Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЕЛЬГУНОВ Алексей Павлович

МЕЛЬГУНОВ Алексей Павлович (17.6.1876 — ?), Өфө губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—17) депутаты. Дворяндарҙан. 1917 й. алып Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. Константин артиллерия уч‑щеһын (С.‑Петербург) тамамлаған. 1895— 98 йй. рус армияһында. 1907—17 йй. Өфө һәм Минзәлә өйәҙ земство йыйылыштары гласныйы....

МЕЛЬНИКОВ Борис Васильевич

МЕЛЬНИКОВ Борис Васильевич (8.8.1923, Томск ҡ. — 6.12.1951, Украина ССР‑ы Еленовские карьеры ҡсб), лётчик, капитан (1947). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө аэроклубын (1939) һәм Молотов пилоттар хәрби мәктәбен (Пермь ҡ., 1942) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1943...

МЕЛЬНИКОВ Валерий Александрович

МЕЛЬНИКОВ Валерий Александрович (19.4.1956, Өфө), график. Пед. ф. канд. (2010). БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2006). Рәссамдар союзы (1994) һәм Дизайнерҙар союзы (2008) ағзаһы. Сыуаш пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) ӨДНТУ‑ла уҡыта. Уникаль (акварель, һүрәт) һәм баҫма (металда гравюра) графика техникаһында...

МЕЛЬНИКОВ Владимир Николаевич

МЕЛЬНИКОВ Владимир Николаевич (13.6.1927, Пермь ҡ. — 27.10. 1996, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1986). РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1984), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Н.И.Мельниковтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) Өфө вакцина һәм сывороткалар ҒТИ‑нда эшләй: 1956 й. алып бүлек...

МЕЛЬНИКОВ Николай Иванович

МЕЛЬНИКОВ Николай Иванович [16.12.1894, Пермь губ. Покча а. (Пермь крайы) — 5.9.1979, Өфө], микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1947), проф. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1955). Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1925) Пермь һәм Свердловск ҡҡ. эшләй. 1941—73 йй. БДМИ‑ла...

МЕЛЬНИКОВ Николай Павлович

МЕЛЬНИКОВ Николай Павлович [9.12.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Раевка ст., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка а., — 30.5.1995, Краснодар ҡ.], артиллерист, полк. (1964). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Артиллерия уч‑щеһын (Смоленск ҡ., 1942), Юғары артиллерия офицерҙар мәктәбен...

МЕЛЬНИЦКИЙ Игорь Александрович

МЕЛЬНИЦКИЙ Игорь Александрович (5.7.1958, Өфө), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй (1984 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 1988 й. алып ӨДСИ‑ла (2000 й. алып дөйөм химия каф. мөдире). 2002 й. алып “Уфаводоканал” МУП‑ында. Фәнни хеҙмәттәре гетероциклик берләшмәләр...

МЕЛЬНИЧЕНКО Павел Романович

МЕЛЬНИЧЕНКО Павел Романович (26.8.1947, Өфө — 15.12.1996, шунда уҡ), реж., педагог. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1987). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1975; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 1979 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры реж., 1983— 89 йй. баш режиссёры. Ижади процеста әҙәби әҫәрҙәрҙе...

МЕЛЯКОВА Татьяна Викторовна

МЕЛЯКОВА Татьяна Викторовна (18.3.1955, Новокузнецк ҡ.) архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (2004). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1987). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) 1981 й. алып “Башкиргражданпроект” ин‑тында эшләй: архитектор, өлкән һәм 1987 й. — төп архитектор, 1989—90 йй....

МЕМУАРҘАР

МЕМУАРҘАР (фр. мemoires — хәтирәләр), автор үҙе ҡатнашҡан йәки шаһит булған реаль хәл-ваҡиғалар т‑да хикәйәләү. М. авторҙың тәьҫораттарына һәм хәтирәләренә, ш. уҡ төрлө яҙма сығанаҡтарға (көндәлектәр, хаттар) нигеҙләнә, автор үҙе йәки уның ҡарашы алғы планға сыға. М. йөкмәткеле булыуы авторҙың шәхесенә...

МЕНДЕЛЕЕВ Дмитрий Иванович

МЕНДЕЛЕЕВ Дмитрий Иванович (27.1.1834, Тубыл ҡ. — 20.1.1907, Петербург), химик, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Петербург ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1876), фән д‑ры һәм проф. (1865). Баш пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Петербург, 1855) шунда уҡ эшләй. М. фәнни эшмәкәрлеге химия, химик технологиялар, физика, метрология,...

МЕНЕДЖМЕНТ

МЕНЕДЖМЕНТ (ингл. management), ойошмаларҙың үҙҙәре башҡарған эштең һөҙөмтәле булыуын арттырыу өсөн эшләнгән һәм ҡулланылған идара итеүҙең принциптары, ысулдары, саралары һәм формаларының йыйылмаһы. М. етештереү, технологик, инновация, дәүләт, муниц., финанс, инвестиция һ.б. төрҙәрен айырып йөрөтәләр....

МЕНИНГОКОКК ИНФЕКЦИЯҺЫ

МЕНИНГОКОКК ИНФЕКЦИЯҺЫ, кешенең инфекцион ауырыуы, һауа аша йоға. Тыуҙырыусыһы: юғары һәм түбән т‑ратураларға, ҡояш яҡтыһына аҙ тотороҡло Neisseria meningitidis бактериялары. Инфекция сығанағы: ауырыуҙар һәм бактерия йөрөтөүселәр. Йышыраҡ 14 йәшкә тиклемге балалар ауырый (ауырыу осраҡтарының 80%‑ында...

МЕННОНИТТАР

МЕННОНИТТАР, протестантлыҡта барлыҡҡа килгән йүнәлештәрҙең береһенә эйәреүселәр, 16 б. 30‑сы йй. Нидерландта Менно Симмонс (исеме шунан алынған) тарафынан нигеҙләнгән. М. өлкәндәрҙе суҡындырыу, башҡа диндәге кешеләр м‑н никахлашыуҙы тыйыу һ.б. хас. М. төп идара итеү органы — Бөтә донъя конференцияһы...

МЕҢ

МЕҢ (меңле), башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ил‑күл‑М., ҡырҡөйлө‑М., күл‑ил‑М., ҫыбы‑М., өршәк‑М., меркет‑М., илкәй‑М., ҡыбау‑М., М., ҫарылы‑М. Тамғалары: . Этник яҡтан б.э. 2‑се мең йыллығы башында Һырдаръя й. тамағына һәм Арал буйына күсеп ултырған Көньяҡ Себер, Алтай һәм Урта Азияның монгол һәм төрки...

МЕҢ ЗАВОДЫ

МЕҢ ЗАВОДЫ, 1779 й. Өфө өйәҙе Урман-Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Мең й. буйында (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) Я.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышев, Дурасовтар (1783 й. алып), Белосельский-Белозерскийҙар (1812 й., башҡа...

МЕҢ ИКЕ ЙӨҘ ТУҠҺАН ИКЕНСЕ ТАНКЫҒА ҠАРШЫ ИСТРЕБИТЕЛЬ АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКЫ

МЕҢ ИКЕ ЙӨҘ ТУҠҺАН ИКЕНСЕ ТАНКЫҒА ҠАРШЫ ИСТРЕБИТЕЛЬ АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКЫ, 1943 й. июлендә Көньяҡ Урал хәрби округы командующийы бойороғо б‑са БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Алкин а. 17‑се запас уҡсылар бригадаһы базаһында Салауат Юлаев ис. 1292‑се Башҡ. танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы булараҡ ойошторола....

МЕҢБАШ

МЕҢБАШ (Vaccaria), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 5 төрө билдәле, Үҙәк һәм Көнсығыш Европаның, Азияның уртаса бүлкәттәрендә, ш. уҡ Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда пирамидаль М. үҫә. Бер йыллыҡ үлән, бейеклеге 30—60 см. Һабаҡтары төҙ, шыма, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы....

МЕҢЙЕТӘР, Иглин р‑нындағы ауыл

МЕҢЙЕТӘР, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 13 км алыҫлыҡта Лобовка й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы 1906 й. — 776 кеше; 1920 — 826; 1939 — 765; 1959 — 571; 1989 — 466; 2002 — 511; 2010 — 514 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

МЕҢЛЕ, Борай р‑нындағы ауыл

МЕҢЛЕ, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Апаша й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 440 кеше; 1920 — 560; 1939 — 627; 1959 — 553; 1989 — 233; 2002 — 212; 2010 — 165 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....