Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘСӘЛИМОВ Урал Тимербулат улы

МӘСӘЛИМОВ Урал Тимербулат улы (21.1.1959, БАССР‑ҙыңӘлшәй р‑ны Раевка ҡсб), график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). А.Т.Мәсәлимовтың ағаһы. Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлаған (1988; педагогы М.П.Митурич). 1989 й. алып Башҡ‑н “Китап” нәшриәтендә эшләй, 1992—95 йй. БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары...

МӘСҒҮТ Ғ.

МӘСҒҮТ Ғ. [ысын исеме Ғәлиуллин Мәсғүт Нәбиулла улы; 22.6.1907, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Нөрлө а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 1944 й. ғин., Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1927 й. алып илдең төрлө пр‑тиеларында эшләй. 1937 й. башлап “Сталинсы” (ҡара: “Родник плюс”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре. “Ауыл ғишыҡтары”...

МӘСЕМ ХАН

МӘСЕМ ХАН, 15 б. 2‑се ярт. Ете башҡорт ырыуы берләшмәһе ханы. Фольклор сығанаҡтары, айырыуса “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосы, б‑са билдәле. Башҡ. риүәйәттәренә ярашлы, М.х. ставкаһы Мәсем тауы итәгендә (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. янында) урынлашҡан була. Ҡана й. (Ағиҙел й. һул ҡушылдығы) тамағында...

МӘСЕМ, тау

МӘСЕМ, Ҡ ы ҙ ҙ а р т а ш ы, тау, Мәсем һыртының иң бейек урыны. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 14 км алыҫ‑ лыҡта “Алтын Солоҡ” заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1040 км, оҙонлоғо яҡынса 1 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге яҡынса 0,6 км, көньяҡ өлөшөнөң — яҡынса 0,3 км....

МӘСЕМ, һырт

МӘСЕМ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑ны буйлап Күжә й. (Ағиҙел й. басс.) алып Ағиҙел й. киңлек бүлеменә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 28 км, киңлеге 3—4 км. Абс. бейеклеге 1040 км (Мәсем тауы). Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан, кварцлы ҡомташтарынан...

МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫ

МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Свердловск өлк., көнсығышта — Балаҡатай, көньяҡта — Ҡыйғы, көнбайышта Дыуан р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 30 авг. Дыуан-Мәсетле р‑ны булараҡ ойошторола, составына Мәсәғүт кантоны улустары инә, 1932 й. 20 февр. алып хәҙ. исемен йөрөтә...

МӘСЕТЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ

МӘСЕТЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ Салауат р-ны. 1924 1-се баҫҡыс мәктәбе булараҡ нигеҙләнә, 1947 йылдан тулы булмаған урта мәктәп, 1979 йылдан М.у.м., 2010 йылдан төп мәктәп. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, уҡыу оҫтаханалары, спорт залы, уҡыу-тәжрибә участкаһы, география майҙансығы бар. Урта мәктәпте 2 меңдән...

МӘСЕТЛЕ ШИФАХАНАҺЫ

МӘСЕТЛЕ ШИФАХАНАҺЫ. Мәсетле р‑нында, Оло Ыҡтамаҡ а. эргәһендә, Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ғин. уртаса т‑ра ‑16°С, июлдә — 17,5°С. 1944 й. асылған, 2010 й. алып БР‑ҙың ата-әсәләре м-н балалар өсөн Мәсетле шифаханаһы. Тын алыу системаһы ауырыуҙары булған балаларҙы...

МӘСЕТЛЕ, Салауат р‑нындағы ауыл

МӘСЕТЛЕ, Салауат р‑нындағы ауыл, Мәсетле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 53 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 535 кеше; 1920 — 679; 1939 — 691; 1959 — 677; 1989 — 620; 2002 — 648; 2010 — 713 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

МӘСЕТСАЙ ҠУРҒАНДАРЫ

МӘСЕТСАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—2 бб. ҡарай. Ырымбур өлк. Соль-Илецк р‑ны Кумакское а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан; шул уҡ райондың Мәсетсай ҡасабаһы исеме б‑са аталған. 1957 й. К.Ф.Смирнов тарафынан асыла һәм 1961 й. өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр...

МӘСЕТТӘР

МӘСЕТТӘР (ғәр. мәсжид — ғибәҙәт ҡылыу урыны), мосолман дине ҡоролмалары. М. намаҙ, Ҡөрьән уҡыйҙар, вәғәз һөйләйҙәр һ.б. Атрибуттарына — михраб (Ҡәғбә тарафына ҡаратылған стена уйымы), мөнбәр (вәғәз һөйләүсе өсөн михраб эргәһенә ҡуйылған кафедра) инә; М. шулай уҡ китап һаҡланмаһы, тәһәрәт алыу бүлмәһе...

МӘСКӘЙ, йән эйәһе

МӘСКӘЙ, башҡ. мифологияһында яуыз йән эйәһе. Хөрәфәти хикәйәләр һәм тылсымлы әкиәттәр персонажы. Башҡорттарҙың ышаныуҙары б‑са, М. — үлгән сихырсының йәки йыназа уҡымай күмелгән кешенең йәне. Төндә ялҡынлы шар рәүешендә осоп йөрөй, кешеләргә ауырыу, сихыр һ.б. ебәрә. Әкиәттәрҙә, төрлө ҡиәфәткә инеп,...

МӘСКӘҮ ГУМАНИТАР УНИВЕРСИТЕТЫ

МӘСКӘҮ ГУМАНИТАР УНИВЕРСИТЕТЫ, М.А.Шолохов ис. йөрөтә, дәүләт ҡарамағында. Өфө филиалы 1999 й. асыла, 2015 й. ябыла. Филиал составында 4 кафедра, иҡтисад-технология колледжы, Р.Ғ.Кузеев ис. мәғлүмәт-китапхана үҙәге, славян телдәрен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү б‑са ғилми-методик үҙәк, полиграфия, аудио-визуаль...

МӘСКӘҮ ИҠТИСАДИ ҮҘГӘРТЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

МӘСКӘҮ ИҠТИСАДИ ҮҘГӘРТЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ. Өфө филиалы 1999 й. асыла, 2014 й. ябыла. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 8 һөнәр һәм йүнәлеш б‑са алып барылған: бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит; дәүләт һәм муниц. идаралыҡ; донъя иҡтисады; сит телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе уҡытыу...

МӘСКӘҮ ӨЛКӘҺЕ

МӘСКӘҮ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Тверь, Ярославль, Владимир, Рязань, Тула, Калуга һәм Смоленск өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Мәскәү. 1929 й. 14 ғин. ойошторолған. Составында 36 район, 77 ҡала, 70 ҡала тибындағы ҡасаба (2012). Үҙәк федераль округҡа инә. Майҙаны...

МӘСКӘҮ ПСИХОЛОГИЯ-СОЦИОЛОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ

МӘСКӘҮ ПСИХОЛОГИЯ-СОЦИОЛОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ. Стәрлетамаҡ ҡ. филиал 1997 й. асыла. Филиал составында — 4 ф‑т (лингвистика, психология, иҡт., юридик). 3 компьютер класы, китапханаһы, тренажёр залы һ.б. бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 5 һөнәр һәм йүнәлеш б‑са алып барыла. Уҡытыусылар...

МӘСКӘҮ ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҺӘМ ИДАРА ИТЕҮ УНИВЕРСИТЕТЫ

МӘСКӘҮ ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҺӘМ ИДАРА ИТЕҮ УНИВЕРСИТЕТЫ. Мәләүез ҡ. филиалы 1995 й. уҡыу-консультация пункты булараҡ асыла, 1997 й. алып вәкиллек, 1998 й. — К.Г.Разумовский ис. Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү ун-ты филиалы. Составына 6 кафедра, 4 бүлек, 2 ғилми‑тикшеренеү һәм 20 уҡыу лаб., 2 ғилми‑тикшеренеү...

МӘСКӘҮ ЯРУСЫ

МӘСКӘҮ ЯРУСЫ (Мәскәү ҡ. исеменән), карбондың урта бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Башҡорт ярусында ята, ҡасим ярусы м‑н ҡапланған. С.Н.Никитин тарафынан Мәскәү эргәһендә айырып күрһәтелә (1890). Диңгеҙ карбонаттарынан һәм терриген ултырмаларҙан тора. Фораминифер, мәрйен, брахиопод, бүздәк, энә тирелеләр,...

МӘСКӘҮ, ауыл, Октябрьский ҡ. эсендә

МӘСКӘҮ, ауыл, 1946 й. алып Октябрьский ҡ. эсендә. Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мәскәү (тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Мәскәү Дәүләтҡолов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Таубаш булараҡ теркәлгән. 1790 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар,...

МӘСКӘҮ, баш ҡала, РФ субъекты

МӘСКӘҮ, Рәсәй Федерацияһының баш ҡалаһы, РФ субъекты. РФ‑тың Европа өлөшөндә, Ока м‑н Волга йй. араһында, Мәскәү й. ярында урынлашҡан. Тәүге тапҡыр 1147 й. йылъяҙмала телгә алына, 15 б. 2‑се яртыһынан Рәсәйҙең баш ҡалаһы. 10 адм. округтан тора. Үҙәк федераль округка инә. Майҙаны — 2561 км2. Халҡы —...