Список материалов
ҠЫРҒЫҘ‑МИӘКӘ, ауыл, Миәкә р‑ны үҙәге
ҠЫРҒЫҘ‑МИӘКӘ, ауыл, Миәкә р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Миәкә а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 190 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Ҡырғыҙ‑Миәкә й. (Дим й. басс.) буйында, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Бишбүләк, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Стәрлебаш, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Тәтер‑Арыҫлан—Стәрлебаш, Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ‑Миәкә...
ҠЫРҒЫҘ, башҡ. ҡәбиләһе
ҠЫРҒЫҘ, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡаҙыҡай‑Ҡ., тәңкәй‑Ҡ. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азия төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡырғыҙ” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, тываларҙа, үзбәктәрҙә билдәле. Ҡ. формалашыуына уларҙың б.э. 2‑се мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар мөхитендә булыуы йоғонто...
ҠЫРҒЫҘ, Краснокама р‑нындағы ауыл
ҠЫРҒЫҘ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 62 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 221 кеше; 1920 — 245; 1939 — 340; 1959 — 246; 1989 — 152; 2002 — 104; 2010 — 124 кеше. Мариҙар...
ҠЫРҘАС, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
ҠЫРҘАС, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ҡырҙас а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 26 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) 73 км алыҫлыҡта Ҡырҙас й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 491 кеше; 1920 – 585; 1939 – 381; 1959 – 363; 1989 – 506; 2002 – 654; 2010 – 656 кеше....
ҠЫРҠ ТУҒЫҘЫНСЫ ӨЙРӘНСЕК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ
ҠЫРҠ ТУҒЫҘЫНСЫ ӨЙРӘНСЕК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1942 й. авг. Өфөлә 4‑се айырым өйрәнсек бригадаһы булараҡ ойошторола; 1944 й. июненән — 49‑сы өйрәнсек дивизияһы. Көньяҡ Урал хәрби округына ингән. 5 полктан (автоматсылар полкынан, миномёт, пулемёт һәм 2 снайпер полкынан) торған. Армияның личный составы резервтарын...
ҠЫРҠАЯҠТАР
ҠЫРҠАЯҠТАР (Oniscoidea), тигеҙаяҡлылар отрядының ҡыҫала һымаҡтар ғаиләһе. Яҡынса 1000 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 1 төрө — баҙ Ҡ. бар. Тәне яҡынса 2 см оҙонлоҡта, овал формала, өҫ яҡтан ҡабарынҡы, арҡыры һыҙыҡлы; 1‑се күкрәк сегменты м‑н ҡушылған баштан, күкрәктән (7 сегмент) һәм ҡорһаҡтан (6 сегмент)...
ҠЫРҠБЫУЫН ҺЫМАҠТАР
ҠЫРҠБЫУЫН ҺЫМАҠТАР (Equisetophyta, йәки Sphenophyta), юғары төҙөлөшлө споралы үҫемлектәр бүлеге. Хәҙ. (ҡырҡбыуындар) һәм ҡаҙылма (шына япраҡлы, йәки сфенофиллалар) үҫемлектәр кластарын берләштерә. 29 төрө билдәле, Австралия һәм Яңы Зеландиянан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ҡырҡбыуын...
ҠЫРҠТЫТАУ, һырт
ҠЫРҠТЫТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет һәм Әбйәлил р‑ндары буйлап Ҡолсоғаҙы һәм Шәкәрҙейылға йй. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдыҡтары) тамағы киңлегенән алып Оло Ҡыҙыл й. киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 60 км тирәһе, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км, үҙәк — 16 км,...
ҠЫРҠЪЯПРАҠ
ҠЫРҠЪЯПРАҠ (Sanguisorba), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда шифалы Ҡ. үҫә. Горизонталь йыуан ағас һымаҡ тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ҡырлы, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, аҫҡыһында — ерән төктәр м‑н...
ҠЫРЛУТ
ҠЫРЛУТ (Gratiola), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә һәм тропиктар тауҙарында таралған. Башҡортостанда дарыулы Ҡ. үҫә. Ваҡ тәңкәле япраҡтар м‑н ҡапланған быуынлы үрмәле йыуан тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төбөндә йомарланған,...
ҠЫРЛЫҠ
ҠЫРЛЫҠ (Spergula), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5—8 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер йыллыҡ яланғас йәки биҙле‑төклө үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки үрмәле, бейеклеге 15—100 см. Япраҡтары тар оҙонса (еп һымаҡ тиерлек),...
ҠЫРМЫҪҠАЛАР
ҠЫРМЫҪҠАЛАР (Formicidae), яры ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 9 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа Ҡ. 30‑ға яҡын төрө (болон, бәләкәй урман, нескә башлы һ.б.) бар. Ҡ. — йәмәғәтсел бөжәктәр, ғаиләләре ҡанатлы инә һәм ата, бер йәки бер нисә йомортҡа һалыусы ҡанатһыҙ...
ҠЫРМЫҪҠАЛЫ РАЙОНЫ
ҠЫРМЫҪҠАЛЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Өфө һәм Иглин, көнсығышта — Архангел һәм Ғафури, көньяҡта — Ауырғазы, көньяҡ‑көнбайышта — Дәүләкән, төньяҡ‑көнбайышта Шишмә р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Өфө кантоны өйәҙҙәре...
ҠЫРМЫҪҠАЛЫ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ
ҠЫРМЫҪҠАЛЫ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Сорт һынау, Башҡортостандың көньяҡ урман-дала зонаһы шарттарында иген, ҡуҙаҡлы иген, мал аҙығы культураларының һәм шәкәр сөгөлдөрөнөң юғары уңышлы сорттарын, гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Боҙаяҙ а....
ҠЫРМЫҪҠАЛЫ, ауыл, Ҡырмыҫҡалы р‑ны үҙәге
ҠЫРМЫҪҠАЛЫ, ауыл, Ҡырмыҫҡалы р‑ны (1930 й. алып) һәм Ҡырмыҫҡалы а/с үҙәге. Өфөнән К. 50 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында, Өфө—Инйәр—Белорет, Ҡырмыҫҡалы—Атйетәр—Дәүләкән—Талбазы автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 2,6; 1920 — 3,8; 1939 —...
ҠЫРМЫҪҠАЛЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл
ҠЫРМЫҪҠАЛЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Казадаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1030 кеше; 1920 — 1439; 1939 — 1220; 1959 — 976; 1989 — 649; 2002 — 603; 2010 — 593 кеше. Татарҙар...
ҠЫРСЫНТАШЛЫҠ, тау тоҡомо
ҠЫРСЫНТАШЛЫҠ, эре киҫәкле кәүшәк ултырма тау тоҡомо. Аралары ҡомло йәки ҡомло‑ҡырсынлы материал менән тулған ҡырсынташтарҙан тора. Составы буйынса моно‑ (бер төрлө ҡырсынташтан), олиго‑ (2—3 төрлө ҡырсынташтан) һәм полимикт (төрлө составлы ҡырсынташтан); ҡырсынташтарҙың үлсәменә бәйле эре (100—50 мм),...
ҠЫРТАН
ҠЫРТАН (Epilobium), ҡыртан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, бөтә ер шарында, башлыса уртаса бүлкәттәрҙә таралған. Башҡортостанда 8 төрө үҫә: һаҙ Ҡ., ялбыр Ҡ., тау Ҡ., һеңерле Ҡ., дүрт ҡырлы Ҡ. һ.б. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, бейеклеге 10—150 см. Япраҡтары таҫма...
ҠЫРТАН ҺЫМАҠТАР
ҠЫРТАН ҺЫМАҠТАР (Onagraceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 25 заты, 700 төрө билдәле, бөтә ер шарында тиерлек таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡтар, ҡыуаҡлыҡтар, һирәк осраҡта ағастар. Башҡортостанда 4 заттан 13 төр үҫә (цирцея, боланут, ҡыртан, ишәк ҡолағы). Күп, һирәгерәк ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары...
ҠЫРТҮТӘЛ, Шаран р‑нындағы ауыл
ҠЫРТҮТӘЛ, Шаран р‑нындағы ауыл, Ерекле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 376 кеше; 1920 — 393; 1939 — 405; 1959 — 401; 1989 — 272; 2002 — 221; 2010 — 176 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ерекле урта мәктәбе...