Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИЛЛИ АТ СПОРТЫ УЙЫНДАРЫ

МИЛЛИ АТ СПОРТЫ УЙЫНДАРЫ, башҡорттарҙа элек‑электән физик тәрбиә биреүҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөн тәшкил итә һәм барлыҡ халыҡ байрамдарының төп өлөшө булып тора. Киң таралған М.а.с.у. түбәндәгеләр ҡарай: Ауҙарыш. Ике һыбайлы ҡатнаша. Кем 10—15 минут эсендә көрәштәшен эйәрҙән тартып төшөрә йәки ергә...

МИЛЛИ ӘҘӘБИ МУЗЕЙ

МИЛЛИ ӘҘӘБИ МУЗЕЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1996 й. БР‑ҙың Әҙәби музейы булараҡ ойошторола, 2002 й. алып БР‑ҙың Милли әҙәби музейы исемен йөрөтә. 5 филиалы бар: Аҡмулла М. музейы, Бабич Ш. музейы, Ғафури М. мемориаль йорт‑музейы, Мөбәрәков А. музейы, Өмөтбаев М. музейы. Музей фондында 8 меңдән ашыу һаҡлау...

МИЛЛИ БАЙЛЫҠ

МИЛЛИ БАЙЛЫҠ, илдең финанс йөкләмәләре ҡиммәтенә кәметелгән иҡт. активтары йыйылмаһы. Иҡт. активтар — институциональ берәмектәрҙең милек хоҡуғы булып, уларға эйә булыуҙан йәки улар м‑н файҙаланыуҙан табыш алынған иҡт. объекттар (схеманы ҡара). СССР барлыҡҡа килгәндән һуң тәүге йылдарҙа Үҙәк статистика...

МИЛЛИ БАНК

МИЛЛИ БАНК, Башҡортостан терр‑яһында РФ‑тың Үҙәк банкыһы функцияларын, ш. иҫ. түләү системалары эшенең һөҙөмтәлелеген тәьмин итеүҙе, аҡса‑кредит көйләнешен, банк күҙәтеүен, ҡулдағы аҡса әйләнешен ойоштороуҙы һ.б., башҡарған учреждение. Өфөлә урынлашҡан. Составында БР‑ҙың ҙур ҡалаларында урынлашҡан 7...

МИЛЛИ ИҠТИСАД

МИЛЛИ ИҠТИСАД, билдәле бер илдең, конкрет дәүләттең бөтөн бер хужалыҡ, соц., ойоштороу системаһы булараҡ ҡаралған иҡтисады, тәбиғәт- экология, хеҙмәт, етештереү, фән-техника һәм техника-технология, мәғлүмәт-идара итеү, финансты үҙ эсенә алған дөйөм иҡт. потенциалға эйә; дәүләт идара итеүе һәм көйләүе,...

МИЛЛИ ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ

МИЛЛИ ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. Йәш тамашасы театры булараҡ ойошторола, 1995 й. БР‑ҙың Милли йәштәр театры тип үҙгәртелә, 2006 й. М.Кәрим исеме бирелә. Театр составына башҡ. һәм урыҫ труппалары инә. Театрҙың беренсе составына Театр эшмәкәрҙәре союзы ярҙамында ӨДСИ‑лә (ҡара: Сәнғәт академияһы)...

МИЛЛИ КИЛЕМ

МИЛЛИ КИЛЕМ, макроиҡтисад статистикаһының иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында ла билдәле бер ваҡыт эсендә етештерелгән аҙаҡҡы тауар һәм хеҙмәттәрҙең баҙар хаҡтарында, капитал ҡулланыуға һәм ситләтелгән һалымдар (ҡара: Һалымдар һәм йөкләмәләр) түләүгә киткән сығымдарҙы алып ташлап, сағылдырылған хаҡын дөйөмләштереүсе...

МИЛЛИ КИТАПХАНА

МИЛЛИ КИТАПХАНА. Өфөлә урынлашҡан. Тарихы 1836 й. Дворяндар йыйылышы эргәһендә ойошторолған беренсе губерна йәмәғәт китапханаһы асылыуға бәйле, 1921 й. алып Губерна ғилми китапханаһы, 1922 й. — БАССР‑ҙың Дәүләт фәнни китапханаһы, 1930 й. — Үҙәк респ. китапханаһы, 1936 й. — Респ. китапханаһы, 1960 й....

МИЛЛИ МӘҘӘНИӘТ ИНСТИТУТЫ

МИЛЛИ МӘҘӘНИӘТ ИНСТИТУТЫ, 1932 й. Өфөлә Башҡортостан милли мәҙәниәт ҒТИ булараҡ асыла, 1936 й. үҙгәртеп ҡорола (ҡара: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты). БАССР‑ҙың Мәғариф ХК ҡарамағында була. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен башҡ. халыҡ йырҙары, Башҡортостанда революцион хәрәкәт тарихы б‑са документтар...

МИЛЛИ МӘКТӘПТӘР

МИЛЛИ МӘКТӘПТӘР, уҡыусыларҙың туған телендә белем биреүҙе тормошҡа ашырған дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. Башҡортостанда 1917 й. тиклем урыҫ булмаған халыҡтар өсөн башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр, миссионер мәктәптәре, мәктәптәр, мәҙрәсәләр һ.б. эшләй. Совет власы урынлаштырылғандан һуң милли республикаларҙа...

МИЛЛИ МУЗЕЙ

МИЛЛИ МУЗЕЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1864 й. Өфө губ. музейы булараҡ ойошторола, 1919 й. алып Көнсығыш халыҡтарының Өфө тарихи‑ижтимағи музейы, 1921 й. — Көньяҡ Урал буйы музейы, 1923 й. — Башҡортостан үҙәк тыуған яҡ музейы, 1934 й. — Башҡортостан үҙәк тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1946 й. — БАССР‑ҙың Үҙәк...

МИЛЛИ СӘЙӘСӘТ

МИЛЛИ СӘЙӘСӘТ, Башҡортостан Респ. дәүләт власы органдарының Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың төрлө яҡлы һәм гармониялы үҫешенә йүнәлтелгән эшмәкәрлеге. М.с. БР Конституцияһына (1993), “Башҡортостан Республикаһында выждан һәм дин тотоу азатлығы тураһында” (1991), “Мәғариф тураһында” (1992), “Мәҙәниәт...

МИЛЛИ СИМФОНИК ОРКЕСТР

МИЛЛИ СИМФОНИК ОРКЕСТР. 1992 й. Өфө “Шәрек” ТРК‑ның симфоник оркестры булараҡ ойошторола, 1994 й. алып “БР‑ҙың М.с.о.” ЯАЙ, 1996 й. — БР‑ҙың Милли симфоник оркестры. Ойоштороусыһы — Т.Т.Камалов. Беренсе концерты 1992 й. 5 окт. Сәнғәт училищеһында, тәүге гастролдәре 1997 й. Мәскәүҙә була. Оркестрҙың...

МИЛЛИ ТЕЛ

МИЛЛИ ТЕЛ, халыҡтың милләт булып ойошоу процесында барлыҡҡа килгән теле; телдең бер нисә йәшәү формаһының системаһы. Башҡорт М.т. системаһына 15—16 бб. башҡ. ырыуҙарының үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә формалашҡан халыҡтың йәнле һөйләү теле, фольклор теле, башҡорт теленең диалекттары; ш. уҡ телдең...

МИЛЛИ ҺӘМ ХАЛЫҠ СПОРТЫ УЙЫНДАРЫ ФЕСТИВАЛЕ

МИЛЛИ ҺӘМ ХАЛЫҠ СПОРТЫ УЙЫНДАРЫ ФЕСТИВАЛЕ. Республика фестивале 1994 й. алып Өфөлә йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Көндәре хөрмәтенә үткәрелә. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы. Фестиваль сиктәрендә армспорт, гер спорты, көрәш б‑са ярыштар үтә. Унда БР‑ҙың төрлө ҡала һәм...

МИЛЛИ-МӘҘӘНИ БЕРЕКМӘЛӘР

МИЛЛИ-МӘҘӘНИ БЕРЕКМӘЛӘР, милли йәмәғәт берекмәләре. Башҡортостанда “Йәмәғәт берекмәләре тураһында” (1995), “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тураһында” (1995) РФ закондарына һ.б. норматив документтарға ярашлы ойошторолалар һәм эш итәләр. М.‑м.б. төп төрҙәре: автономиялар (ойоштороу нигеҙҙәре, хоҡуҡтары,...

МИЛОВЗОРОВ Георгий Владимирович

МИЛОВЗОРОВ Георгий Владимирович (1.12.1956, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Яңы Надеждин а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) “Молния” Өфө агрегат КБ‑нда эшләй. 1979 й. алып (өҙлөктәр м‑н) ӨДАТУ‑ла (2005—11 йй. сәнәғәт электроникаһы каф. мөдире),...

МИЛОВКА УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ

МИЛОВКА УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Аграр университеттың а.х. өсөн белгестәр әҙерләү б‑са производство базаһы булып тора. Ҡатмарлы төҙөлөшлө иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары һәм күп йыллыҡ үлән репродукцияларының орлоғон етештереүгә махсуслаша. 1937 й. Кама йылға пароходсылығының ярҙамсы...

МИЛОВКА ХАЗИНАҺЫ

МИЛОВКА ХАЗИНАҺЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың аҙағына ҡарай, 1872 й. Өфө өйәҙе (хәҙ. Өфө р‑ны) Миловка а. янында табыла. 8 бронза әйберҙән (һапҡа кейҙереү өсөн дүңгәләкле 6 ураҡ, тар йөҙлө балта һәм бырау) тора. М.х. материалдары Дәүләт тарих музейында (Мәскәү) һәм...

МИЛОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл

МИЛОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Миловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 18 км һәм Дим т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 110 кеше; 1920 — 780; 1939 — 1619; 1959 — 899; 1989 — 1982; 2002 — 2496; 2010 — 2767 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Миловка уҡытыу-тәжрибә...