Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ФРАНЦУЗ ЯУЫ БӘЙЕТЕ”

“ФРАНЦУЗ ЯУЫ БӘЙЕТЕ” (“1812 йылғы һуғыш тураһында бәйет”), башҡ. бәйете. Тәүге тапҡыр 1967 й. Н.Д.Шоңҡаров БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Үрге Муйнаҡ а. Ғөбәйҙулла Хәмиҙуллиндан яҙып ала, “Башҡорт халыҡ ижады. Бәйеттәр” (1978) китабында баҫтырыла. Әҫәр кинәйә, ирония м‑н һуғарылған, бер үк ваҡытта юғары героик...

“ХАЙБУЛЛИНСКИЙ ВЕСТНИК”, ижт.-сәйәси гәзит

“ХАЙБУЛЛИНСКИЙ ВЕСТНИК” (“Хәйбулла хәбәрҙәре”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР-ҙың «“Яңы тормошҡа” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП-ы. Хәйбулла р-ны Аҡъяр а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. нояб. алып башҡорт телендә “Көрәш байрағы”,...

“ХАКИМИӘ”, мәҙрәсә

“ХАКИМИӘ”, мәҙрәсә. Яҡынса 1909—10 йй. Өфөлә Хәким йәмиғ мәсете эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, шәхси иғәнәләргә тотола. Уҡытыу-тәрбиә эшенә мөҙәрис һәм мәсеттең имам-хатибы етәкселек итә. Мәҙрәсәнең башланғыс кластарын тамамлаған ир-егеттәр ҡабул ителә. Уҡыу курсы...

“ХАЛЫҠ”, төркөм

“ХАЛЫҠ”, социал‑революционерҙар партияһы составындағы төркөм. 1919 й. ғин. “Өфө делегацияһы” булараҡ ойошторола, авг. алып “Х.” төркөмө, окт. эсерҙар партияһы составынан сыға һәм “Социал-революционерҙар партияһы аҙсылығы” исемен ала. Эсерҙар партияһынан айырмалы рәүештә идеологик ҡапма-ҡаршылыҡ булыуға...

“ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ ГРАММАТИКАҺЫ”

“ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ ГРАММАТИКАҺЫ”, монография (М., 1981). Ә.Ә.Юлдашев етәкселегендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Башҡорт дәүләт университеты коллективы телселәре (Т.М.Ғарипов, М.В.Зәйнуллин, К.Ғ.Ишбаев, Н.Х.Ишбулатов, Н.Х.Мәҡсүтова, В.Ш.Псәнчин, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, З.Ғ.Ураҡсин, М.Х.Әхтәмов һ.б.)...

“ХӘЙБУЛЛА ХӘБӘРҘӘРЕ”, гәзит

“ХӘЙБУЛЛА ХӘБӘРҘӘРЕ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Яңы тормошҡа” редакция‑нәшриәт ком­плексы» ДУП‑ы. Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тарихы 1931 й. алып башлана (ҡара: “Хайбуллинский вестник”), 2006 й....

“ХӘСӘНИӘ”, урта мәҙрәсә

“ХӘСӘНИӘ”, урта мәҙрәсә. 1903 й. Өфөлә 3‑сө йәмиғ мәсете (ҡара: Өфөләге мәсеттәр) эргәһендә асыла. Инициаторы һәм нигеҙ һалыусыһы — М.М.Хәсәнов. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, шәхси иғәнәләргә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис һәм мәсеттең имам‑хатибы етәкселек итә. Ир‑егеттәр ҡабул...

“ХӘТЕР. 1941—1945 йй. БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ҺӘЛӘК БУЛҒАНДАР ИСЕМЛЕГЕ”

“ХӘТЕР. 1941—1945 йй. БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ҺӘЛӘК БУЛҒАНДАР ИСЕМЛЕГЕ” (“Память. Списки погибших в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.”; 22 китапта, Өфө, 1994—2000), Башҡортостанда тыуған һәм республиканан саҡырылған, фронтта һәм әсирлектә һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған, яраларҙан һәм ауырыуҙарҙан...

“ХӘТИРӘ”,фольклор ансамбль

“ХӘТИРӘ”, Белорет р‑ны Сермән а. мәҙәниәт йортоноң фольклор ансамбле. 1987 й. ойошторола. 2003 й. “халыҡ” исемен ала. 1999—2009 йй. “Х.” эргәһендә халыҡ ҡоралдары ансамбле (етәксеһе В.М.Бикбаева) эшләй. “Х.” репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары (“Байыҡ”, “Душа мой”, “Йыуаса”, “Ҡара тауыҡ”, “Ҡыраҡа тауы”,...

“ХЕҘМӘТ”, спорт йәмғиәте

“ХЕҘМӘТ” РСФСР профсоюздарының ирекле спорт йәмғиәте. Ағас эшкәртеү, газ, еңел, күмер, машиналар эшләү, металлургия, нефть, урман, химия, электр техникаһы сәнәғәттәре, төҙөлөш һ.б. физик культура коллективтарын берләштергән. БАССР-ҙың “Х.” ДСО-һы 1957—87 йй. эшләгән, “Х.” ДСО-һының Башҡорт өлкә советы...

“ХЕҘМӘТ”, стадион

“ХЕҘМӘТ”, стадион. Өфөлә урынлашҡан. 1937 й. алып БАССР ХКС эргәһендәге Физик культура һәм спорт эштәре ком-тының “Большевик”, 1950 й. — “Искра” ДСО-һы Башҡорт өлкә советының “Искра”, 1955 й. — “Локомотив” ДСО-һының “Локомотив”, 1960—2005 йй. Төҙөлөш тресы №3 “Х.” стадионы булараҡ эшләй. Спорт залы...

“ХӨСӘЙЕНИӘ”, юғары мәҙрәсә

“ХӨСӘЙЕНИӘ”, юғары мәҙрәсә. 1891 й. Ырымбур ҡ. 6-сы йәмиғ мәсете (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре) эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусылары — Әхмәт М., Ә. (Ғәни) М. һәм М.М.Хөсәйеновтар (ҡара: Хөсәйеновтар). Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарама­ғында була, Хөсәйеновтар аҡсаһына тотола. Уҡытыу-тәрбиә...

“ХӨСРӘҮ ВӘ ШИРИН”, әҙәбиәт ҡомартҡыһы

“ХӨСРӘҮ ВӘ ШИРИН”, төрки әҙәбиәт ҡомартҡыһы, дастан. 1342 й. шағир Ҡотб тарафынан яҙылған. Әзербайжан шағиры Низамиҙың ш. уҡ исемле поэмаһының хорезм-төрки әҙәби теленә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) ижади тәржемәһе (ҡара: Нәзирә) булып тора. Шиғри формала яҙылған. 4700-гә яҡын бәйетте...

“ҺАҠМАР”, ижт.‑сәйәси гәзит

“ҺАҠМАР”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. 2000 й. ғин. алып Баймаҡ ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Баймаҡ ҡ. һәм Баймаҡ р‑нының ижт.‑сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов...

“ҺАҠМАР”, оҙон көй

“ҺАҠМАР”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. 1928 й. татар комп. М.Ә. Мозафаров Ырымбур ҡ., 1940 йй. А.А.Эйхенвальд яҙып ала (М.И.Глинка ис. Дәүләт үҙәк муз. мәҙәниәт музейында һаҡлана, Мәскәү), “Халҡым йыры” йыйынтығында баҫтырып сығарыла (1995). Лирик‑эпик йыр. Тыуған яҡҡа арналған, шиғри тексында Һаҡмар...

“ҺАҠМАР”, шифахана

“ҺАҠМАР”, ата‑әсәләре м‑н балалар өсөн шифахана. Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) 92 км алыҫлыҡта Хәйбулла р‑ны Йәнтеш а. эргәһендә урынлашҡан. Ғин. уртаса т‑ра ‑16°C, июлдә — 19°C. 2000 й. “Аҡсарлаҡ” йәйге балалар һауыҡтырыу лагеры нигеҙендә район профилакторийы булараҡ асыла, 2002 й. алып хәҙ. исемен...

“ҺАЛДАТ ТЕЛӘГЕ”, ижт.‑сәйәси гәзит

“ҺАЛДАТ ТЕЛӘГЕ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Өфө мосолман хәрби советы органы. 1917 й. июнь—сент. Өфөлә аҙна һайын төрки телендә сыға. 14 һаны донъя күрә. Хәрби‑патриотик темаларға мәҡәләләр баҫыла, Волга‑Урал төбәгендәге сәйәси хәл яҡтыртыла. Сент. алып “Ауыл халҡы” һәм “Ирек” гәз. м‑н берләштерелгәндән һуң...

“ҺАНДУҒАС”, ансамбль

“ҺАНДУҒАС”, Кушнаренко район мәҙәниәт йортоноң татар фольклор ансамбле. 1983 й. ойошторола, 1997 й. “халыҡ” исемен ала. “Һ.” репертуары нигеҙен урындағы йола фольк­лоры, ш. иҫ. аулаҡ, ҡаҙ өмәһе, туй йолалары; ҡарғатуй, һабантуй, “Йорт төҙөйбөҙ”, “Кисәлә”, “Кушнаренко һандуғастары”, “Ҡунаҡҡа саҡырабыҙ”,...

“ҺАНДУҒАС”, оҙон көй

“ҺАНДУҒАС”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр А.А.Эйхенвальд 1928 й. З.З.Илбаеванан, 1937 й. Б.М.Мәһәҙиеванан яҙып ала. К.Й.Рәхимов тарафынан 1947 й. М.Х.Хисмәтуллиндан яҙып алынған вариант беренсе мәртәбә “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫылып сыға. Артабанғы варианттарын Л.Н.Лебединский,...

“ҺАРЫТАУ БАШҠОРТТАРЫ”, ижт.‑сәйәси гәзит

“ҺАРЫТАУ БАШҠОРТТАРЫ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — Һарытау өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы. Перелюб р‑ны Перелюб а. айына 1 тапҡыр башҡорт һәм урыҫ (айырым материалдар) телдәрендә сыға. 2005 й. ғин. алып “Целинник” (“Сиҙәмсе”) гәз. ҡушымта булараҡ нәшер ителә. Өлкәлә йәшәгән башҡорттарҙың ижт. һәм...