Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ТУЛҠЫН”

“ТУЛҠЫН”, бөтә башҡорт йәштәре иттифағы. 1917 й. 18 дек. Ырымбур ҡ. 3‑сө Бөтә башҡ. ойоштороу ҡоролтайында (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) Ш.Бабич, Х.Ғ.Ғәбитов, Ғ.Иркәбаев, Н.Т.Таһиров һ.б. инициативаһы м‑н төҙөлә. Башҡ. йәштәрен берләштереү, алдынғы ҡараштарҙы таратыу, башҡ. телен һәм мәҙәниәтен...

“ТУЛПАР”, журнал

“ТУЛПАР” (“Толпар”), ижт.‑сәйәси һәм әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киœ мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр татар телендә сыға. Тиражы — яҡынса 2,5 мең дана (2016). 1994 й. авг. алып нәшер ителә. Журнал...

“ТУПЛАН”, гәзит

“ТУПЛАН”, ижт.‑сәйәси һәм әҙәби гәзит. “Туплан” Ырымбур мосолман йәштәре йәмғиәте органы. Ырымбур ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр төрки телендә сыҡҡан. 1918 й. март‑июлендә “Яңы ваҡыт” типографияһында нәшер ителгән. Гәзит биттәрендә йәмғиәттең документтары һ.б. материалдары, совет власы органдары ҡарарҙары, илдәге...

“ТУРАТ САҒЫЛЫ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө

“ТУРАТ САҒЫЛЫ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. уртаһында А.С.Ключарёв яҙып ала, “Ҡурай өсөн 50 башҡорт халыҡ инструменталь пьесаһы һәм көйө” (“50 башкирских народных инструментальных пьес и наигрышей для курая”) ҡулъяҙма йыйынтығына индерелгән, варианттары Л.Н.Лебединский,...

“ТУРБАҪЛЫ БРОЙЛЕРҘАРЫ”

“ТУРБАҪЛЫ БРОЙЛЕРҘАРЫ”, ААЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ составына инә. БР‑ҙың Благовещен ҡ. урынлашҡан. “Т.б.” составына үҫтереү, итте тәрән эшкәртеү, инкубация, ҡош салыу төп етештереү цехтары; автотранспорт, технологик ҡорамалдарҙы ремонтлау һ.б. ярҙамсы цехтар (бөтәһе лә — 1972 й....

“ТУРБАҪЛЫ БРОЙЛЕРҘАРЫ”

“ТУРБАҪЛЫ БРОЙЛЕРҘАРЫ”, ААЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ составына инә. БР‑ҙың Благовещен ҡ. урынлашҡан. “Т.б.” составына үҫтереү, итте тәрән эшкәртеү, инкубация, ҡош салыу төп етештереү цехтары; автотранспорт, технологик ҡорамалдарҙы ремонтлау һ.б. ярҙамсы цехтар (бөтәһе лә — 1972 й....

“ТУРҒАЙ"

“ТУРҒАЙ”, Нефтекама ҡ. балалар сәнғәт мәктәбенең балалар музыка театры. 1977 й. Төҙөүселәр техника йорто эргәһендә ойошторола, 2002 й. алып хәҙ. статусын ала, 1985 й. башлап “өлгөлө” исемен йөрөтә. Тәүге постановкаһы — А.Н.Толстойҙың “Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары” (“Золотой ключик, или Приключения...

“ТУРИСТ”

“ТУРИСТ”, ҡунаҡханалар комплексы. Өфөлә урынлашҡан. 6 ҡатлы бинала (типлы проект) 200 номер, 5 конференц зал, ресторан, лобби бар, йәйге кафе, сауна, тренажёр залы, матурлыҡ салоны бар. 2009 й. 150 кеше эшләгән; 14025 клиент ҡабул ителгән. 1974 й. “Т.” ҡунаҡханаһы булараҡ төҙөлә, 1993 й. алып “Баштур”...

“ТҮБӘНГЕ МАТБУҒАТ”, журнал

“ТҮБӘНГЕ МАТБУҒАТ”, ижт.-сәйәси журнал. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты органы. Нәшер итеүсеһе — “Башҡурдистан” гәзите (ҡара: “Башҡортостан”). 1931—36 йй. Өфөлә айына 2 тапҡыр (1935 й. алып 1 тапҡыр) башҡ. телендә сыға. Журнал район гәзиттәре, пр‑тие һәм учреждение баҫмалары, стена гәзите, ш. уҡ эшселәр...

“ТЫУЫШ”,

“ТЫУЫШ”, Башҡ‑н респ. советы ДОСААФ‑ының (РОСТО) атыу үҙәге. Өфө р‑нында Тыуыш разъезы а. 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1974—1999 йй. эшләгән. Эре калибрлы ҡоралдан атыр өсөн 300 м, бәләкәй калибрлы винтовканан атыр өсөн 50 м, пистолеттан атыр өсөн 25 м атыу тирҙары, хәрәкәт иткән сәпкә атыр өсөн 50 м...

“УГАТУ-САТ”

“УГАТУ‑САТ”, Ерҙең яһалма микроспутнигы; БР‑ҙағы тәүге ғилми‑белем биреү спутнигы (2009). 2007 — 09 йй. Авиация техник университетында спутниктың проекты (А.Х.Солтанов, В.Х.Баһманов), “Полёт” КБ ЯАЙ‑нда (Омск ҡ.) — платформаһы (Б.Ф.Нестеров) эшләнгән. Спутник 2009 й. 17 сент. Байконур космодромынан...

“УҒЫҘНАМӘ”

“УҒЫҘНАМӘ”, төркиҙәрҙең легендар шәжәрәһе һәм уларҙың ырыу башлығы Уғыҙхан т‑дағы эпик хикәйәт. Ҡарлуҡ‑уйғыр (13—14 бб.) версияһы иң боронғоларҙан һанала, 15 б. яҙмаһында теркәлгән (Париждың Милли китапханаһында һаҡлана). Әҫәрҙә Уғыҙхандың мөғжизәле тыуыуы, уның ҡылған батырлыҡтары, төрлө төрки ҡәбиләләргә...

“УДАРСЫ”, гәзит

“УДАРСЫ”, ижт.‑сәйәси гәзит. КПСС‑тың Йомағужа район ком‑ты һәм БАССР‑ҙың район советы органы. Йомағужа районы Йомағужа а. аҙнаһына 3 тапҡыр сыҡҡан. 1935 й. алып башҡ. (“Ударсы”), 1937 й. — урыҫ (“Сталинский путь”, 1945 й. — “Ударник”) телдәрендә нәшер ителгән. 1962 й. ябыла. Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

“УҘАҠ МЕНӘН ТУҘАҠ —БАЛАБӘШНӘК ЯРСЫҒЫ”

“УҘАҠ МЕНӘН ТУҘАҠ — БАЛАБӘШНӘК ЯРСЫҒЫ” (Уҙаҡ‑Туҙаҡ — балабәшнәк ырыуының һуңғы вәкиле), башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 1981 й. Мәсетле р‑ны Йонос а. Н.Д.Шоңҡаров тарафынан Р.М.Әхтәровтан яҙып алынған. Әҫәрҙә ҡыпсаҡтар м‑н бәшнәктәрҙең көрәше, һуңғыларының еңелеүе һәм...

“УҘҒАН ҒҮМЕР”

“УҘҒАН ҒҮМЕР”, “Ү т к ә н ғ ү м е р”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр 1923 й. С.Ғәлимов БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) А. Хөсәйеновтан яҙып ала, шиғри тексы С.Ғәбәши яҙмаһында “Башҡорт халҡ ижады” (1‑се том, 1954) китабында, Ф.А.Нәҙершина яҙмаһында ноталары м‑н “Халҡым...

“УЗОРИЦА”, ансамбль

“УЗОРИЦА”, 4‑се балалар музыка мәктәбе фольклор ансамбле. 1982 й. ойошторола, 1995 й. алып Ф.Камаев ис. 2‑се сәнғәт мәктәбе, 2003 й. — Педагогия колледжы №2 эргәһендә эшләй; 2007 й. башлап хәҙ. статусын йөрөтә. 2009 – 14 йй. Сәнғәт институты эргәһендә эшләй. 1989 й. “өлгөлө” исемен ала. Ансамбль составында...

“УЗЭМИК”ТЫҢ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ТЕХНИКА ҺАРАЙЫ

“УЗЭМИК”ТЫҢ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ТЕХНИКА ҺАРАЙЫ. Өфө ҡ. урынлашҡан. 1970 й. “У.” М.һ.т.һ. булараҡ асыла, 2013 й. алып Өфө балалар филармонияһы. 800 урынлыҡ тамаша залы, 100 һәм 40 урынлыҡ 2 лекция залы, 4 хореография, спорт залы, 100 урынлыҡ дискозалы, түңәрәк эштәре өсөн 11 бүлмәһе, күргәҙмәләр майҙаны, 100...

“УМЫРЗАЯ”, ансамбль

“УМЫРЗАЯ”, Ҡыйғы район мәҙәниәт йортоноң вокаль‑инструменталь ансамбле. 1982 й. Үрге Ҡыйғы а. В.И.Ленин ис. колхоз клубы эргәһендә ойошторола, 1988 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә. 1987 й. “халыҡ” исемен ала. Составына БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Р.З.Хәсәнов (вокал), В.М.Шәрифуллин (вокал, синтезатор,...

“УМЫРЗАЯ”, гәзит

“УМЫРЗАЯ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, БР‑ҙың «“Дуҫлыҡ” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. 2009—16 йй. Мишкә р‑ны Мишкә а. айына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

“УРАЛ ИЛСЕЛӘРЕ”, опера

“УРАЛ ИЛСЕЛӘРЕ”, И.И.Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” драмаһы б‑са З.Ғ.Исмәғилевтең 3 шаршаулы операһы. 1981 й. яҙылған. Премьераһы 1982 й. 30 мартында “УЗЭМИК”тың мәҙәниәт һәм техника һарайы сәхнәһендә үтә (Дилмөхәмәтов либреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры Г.Г.Александров, реж. Р.И.Тихоми- ров, ҡуйыусы...