Список материалов
МАЙ-СЫР ЯҺАУ ҺӘМ ҺӨТ СӘНӘҒӘТЕ
МАЙ, СЫР ЯҺАУ ҺӘМ ҺӨТ СӘНӘҒӘТЕ, һөт эшкәртеү б-са аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. Һыйыр майы, сырҙар, айыртылмаған һәм әсетелгән һөт продукцияһы, киптерелгән һөт, киптерелгән һөт өҫтө һәм ҡатышмалар, һөт консервалары, туңдырма һ.б. эшләп сығара. 20 б. башында Өфө губернаһында һыйыр майын етештереү м-н...
МАЙҒАҘЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл
МАЙҒАҘЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Майғаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Майғаҙы й. (Ҡыйғы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 605 кеше; 1959 — 840; 1989 — 947; 2002 — 879; 2010 — 672 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй...
МАЙҘАН
МАЙҘАН, башҡорттарҙың традицион байрамы. Ырыу‑ҡәбилә берләшмәләренең халыҡ йыйылыштарына барып тоташа (ҡара: Йыйын). Май аҙағында (сәсеү тамамланғандан һуң) аҡланда йәки ҡалҡыу урында уҙғарылған. М. бер йәки бер нисә ҡәрҙәш ауыл кешеләре йыйылған. Байрам башланғанға тиклем байрамға саҡырыусылар билдәләнгән,...
МАЙҘАР
МАЙҘАР, СН2ОСОR—СНОСОR—СН2ОСОR, башлыса глицериндың тулы эфирҙары һәм бер нигеҙле май кислоталары (триглицеридтар) ҡатнашмаларынан торған тәбиғи органик матдәләр. Уларҙа ш. уҡ витаминдар (А, D, Е), фосфатидтар, аҡһымдар, минераль тоҙҙар, буяғыс матдәләр, һыу (2—10%) бар. М. 1500‑ҙән ашыу төрө билдәле....
МАЙҘАРҘЫ РЕГЕНЕРАЦИЯЛАУ
МАЙҘАРҘЫ РЕГЕНЕРАЦИЯЛАУ, ҡабаттан файҙаланыу маҡсатында ҡулланыштан үткән майҙарҙың эксплуатациялау үҙенсәлектәрен тергеҙеү. М.р. тондороу (һыуҙан һәм ҡаты иҙмәләрҙән арындырыу өсөн), сорбциялап эшкәртеү (майҙы төрлө ҡушылмаларҙы һурған сорбенттар ҡатламы аша үткәреү), фильтрлау (майҙарҙы механик ҡушылмалар...
МАЙҠЫ БЕЙ
МАЙҠЫ БЕЙ, табын ҡәбиләһенең башлығы. Сыңғыҙханды бөйөк хан итеп һайлағанға тиклем уның шәхси һаҡсылары сафында хеҙмәт итә, һуңынан уның сардарҙарының береһе булып китә. Сыңғыҙхандың улы Жуси армияһы составында (яҡынса 1207 й.) Себерҙе һәм Ҡаҙағстанды яулап алыуҙа ҡатнаша. Был ерҙәрҙә улус ойошторолғандан...
МАЙЛУТ
МАЙЛУТ, крамбе (Crambe), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 25 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда татар М. үҫә. Йыуан тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 30—90 см. Япрағы эре, итләс, күп бүлкәтле. Сәскәһе аҡ төҫтә, күп һанлы, сәскәлеге...
МАЙЛЫ БӘШМӘК
МАЙЛЫ БӘШМӘК (Suillus), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. БР‑ҙа 7 төрө бар. Эшләпәһенең диам. 3—6, һирәгерәк 14 см тиклем, һорғолт, һары йәки көрән төҫтә, шыма, лайлалы йәки йәбешкәк, һирәк осраҡта сүсле. Япмаһы...
МАЙЛЫ ЯПРАҠ
МАЙЛЫ ЯПРАҠ (Pinguicula), һыу бөрсөгө һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 35 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә, Үҙәк һәм Көньяҡ Америка тауҙарында (ш. иҫ. Утлы Ерҙә) таралған. Башҡортостанда ябай М.я. үҫә. Күп йыллыҡ йыртҡыс үлән. Һабағы уҡ рәүешендә, бейеклеге...
МАЙОРАТ
МАЙОРАТ (лат. major — өлкән), милек (иң элек ер), ш. уҡ ғаилә башлығы хоҡуҡтары һәм йәмәғәт вазифалары тулыһынса йәки өлөшләтә вариҫтарҙың өлкәненә күскән вариҫлыҡҡа алыу формаһы (ҡара: Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре). Башҡорттарҙың йола хоҡуғы нормаһы б‑са өлкән ағай ҡустыларынан алда өйләнергә һәм үҙ хужалығын...
МАЙОРОВ Анатолий Петрович
МАЙОРОВ Анатолий Петрович (23.4.1940, БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Башҡорт Самаҙыһы а.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) 1967 й....
МАЙСКИЙ Әнүәр Әхкәм улы
МАЙСКИЙ Әнүәр Әхкәм улы [1.3.1929, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Бөтөрөшкән а. (Силәбе өлкәһе Ҡуҫа районы) — 13.8.1989, Өфө ҡ.], инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1973). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) Башҡортостан нефть үткәргес идаралығы инженеры, прорабы булып эшләй. 1960—89 йй. Бөтә Союз нефтте...
МАЙСКИЙ Сәхиб Нурлығаян улы
МАЙСКИЙ (Мәхүбғәлиев) Сәхиб Нурлығаян улы [17.1.1901, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бигәнәй а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 24.1.1943, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 12.3.1943; Ростов өлк. Багаевская станицаһы], подполковник (1941). Советтар Союзы Геройы (1940). Граждандар һуғышында, 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында...
МАЙСКИЙ, Иглин р‑нындағы ауыл
МАЙСКИЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Майский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 57 км һәм Оло Теләк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 425 кеше; 1959 — 354; 1989 — 347; 2002 — 361; 2010 — 356 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто,...
МАЙСТРЕНКО Валерий Николаевич
МАЙСТРЕНКО Валерий Николаевич (8.9.1947, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Новиковка а. — 17.5.2023, Өфө ҡ., БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Бекетов а. ерләнгән), химик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2006), химия фәндәре докторы (1990), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1970),...
МАЙСТРЕНКО Татьяна Григорьевна
МАЙСТРЕНКО Татьяна Григорьевна (12.7.1953, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), иҡтисадсы. РФ‑тың (2009), БР‑ҙың (1996) атҡ. а.х. хеҙм‑ре. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) “Сельхозтехника” Өфө район берекмәһендә, 1977 й. алып “Өфө” с‑зында (1978 й. башлап өлкән иҡтисадсы) эшләй. 1990 й. алып “Алексеевка”...
МАЙСЫБЫҠ
МАЙСЫБЫҠ (Phlomis), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияла таралған. Башҡортостанда сәнскеле М. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡарағусҡыл шәмәхә төҫөндә, төклө, ябай йәки төбөндә тармаҡлы, төҙ, бейеклеге 50—80 см. Тамыр яны япраҡтары оҙонса ланцет йәки ланцет...
МАКАРЕНКО Илона Анатольевна
МАКАРЕНКО Илона Анатольевна (8.2.1968, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1992) шунда уҡ уҡыта: 2005 й. алып Хоҡуҡ ин‑тының криминалистика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2009—19 йй. — дир.; бер үк ваҡытта 2019 й. башлап БР‑ҙың Үҙәк һайлау комиссияһы...
МАКАРОВ Александр Николаевич
МАКАРОВ Александр Николаевич (11.10.1958, Ашхабад ҡ.), тренер. Бокс б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2006). РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. физик культура хеҙм‑ре. Урал физик культура акад. тамамлаған (1996). 1981 й. башлап “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советында, 1982 й. — БАССР‑ҙың юғары...
МАКАРОВ Алексей Дмитриевич
МАКАРОВ Алексей Дмитриевич (24.12.1919, Петроград губ. Илемное а. — 4.9.1982, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1967), проф. (1968). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1947) ш. уҡ эшләй: 1958 й. тиклем металдарҙы ҡырҡып эшкәртеү, 1965—82...