Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘҘРӘСӘ

МӘҘРӘСӘ (ғәр. — уҡыта торған урын), урта һәм юғары мосолман уҡыу йорттары. Башҡортостанда тәүге М. 17 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә (ҡара: Дини белем биреү). Мулллар инициативаһы б‑са мәсеттәр эргәһендә асыла, шәхси иғәнәләр һәм ваҡыф аҡсаһына тотола. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Уҡытыу‑тәрбиә...

МӘҘХИӘ, шиғри жанр

МӘҘХИӘ (ғәр.), о д а, тантаналы, патетик, данлап яҙылған шиғри жанр. Төп йөкмәткеһе — мөһим тарихи ваҡиғаларҙы йәки ниндәй ҙә булһа кешенең уңыштарын, дәрәжәләрен данлау. Башҡорт әҙәбиәтенд әкөнсығыш (мәҙхиә), европа (ода) һәм башҡорттарҙың үҙҙәренең (ҡобайыр) әҙәби традициялары контаминацияһынан торған...

МӘЖБҮРИ КҮСКЕНСЕ

МӘЖБҮРИ КҮСКЕНСЕ, үҙенә йәки ғаиләһенең ағзаларына ҡарата көс ҡулланыу йә башҡа төрлө эҙәрлекләү арҡаһында, йәки расаһы йә милләте, дине, теле йәки ниндәй ҙә булһа социаль төркөмгә ҡарауы, йә билдәле бер кешегә йәки кешеләр төркөмөнә ҡарата дошманлыҡ кампаниялары үткәрелеүгә, киң халыҡ массаларының...

МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы

  МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы [20.8.1933, БАССР‑ҙың Красноусол районы Туғай а. (БР‑ҙың Ғафури районы) — 11.10.2015, Өфө ҡ.], археолог. БР ФА академигы (2006), тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Пермь университетын тамамлағандан һуң (1956) ТТӘИ‑лә (1967 й....

МӘЖИТОВ Ринат Марсель улы

МӘЖИТОВ Ринат Марсель улы (18.9.1967, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (2002) артисы. 1988—90, 1995—2012 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1992—95 йй. “Мираҫ” фольклор бейеү ансамбле солисы. М. актёр оҫталығы, сағыу темперамент хас. Бейеүҙәре еңел һәм аныҡ хәрәкәттәр, юғары...

МӘЖИТОВ Хөсәйен Йәләй улы

МӘЖИТОВ Хөсәйен Йәләй улы (19.4.1928, Стәрлетамаҡ ҡ. — 3.11. 1989, Өфө), йырсы (баритон). БАССР‑ҙың халыҡ (1975), атҡ. (1964) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1953; Е.В.Кузьмина класы) БДОБТ, 1978—89 йй. Башҡ. филармонияһы солисы. М. сәнғәтенә дәртлелек, тәьҫирлелек хас, ул сағыу вокаль...

МӘЖҮСИЛЕК

МӘЖҮСИЛЕК, тәбиғәт көстәрен кәүҙәләндергән илаһтарға, рухтарға табыныу. М. анимизм, магия, тотемизм, фетишизм, шаманлыҡ ҡарай. Тәүтормош йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән; М. ҡараштарының һәм ритуалдарының күбеһе исламда, иудаизмда, христианлыҡта һаҡланып ҡалған. М. ҡараштары б‑са, донъя өҫкө (күк, юғары...

МӘЗИТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

МӘЗИТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 41 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Өҫкәлек й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 297 кеше; 1920 — 400; 1939 — 368; 1959 — 176; 1989 — 216; 2002 — 227; 2010 — 212...

МӘЗИТОВ Әмир Миңлевәли улы

МӘЗИТОВ Әмир Миңлевәли улы (5.6.1968, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Һаҙ а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Проф. (2014). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). 2‑се Өфө пед. уч‑щеһын (1988), ӨДСИ‑не (1995; педагогтары Ә.Ф.Лотфуллин, М.А.Назаров) тамамлаған. 1988— 90 йй. Учалы р‑ны Учалы а. балалар художество...

МӘЗИТОВ Ғәзиз Юныс улы

МӘЗИТОВ Ғәзиз Юныс улы (25.8. 1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Баймаҡ ҡсб, хәҙ. Баймаҡ ҡ.), быраулау мастеры. 1952 й. алып Сибай ҡ. эшләй: 1954 й. тиклем МТС тракторсыһы; 1958—66 йй. һәм 1969—90 йй. “Башкиргеология” ПБ‑нда: 1961 й. алып быраулау мастеры, 1988 й. — Көньяҡ-Көнсығыш геол. разведка экспедиция...

МӘЗИТОВ Ғәли Әхмәт улы

МӘЗИТОВ Ғәли Әхмәт улы [14.9. 1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Шах а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 30.1.1993, Ялта ҡ.], лётчик, гвардия подполковнигы (1954). Советтар Союзы Геройы (1944). 1939 й. Көнбайыш Украинала һуғыштарҙа, 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында, Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан хәрби...

МӘЗИТОВ Йәүҙәт Йыһанур улы

МӘЗИТОВ Йәүҙәт Йыһанур улы (8.3.1943, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрнәк а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). 1960 й. алып Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар йәмғиәте союзында, 1961—98 йй. “Салаватстрой” ААЙ‑нда эшләй: ташсы, 1965 й. алып бригадир, 1989 й. — мастер. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1981,...

МӘЗИТОВА Әлиә Карам ҡыҙы

МӘЗИТОВАӘлиә Карам ҡыҙы (17.1. 1950, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Сыуалкип а.), химик. Химия ф. д‑ры (2000). Г.К.Әминеваның апаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) ӨДНТУ‑ла эшләй: 2002 й. алып ғәмәли химия һәм физика, 2015 й. — ғәмәли һәм тәбиғи-фәнни дисциплиналар каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1994—96 йй. БР...

МӘЙӘРҘӘК, һырт

МӘЙӘРҘӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Буғанаҡ һәм Яндыҡ йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 14 км, киңлеге яҡынса 3—10 км, абс. бейеклеге 929 м (Яндыҡ тауы). 700— 900 м бейеклектәге 5 түбәһе айырылып тора (Шыршылы, Ыласынтау һ.б.). Битләүҙәре...

МӘЙГӘШТЕ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

МӘЙГӘШТЕ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Буранғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 57 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 104 км алыҫлыҡта Оло Мәйгәште й. (Ҡағы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 154 кеше; 1959 — 332; 1989 — 208; 2002 — 232; 2010 — 234 кеше. Башҡорттар...

МӘК

МӘК (Papaver), мәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың субарктик, уртаса, субтропик бүлкәттәрендә, Көньяҡ Америкала, Көньяҡ Африкала һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда ҡыр М. үҫә. Һөт һымаҡһутлы бер йыллыҡүлән. Һабағы 30—60 см бейеклектә, төҙ, өҫкө...

МӘКӘШ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

МӘКӘШ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Мәкәш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 945 кеше; 1920 — 1103; 1939 — 784; 1959 — 750; 1989 — 619; 2002 — 634; 2010 — 782 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

МӘКТӘП

МӘКТӘП (ғәр. — яҙыша торған урын), Көнсығыш илдәрендә һәм рев‑цияға тиклемге Рәсәйҙә башланғыс мосолман мәктәбе. Башҡортостанда тәүге М. 17 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә (ҡара: Дини белем биреү). Муллалар, имамдар һәм мәзиндәр тәҡдиме б‑са мәсеттәр ҡарамағында асылалар, айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына...

МӘКТӘП ҒИЛЕМЕ

МӘКТӘП ҒИЛЕМЕ, мәктәп м‑н идара итеүҙең йөкмәткеһе һәм ысулдары, уның эшен белем биреү процесына ҡулай шарттар тыуҙырырлыҡ итеп ойоштороу т‑дағы фән. 19 б. башлап алып барыла. Мәғариф органдарының мәктәпкә уҡытыу-тәрбиә, адм.-хужалыҡ һәм пед. етәкселек итеү, мәктәптең эске етәкселеген тормошҡа ашырыу,...

МӘКТӘП-ИНТЕРНАТТАР

МӘКТӘП-ИНТЕРНАТТАР, ғаиләгә бала тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтеү, уларҙа үҙ аллы йәшәү тәжрибәһе булдырыу, соц. яҡлау һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереү маҡсатында ойошторолған, уҡыусылар йәшәй торған уҡытыу-тәрбиә учреждениелары. КПСС ҮК һәм СССР МС‑ының 1956 й. 15 сент. “Мәктәп-интернаттар ойоштороу тураһында”...