Список материалов
ЛАСКИН Иван Андреевич
ЛАСКИН Иван Андреевич [1.11.1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Васильевка а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 1.7.1988, Минск], хәрби эшмәкәр. Ген.-лейтенант (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Хәрби мәктәпте (Киев, 1923), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1934), К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад....
ЛАТВИЯ
ЛАТВИЯ, Латвия Республикаһы, Көнсығыш Европалағы, Балтик буйындағы дәүләт. Майҙаны — 64,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Рига. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 2,22 млн кеше (2011): латыштар (59%), урыҫтар (27%), белорустар (3,6%) һ.б.; 270 башҡорт йәшәй (2011). Рәсми тел — латыш теле. Диндарҙарҙың күпселеге —...
ЛАТЕКСТАР
ЛАТЕКСТАР, макромолекулаларының глобуляр агрегаттары өҫкө йөҙҙә актив матдәләр м‑н стабилләштерелгән полимерҙарҙың йәки сополимерҙарҙың һыуҙағы йәки коллоидтағы дисперсияһы. Сығышы б‑са тәбиғи, синтетик һәм яһалма Л. айырыла. Синтетик Л. полимер төҙөүсеһенең тәбиғәте б‑са эластомер һәм термопластиктарға,...
ЛАТИН АЛФАВИТЫ
ЛАТИН АЛФАВИТЫ, латин яҙмаһының хәрефтәр системаһы. Л.а. грек яҙмаһы (көнбайыш-грек варианты) базаһында б.э.т. 4—3 бб. Боронғо Римда барлыҡҡа килә, грек яҙмаһының күпселек хәрефтәре үҙҙәренең тәүге мәғәнәһен һәм яҙылышын һаҡлап ҡалған. “G” (ге) латин хәрефе грек яҙмаһының “К” (каппа), “Q” (ку) — “S”...
ЛАТИПОВ Әхәт Фәсхетдин улы
ЛАТИПОВ Әхәт Фәсхетдин улы [10.2.1933, БАССР‑ҙың Ҡырғыҙ‑Миәкә р‑ны Тауҡай‑Гәйнә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны)], быраулаусы. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1981), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1980). 1953 й. алып (өҙөклөк м‑н) “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.)...
ЛАТИПОВ Валерий Мәркәз улы
ЛАТИПОВ Валерий Мәркәз улы (16.2.1956, Ишембай ҡ.), инженер‑ төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). М.К.Латиповтың улы. ӨДНТУ-ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 2002 й. алып төҙөлөш конструкциялары каф. мөдире, бер үк ваҡытта хужалыҡ иҫәбендәге “Стройтехэкспертиза...
ЛАТИПОВ Ғабдрахман Хәким улы
ЛАТИПОВ Ғабдрахман Хәким улы [1917, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Иҫке Бәшир а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 25.1.1945, Бреслау ҡ. (Германия) янында, Вроцлав ҡ. (Польша) ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. майынан Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө, 2‑се һәм 1‑се...
ЛАТИПОВ Ҡотдос Ҡәниф улы
ЛАТИПОВ Ҡотдос Ҡәниф улы [14.7.1923, БАССР‑ҙың Дыуан кантоны Яңы Мишәр а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 23.12.2016, Мәскәү], лётчик, полк. (1974). Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1941) һәм В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. (Мәскәү, 1952)...
ЛАТИПОВ Мәркәз Каррам улы
ЛАТИПОВ Мәркәз Каррам улы [18.3. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Балтай а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 17.1.1999, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Львов политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) “Башнефть”...
ЛАТИПОВ Ринат Закир улы
ЛАТИПОВ Ринат Закир улы (5.8. 1942, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Уҫман а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Өфө р‑нында эшләй: район дауаханаһында (Яңы Черкассы ҡсб), 1968 й. алып “Дмитриевский” с‑зының...
ЛАТИПОВ Ринат Ниғмәтйән улы
ЛАТИПОВ Ринат Ниғмәтйән улы (9.2.1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Ихсан а.), тренер. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1997), СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1994). Ярославль пед. ин‑тын тамамлаған (1976). 1974 й. алып “Нефтсе” спорт комб‑ты, 1979 й. —...
ЛАТИПОВ Рөстәм Фәрит улы
ЛАТИПОВ Рөстәм Фәрит улы (22.3. 1977, Өфө), политолог. Сәйәсәт ф. д‑ры (2010). Журналистар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1999). 2000 й. “Истоки” гәз., һуңынан ӨМЭПБ‑ның мәғлүмәт үҙәге хәбәрсеһе. 2001 й. алып Өфөнөң Октябрь р‑ны хакимиәтендә эшләй. 2006 й. башлап (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н дәүләт...
ЛАТИПОВ Урал Рамдраҡ улы
ЛАТИПОВ Урал Рамдраҡ улы (28.2. 1951, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Ҡатай а.), юрист, дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. д‑ры (1993), проф. (1994). Полк. (1991). Ҡазан ун‑тын (1973) һәм СССР Дәүләт именлеге комитетының Юғары курстарын (Минск, 1974) тамамлағандан һуң СССР Дәүләт именлеге комитетында хеҙмәт итә. 1989...
ЛАТИПОВ Эдуард Ратмил улы
ЛАТИПОВ Эдуард Ратмил улы (21.3.1994, Гродно ҡ.), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2016), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2022). Биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары В.И.Мишингин, В.А.Никитин). Биатлон буйынса бер-бер артлы...
ЛАТИПОВ-ДОГАДОВ Владимир Геннадиевич
ЛАТИПОВ-ДОГАДОВ (Латипов) Владимир Геннадиевич (22.4.1962, Октябрьский ҡ.), актёр. РФ‑тың атҡ. (2007), БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1995) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; П.Р.Мельниченко курсы) БР‑ҙың Урыҫ драма театры актёры. Киң ижади диапазонлы актёр....
ЛАТИПОВА Ләлә Ришат ҡыҙы
ЛАТИПОВА Ләлә Ришат ҡыҙы (7.4.1975, Туймазы ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). Сәнғәт һәм художество һөнәрҙәре акад. (1992—94), Урал пед. ун‑тында (1995—97; икеһе лә — Екатеринбург ҡ.) уҡыған, Көнсығыш иҡт.- юридик гуманитар акад. тамамлаған (2015). 1999 й. алып Туймазы р‑нының Үрмәкәй...
ЛАТИПОВА Лилиә Фуат ҡыҙы
ЛАТИПОВА Лилиә Фуат ҡыҙы (3.11.1955, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1988 й. тиклем Өфөнөң 4‑се балалар поликлиникаһында эшләй (1985 й. алып бүлексә мөдире), 1993 й. — БДМУ‑ла (2005 й. башлап дир. урынбаҫары, 2010—2011 йй....
ЛАТИПОВА Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы
ЛАТИПОВА Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы [11.3.1947, БАССР‑ҙың Абҙан р‑ны Ағурҙа а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Журналистар союзы ағзаһы (1996). БДУ‑ны тамамлаған (1969). 1971 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты нәшриәте, 1977 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” ж. хеҙм‑ре, 1993—2007 йй....
ЛАТФУЛЛИН Наил Сәйет улы
ЛАТФУЛЛИН Наил Сәйет улы (9.1.1952, Өфө — 19.11.1992, шунда уҡ), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1975; педагогы Л.Ф.Мөғтәбаров). Ул төрки халыҡтары тарихы, мосолман мәҙәниәте, уның символдарын киң мәғәнәлә ҡарау яҡлы. Ижадында милли әҙәбиәткә, фольклорға һәм донъя...
ЛАТЫШ Валентин Мефодиевич
ЛАТЫШ Валентин Мефодиевич (20.11.1917, Екатеринослав губернаһы Бәләкәй Токмачка а. — 15.9.1990, Куйбышев ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Днепропетровск тау институтын тамамлаған (1940). 1952 й. алып Башҡортостан территориаль геология идаралығының...