Список материалов
МЕҢЪЯПРАҠ
МЕҢЪЯПРАҠ (Achillea), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Һабаҡтары төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, төбөндә ағасҡа әйләнеүсән, бейеклеге 10— 100 см. Япраҡтары сиратлы, формалары ҡыяҡ...
МЕОС Валентина Фёдоровна
МЕОС (Суровцева) Валентина Фёдоровна [5.7.1913, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иглин а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 29.10.2006, Өфө], рәссам. “Союзоргучёт” Бөтә Союз берекмәһе курстарын тамамлаған (Силәбе ҡ., 1940). 1937—55 йй. Омск, Силәбе, Черниковск (хәҙ. Өфө эсендә) ҡҡ. төрлө учреждениеларында бухгалтер...
МЕОС Владислав Эдуардович
МЕОС Владислав Эдуардович (6.5.1940, Силәбе ҡ. — 19.10.2020, Өфө ҡ.), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2007) һәм атҡаҙанған (1994) рәссамы. Рәссамдар союзы (1980), Журналистар союзы (1995) ағзаһы. В.Ф.Меостың улы. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған (1966; педагогтары А.М.Кудрявцев, Л.В.Кузнецов). Урыҫ реалистик...
МЕРӘСЕМ ҠУРҒАНДАРЫ
МЕРӘСЕМ ҠУРҒАНДАРЫ, 11— 12 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡариҙел р‑ны Мерәсем а. янында урынлашҡан. 1963—66 йй. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 4,5—10 м, бейеклеге 0,15— 0,47 м) ҡарай. 22 ҡурғандан тора, һәр береһенең аҫтында 1—4 ҡәбер бар. Таштан һалынған ҙур булмаған...
МЕРӘСЕМ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл
МЕРӘСЕМ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш‑Битулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 100 км алыҫлыҡта Мерәсем й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1687 кеше; 1920 — 1638; 1939 — 1207; 1959 — 833; 1989 — 473; 2002 — 347; 2010 — 243...
МЕРӘҪ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
МЕРӘҪ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Мерәҫ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 12 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 211 кеше; 1920 — 360; 1939 — 232; 1959 — 293; 1989 — 696; 2002 — 738; 2010 — 655 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...
МЕРӘҪ, Краснокама р‑нындағы ауыл
МЕРӘҪ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Бура а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 61 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта Тектәм й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 110 кеше; 1939 — 146; 1959 — 132; 1989 — 87; 2002 — 98; 2010 — 81 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...
МЕРӘҪОВ Рәхим Зәки улы
МЕРӘҪОВ Рәхим Зәки улы (14.1.1940, БАССР‑ҙың Стәрлебаш районы Әмир а.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ (өҙөклөктәр менән) эшләй: 1970—75 йй.,...
МЕРӘҮЕШЛЕ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл
МЕРӘҮЕШЛЕ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Түб. Бикҡужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 89 км алыҫлыҡта 1‑се Мерәүешле й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 105 кеше; 1920 — 412; 1939 — 345; 1959 — 170; 1989 — 73; 2002 — 119; 2010 — 109 кеше. Урыҫтар,...
МЕРГЕЛЬ, тау тоҡомо
МЕРГЕЛЬ, ултырма тау тоҡомо. 50—70% карбонаттан (кальцит һәм доломит) һәм 25—50% балсыҡтан тора. Минераль составы буйынса эзбиз һәм доломит М. бүленә. Ҡушылмаларына ҡарап саҡматаш, ҡомташ, күмер һ.б. төрҙәргә айырыла. Структураһы пелитоморфлы, алевропелитлы, псаммопелитлы (бөртөксәләренең үлсәме 0,001—2 мм);...
МЕРЗЛЯКОВ Владимир Филиппович
МЕРЗЛЯКОВ Владимир Филиппович (23.3.1949, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Айбүләк а.), инженер‑нефтсе. Техник фәндәр докторы (2004). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), БР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (2000), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998). Ҡазан университетын тамамлаған (1972)....
МЕРЗЛЯКОВ Сергей Георгиевич
МЕРЗЛЯКОВ Сергей Георгиевич (28.1.1956, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1997). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Матем. ин‑тында эшләй: 1987 й. алып өлкән, 1997 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2000—07 йй. БДУ‑ла, 2007—09 йй. — БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре комплекслы анализға арналған....
МЕРКАПТАНДАР
МЕРКАПТАНДАР, т и о л д а р, т и о с п и р т т а р, спирттарҙың дөйөм формулалары RSH (R — углеводородлы радикал) булған көкөртлө аналогтары. Тәбиғәттә аҡһымдар серегәндә барлыҡҡа килгән продукттарҙа осрай. Үҫемлек (яңы туралған һуғанда пропил‑М.) һәм йәнлек (һаҫыҡ бурһыҡтың бүлендектәрендә бутил‑М.)...
МЕРКАПТАНҺЫҘЛАШТЫРЫУ
МЕРКАПТАНҺЫҘЛАШТЫРЫУ н е ф т ь д и с т и л л я т т а р ы н, шыйығайтылған газды, бензин һәм кәрәсин фракцияларын меркаптандарҙан һайлап таҙартыу; яғыулыҡты көкөрттән таҙартыуҙың бер ысулы. Был процесты 40—80°С т‑рала, һелтеләрҙең һыуҙағы иретмәһендә кислород ҡатнашлығында үткәрәләр. Һыуҙа насар ирегән...
МЕРКУРИЙ, планета
МЕРКУРИЙ, алыҫлығы б‑са Ҡояшҡа яҡын торған беренсе планета. М. орбитаһы ныҡ һуҙылған (эксцентриситеты 0,2056), шуға күрә уның Ҡояштан алыҫлығы 46 млн алып 70 млн км тиклем үҙгәрә (уртаса ҡиммәте 57,91 млн км, йәки 0,39 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 87,97 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 58,65...
МЕРТВАГО Дмитрий Борисович
МЕРТВАГО Дмитрий Борисович (5.8.1760, Сембер губ. Троицк а. — 23.6.1824, Мәскәү), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Дворяндарҙан. 1787—96 йй. Өфө наместниклыҡ башҡармаһы советнигы. 1789 й. М. инициативаһы м‑н Өфөлә Өфө мосолмандар диниә назараты асыла (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк...
МЕСАРОШ Дьюла
МЕСАРОШ Дьюла (28.3.1883, Сакч ҡ., Австро-Венгрия — 1957, Нью-Йорк ҡ., АҠШ), этнограф, шәрҡиәтсе, фольклорсы. Будапешт ун‑тын тамамлаған. Төрки-татар филол. д‑ры (1909). Фәнни эшмәкәрлеге Урал-Волга буйы халыҡтарының, ш. иҫ. башҡорттарҙың, фольклорын, телен һәм этнографияһын өйрәнеүгә арналған. Башҡорттар...
МЕСРОПЯН Арсен Владимирович
МЕСРОПЯН Арсен Владимирович (11.5.1974, Өфө), инженер‑механик. БР ФА проф. (2016), техник ф. д‑ры (2010). ӨДАТУ‑ны (1996), РФ Хөкүмәте эргәһендәге Халыҡ хужалығы акад. (2008, Мәскәү) тамамлаған. 1999 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй (2011 й. башлап Ғилми‑тикшеренеү эштәре идаралығы нач.). Фәнни эшмәкәрлеге осоу...
МЕТАЛДАРҘЫ БАҪЫМ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ
МЕТАЛДАРҘЫ БАҪЫМ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ, металл эшкәртеүҙең изделиелар яһағанда әҙерләмәләрҙе пластик юл м‑н формалаштырыуҙа ҡулланылған технологик процестары. М.б.я.э. металлургияла (һуҙыу, преслау, прокатлау) һәм машиналар эшләүҙә (сүкеү, штамплау, формалау) ҡулланылған төрҙәрен айыралар. М.б.я.э. һөҙөмтәһендә...
МЕТАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЭШКӘРТЕҮ
МЕТАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЭШКӘРТЕҮ, металл һәм иретмәләрҙең структураһын һәм үҙенсәлектәрен бирелгән йүнәлештә үҙгәртеү өсөн уларға йылылыҡ ярҙамында тәьҫир итеү; материалдарҙы термик ысул менән эшкәртеүҙең бер төрө. Металдың технологик үҙенсәлектәрен (баҫым, ҡырҡыу һ.б. ярҙамында эшкәртеү) яҡшыртыу өсөн —...