Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЕТЕОРҘАР

МЕТЕОРҘАР (гр. meteјōros — һауала кәйелеп осҡан), йыһан матдәһе өлөшсәләре Ер атмосфераһының өҫкө ҡатламдарына ингәндә күҙәтелгән күренеш. Метеор есеменең атмосфера м‑н тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә ут балҡып китә, ул ҡыҫҡа ваҡытлы ионлашҡан газ эҙе ҡалдыра, шуға күрә М. “атылған йондоҙ” тип атайҙар....

МЕТЕОРИТТАР

МЕТЕОРИТТАР, йыһан арауығынан Ер өҫтөнә килеп төшкән есемдәр. М. — Ерҙең атмосфераһында тулыһынса янып бөтмәгән метеор ҡалдыҡтары. 3 төп класҡа бүленә: тимер (сидериттар), тимер‑таш (сидеролиттар йәки литосидериттар) һәм таш М. (аэролиттар). М. исемде улар төшкән урынға иң яҡын торама йәки геогр. объект...

МЕТЕОРОЛОГИЯ

МЕТЕОРОЛОГИЯ (гр. meteјōra — атмосфера күренештәре һәм ...логия), Ерҙең атмосфераһы һәм унда барған процестар т‑дағы фән. Атмосфера физикаһы, динамик һәм синоптик метеорология, авиация метеорологияһы, спутник метеорологияһы, актинометрия, атмосфера электры, аэрология, агрометеорология һ.б. бүленә. Геофизика,...

МЕТЕОРОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ

МЕТЕОРОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ, гидрометеорология хеҙмәтенең атмосфераның Ер йөҙө м‑н тәьҫир итешеүе ваҡытында унда барған физик процестарҙың торошон һәм үҙгәреүен билдәләү өсөн тәғәйенләнгән күҙәтеү бүлексәһе. Метеорологик шарттарҙың бөтә төрҙәре б‑са прогноз әҙерләү өсөн мәғлүмәт алыу, насар һауа торошо т‑да...

МЕТИЛ СПИРТЫ

МЕТИЛ СПИРТЫ, метанол, а ғ а с с п и р т ы, СН3ОН, төҫһөҙ, еҫе м‑н этил спиртына оҡшаған шыйыҡса, tҡайнау 64,5°С, тығыҙлығы 792,4 кг/м3. 6,72—36,5% миҡдарҙа һауа м‑н шартлаусан ҡатнашма барлыҡҡа килтерә; tтоҡаныу 15,6°С. Һыу һәм органик эреткестәр м‑н һәйбәт ҡатнаша. Һелтеле металдар м‑н — метилаттар,...

МЕТИЛЭТИЛКЕТОН

МЕТИЛЭТИЛКЕТОН, 2‑бутанон, СН3СОС2Н5, ацетон еҫле төҫһөҙеңел осоусан шыйыҡса; tиреү ‑86,3°С, tҡайнау 79,6°С; һыу м‑н азеотроп ҡатнашма барлыҡҡа килтерә, органик эретеүселәр м‑н ҡатнаша, тоҡаныу концентрацияһы 1,97—10,2%. Күҙ, танау, тамаҡтың лайлалы тиресәләрен әсеттерә, ПДК 200 мг/м3. М. өсөн алифатик...

МЕТРИКА КЕНӘГӘЛӘРЕ

МЕТРИКА КЕНӘГӘЛӘРЕ, революцияға тиклемге Рәсәйҙә гражданлыҡ хәле акттары теркәлә торған исемлектәр. Православныйҙарға (ҡара: Православие) — 1722 й., лютерандарға — 1764 й., католиктарға (ҡара: Католицизм) — 1826 й., мосолмандарға (ҡара: Ислам) — 1828 й., йәһүдтәргә (ҡара: Иудаизм) — 1835 й., расколсыларға...

МЕТРОЛОГИЯ

МЕТРОЛОГИЯ (гр. meјtron — үлсәү һәм …логия), үлсәүҙәр, уларҙың берҙәмлеген тәьмин итеү ысулдары һәм саралары, талап ителгән теүәллеккә өлгәшеү алымдары т‑дағы фән. 3 бүлекте үҙ эсенә ала: теоретик, закон сығарыу һәм практик (ғәмәли). Теоретик М. берәмектәр системаһын, эталондарҙы, үлсәү һөҙөмтәләрен...

МЕФОДИЙ, дин әһеле

МЕФОДИЙ (донъяуи исеме Краснопёров Михаил Платонович; 30.7. 1868, Вятка губ. — 4.2.1921, Омск губ. Петропавловск ҡ.), дин әһеле. Дини тәғлимәт кандидаты (1902). Архимандрит (1906). Монахлыҡ ҡабул иткән (1900). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1902) Өфө Ир балалар дини училищеһы смотрителе__ярҙамсыһы,...

МЕХАНИК ҠОРОЛМАЛАР

МЕХАНИК ҠОРОЛМАЛАР. Үткәргес торбаларҙың эсен ултырмаларҙан, бысратҡыстарҙан, тутыҡ һәм электродтарҙан таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән. Бысратҡыстарҙы алып ташлау алымы һәм конструкцияһы б‑са ике төркөмгә бүленәләр. 1‑се төркөм ҡоролмалары хәрәкәт итеү процесында үткәргес торбаның арҡыры киҫелешен яба һәм...

МЕХАНИКА

МЕХАНИКА (гр. mēhanikēј — машиналар эшләү‑етештереү оҫталығы), матди есемдәрҙең механик хәрәкәт итеүе һәм төрлө физик ҡырҙар м‑н тәьҫир итешеүе т‑дағы фән. Механик хәрәкәт — есемдәрҙең йәки уларҙың өлөшсәләренең арауыҡтағы торошоноң үҙгәреүе. Классик М. матди есемдәр өсөн булған Ньютон закондарына нигеҙләнә,...

МЕХАНИКА ИНСТИТУТЫ

МЕХАНИКА ИНСТИТУТЫ, РФА Өфө ФҮ‑гә ҡарай, Р.Р.Мәүлитов исемен йөрөтә. 1992 й. Өфөлә РФА УрБ БФҮ һәм ӨАИ‑ның профилле ғилми-тикшеренеү подразделениелары базаһында ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: физик- химик әүерелешле дисперслы һәм термоүҙле мөхиттәрҙең гидродинамикаһы; ҡыуыҡтарҙа һәм ҡыуыҡ...

МЕХАНИКА-ТЕХНОЛОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

МЕХАНИКА-ТЕХНОЛОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1936 й. Башҡ. механика техникумы базаһында Башҡ. он етештереү сәнәғәте техникумы булараҡ асыла. 1943 й. алып Башҡ. аҙыҡ-түлек сәнәғәте техникумы, 1959 й. — Өфө аҙыҡ-түлек сәнәғәте технология техникумы, 1986 й. — механика‑технология техникумы (1992 й. алып колледж), 2014...

МЕХДИЕВ Джамаладдин Иса‑оглы

МЕХДИЕВ Джамаладдин Иса‑оглы (23.11.1956, Әзербайжан ССР‑ы Сафыкюрд а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1996), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). Әзербайжан мед. ин‑тын (Баҡы, 1981) тамамлағандан һуң 1988 й. тиклем Күмертау үҙәк район дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып Өфөлә: 21‑се дауаханала, 1991 й. ашығыс...

МЕХТИЕВ Намик Мурад‑оглы

МЕХТИЕВ Намик Мурад‑оглы (27.8.1956, Грузия ССР‑ының Караджалар а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1980) Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй. 1981 й. алып ҡала поликлиникаһы, 1982—87 йй. һәм 1992 й. башлап “Каучук” ЯАЙ‑ның мед.‑санитария бүлеге табибы (икеһе лә — Стәрлетамаҡ...

МЕЧНИКОВ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

МЕЧНИКОВ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Түб. Әүрез а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 24 км һәм Шафран т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 266 кеше; 1959 — 422; 1989 — 512; 2002 — 537; 2010 — 435 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

МЕШАЛКИН Николай Иванович

МЕШАЛКИН Николай Иванович (2.5.1907, Түбәнге Новгород губернаһы Починки а. — 12.10.1982, Октябрьский ҡ.), геолог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан университетын тамамлаған (1932). 1936 й. алып Стәрлетамаҡ геологик эҙләнеү контораһының партия начальнигы,...

МЕШКОВ Леонид Александрович

МЕШКОВ Леонид Александрович (30.5.1948, Өфө — 31.3.2016, ш. уҡ), кинооператор. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). Кинематографсылар союзы ағзаһы (1987). Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑тын тамамлаған (1992; С.Е.Медынский оҫтаханаһы). 1969—2015 йй. “Башҡортостан” ТРК‑һы операторы. 170‑тән ашыу...

МЕЩАНИНОВ Иван Иванович

МЕЩАНИНОВ Иван Иванович (12.11.1883, Өфө — 16.1.1967, Ленинград), тел белгесе, археолог. СССР ФА акад. (1932), Әзербайжан ССР‑ы (1945) һәм Ҡаҙаҡ ССР‑ы (1946) ФА‑ның почётлы ағзаһы. Филол. ф. д‑ры (1927), Карлов ун‑тының филос. д‑ры (Прага, 1948). Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре...

МЕЩАНЛЫҠ

МЕЩАНЛЫҠ (полякса mieszczane — ҡала кешеләре), революцияға тиклемге осорҙа Рәсәйҙә ҡала халҡының төрлө категорияларынан (һөнәрселәр, ваҡ йорт хужалары, сауҙагәрҙәр һ.б.) торған һалым түләүсе ҡатлам. 1775 й. губерна реформаһы б‑са мещандар иҫәбенә 500 һумлыҡ капиталы булған посад кешеләрен индерәләр....