Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘЛӘҮЕЗ РАЙОНЫ

МӘЛӘҮЕЗ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Стәрлетамаҡһәм Ишембай, көнсығышта — Бөрйән, көньяҡта — Күгәрсен һәм Көйөргәҙе, көнбайышта Фёдоровка һәм Стәрлебаш р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Стәрлетамаҡ кантоны һәм Йылайыр кантоны улустары инә (ҡара:...

МӘЛӘҮЕЗ ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ЗАВОДЫ

МӘЛӘҮЕЗ ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ЗАВОДЫ, ААЙ. Тимер‑бетон һәм бетон изделиелар (контакт селтәре таяуҙары һәм автоблокировка өсөн терәктәр, юл һәм аэродром плиталары, свайҙар, ауырайтҡыстар һ.б.), ш. иҫ. тышҡы һауаһы түбән (‑55°С тиклем) т‑ратуралы райондар өсөн, етештерә. Составында арматура, бетон бутағыс,...

МӘЛӘҮЕЗ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ

МӘЛӘҮЕЗ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛ‑ ДАРЫ ЗАВОДЫ, 1954 й. Мәләүез кирбес з‑ды булараҡ ойошторола, 1990 й. алып М.т.м.з. ҠП, 1995 й. — ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына кирбес, минераль мамыҡ һәм унан әйберҙәр эшләү цехтары; стена бетоны һәм тротуар плиткаһы ташы етештереү участкаһы, балсыҡ карьеры һ.б. ингән. 2005...

МӘЛӘҮЕЗ УРМАН КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1971 й. Мәләүез ағас тара з‑ды булараҡ ойошторола, 1978 й. Мәләүез ағас эшкәртеү з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1979 й. алып М.у.к., составына Мәләүез һал ағыҙыу контораһы (1964 й. асылған) инә, 1996 й. — ААЙ, 2002 й. ябыла. Составына...

МӘЛӘҮЕЗ ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, ЯАЙ. Киптерелгән айыртылмаған һөт, киптерелгән ҡаймаҡ, айыртылмаған һөт һәм майһыҙ һөт продукцияһы, аҡ май, йомшаҡ сыр, кеҫәл, майонез; һөт сывороткаһы нигеҙендә шампунь һәм кондиционер-бальзам, киптерелгән һөт нигеҙендә ванналар өсөн косметика сараһы һ.б. (40‑тан ашыу...

МӘЛӘҮЕЗ ШӘКӘР ЗАВОДЫ

МӘЛӘҮЕЗ ШӘКӘР ЗАВОДЫ, ААЙ. Сөгөлдөрҙән шәкәр, киптерелгән һығынды, һатыу өсөн эзбиз етештерә. Составында төп етештереү, эзбиз цехтары; һығынды киптереү бүлеге; сөгөлдөр ҡабул итеү пункттары һ.б. бар. 2012 й. 397 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1958 й. ойошторола,...

МӘЛӘҮЕЗ ЭЛЕВАТОРЫ

МӘЛӘҮЕЗ ЭЛЕВАТОРЫ, ЯСЙ. Мәләүез ҡ. урынлашҡан. Составына элеватор (1959), макарон изделиелары етештереү линияһы (1996), тирмән (1998), ярма етештереү цехы (2001), складтар һ.б. инә. Магазины, мини‑пекарняһы һ.б. бар. 2012 й. 85 кеше эшләгән. Элеватор һыйҙырышлығы — 138 мең т, механизацияланған 17 ҡабул...

МӘЛӘҮЕЗ, йылға

МӘЛӘҮЕЗ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Көйөргәҙе р‑ны Яңы Муса а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡтан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Яңы Муса а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡ‑көнсығышҡа үҙгәртә һәм Көйөргәҙе, Мәләүез р‑ндары буйлап аға. Ағиҙел й. (тамағынан 856...

МӘЛӘҮЕЗ, ҡала

МӘЛӘҮЕЗ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл ст., Мәләүез р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көньяҡҡа табан 205 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Мәләүез й. тамағында урынлашҡан. Майҙаны 32 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 5,9; 1939 — 8,9; 1959 — 17,8; 1989 — 53,1; 2002 — 63,2; 2010 — 61,4. Милли составы: урыҫтар...

МӘМӘДӘЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

МӘМӘДӘЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 6 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 118 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 830 кеше; 1920 — 821; 1939 — 633; 1959 — 385; 1989 — 160; 2002 — 156; 2010 — 183 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға...

МӘМӘК, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

МӘМӘК, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 912 кеше; 1920 — 1251; 1939 — 1384; 1959 — 998; 1989 — 560; 2002 — 519; 2010 — 437 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

МӘМӘТӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

МӘМӘТӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бүл-Ҡайпан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Инеш й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 477 кеше; 1939 — 555; 1959 — 388; 1989 — 352; 2002 — 335; 2010 — 313 кеше. Башҡорттар йәшәй...

МӘМӘТОВ Әнүәр Фәризун улы

МӘМӘТОВ Әнүәр Фәризун улы (14.7.1937, Өфө ҡ. — 15.7.2012, шунда уҡ), орнитолог. Биология фәндәре докторы (2007). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Сибай педагогия училищеһында, 1970 й. алып БДУ‑ла уҡыта....

МӘМБӘТ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

МӘМБӘТ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Маҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 24 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 749 кеше; 1920 — 559; 1939 — 231; 1959 — 312; 1989 — 474; 2002 — 548; 2010 — 529 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

МӘМБӘТҠОЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

МӘМБӘТҠОЛ, Ҡ а л м а ҡ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Ленин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Мәләүез т. юл ст. К. табан 25 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 93 кеше; 1920 — 136; 1939 — 123; 1959 — 199; 1989 — 159; 2002 — 158; 2010 — 175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

МӘМБӘТҠОЛОВ Бәҙри Мөжәүир улы

МӘМБӘТҠОЛОВ Бәҙри Мөжәүир улы [1.5.1911, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 20.9.1999, Сибай ҡ.], педагог. РСФСР (1959) һәм БАССР (1956) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы. 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Силәбе пед. ин‑тын тамамлаған (1957). 1930 й. алып Баймаҡ...

МӘМЕРЙӘ ФАУНАҺЫ

МӘМЕРЙӘ ФАУНАҺЫ, с п е л е о ф а у н а, мәмерйәләрҙә, тау тоҡомдары ярыҡтарында, ер аҫты һыуҙарында йәшәгән хайуандар. М.ф. вәкилдәренә умыртҡаһыҙҙарҙың күп төркөмдәре, ҡайһы бер ер-һыу хайуандары һәм балыҡтар инә. М.ф. составында троглобионттарҙы (гипогеяның — ер аҫтының даими тереклек итеүселәре),...

МӘМЕРЙӘЛӘР

МӘМЕРЙӘЛӘР, рельеф формалары, ер ҡабығының өҫкө өлөшөндәге, ер өҫтөнә сығыу урындары булған эре ҡыуышлыҡтар. Барлыҡҡа килеүҙәре б‑са тәбиғи (эрозия, карст, суффозия, ашалыу, вулканизм, термокарст һ.б. һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә) һәм яһалма мәмерйәләргә бүленәләр. Формалашыу ваҡыты б‑са спелеоциклдарын...

МӘМЛИЕВ Айрат Хәбиб улы

МӘМЛИЕВ Айрат Хәбиб улы (6.1. 1940, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Органик химия ин‑тында, 1978 й. алып СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә эшләй (1980 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1994 й. — Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (1999—2013 йй....

МӘМЛИЕВ Игорь Айрат улы

МӘМЛИЕВ Игорь Айрат улы (7.9.1951, Октябрьский ҡ. — 20.4.2017, БР‑ҙың Өфө районы Михайловка а.), балалар хирургы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2013). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (2001), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1990). БДМИ‑ны тамамлаған (1974). 1975 й. алып Республика балалар клиник...