Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИРБАДАЛЕВА Адэльма Сабир ҡыҙы

МИРБАДАЛЕВА Адэльма Сабир ҡыҙы (5.10.1932, Мәскәү), фольклорсы. Филол. ф. д‑ры (1995). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1956) Сит телдәр һәм милли һүҙлектәр дәүләт нәшриәтендә мөхәррир; 1961— 2005 йй. РФА‑ның А.М.Горький ис. Донъя әҙәбиәте ин‑тында хеҙм‑р (икеһе лә — Мәскәү): 1977 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р,...

МИРҒӘЗӘМОВ Марат Парис улы

МИРҒӘЗӘМОВ Марат Парис улы (26.2.1942, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел а.), дәүләт эшмәкәре. ӨНИ‑не (1966), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1984) тамамлаған. 1961 й. алып Өфө НЭЗ‑ында, 1973 й. — КПСС‑тың Өфө ҡала ком‑тында эшләй, 1976 й. — Өфө КПСС‑ының Орджоникидзе район ком‑тында секретарь,...

МИРЖАНОВА Сәриә Фазулла ҡыҙы

МИРЖАНОВА Сәриә Фазулла ҡыҙы (24.12.1924, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны 3‑сө Ҡусҡар а. — 25.11.2000, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1985). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). Магнитогорск педагогия институтын (1948), К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын...

МИРЗАДЖАНЗАДЕ Азат Хәлил улы

МИРЗАДЖАНЗАДЕ Азат Хәлил улы (29.9.1928, Баҡы — 17.7.2006, шунда уҡ), тау инженеры. Әзербайжан ССР‑ы ФА акад. (1968), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), техник ф. д‑ры (1957), проф. (1959). Әзербайжан ССР‑ының атҡ. фән һәм техника хеҙм‑ре (1970), БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1998), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1971),...

МИРЗАНОВ Бәхтейәр Ғүмәр улы

МИРЗАНОВ Бәхтейәр Ғүмәр улы (10.11.1892, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Йөрәктау‑Муҡшы а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау а., — 17.7.1941, Өфө), шағир. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1914), БАХИ‑ла (1935), БДМИ‑ла (1937—41) уҡыған. 1914—15 йй. “Сөйөмбикә” ж. (Ҡазан) хеҙм‑ре. 1917—19 йй. Сәмәрҡәнд,...

МИРЗАҺИТ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

МИРЗАҺИТ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 70 км алыҫлыҡта Наратлы й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 212 кеше; 1939 — 280; 1959 — 225; 1989 — 161; 2002 — 115; 2010 — 87 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

МИРЗАҺИТОВ Әсхәт Мәсғүт улы

МИРЗАҺИТОВ Әсхәт Мәсғүт улы [13.10.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Бикмәт а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 24.11.1989, Өфө, ш. уҡ райондың Ҡандра ҡсб ерләнгән], драматург. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (1961). 1948—49 йй. Йомағужа һәм Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт...

МИРЗАЯНОВ Вил Солтан улы

МИРЗАЯНОВ Вил Солтан улы (9.3.1935, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Иҫке Кәңгеш а.), химик. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (1985). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Мәскәүҙә эшләй: 1960 й. тиклем 4019‑сы почта йәшниге пр‑тиеһында, 1965—92 йй. Дәүләт Органик химия һәм технологиялар...

МИРКИН Борис Михайлович

МИРКИН Борис Михайлович (16.7.1937, Өфө — 9.8.2017, шунда уҡ), фитоценолог, агроэколог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), биол. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). РФ‑тың (1994), БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1959) БНИИСХ‑ла эшләй. 1960—61 йй. һәм 1963 й. алып БДУ‑ла (1982—86 йй....

МИРКО Павел Дмитриевич

МИРКО Павел Дмитриевич (17.4. 1901, Киев губ. Геническ ҡ. — 25.1.1978, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1967). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү инженерлыҡ-иҡт. ин‑тын (1932) һәм Үҙәк Союздың Юғары пед. ғәмәли иҡт. һәм тауар өйрәнеү ғилеме ин‑тын...

МИРНЫЙ, Благовар р‑нындағы ауыл

МИРНЫЙ, Благовар р‑нындағы ауыл, Мирный а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 16 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 32 км алыҫлыҡта Батҡаҡ й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 306 кеше; 1959 — 565; 1989 — 994; 2002 — 1042; 2010 — 1067 кеше. Урыҫтар...

МИРОВОЙ СУД

МИРОВОЙ СУД, Башҡортостан Республикаһының дөйөм юрисдикциялағы һәм Рәсәй Федерацияһының берҙәм суд системаһына ингән суд власы органы. М.с. БР‑ҙа РФ һәм БР Конституцияларына, “Рәсәй Федерацияһында мировой судьялар тураһында” (1996, 1998), “Башҡортостан Республикаһында мировой судьялар тураһында” (1998)...

МИРОЛЮБОВ Серафим Николаевич

МИРОЛЮБОВ Серафим Николаевич (23.12.1913, Тверь губ. Берново а. — 10.1.1998, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1975), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1976). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1941) “Башнефтегеофизика” тресында эшләй: 1942 й. алып партия нач., 1945 й. — өлкән инженер; 1946 й. башлап...

МИРОЛЮБОВ Сергей Серафимович

МИРОЛЮБОВ Сергей Серафимович (20.3.1949, Октябрьский ҡ.), композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1981). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983). С.Н.Миролюбовтың улы. ӨАИ‑ла (1965—69) һәм Өфө сәнғәт уч‑щеһында (1970— 75) уҡыған. 1973 й. алып Өфө циркының концертмейстеры, 1975 й. — оркестр артисы,...

МИРОНЕНКО Иван Иванович

МИРОНЕНКО Иван Иванович (20.6. 1915, Дон ғәскәре өлк. Долотиновка утары — 30.10.1989, Өфө), архитектор. РСФСР‑ҙың атҡ. архитекторы (1974). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1940 й. алып). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) “Башпроект” тресы архитекторы, 1945 й. алып...

МИРОНЕНКОВА Жанна Викторовна

МИРОНЕНКОВА Жанна Викторовна (25.12.1963, Өфө), провизор. Фарм. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй: 1992 й. алып уҡытыусы, 1994 й. — фармацияға идара итеү һәм иҡтисад каф. мед. һәм фарм. тауарҙарын өйрәнеү ғилеме б‑са курс мөдире. Фәнни...

МИРОНОВ Вадим Николаевич

МИРОНОВ Вадим Николаевич (7.1.1929, Белорет ҡ. — 20.7.1979, Силәбе ҡ.), шағир, тәржемәсе. СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлаған (Мәскәү, 1957). 1949 й. алып “Белорецкий рабочий”, 1966 й. — “Магнитогорский рабочий” (“Магнитогорск эшсеһе”), 1970 й. — “Челябинский металлург”...

МИРОНОВ Валерий Викторович

МИРОНОВ Валерий Викторович (18.12.1952, Улан‑Удэ), радиофизик. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2002). Воронеж ун‑тын тамамлағандан һуң (1975) ӨДАТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник һәм ойоштороу системалары м‑н идара итеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә...

МИРОНОВ Павел Миронович

МИРОНОВ Павел Миронович (3.11.1861, Сембер губ. Яңы Ильмовый Куст а. — 20.9.1921, Өфө), педагог, мәғрифәтсе. Действительный статский советник (1912). Ырымбур уҡытыусылар ин‑тын тамамлағандан һуң (1884) Ырымбур ҡала 3 класлы уч‑щеһы, 1882 й. алып 1‑се Өфө ҡала 4 класлы уч‑щеһы (1901 й. башлап уҡытыусы-...

МИРОНОВ Пётр Иванович

МИРОНОВ Пётр Иванович (30.7. 1959, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а.), анестезиолог‑реаниматолог, педиатр. Мед. ф. д-ры (1998), проф. (2008). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2011). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) 2001 й. тиклем Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй. 1998 й. алып БДМУ‑ла. Фәнни...