Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, материалдарҙың үҙенсәлеге һәм төҙөлөшө т‑дағы фән. М.ө.ғ. төп маҡсаты: материалдарҙың составы, структураһы һәм физик‑механик үҙенсәлектәре араһындағы бәйләнештәрҙе билдәләү, машина деталдәренең, инструменттарҙың һ.б. изделиеларҙың юғары ышаныслылығын һәм оҙаҡ файҙаланыуҙы...

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, материалдың структураһын һәм үҙенсәлектәрен үҙгәртеү маҡсатында уға йылылыҡ м‑н тәьҫир итеү операцияларының йыйылмаһы. Төп төрҙәре: иретмә һәм металдарҙы термик юл менән эшкәртеү, балсыҡты, үҙағасты, эзбизташты, металл мәғдәндәрен, быяланы, эмалде һ.б. яндырыу....

МАТЕРИАЛДАРҘЫ УЛЬТРАТАУЫШ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ

МАТЕРИАЛДАРҘЫ УЛЬТРАТАУЫШ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ, матдәгә 18 кГц алып 1 ГГц тиклем йышлыҡтағы ҡайталыусан тирбәлеүҙәр м‑н йоғонто яһау. Ҡойолоп торған, күҙәнәкле һ.б. материалдарҙы киптереү, газдарҙы таҙартыу, маcса алмашыныу һәм химик процестарҙы тиҙләтеү, аэрозолдәр һәм эмульсиялар алыу, шыйыҡлыҡ эсендәге...

МАТРАЙ РАЙОНЫ

МАТРАЙ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көньяғында урынлашҡан, төньяҡта — Баймаҡ р‑ны, көнсығышта — Чкалов өлк. (хәҙ. Ырымбур өлк.), көньяҡта — Хәйбулла, көнбайышта Йылайыр р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1937 й. 20 мартында Хәйбулла р‑нын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән,...

МАТРАЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

МАТРАЙ, Мөхәмәтрәхим, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Матрай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 58 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 279 кеше; 1920 – 512; 1939 – 411; 1959 – 771; 1989 – 1106; 2002 – 967; 2010 – 940 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

МАТРОСОВ А.М. ИСЕМЕНДӘГЕ КИНОТЕАТР

МАТРОСОВ А.М. ИСЕМЕНДӘГЕ КИНОТЕАТР. Матросов А.М. ис. балалар к/т 1943—2001 йй. эшләй (Өфө). 170 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе, кафеһы була. Кинотеатрҙа кинолекторийҙар, кинодәрестәр, “Һаумы, мәктәп!” (“Здравствуй, школа!”), “Әкиәт” (“Сказка”), “Ура! Беҙҙә каникулдар!” (“Ура! У нас каникулы!”)...

МАТРОСОВ Александр Матвеевич

МАТРОСОВ Александр Матвеевич [ысын исеме Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы; 5.2.1923, башҡа сығанаҡтар буйынса, 1924, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡунаҡбай а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 27.2.1943, Псков өлкәһе Плетень а. янында, Великие Луки ҡ. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

МАТРОСОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

МАТРОСОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 16 км һәм Таҙлар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 137 кеше; 1939 — 190; 1959 — 176; 1989 — 180; 2002 — 154; 2010 — 168 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ауылға 1911 һәм 1920 йй. араһында...

МАТУРЛЫҠ

МАТУРЛЫҠ, кеше аңында әйберҙәр м‑н тирә‑яҡтағы ысынбарлыҡтың әхлаҡи ҡәнәғәтләнеү һәм эстетик ләззәт бирә алырлыҡ эске һәм тышҡы сифаттарын асыусы универсаль йәшәйеш формаларының береһе. М. тәбиғәттә, ижт. тормошта, индивидтың матди һәм рухи эшмәкәрлегендә, кешенең үҙендә бар. М. һәм уның төрҙәрен ҡабул...

МАТЫ, Балтас р‑нындағы ауыл

МАТЫ, Балтас р‑нындағы ауыл, Штәнде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 86 км алыҫлыҡта Маты й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 722 кеше; 1920 — 887; 1939 — 690; 1959 — 625; 1989 — 461; 2002 — 475; 2010 — 407 кеше. Башҡорттар...

МАТЮШИН Геральд Николаевич

МАТЮШИН Геральд Николаевич (14.11.1927, Өфө — 7.8.2000, Мәскәү), археолог. Тарих ф. д‑ры (1988). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Өфө мәктәптәрендә, 1961 й. алып РФА‑ның Археология ин‑тында (1977 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге...

МАТЮШИН Сергей Иванович

МАТЮШИН Сергей Иванович (14.9.1943, Коми АССР‑ы Весляна ст. — 10.11.2012, Салауат ҡ.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1983). Калинин мед. ин‑тын (1968), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (Мәскәү, 1981) тамамлаған. 1968 й. алып Салауатта стоматология поликлиникаһында эшләй, 1999—2001 йй. Мәскәүҙә “Тридент”...

МАУЫҘҘЫ

МАУЫҘҘЫ, Б а н н о е, таш быуат— энеолиттың археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 400— 100‑се мең йыллыҡ — 3‑сө мең йыллыҡҡа ҡарай. Әбйәлил р‑нының Күсем руднигы ҡасабаһы эргәһендә Мауыҙҙы күле ярында урынлашҡан. Г.Н.Матюшин тарафынан 1961 й. асыла һәм 1961—89 йй. өйрәнелә. Тораларҙан (50‑гә яҡын;...

МАХАОН

  МАХАОН (Papilio machaon), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ҡанатының ҡоласы 6,5—9 см, һары төҫтә, ситтәре ҡара ҡаймалы һәм һары уйымлы. Артҡы ҡанаттары зәңгәрһыу күк таптары булған ҡара таҫмалы, остарында берәр көрәнһыу...

МАХИН Фёдор Евдокимович

МАХИН Фёдор Евдокимович (15.4. 1882, Иркутск ҡ. — 2.6.1945, Белград, Югославия), революция һәм Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. 1917 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1906 й.) алып Социал- революционерҙар партияһы, 1939 й. — Югославия коммунистар партияһы ағзаһы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Икенсе донъя һуғыштарында...

МАХОВ Александр Феофанович

МАХОВ Александр Феофанович (29.1. 1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Владимировский ҡсб — 28.10. 2004, Өфө), инженер‑технолог. РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БАССР-ҙың атҡ. нефтсеһе (1971), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1977), СССРнефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте...

МАХСУС ҠАСАБАЛАР

МАХСУС ҠАСАБАЛАР, репрессияға дусар ителгәндәр һәм хәрби әсирҙәр өсөн торама пункттар. М.ҡ. район йәки ҡасаба комендатуралары эшләгән. М.ҡ. кәртәләнгән, унда даими махсус ҡарауыл торған; һөргөнгә ебәрелгәндәр ғаиләләре м‑н урынлашһын өсөн барактар төҙөлгән. Берләштерелгән баш сәйәси идаралыҡтың Лагерҙар...

МАХСУС ТӘҒӘЙЕНЛӘНЕШЛЕ ЧАСТАР

МАХСУС ТӘҒӘЙЕНЛӘНЕШЛЕ ЧАСТАР (МТЧ), контрреволюцияға ҡаршы көрәшеү һәм дәүләт объекттарын һаҡлау өсөн РКП(б) ҮК‑ның 1919 й. 17 апр. ҡарары нигеҙендә РКП(б)‑ның ҡала, өйәҙ һәм губерна ком‑ттары ҡарамағындағы хәрби- партия отрядтары. МТЧ‑ға партия, комсомол ағзалары һәм эшселәр ингән. 1921 й. 24 мартынан...

МАХСУС ФУНКЦИЯЛАР

МАХСУС ФУНКЦИЯЛАР, киң мәғәнәлә — математиканың төрлө бүлектәрендәге теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләрҙе сискәндә барлыҡҡа килгән элементар булмаған функцияларҙың айырым кластары йыйылмаһы; тар мәғәнәлә — математик физиканың айырым сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләрҙе үҙгәреүсәндәрҙе айырыу ысулы м‑н...

МАХСУС ҺАҠЛАНЫУСЫ ТӘБИҒӘТ БИЛӘМӘЛӘРЕ

МАХСУС ҺАҠЛАНЫУСЫ ТӘБИҒӘТ БИЛӘМӘЛӘРЕ, тәбиғәт һаҡлау, фәнни, мәҙәни, эстетик, рекреацион һәм һауыҡтырыу әһәмиәте булған тәбиғәт комплекстары һәм объекттары урынлашҡан ер, һыу өҫтө һәм һауа киңлеге участкалары; дәүләт власы органдары тарафынан махсус һаҡлау режимы ҡуйыла, хужалыҡта ҡулланыу тулыһынса...