Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛЮБАВСКИЙ Матвей Кузьмич

ЛЮБАВСКИЙ Матвей Кузьмич (1.8. 1860, Рязань губ. Оло Можар а. — 22.11.1936, Өфө), тарихсы. СССР ФА акад. (1929), тарих ф. д‑ры (1900), проф. (1901). Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1882), 1901 й. алып шунда уҡ рус тарихы каф. мөдире (1911 й. башлап ректоры). 1918 й. алып өлкә архив идаралығы, 1920—30 йй....

ЛЮБАРСКАЯ Адель Самойловна

ЛЮБАРСКАЯ Адель Самойловна (30.11.1913, Полтава губ. Кременчуг ҡ. — 1.9.2005, Хайфа ҡ., Израиль), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1940). Граждан һәм коммуналь төҙөлөш инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Ҡара диңгеҙ‑Азов проект‑эҙләнеүҙәр контораһы (икеһе лә — Одесса ҡ.), 1941—68 йй....

ЛЮБИМОВ Борис Фёдорович

ЛЮБИМОВ Борис Фёдорович (9.2. 1927, Новгород губ. Селищенские Казармы а. – 2.10.2013, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. төҙөүсеһе. 1942—45 йй. 26‑сы Дәүләт союз з-дында (Өфө), 1949 й. башлап ЭЭМ-дың 18‑се төҙөлөш идаралығында (Ишембай ҡ.), 1950 й. – Салауат ағас эшкәртеү...

ЛЮБОВИЦКИЙ Владимир Альфредович

ЛЮБОВИЦКИЙ Владимир Альфредович (4.1.1964, Көңгөр ҡ.), спортсы. Бобслей б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1991), Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2010). ӨАИ‑ны тамамлаған (1986). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Ш.Чанбарисов). Донъя кубогы этабының (1991) 4 һәм РСФСР...

ЛЮБУШКИН Виктор Васильевич

ЛЮБУШКИН Виктор Васильевич (23.10.1913, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Айҙарәле приискыһы ҡсб, хәҙер Ырымбур өлкәһе Кваркен районы Айҙарәле ҡсб, — 1.2.1983, Учалы ҡ.), совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. Баймаҡ тау‑металлургия техникумын тамамлаған (1936)....

ЛЮМИНЕСЦЕНТ АНАЛИЗ

ЛЮМИНЕСЦЕНТ АНАЛИЗ, анализлауҙың люминесценцияға нигеҙләнгән ысулдары йыйылмаһы. Люминесценцияны визуаль, фотоһүрәткә төшөрөп йәки фотоэлектрик юл м‑н спектрограф, фотометр, спектрофлюориметр ярҙамында теркәйҙәр. Сифатлы һәм һан б‑са Л.а. айырыла. Сифатлы Л.а. ваҡытында ҡатнашмаларҙа, ш. иҫ. түбән...

ЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ

ЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ (лат. lumen — яҡтылыҡ һәм —escent — көсһөҙ тәьҫирҙе аңлатҡан суффикс), ҡуҙғытыу энергияһы матдә м‑н йотолғандан һуң барлыҡҡа килгән һәм сикләнгән ваҡытта ғына барған, тигеҙләнештән өҫтөнөрәк фотондар нурланышы. Ҡуҙғытыу төрө б‑са фото‑ (ҡуҙғытыу энергияһының сығанағы — яҡтылыҡ), радио‑...

ЛЮТЕРАНДАР

ЛЮТЕРАНДАР, протестантлыҡйүнәлештәренең береһе булған лютеранлыҡҡа эйәреүселәр. Лютеранлыҡ 16 б. барлыҡҡа килә. Башлыса Германияла, АҠШ‑та, Балтик буйы һәм Скандинавия илдәрендә таралған. Нигеҙ һалыусыһы — М.Лютер. Дин ғилеме сығанағы — Библия, символик китаптары: Ф.Меланхтондың Аугсбург дин ҡануны...

ЛЮТЕСЦЕНС 9, бойҙай сорты

ЛЮТЕСЦЕНС 9, йомшаҡ ужым бойҙайы сорты. 1989 й. С.А.Ҡунаҡбаев, Н.И.Лещенко, Ә.Х.Шакирйәнов, Ә.И.Йосопова, В.А.Мызгаева тарафынан (БНИИЗиС) ужым бойҙайының Альбидум 114, Мироновская 808 һәм ужым арышының Чишминская 3 сорттарын баҫҡыслы гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1,12 м тиклем....

ЛЮТИК

ЛЮТИК (Ranunculus), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 600 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 13 төрө билдәле. Күп, бер йыллыҡ ер өҫтө, һирәкләп һыу үләне. Һабағы һутлы, төҙ, үрмәле йәки түшәлеүсән, бейеклеге 5—100 см. Япрағы ябай, бөтөн,...

ЛЮТИК ҺЫМАҠТАР

ЛЮТИК ҺЫМАҠТАР (Ranunculaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 70 заты, 2000‑дән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында, башлыса тропик булмаған бүлкәттәрҙә таралған. Күп йәки бер йыллыҡ үлән, һирәк осраҡта лиана йәки ваҡ ҡыуаҡлыҡ. Башҡортостанда 18 заттан яҡынса 50 төр үҫә. Тарбаҡлы тамырһабаҡлы йәки бүлбеле...

ЛЮТОВ Алексей Германович

ЛЮТОВ Андрей Германович (3.5. 1957, Өфө), иммунолог. Биол. ф. д‑ры (1994), проф. (2010). А.Г.Лютовтың ағаһы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире. 1999 й. башлап Мәскәүҙә: “ИммуноГем” ЯСЙ‑ның ген. дир. урынбаҫары,...

ЛЮТОВ Андрей Германович

ЛЮТОВ Андрей Германович (3.5.1957, Өфө), иммунолог. Биол. ф. д‑ры (1994), проф. (2010). А.Г.Лютовтың ағаһы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире. 1999 й. башлап Мәскәүҙә: Эпидемиология һәм микробиология ҒТИ лабораторияһында...

ЛЮЦЕРНА

  ЛЮЦЕРНА (Medicago), ҡуҙаҡлы‑ лар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, Евразияла һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп һәм бер йыллыҡ (ҡомалаҡ һымаҡ Л.) үлән. Һабағы тармаҡлы, күтәрелеүсән йәки түшәлеүсән, ҡуйы булып япраҡлана, бейеклеге 100—150 см тиклем. Япрағы...

ЛЮШИН Сергей Фёдорович

ЛЮШИН Сергей Фёдорович (20.3.1930, ТАССР‑ҙың Урал ҡсб — 11.1.1992, Өфө), инженер-нефтсе. Техник ф. канд. (1966). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1978). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1953) Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин-тында эшләй: лаб. мөдире, 1974 й. алып бү лек мөдире, 1988—91 йй....

ЛЯГОВ Александр Васильевич

ЛЯГОВ Александр Васильевич (18.12. 1950, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй (2000—02 йй. “Недра” технопаркының башҡарма дир.), бер үк ваҡытта 2009 й. алып Башҡ-н нефть ғилми-тикшеренеү...

ЛЯКИШЕВ Николай Павлович

ЛЯКИШЕВ Николай Павлович (5.10.1929, Үҙәк Черноземье өлк. Покровка а. — 18.11.2006, Мәскәү), металлург. РФА акад. (1987), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), техник ф. д‑ры (1975), проф. (1979). Мәскәү ҡорос ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) И.П.Бардин ис. Үҙәк ҡара металлургия ҒТИ‑нда эшләй (1977 й. алып...

ЛЯМБЛИОЗ

ЛЯМБЛИОЗ, кешенең аш һеңдереү юлын зарарлаусы паразитар ауырыу. Тыуҙырыусы — иңябайҙарҙыңLamblia intestinalis (Giardia lamblia) төрө. Фекаль‑ораль юл м‑н (ҡайнамаған һыу, йорт хайуандары аша һ.б.) йоға. Инкубация осоро 10— 15 көн. Төп симптомдары: метеоризм, өйәнәк һымаҡ ҡорһаҡ ауыртыуының ҡабатланыуы,...

ЛЯНЦЕВ Олег Дмитриевич

ЛЯНЦЕВ Олег Дмитриевич (24.8.1949, Өфө), инженер‑физик. Техник ф. д‑ры (2004). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) ӨПЭЗ‑дә, 1976 й. алып “Молния” Өфө агрегат КБ‑нда эшләй. 1986 й. башлап ӨДАТУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре тиңләштереү теорияһына, һыҙыҡлы булмаған программалауға арналған. Л. тарафынан...

ЛЯПИНА Нәфисә Кәбир ҡыҙы

ЛЯПИНА Нәфисә Кәбир ҡыҙы (15.12.1933, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Сахай а.), нефтехимик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), химия ф. д‑ры (1983), проф. (1986). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1955) Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1956 й. алып СССР ФА БФ‑тың Химия бүлегендә, 1961 й....