Список материалов
ҠЫҘРАС, Дәүләкән р‑нындағы ауыл
ҠЫҘРАС, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡыҙрас а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Шландыҡурғы й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) тамағында, Асылыкүл тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 769 кеше; 1920 — 804; 1939 — 785; 1959 — 608; 1989 — 441; 2002 — 449;...
ҠЫҘРАСОВ Мөхәмәт Хәмиҙулла улы
ҠЫҘРАСОВ Мөхәмәт Хәмиҙулла улы [1.2.1932, БАССР‑ҙың Яңы Ҡарамалы р‑ны Сөләймән а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны)], селекционер. А.х. ф. канд. (1969). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) Ауырғазы р‑нының Салауат ис. к‑зы баш агрономы, 1958 й. алып — Йылайыр, 1960 й. — Мәләүез, 1961—74 йй. — Өфө дәүләт сорт һынау...
ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БУЙЫНСА КЛУБТАР
ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БУЙЫНСА КЛУБТАР, һәүәҫкәрҙәр берекмәләре, фәнни, нәфис, спорт һ.б. ҡыҙыҡһыныуҙарға бәйле аралашыу өсөн йыйылған кешеләрҙе берләштергән клуб ойошмалары. 20 б. 70— 80-се йй. Башҡортостанда художество һәм сәнғәт ғилеме йүнәлешендәге Ҡ.б.к. (шиғриәт, музыка, кино яратыусылар һ.б. клубтары) киң...
ҠЫҘЫЛ БАЛЫҠ
ҠЫҘЫЛ БАЛЫҠ (Hucho taimen), һөмбаш һымаҡтар отрядының һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Евразия йылғаларында һәм күлдәрендә (Дунай й. басс. алып Сахалин утрауына тиклем) йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 1,5 м тиклем, ауырлығы 80 кг тиклем. Тәне ваҡ тәңкә м‑н ҡапланған, тәпәш, уҡ формаһында. Төҫө сыбар, ҡойроғо...
ҠЫҘЫЛ БӨРЛӨГӘН
ҠЫҘЫЛ БӨРЛӨГӘН, рубус затына ҡараған үҫемлек төрө. 300—600 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиер‑ лек таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—30 см. Сәскә атмай торған һабаҡтары — нәҙек, йәйенке, сәскә ата торғандары төҙ, нәҙек энә йәки шырт һымаҡ сәнске м‑н ҡапланған. Япраҡтары...
ҠЫҘЫЛ ЕҘЕМ, Архангел р‑нындағы ауыл
ҠЫҘЫЛ ЕҘЕМ, Урыҫ Еҙеме, Архангел р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Еҙем а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1328 кеше; 1920 — 1862; 1939 — 1390; 1959 — 1061; 1989 — 580; 2002 — 556; 2010 — 534 кеше. Урыҫтар...
ҠЫҘЫЛ ЙОНДОҘ, Илеш р‑нындағы ауыл
ҠЫҘЫЛ ЙОНДОҘ, Й о н д о ҙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 99 кеше; 1959 — 149; 1989 — 102; 2002 — 106; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы Егерме икенсе партсъезд...
ҠЫҘЫЛ КИТАП
ҠЫҘЫЛ КИТАП, хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең, бәшмәктәрҙең, лишайниктарҙың һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған төрҙәренә тасуирлама биргән дауамлы фәнни-белешмә баҫма. Төрҙөң биологияһы, ареалы, һаны, тәбиғәтте һаҡлау статусы (бөтәһе 5 категория), һаҡлау саралары һ.б. т‑дағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала....
ҠЫҘЫЛ КӨРТМӘЛЕ
ҠЫҘЫЛ КӨРТМӘЛЕ (Vaccinium vitis idaea), ҡыҙыл көртмәле һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы мәңге йәшел ваҡ ҡыуаҡ, 100 йылдан ашыу йәшәй. Үрендеһе төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 10—25 см. Япрағы эллипс формаһында,...
ҠЫҘЫЛ КҮБӘЛӘК
ҠЫҘЫЛ КҮБӘЛӘК (Callimorpha quadripunctaria), күбәләктәр отрядының ҡыҙыл күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала (төньяҡ райондарынан башҡа), Кавказда, ш. уҡ Иранда, Сүриәлә, Төркиәлә таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 5—5,5 см, алғы ҡанаттары ҡара, аҡ һыҙатлы, артҡылары сағыу ҡыҙыл, шәмәхә ҡара йомро...
ҠЫҘЫЛ МАЯҠ, һаҙлыҡ
ҠЫҘЫЛ МАЯҠ, Тәтер й. үҙәнендәге һаҙлыҡ. Стәрлебаш р‑ны Айтуған а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 483 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 0,8 м. Туйыныуы ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Ҡара ерек, көньяҡ ҡамышы, күл ҡамышы, күрән, сал ҡолонғойроҡ,...
ҠЫҘЫЛ МӘСЕТ
ҠЫҘЫЛ МӘСЕТ, Туҡ кәшәнәләре, тарих һәм архитектура ҡомартҡылары төркөмө. 14 б. ҡарай. Ырымбур өлк. Ҡыҙыл Мәсет а. янында Быҙаулыҡ й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1953 й. Ырымбур өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспедицияһы тарафынан асыла, 1968—70 йй. С.А.Попов өйрәнә. Көнбайыштан көнсығышҡа...
ҠЫҘЫЛ ӨЙРӘК
ҠЫҘЫЛ ӨЙРӘК (Tadorna ferruginea), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көньяҡ Европала, Азияла, Төньяҡ Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 61—67 см, ауырлығы 1,2—1,6 кг (инә ҡоштар вағыраҡ һәм асығыраҡ), ҡанатының ҡоласы 121—145 см. Ҡауырһын ҡапламы сағыу ерән, арҡаһының артҡы...
ҠЫҘЫЛ РАЙОНЫ (Силәбе өлкәһе)
ҠЫҘЫЛ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең көньяғында урынлашҡан. 1926 й. 4 нояб. ойошторолған. Майҙаны — 4413 км2. Адм. үҙәге — Ҡыҙыл ауылы. Районда 14 ауыл советы, 52 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 26,5 мең кеше (2010), ш. иҫ. 11,2% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур...
ҠЫҘЫЛ САРКОСЦИФА
ҠЫҘЫЛ САРКОСЦИФА (Sarcoscypha coccinea), аскомицеттар класының саркосцифа һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Бөтә Ер шарында (Азияла ҡайһы бер райондарҙа) таралған. Емешлек тәндәре (апотециялары) диам. 1—6 см, яңғыҙар, һирәгерәк төркөмдә 2—3-әрләп, тәүҙә тәрән каса рәүешле, үҫә килә сынаяҡ аҫты һымаҡ;...
ҠЫҘЫЛ ҮРЕШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл
ҠЫҘЫЛ ҮРЕШ, Байҙар Үреше, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш‑Битулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 105 км алыҫлыҡта Үреш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 215 кеше; 1920 — 266; 1939 — 651; 1959 — 551; 1989 — 690; 2002 —...
ҠЫҘЫЛ ШИШМӘ, Миәкә р‑нындағы ауыл
ҠЫҘЫЛ ШИШМӘ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 4 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Ҡырғыҙ‑Миәкә й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 212; 1989 — 175; 2002 — 192; 2010 — 178 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Мәсет бар.
Ауылға...
ҠЫҘЫЛ ШИШМӘ, Нуриман р‑нындағы ауыл
ҠЫҘЫЛ ШИШМӘ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Шишмә а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 30 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Благовещен—Павловка—Ҡыҙылъяр автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 766 кеше; 1939 — 5374; 1959 — 4102; 1989 — 2586; 2002 — 2344; 2010 —...
ҠЫҘЫЛКҮПЕР, Кушнаренко р‑нындағы ауыл
ҠЫҘЫЛКҮПЕР, Ташкүпер, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Горький а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 161 кеше; 1959 — 278; 1989 — 126; 2002 — 117; 2010 — 82 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...
ҠЫҘЫЛСА
ҠЫҘЫЛСА, кешенең киҫкен йоғошло ауырыуы. Уны тыуҙырыусылар: РНК‑лы Morbillivirus төрө вирустары; түбән т‑раларҙа бер нисә ай буйы йәшәргә һәләтле, юғары т‑ра, ҡояш яҡтыһы, дезинфекция саралары тәьҫирендә һәләк була. Вакцина эшләнмәгән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 100%-ы Ҡ. йоҡтора ала. Ауырыу һауа...