Список материалов
ЛЯХОВ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
ЛЯХОВ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 40 км һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 710 кеше; 1920 — 939; 1939 — 322; 1959 — 112; 1989 — 278; 2002 — 134; 2010 — 94 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Аулда РФ ЭЭМ‑дың Өфө...
ЛЯХОВТАР, дворяндар нәҫеле
ЛЯХОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусы — Пётр Васильевич Л., капитан, Ырымбур пехота полкында хеҙмәт иткән. 1785 й. Ырымбур юғары земство суды заседателе. Уның улдары: Иван Петрович Л., Быҙаулыҡ өйәҙендә 293 алпауыт крәҫтиәне йәшәгән Петровка а. хужа була; Василий Петрович Л., поручик;...
ЛЯШЕНКО Ольга Львовна
ЛЯШЕНКО (Мухиянова) Ольга Львовна (21.12.1972, Хабаровск ҡ.), спортсы. Самбо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). Урал физик культура акад. тамамлаған (1996). “Маяҡ” үҫмерҙәр клубы (Өфө, тренеры С.В.Мухиянов), БДАУ спорт клубы (тренеры А.А.Рябов) тәрбиәләнеүсеһе. Самбо б‑са Донъя кубогын...
МАВРОДИЕВ Владимир Кириллович
МАВРОДИЕВ Владимир Кириллович (2.2.1950, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Покровка а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Нуриман р‑ны Әтнәш урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1975 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй (1987 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни хеҙмәттәре күсеүсе...
МАГИНСК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ
МАГИНСК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, Ҡариҙел р‑нында ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1929 й. ойошторола, 1995 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Кирҙә, Ҡорош, Магинск урман пункттары ингән. Фанер һәм технологик сеймал, ағас-таҡта, цилиндрланған бүрәнәнән буралар, утын һ.б. етештергән. 2003...
МАГИНСК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл
МАГИНСК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Магинск а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән К. 17 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 127 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1014 кеше; 1959 — 1687; 1989 — 1611; 2002 — 1519;...
МАГИСТРАЛЬ ГАЗ ТОРБАЛАРЫ
МАГИСТРАЛЬ ГАЗ ТОРБАЛАРЫ, янар газдарҙы ҙур араға (сығарыу йәки етештереү урынынан ҡулланыу урынына тиклем) ҡыуыу өсөн тәғәйенләнгән инженер‑техник ҡоролмалар. Ер аҫтында (траншеяла), ерҙә (тупраҡ аҫтында) һәм ер өҫтөндә (терәүҙәрҙә) һалынған М.г.т. айыралар. Эш баҫымы б‑са М.г.т. 1‑се (2,5—10 МПа)...
МАГИСТРАТУРА
МАГИСТРАТУРА, юғары белемдең икенсе кимәле. “Магистр” дәрәжәһе юғары уҡыу йортон тамамлаған, “бакалавр” (ҡара: Бакалавриат) йәки “белгес” дәрәжәһе булған, өҫтәмә уҡыу курсы (2 йыл) үткән, махсус имтихандар тапшырған һәм магистрлыҡ диссертацияһын яҡлаған кешеләргә бирелә. Рәсәйҙә М. 1803 й. Александр...
МАГИЯ
МАГИЯ (гр. mageјia – сихыр), кешенең (күрәҙәсенең) кешеләргә һәм тәбиғәт күренештәренә тәьҫир итә алған мөғжизәле көсөнә ышаныуға бәйле йолалар. Исламға тиклемге дини инаныуҙар, халыҡ медицинаһы һ.б. м‑н бәйле тәүтормош йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән. Тылсымлы йолаларҙы, ғәҙәттә, шамандар (ҡара: Шаманлыҡ),...
МАГМАТИЗМ
МАГМАТИЗМ, магматик тау тоҡомдарын формалаштырған магманың (ғәҙәттә, силикат эретмә) барлыҡҡа килеү, күсеү һәм ҡатыу кеүек геол. процестары йыйылмаһы. Магма мантияла һәм ер ҡабығында барлыҡҡа килә, тәрәндә (интрузив М., йәки плутонизм) һәм ер өҫтөндә (эффузив М., йәки вулканизм) ҡата; ш. уҡ баҫымдың...
МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР
МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР, формалашыуҙарының геотектоник шарттарына бәйле состав дөйөмлөгө хас булған магматик тау тоҡомдарының тәбиғи берләшмәләре; геологик формациялар төрө. М.ф. йыш ҡына үҙ эсенә ултырма тоҡомдарҙы индергән ҡатнаш ассоциациялар барлыҡҡа килтерә. Магматик тоҡомдар өсөн “формация” термины...
МАГНЕЗИТ
МАГНЕЗИТ (яңы лат. magneјsia — магнезия), 1) карбонаттар класы минералы, MgCO3. Составында 47,82% MgO, 52,18% CO2 бар; изоморф ҡушылмалары: тимер, марганец, кальций. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, тығыҙ, фарфорға тартым, ерле; аҡбурға оҡшаш, сүсле массалар. Төҫө аҡ, һоро, һарғылт;...
МАГНЕТИЗМ
МАГНЕТИЗМ (гр. magnе†tis — магнит), тәбиғәттәге һәр бер есемдең ниндәйҙер дәрәжәлә магнит үҙенсәлектәренә эйә булыуына бәйләнгән универсаль тәбиғәт күренеше. Был, башлыса, матдәләрҙең атомдары составына ингән электрондарҙың магнит моменттары булыуы м‑н аңлатыла. Ҡайһы бер химик элементтар атомдарының...
МАГНЕТИТ
МАГНЕТИТ (гр. magnēt† is — магнит), м а г н и т л ы т и м е р м ә ғ д ә н е, ҡатмарлы оксидтар ярым класы минералы, FeFe2O4, шпинель төркөмө. Составында 31% FeO, 69% Fe2O3, 72,4% Fe һәм титан, ванадий, марганец, магний, алюмин, хром ҡушылмалары бар. Кристалдары башлыса октаэдр формаһында. Агрегаттары...
МАГНИТ ҠӘБЕРЛЕГЕ
МАГНИТ ҠӘБЕРЛЕГЕ, 2—3 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Магнит ҡасабаһы янында Гөмбәй й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1994 й. С.Г.Боталов тарафынан асыла, 1997 й. С.Ю.Гуцалов өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 28 ҡурғандан тора, 1‑һе өйрәнелгән (диам. 26 м, киңлеге 26 м). Ҡурғандың...
МАГНИТ МАТЕРИАЛДАР
МАГНИТ МАТЕРИАЛДАР, магнит үҙенсәлектәре б‑са электротехникала, автоматикала, телемеханикала, приборҙар яһауҙа һ.б. өлкәләрҙә ҡулланыла алған матдәләр (ферро‑ һәм ферримагнетиктар). Йомшаҡ һәм ҡаты М.м. бүленә. Йомшаҡ М.м. көсөргәнешлелеге 8‑ҙән 800 А/м тиклем булған магнит ҡырҙарында туйынғанға тиклем...
МАГНИТОГОРСК МЕГАСИНКЛИНОРИЙЫ
МАГНИТОГОРСК МЕГАСИНКЛИНОРИЙЫ, М а г н и т о г о р с к б ө г ө л ө, М а г н и т о г о р с к с и н ф о р м а һ ы, М а г н и т о г о р с к з о н а һ ы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнсығыш битләүенең ҙур тектоник структураһы. БР‑ҙа, Силәбе һәм Ырымбур өлк. урынлашҡан. Уралдағы Тагил‑Магнитогорск‑Моғажар...
МАГНИТОГОРСК ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ
МАГНИТОГОРСК ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ. Белорет ҡ. филиалы 1957 й. киске бүлек булараҡ асыла, 1964 й. алып Белорет киске ф‑ты, 1994 й. — Белорет ф‑ты, 2000 й. — Г.И.Носов ис. Магнитогорск дәүләт техник ун‑ты филиалы. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә машиналар һәм металды...
МАГНИТОРАЗВЕДКА
МАГНИТОРАЗВЕДКА, м а г н и т м е н ә н т ө ш ө р ө ү, Ерҙең магнит ҡырын, тау тоҡомдарының һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙың магнит сифаттарын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Ер өҫтө (майҙан һәм профиль), һауа (аэромагнит), скважина М. айырыла. М. башҡа геофизик ысулдар менән комплекста майҙандарҙың...
МАГНИТОФОН
МАГНИТОФОН (магнит һәм гр. phōnē † — тауыш), тауышты магнит ярҙамында яҙып (ғәҙәттә, таҫмаға), яңынан ишеттерә торған ҡоролма. Таҫма тартыу механизмынан, электр сигналдарын көсәйткестәрҙән, магнитлы эшләпәләрҙән, юғары йышлыҡ генераторынан, яҙыу кимәле күрһәткесенән, электр энергияһы биреү һәм электр‑акустик...