Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАХСУС ЫҘАНЛАУ

МАХСУС ЫҘАНЛАУ, Рәсәйҙә урындағы ер биләмәләре сиген билдәләү һәм юридик яҡтан раҫлау өсөн 19 б. 30‑сы йй. — 20 б. башында үткәрелгән хөкүмәт сараһы (ҡара: Ер сәйәсәте). М.ы. маҡсаты башҡ. дайсалары эсендә ер биләмәләрен аҫаба башҡорттар (ҡара: Аҫаба, Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) һәм керҙәштәр араһында...

МАЧТА ҠОРОЛМАЛАРЫ

МАЧТА ҠОРОЛМАЛАРЫ, нигеҙгә беркетелгән вертикаль көпшәнән һәм уны тотҡан анкерҙар м‑н нығытылған тарттырғыстарҙан торған инженер ҡоролмалары. М.ҡ. монолит бетон, тимер‑бетон, йыйылма тимер‑бетон йәки металл конструкциялар рәүешендә яһала. Радио һәм телевидение антенналары һ.б. элемтә ҡоролмалары өсөн...

МАШАҠ СВИТАҺЫ

МАШАҠ СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы аҫҡы стратиграфик бүлексәһе. Машаҡ һыртындағы стратотибы буйынса А.И.Иванов айырып күрһәтә (1934). Ултырмалар А.И.Иванов, К.А.Львов, М.И.Гарань (бөтәһе лә — 1969), А.Ф.Ротару (1971), П.Н.Швецов (1972), В.И.Козлов (1979, 1983, 2003) һ.б. тарафынан тасуирлана. М.с....

МАШАҠ, һырт

МАШАҠ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап Оло Мәргән й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы; Силәбе өлк.) алып Ямантау киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 36 км, киңлеге яҡынса 1,5—7 км, абс. бейеклеге 1383 м (Мөйөш Машаҡ тауы). Бейеклектәре...

МАШИНА-ТЕХНОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ

МАШИНА-ТЕХНОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ, аграр тармаҡ пр‑тиеларына технологик процестар комплексын ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу б‑са хеҙмәттәр күрһәтеүҙә (иген культураларын, мал аҙығы культураларын йыйып алыу, ашламалар индереү һ.б.) махсуслашҡан дәүләт а.х. пр‑тиеһы. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. алып колхоздарға...

МАШИНА‑ТРАКТОР СТАНЦИЯҺЫ

МАШИНА‑ТРАКТОР СТАНЦИЯҺЫ, колхоздарға техник һәм ойоштороу яғынан ярҙам күрһәтеү өсөн булдырылған, машиналар м‑н йыһазландырылған дәүләт а.х. предприятиеһы. МТС‑та а.х. производствоһының төп саралары (комбайн, трактор һәм башҡа а.х. машиналары) тупланған булған. МТС‑тар к‑здарҙы хеҙмәтләндереүҙе килешеү...

МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ

МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ, эшкәртеү сәнәғәтенең комплекслы тармағы. БР‑ҙа ул автомобиль сәнәғәте, приборҙар эшләү, станоктар эшләү һәм инструменттар сәнәғәте, төҙөлөш-юл һәм коммуналь машиналар эшләү, трактор һәм ауыл хужалығы машиналарын эшләү, химия һәм нефть машиналары эшләү, электр техникаһы сәнәғәте һ.б....

МАШИНАЛАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

МАШИНАЛАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, машиналар һәм механизмдар т‑дағы фән. М.ө.ғ. төп маҡсаты: яңы физик эффекттар һәм күренештәр нигеҙендә машиналарҙы, механизмдарҙы эшләү һәм камиллаштырыу. М.ө.ғ. материалдарҙы өйрәнеү ғилеме, металлофизика, конструкция материалдары, материалдар ҡаршылығы, машиналар һәм механизмдар,...

МАШКИН Фёдор Иванович

МАШКИН Фёдор Иванович [19.2. 1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Шестопаловка а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 6.3.2002, Стәрлетамаҡ ҡ.], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) Өфө р‑нының “Шемәк” с‑зы зоотехнигы, 1953 й. алып БАССР‑ҙың Ауыл хужалығы һәм әҙерләүҙәр...

МАЯҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл

МАЯҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Миәкә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 211 кеше; 1959 — 262; 1989 — 198; 2002 — 204; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға...

МАЯҠТАУ, тау

МАЯҠТАУ, А ҫ ы л т а ш, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003). Күгәрсен р‑ны 1‑се Дәүләтҡол а. көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 523,8 м. Әртә ярусы тоҡомдарынан (конгломерат, эзбизташ һ.б.) тора. Ландшафы ташлы һәм болонло далаларҙан, һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан...

МАЯЧНЫЙ, ауыл, Күмертау ҡ. составында

МАЯЧНЫЙ, ауыл, 1953 й. алып Күмертау ҡ. составында, Маячный а/с үҙәге. Ҡаланан К.‑Көнб. 18 км һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 5058 кеше; 1989 — 3420; 2002 — 3499; 2010 — 3075 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). “Нефтехиммаш” ААЙ урынлашҡан; ПУ, урта мәктәп, мәктәп‑интернат,...

МӘҒАРИФ

МӘҒАРИФ, кешелектең белемдә, оҫталыҡта, ижади эшмәкәрлектә һәм донъяға эмоциональ баһа биргән мөнәсәбәттә кәүҙәләнгән соц. әһәмиәтле тәжрибәһе булған шәхестең үҫеү һәм үҙен үҫтереү процесы; шәхестең һәм йәмғиәттең матди һәм рухи мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү эшмәкәрлегенең зарури шарты. М. дөйөм белем...

МӘҒАРИФ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЙОРТО

 МӘҒАРИФ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЙОРТО, халыҡ мәғарифы системаһы хеҙм‑рҙәре өсөн мәҙәни-ағартыу учреждениелары. 1921 й. РСФСР ХКС‑ы тарафынан ойошторола, 1934— 56 йй. Уҡытыусы йорто тип йөрөтөлә. Башҡортостанда М.х.й. Өфө, Белорет, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө ҡҡ. эшләгән. М.х.й. респ. халыҡ мәғарифы органдары...

МӘҒАРИФТА МИЛЛИ МӘСЬӘЛӘЛӘР ИНСТИТУТЫ

МӘҒАРИФТА МИЛЛИ МӘСЬӘЛӘЛӘР ИНСТИТУТЫ (МММИ). 1957 й. Өфөлә РСФСР Пед. фәндәре акад. Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалы булараҡ асыла (1991 й. алып РФ Мәғариф министрлығының МММИ дәүләт ғилми-тикшеренеү учреждениеһы, 2004 й. — МММИ федераль дәүләт ғилми учреждениеһы, 2005 й. — Федераль мәғарифты...

МӘҒАРИФТЫ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ

МӘҒАРИФТЫ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ, өҫтәмә һөнәри белем биреү учреждениеһы, өҙлөкһөҙ һөнәри-пед. белем биреү системаһының ғилми-методик үҙәге. 1920 й. Өфөлә уҡытыусылыҡ семинарҙары базаһында 3 йыллыҡ пед. курстар булараҡ асыла. 1925 й. пед. кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү кабинеттары асыла, 1933 й. улар...

МӘҒӘСҮМОВ Фәтхулла Борхай улы

МӘҒӘСҮМОВ Фәтхулла Борхай улы [яҡынса 1892, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Малай-Муйнаҡ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1921], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе. 1920 й. йәйендә баш күтәреүселәр отряды ойоштороп,...

МӘҒӘСҮМОВА Бәғиә Мәғәсүм ҡыҙы

МӘҒӘСҮМОВА Бәғиә Мәғәсүм ҡыҙы [17.1.1913, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Мәскәү а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 1.1.1995, Өфө], педагог‑методист. Филол. ф. канд. (1948). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1935) шунда уҡ эшләй. 1936 й. алып ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1939 й. — Өфө...

МӘҒӘФҮРОВ Ҡадир Барый улы

МӘҒӘФҮРОВ Ҡадир Барый улы (6.4.1949, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Рәхмәт а.), биолог, иҡтисадсы. А.х. ф. д‑ры (1998), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Әбйәлил р‑нының Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1973 й. алып БНИИСХ‑ла: 1983 й. — өлкән, 1996 й. — төп ғилми хеҙм‑р;...

МӘҒӘФҮРОВА Флүрә Фаат ҡыҙы

МӘҒӘФҮРОВА Флүрә Фаат ҡыҙы (8.8.1952, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Бурлы а.), селекционер. А.х. ф. канд. (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1972 й. алып Әбйәлил р‑нының Байым урта мәктәбендә эшләй. 1976 й. башлап БНИИСХ‑ла: 1999 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 2012 й. — лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ярма культуралары...