЕҪТӘҺЕ
ҠУЯН КӘБЕҪТӘҺЕ (Orostachys), ҡалынъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның тауҙарында таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ике йыллыҡ үләндәр. 1‑се йылында аҡ кимерсәкле осло ябай бөтөн итләс япраҡтар розеткаһын барлыҡҡа килтерә, 2‑се йы‑ лына унан 10—40...
ҠУЯН ҠОЛАҒЫ
ҠУЯН ҠОЛАҒЫ (Aegopodium), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 7 төрө билдәле, Евро‑ пала һәм Азияның уртаса бүлкәтендә, бер төрө Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ.ҡ. (зәржә) үҫә. Нәҙек горизонталь тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы яңғыҙ, көпшәле, бураҙналы, бейеклеге 50—100...
ҠУЯН ҺЫМАҠТАР
ҠУЯН ҺЫМАҠТАР (Lagomorpha), имеҙеүселәр отряды. 4 ғаиләһе, 65 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 ғаиләгә (ҡуяндар һәм бесәнсе ҡомаҡтар) ҡараған 3 төрө бар. Кәүҙәһе тар, оҙонса, ян- яҡтарынан бер аҙ ҡыҫылған, оҙонлоғо 28‑ҙән алып (бесәнсе ҡомаҡ) 70 см тиклем (үрғуян), ауырлығы 100 г алып 5 кг тиклем. Йөнөнөң төҫө...
ҠУЯН, Бөрө р‑нындағы ауыл
ҠУЯН, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Баҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 84 км алыҫлыҡта Талбаҙы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 550 кеше; 1920 — 557; 1939 — 643; 1959 — 443; 1989 — 118; 2002 — 132; 2010 — 130 кеше. Урыҫтар, мариҙар...
ҠУЯН, Краснокама р‑нындағы ауыл
ҠУЯН, Краснокама р‑нындағы ауыл, Ҡуян а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Һаҫыҡ Танып й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 82 кеше; 1959 — 44; 1989 — 2387; 2002 — 3888; 2010 — 3664 кеше. Татарҙар, башҡорттар, мариҙар йәшәй (2002)....
ҠУЯН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл
ҠУЯН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Калегин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 34 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 461 кеше; 1920 — 474; 1939 — 399; 1959 — 368; 1989 — 287; 2002 — 226; 2010 — 184 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....
ҠУЯНСЫЛЫҠ
ҠУЯНСЫЛЫҠ, ит, тире һәм йөн алыу өсөн йорт ҡуяндарын үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Ҡуян ите — диетик продукт. Йорт ҡуяндарының тиреһе ысын йәки ҡиммәтле төрҙәргә оҡшатып эшләнгән тире алыу өсөн ҡулланыла. Продуктлылығының йүнәлеше б‑са йорт ҡуяндары иттире, ит һәм йөн тоҡомдарына бүленә. Ит-тире йүнәлешендәге...
ҠУЯНТАУ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
ҠУЯНТАУ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Бикеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 155 кеше; 1959 — 677; 1989 — 958; 2002 — 994; 2010 — 933 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта...
ҠУЯШТЫР, Асҡын р‑нындағы ауыл
ҠУЯШТЫР, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1509 кеше; 1920 — 1486; 1939 — 1081; 1959 — 686; 1989 — 286; 2002 — 358; 2010 — 322 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...
ҠЫҘ САТЫРБӘШМӘГЕ
ҠЫҘ САТЫРБӘШМӘГЕ (Macrolepiota puellaris), базидиомицеттар класының агарик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Европала һәм Алыҫ Көнсығышта таралған. Эшләпәһенең диам. 4—7 см (ҡайһы берҙә 12‑гә тиклем), сатыр формаһында, сүсле, аҡ төҫтә (өлгөргән бәшмәктеке үҙәгендә һарғылт‑көрән), эре ысҡынмалы өсмөйөш...
ҠЫҘ УРЛАУ
ҠЫҘ УРЛАУ, ҡыҙҙы урлап алыу юлы м‑н ғаилә ҡороу. Ҡәтғи экзогамия хөкөм һөргән общиналарҙа таралған күренеш. Башҡорттарҙа борондан килгән йола; йола хоҡуғы нормалары м‑н көйләнгән. Ҡ.у. йышыраҡ, туй йолаларын үтәүгә киткән сығымдарҙы кәметеү өсөн, ҡыҙ м‑н ата-әсәһенең ризалығы б‑са (һи‑ рәкләп ата-әсә...
ҠЫҘҒАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл
ҠЫҘҒАУ, Читан, Урта Нуғай, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡабан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 823 кеше; 1920 — 961; 1939 — 663; 1959 — 901; 1989 — 425; 2002 — 284; 2010 — 238 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ҠЫҘҒЫ, Архангел р‑нындағы ауыл
ҠЫҘҒЫ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 29 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Ҡыҙғы й. (Инйәр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 372; 1939 — 428; 1959 — 289; 1989 — 183; 2002 — 196; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй...
ҠЫҘҘАРТАУ,тау
ҠЫҘҘАРТАУ, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Салауат р‑ны Арҡауыл а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта ята. Абс. бейеклеге 360 м. Битләүҙәре текә. Көңгөр ярусы тоҡомдарынан ғибәрәт. Ландшафы примитив (ябай төҙөлөшлө) органоген ҡырсынташлы һәм өлгөрөп етмәгән ҡараға оҡшаш тупраҡтағы ташлы далаларҙан,...
ҠЫҘЛАРБИРГӘН, Йылайыр р‑нындағы ауыл
ҠЫҘЛАРБИРГӘН, Үркәс, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Үркәс а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 97 км һәм Сибай т. юл ст. 147 км алыҫлыҡта Ҡашҡаир й. (Кесе Эйек й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 25 кеше; 1939 — 209; 1959 — 159; 1989 — 453; 2002 — 410; 2010 — 350 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...
ҠЫҘРАЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл
ҠЫҘРАЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 415 кеше; 1959 — 554; 1989 — 292; 2002 — 370; 2010 — 342 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Первомайский урта мәктәбе филиалы),...
ҠЫҘРАС МУЛЛАҠАЕВ
ҠЫҘРАС МУЛЛАҠАЕВ (?—1789), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорто. Тархан. Поход старшинаһы (1767). Ҡара-Табын улусы старшинаһы, Нуғай даруғаһының баш старшинаһы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа...