Список материалов
ҠЫШТЫМ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ
ҠЫШТЫМ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ, Урал тау һәм металлургия сәнәғәтенең иң ҙур акционер йәмғиәттәренең береһе. 1900 й. С.‑Петербургта Ҡыштым тау округы хужалары (сауҙагәр Л.И.Расторгуев вариҫтары) тарафынан ойошторола. Идараһы С.‑Петербургта, баш идаралығы Екатеринбург өйәҙе Ҡыштым Заводы ҡасабаһында урынлаша....
ҠЫШҺӨЙӘР
ҠЫШҺӨЙӘР (Chimaphila), утүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5—7 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәте урмандарында таралған. Башҡортостанда сатырлы Ҡ. үҫә. Һырылыусы, тармаҡлы тамырһабаҡлы мәңге йәшел ярым ҡыуаҡ. Һабағы ябай, төҙ, бейеклеге 10—20 см. Япрағы ҡалын тиресәле,...
ҠЫЯҠЛЫЛАР
ҠЫЯҠЛЫЛАР, б а ж а т һ ы м а ҡ т а р (Gramineae, йәки Poaceae), бер өлөшлөләр ғаиләһе. 650 заты, яҡынса 10 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үлән, һирәгерәк ағас һымаҡ үҫемлек. Башҡортостанда 39 заттан (айрыҡ, аҡтамыр, бажат, бүтәгә, ҡолонғойроҡ, ҡылған һ.б.) 139 төр үҫә. Бер, ике, күп йыллыҡ...
ҠЫЯР
ҠЫЯР (Cucumis), ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ға яҡын төрө билдәле, Көньяҡ Азияла һәм Африкала нығыраҡ таралған. 4 м тиклем оҙонлоҡтағы түшәлеүсән йәки үрмәле һабаҡлы бер, һирәгерәк ике өйлө бер йыллыҡ үҫемлек. Башҡортостанда сәсеү Ҡ. асыҡ йәки ябыҡ грунтта үҫтерелә. Һабағы ҡырлы,...
ҠЫЯУЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл
ҠЫЯУЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Йәнырыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 43 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Ҡыяуыҡ й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 842 кеше; 1920 — 891; 1939 — 726; 1959 — 455; 1989 — 197; 2002 — 177; 2010 — 146 кеше. Башҡорттар...
ЛАВРЕНТЬЕВ Михаил Алексеевич
ЛАВРЕНТЬЕВ Михаил Алексеевич (19.11.1900, Ҡазан — 15.10.1980, Мәскәү, Новосибирск ҡ. ерләнгән), математик, механик. СССР ФА (1946) һәм Украина ССР‑ы ФА (1939) акад., техник ф. д‑ры (1934), физика‑матем. ф. д‑ры (1935), проф. (1929). Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). МДУ‑ны тамамлаған (1922). 1929—76 йй. Мәскәү,...
ЛАВРЕНТЬЕВ Пётр Денисович
ЛАВРЕНТЬЕВ Пётр Денисович (11.1.1905, Дон ғәскәре өлк. Таганрог ҡ. — 4.10.1979, Химки ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Испаниялағы Граждандар һуғышында (1936—39) ҡатнашыусы. Харьков политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) 26‑сы Рыбинск мотор з‑дында, 1941 й. алып 26‑сы Дәүләт союз з‑дында (Өфө) эшләй:...
ЛАВРОВ Сергей Андреевич
ЛАВРОВ Сергей Андреевич (6.11. 1935, Ҡаҙаҡ АССР‑ы Жана‑Семей ҡсб), конструктор. Техник ф. канд. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1977). Ҡазан авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) ӨПЭПБ‑ла эшләй: өлкән инженер‑конструктор, 1960 й. алып баш конструктор урынбаҫары, 1964 й. — баш конструктор,...
ЛАВРОВСКИЙ Константин Петрович
ЛАВРОВСКИЙ Константин Петрович [19.11.1898, Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе Мартыновка а. (Ырымбур өлкәһе Әсекә районы) — 7.3.1972, Мәскәү ҡ.], химик‑органик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1953), химия фәндәре докторы (1937). Фәнни эшмәкәрлеге детонацияға ҡаршы өҫтәмәләрҙе, ш. иҫ. тетраэтилҡурғашты, синтезлауға,...
ЛАВСОНИТ, минерал
ЛАВСОНИТ (Лаусон фамилияһы буйынса), минерал, һыулы кальций алюмосиликаты, CaAl2[Si2O7](OH)2•H2O. Призма һәм пластинка рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Төҫө аҡтан алып тоноҡ зәңгәргә тиклем, ялтырауығы быяла кеүектән майлыға тиклем. Ҡатылығы 7; тығыҙлығы 3900 кг/м3. БР‑ҙа мәҡсүт метаморфик комплексының...
ЛАГОЙДА Виктор Гаврилович
ЛАГОЙДА Виктор Гаврилович (7.4.1950, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Объект а. – 28.12.2014, Өфө), педагог, тренер. Пед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). СССР‑ҙың спорт мастеры (1977), хәҙерге бишбәйге б‑са халыҡ-ара (2001) һәм бөтә Союз (1991) категориялы судья. БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1993). БДПИ‑ны...
ЛАГОТИС
ЛАГОТИС (Lagotis), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың субарктик бүлкәттәрендә, Уралда һәм Азияның тауҙарында таралған. Башҡортостанда урал Л. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы ярым паразит күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—40 см. Һабағы төҙ, йомро,...
ЛАҒЫР, Салауат р‑нындағы ауыл
ЛАҒЫР, Васик, Васҡын, Салауат р‑нындағы ауыл, Лағыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т. табан 35 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1018 кеше; 1920 — 1221; 1939 — 857; 1959 — 730; 1989 — 883; 2002 — 961; 2010 — 856 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...
ЛАҒЫР, һаҙлыҡ
ЛАҒЫР, Әй й. басс. һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Салауат р‑ны Лағыр а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1,6 мең га, торфтың уртаса ҡалынлығы 5,3 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ерек, көлһыу тал, тәлгәш ҡайын, тәпәш ҡайын, мүктәр үҫә; үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл...
ЛАЗАРЕВ Дмитрий Ильич
ЛАЗАРЕВ Дмитрий Ильич [8.11.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Братовщина а. (БР‑ҙың Ҡалтасы районы) — 28.2.1991, Ярославль ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июненән Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 2‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия...
ЛАЗАРЕВ Николай Иванович
ЛАЗАРЕВ Николай Иванович (18.7.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ҡарама утары — 28.1.1998, Мәскәү өлк. Шишкин Лес ҡсб, Подольск ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. июленән 2‑се Балтик буйы фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө удар армия 5‑се танк корпусы...
ЛАЗАРЕВА Дина Наумовна
ЛАЗАРЕВА Дина Наумовна (11.9.1922, Силәбе губернаһы Мейәс Заводы ҡсб — 11.9.2019, Өфө ҡ.), фармаколог. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1963). РФ‑тың (1993) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлаған...
ЛАЗЕР
ЛАЗЕР, оптик квант генераторы (ингл. Light Amplification by Stimulated Emission of Radiation — мәжбүри нурланыш ярҙамында яҡтылыҡты көсәйтеү), оптик диапазондағы электромагнит нурланыш генераторы, механизмы актив мөхиттәге мәжбүри нурланышты файҙаланыуға нигеҙләнгән. Актив мөхит төрө б‑са — газлы, шыйыҡ,...
ЛАЗЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ
ЛАЗЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ, лазер нурланышы ярҙамында материалды йәки ярым фабрикатты эшкәртеү, яһау, уларҙың хәлен, үҙенсәлектәрен һәм формаһын үҙгәртеү ысулдары йыйылмаһы. Л.т. 1‑ҙән бер нисә мең Вт тиклем ҡеүәтле ҡаты есемле һәм газлы (углекислый газ) лазерҙар ҡулланыла. Технологик операцияларҙың төрөнә...
ЛАЙЛАЛЫ БӘШМӘКТӘР
ЛАЙЛАЛЫ БӘШМӘКТӘР (Myxomycota), хлорофилһыҙ, башлыса сапрофит бәшмәк һымаҡ организмдар төркөмө. Протостелиялар (примитив Л.б.) һәм миксогастрҙар класына ҡараған 1000‑дән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө осрай, бөтә ерҙә таралған. Вегетатив тәне — күп ядролы лайлалы протоплазма (плазмодий),...