Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛАТЫШТАР

ЛАТЫШТАР (үҙ атамаһы латвиеши), халыҡ, Латвияның төп халҡы. Л. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 145,9 мең, РСФСР‑ҙа — 46,8 мең, Латвия ССР‑ында — 1387,7; 2002 й. РФ‑та — 28,5 мең, 2010 й. — 18,9 мең кеше. Башҡортостанда 1989 й. — 1956 кеше; БР‑ҙа 2002 й. — 1508, 2010 й. — 1117 кеше. Айырыуса (2010 й. мәғлүмәттәр...

ЛАТЫШТАР ЙӘМӘҒӘТ ОЙОШМАҺЫ

ЛАТЫШТАР ЙӘМӘҒӘТ ОЙОШМАҺЫ, БР‑ҙа латыш мәҙәниәтен тергеҙеү, латыш телен, милли традицияларҙы, йолаларҙы, ҡулланма сәнғәтте, халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында булдырыла. 1996 й. Респ. латыш милли‑мәҙәни үҙәге булараҡ асыла, 2004 й. алып Башҡортостан Республикаһының Латыштар йәмәғәт ойошмаһы....

ЛАУРЕР ТУКНЕРАРИЯҺЫ

ЛАУРЕР ТУКНЕРАРИЯҺЫ (Tuckneraria laureri), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы япраҡ рәүешле, аныҡ булмаған формала, үҙәгендә яҡшы беркетелгән, ситтәре ирекле. Айырсаларының оҙонлоғо 1,5—5 см, киңлеге 5—10 мм, тәрән бүлкәтле. Талломының өҫкө йөҙө асыҡ һары йәки йәшкелт‑һары...

ЛАЧИНОВ Алексей Николаевич

ЛАЧИНОВ Алексей Николаевич (25.11.1952, Өфө ҡ.), физик. Физика‑математика фәндәре докторы (1999). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2019). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында эшләй: 1989 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1995 й. — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта...

ЛАЯШТЫ, Илеш р‑нындағы ауыл

ЛАЯШТЫ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ишҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 21 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 127 км алыҫлыҡта Лаяшты й. (Ағиҙел й. басс.) буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 845 кеше; 1920 — 1016; 1939 — 891; 1959 — 583; 1989 — 419; 2002 — 412; 2010 — 460 кеше....

ЛӘЛӘ

ЛӘЛӘ (Lilium), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 90‑дан ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда һарына үҫә. Һуғанбашлы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 30—130 см. Һуғанбашы эре, алтынһыу‑һары төҫтә, йомортҡа формаһында, итләс, ҡатлы‑ҡатлы тәңкәләрҙән тора....

ЛӘЛӘ ҺЫМАҠТАР

ЛӘЛӘҺЫМАҠТАР (Liliaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 170 заты, 2500‑ҙән ашыу төрө билдәле. Бөтә Ер шарында таралған. Үлән. Башҡортостанда 11 заттан 19 төр (зигаденус, ллойдия, май сәскәһе, ынйы сәскә һ.б.) үҫә. Тамырһабаҡлы (ҡарға күҙе, сөләймән мөһөрө, ынйы сәскә һ.б.), бүлбе‑һуғанбашлы йәки һуғанбашлы...

ЛӘМӘҘ ЗАВОДЫ

ЛӘМӘҘ ЗАВОДЫ, 1898 й. Өфө өйәҙе Архангел улусы башҡорттары ерендә Ләмәҙ й. буйында Урал-Волга металлургия акционерҙар йәмғиәте суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Урал-Волга металлургия йәмғиәте, Комаров тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һәм Көньяҡ Урал тау заводтары акционерҙар йәмғиәте (1900 й....

ЛӘМӘҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл

ЛӘМӘҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Ләмәҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 45 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 120 км алыҫлыҡта Ләмәҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 428 кеше; 1920 — 541; 1939 — 398; 1959 — 373; 1989 — 411; 2002 — 483; 2010 — 531 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ЛӘМӘҘ, йылға

ЛӘМӘҘ, Нәмәҙ, йылға, Эҫем й. һул ҡушылдығы. Силәбе өлк. Ләмәҙ ҡасабаһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта башлана. Силәбе өлк. һәм БР‑ҙың Белорет р‑ны терр‑ялары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға, ш. уҡ р‑ндың Исҡушты а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡҡа бора, Убыркүл һәм Һыулы...

ЛӘМӘҘТАМАҠ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ЛӘМӘҘТАМАҠ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ләмәҙтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 111 км алыҫлыҡта Ләмәҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 781 кеше; 1920 — 867; 1939 — 767; 1959 — 701; 1989 — 519; 2002 — 522; 2010 — 483 кеше....

ЛӘҮӘЛЕ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ЛӘҮӘЛЕ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Тарҙау а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 29 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 75 кеше; 1920 — 105; 1939 — 78; 1959 — 48; 1989 — 379; 2002 — 387; 2010 — 314 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ЛӘҮЙЫЛҒА, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ЛӘҮЙЫЛҒА, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Ләүйылға а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Ләүйылға (Ҡыйғы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1581 кеше; 1920 — 2882; 1939 — 1586; 1959 — 1510; 1989 — 1156; 2002 — 1098; 2010 — 1076...

ЛЕБЕДЕВ Владимир Иванович

ЛЕБЕДЕВ Владимир Иванович (13.10.1894, Рига — 3.4.1966, Мәскәү), тарихсы. Тарих ф. канд. (1938), проф. (1938). 1‑се Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1918). 1920—30 йй. Мәскәүҙең төрлө уҡыу йорттарында уҡыта, 1933 й. алып Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад., 1937 й. (өҙөклөк м‑н) — СССР ФА‑ның Тарих ин‑тында...

ЛЕБЕДЕВ Дмитрий Алексеевич

ЛЕБЕДЕВ Дмитрий Алексеевич, яҙыусы. “Ҡояшты эҙәрләгәндә” (“В погоне за солнцем”), “Иблес ҡаны” (“Кровь дьявола”) романдары, “Яҡты донъя буйлап” (“По белу свету”) хикәйәләр циклы, Марокколағы азатлыҡ өсөн көрәш т‑дағы “Риф республикаһы” (“Республика Риф”; 1931), “Астурия баррикадаларында” (“На баррикадах...

ЛЕБЕДЕВ Порфирий Маркович

ЛЕБЕДЕВ Порфирий Маркович (16.2.1882, Һамар губ. Николаевск ҡ. — 3.12.1974, Мәскәү), рәссам, педагог. Рәссамдар союзы ағзаһы (1944). Һамар дини семинарияһын (1905), С.‑Петербургта шәхси рәсем төшөрөү мәктәбен (1906; педагогы Я.С. Гольдблат), С.‑Петербург Художество акад. пед. курстарҙы (1909; педагогы...

ЛЕБЕДЕВ Станислав Александрович

ЛЕБЕДЕВ Станислав Александрович (17.10.1945, Өфө – 28.12.2014, шунда уҡ), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2005). Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; педагогтары Р.М.Агишев, К.П.Чаругин). 1967–84 йй. Башҡ-н ижади-производство комб-тының (Өфө) рәссамы. Ижадына тормошсанлыҡ,...

ЛЕБЕДЕВА Татьяна Романовна

ЛЕБЕДЕВА Татьяна Романовна (21.7.1976, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы (1998), атҡ. (2000) спорт мастеры. Волгоград физик культура академияһын тамамлаған (2001). СДЮШОР (Стәрлетамаҡ, тренеры Е.М.Кошелева) тәрбиәләнеүсеһе. Олимпия уйындары (2004), донъя (2007) һәм...

ЛЕБЕДИНСКИЙ Лев Николаевич

ЛЕБЕДИНСКИЙ Лев Николаевич (5.11.1904, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Миәс з‑ды ҡсб, хәҙ. Миәс ҡ., — 21.11.1992, Мәскәү), музыка белгесе, фольклорсы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1930). 1923 й. алып Рәсәй пролетар музыканттар ассоциацияһы етәкселәренең береһе (1925...

ЛЕБЕДЬКОВ Иван Александрович

ЛЕБЕДЬКОВ Иван Александрович (5.1.1938, БАССР‑ҙың Мәләүез районы Мәләүез ҡсб, хәҙер Мәләүез ҡ.), тренер. Спорт акробатикаһы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1997), СССР‑ҙың спорт мастеры (1962) һәм бөтә Рәсәй категориялы судья (1971). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), РСФСР‑ҙың халыҡ...