Список материалов
ЛЕБЯЖИЙ, Өфө р‑нындағы ауыл
ЛЕБЯЖИЙ, Өфө р‑нындағы ауыл, Зубов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Өршәк т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 9 кеше; 1959 — 84; 1989 — 97; 2002 — 146; 2010 — 290 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. 30‑сы йй. аҙ. Өфө район...
ЛЕВАШЁВ, ауыл, Стәрлетамаҡ ҡ. эсендә
ЛЕВАШЁВ, ауыл, 1958 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эсендә.
Ауылға 1780 й. купчий ҡағыҙы б‑са секунд‑майор С.Я.Левашёв һатып алған Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына. 1865 й. 42 йортта 319 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан,...
ЛЕВАШОВА Вера Ивановна
ЛЕВАШОВА Вера Ивановна (1.5. 1941, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (2002), проф. (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) 1969 й. тиклем ӨНИ‑нең Стәрлетамаҡ дөйөм техник ф‑тында эшләй, 1972 й. алып ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй. 2000 й. башлап БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында: төп...
ЛЕВИН Арон Иосифович
ЛЕВИН Арон Иосифович (7.4.1908, Бәләбәй ҡ. — 1999, Мәскәү), инженер‑электрохимик. Техник ф. д‑ры (1942), проф. (1943). Урал политехник ин‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1932). Бәләбәй йәш пионерҙарҙың кантон бюроһын ойоштороусы (1924). 1926—28 йй. Дәүләкән, Бәләбәй кантон комсомол ком‑ттары секретары....
ЛЕВИН Эрнест Львович
ЛЕВИН Эрнест Львович (8.7.1934, Свердловск ҡ. — 2.2.2021, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1968), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1980), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). ӨАИ‑ны тамамлағандан...
ЛЕВИНТЕР Михаил Ефимович
ЛЕВИНТЕР Михаил Ефимович (26.10.1916, Тарнополь ҡ., Австро‑Венгрия — 31.7.1996, Һамар ҡ.), инженер‑технолог. Химия фәндәре докторы (1969), профессор (1970). РФ‑тың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1970), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы...
ЛЕВИРАТ
ЛЕВИРАТ (лат. levir — ҡәйнеш), тол ҡатындың мәрхүм иренең ҡустыһына ҡатынлыҡҡа барыуына нигеҙләнгән никах формаһы. 20 б. башына тиклем башҡорттарҙа йола хоҡуғы нормаһы һанала. Башҡорттарҙың туғанлыҡ системаһына ярашлы, тол ҡатынға мәрхүмдең бер туғанының улы, ике туған ҡустыһы йәки башҡа ҡәрҙәше лә...
ЛЕВШИН Владимир Дмитриевич
ЛЕВШИН Владимир Дмитриевич (1826, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1834 — 2.4.1887, Ярославль ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1873). Дворяндарҙан. 1851—56 йй. һәм 1866—70 йй. Дәүләт милке министрлығында, 1856—66 йй. ЭЭМ‑да эшләй. 1870 й. алып Һамар, 1872 й. — Воронеж вице-губернаторы....
ЛЕГЕНДА
ЛЕГЕНДА (лат. legenda, һүҙмә-һүҙ — уҡылырға тейешле нәмә), фольклорҙа тормошта булып үткән йә булыуы ихтимал тип уйланылған хәл‑ваҡиғалар хаҡында ҡабартып, уларҙы фәҡәт булған хәл тип тасуирлаған, мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән хикәйә. Башҡ. фольклорында Л. мотивтары һәм образдары йыш ҡына мифологияға...
ЛЕЖНЕВ Анатолий Петрович
ЛЕЖНЕВ Анатолий Петрович (28.3.1888, Тамбов губ. Сукманка а. — 11.3.1956, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1940). Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). 1911—13 йй. В.Н.Мешковтың художество мәктәбендә (Мәскәү) уҡый. 1914 й. алып Өфөлә йәшәй. 1919—25 йй. Өфөнөң тимер юл оҫтаханаһы эргәһендәге һынлы...
ЛЕЗЕНКОВ Леонид Васильевич
ЛЕЗЕНКОВ Леонид Васильевич (1894, Өфө — 1933, февр., шунда уҡ), рәссам. Юғары художество‑техник оҫтаханаларын тамамлаған (Мәскәү, 1925). 1927—33 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында уҡыта. Башҡортостанда һынлы сәнғәтте формалаштырыуҙа үҙ өлөшөн индерә. 20—30‑сы йй. ижад иткән “Алма менән натюрморт”, “Ҡайындар”,...
ЛЕЙКОЗ
ЛЕЙКОЗ (гр. leuko†s — аҡ), електең ҡан яһалышы туҡымаларының шеш ауырыуҙары.
Кеше Л. Шеш тыуҙырыусы күҙәнәктәрҙең формаһына ҡарап киҫкен (лимфо‑, миело‑, моно‑, эритробласт һ.б.) һәм хроник (лимфо‑, миело‑, моноцитар, эритремия, миелом ауырыуы һ.б.) төрҙәрҙе айырып йөрөтәләр. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре...
ЛЕЙСАН, лимон сорты
ЛЕЙСАН, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Бейеклеге 2,5—3 м булған уртаса ҡуйылыҡтағы түңәрәк сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, төкһөҙ. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, йәшел, ялтыр, сите киртләсле. Емеше эре, ауырлығы 280—500 г,...
ЛЕКАРЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл
ЛЕКАРЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Таптыков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Дим т. юл ст. К.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 223 кеше; 1920 — 242; 1939 — 338; 1959 — 248; 1989 — 105; 2002 — 172; 2010 — 146 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).
Ауылға 1785 й. купчий...
ЛЕКСИКА
ЛЕКСИКА (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы), телдең йәки уның айырым ҡатламының һүҙҙәр йыйылмаһы. Ысынбарлыҡ м‑н туранан‑тура бәйләнеше, телдә аралашыусыларҙың йәш, һөнәр, соц., терр. һ.б. күрһәткестәрен, йәмғиәт тормошоноң төрлө күренештәрен яҡтырта алыу һәләте — Л. төп үҙенсәлеге. Л. үҙгәреүсән: телдең...
ЛЕКСИКОГРАФИЯ
ЛЕКСИКОГРАФИЯ (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы һәм ...графия), һүҙлектәр төҙөү практикаһы һәм теорияһы м‑н шөғөлләнеүсе тел ғилеме бүлеге. Практик Л. телде өйрәтеү, уны һүрәтләү һәм нормалаштырыу, лексиканың фәнни нигеҙҙәрен өйрәнеү, тел‑ара аралашыу функцияларын үтәй; теоретик Л. типология, макро‑ һәм...
ЛЕКСИКОЛОГИЯ
ЛЕКСИКОЛОГИЯ (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы һәм ...логия), телдең һүҙлек составын өйрәнеүсе тел ғилеме бүлеге. Л. бурыстары: телдең һәм телмәрҙең төп билатераль (ике яҡлы) берәмеге булараҡ һүҙ проблемаларын; лексик берәмектәрҙең типтарын һәм уларҙың функцияларын; телдең һүҙлек составы төҙөлөшөн, уның...
ЛЕКТИНДАР
ЛЕКТИНДАР (лат. lego — һайлайым, йыям), биополимерҙарҙа углеводтарҙы йәки уларҙың ҡалдыҡтарын үҙенсәлекле һәм ҡайтмалы итеп бәйләү үҙенсәлегенә эйә булған аҡһымдар. Алыныу сығанағына ҡарап бакто‑, зоо‑, мико‑ һәм фитолектиндарҙы айырып йөрөтәләр. Л. структураһы күп төрлө, мол. м. 5‑тән алып 400 меңгә...
ЛЕМАЕВ Николай Васильевич
ЛЕМАЕВ Николай Васильевич (14.11. 1929, Урта Волга крайы Ҡыҙылъяр а. — 24.12.2000, Нижнекамск ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1982), Соц. Хеҙмәт Геройы (1980). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1985), СССР‑ҙың атҡ. нефтехимигы (1979), СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1982),...
ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ
ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, ЯСЙ. Борай р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Оло Баҙраҡ ауылы. Составында 4 һыйыр малы фермаһы, һарыҡ фермаһы, 3 умарталыҡ. Балалар баҡсаһы, 3 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 2 мәҙәниәт йорто, клуб һ.б. бар. 2012 й. 95 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең...