Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МОДАЛЛЕК

МОДАЛЛЕК (лат. modus — күләм, ысул), һөйләүсенең ысынбарлыҡтағы хәл‑ваҡиғаларға төрлө мөнәсәбәт төрҙәрен, ш. уҡ субъектив квалификацияның төрлө төрҙәрен белдергән функциональ- семантик категория; төрлө тел кимәлдәрендә бер үк модаль мәғәнә сағыла. Хәҙ. башҡорт телендә М. реаль йәки реаль булмаған семантик...

МОДАЛЬ ҺҮҘҘӘР

МОДАЛЬ ҺҮҘҘӘР, модаллек мәғәнәһен белдергән махсус һүҙҙәр класы. Хәҙ. башҡорт телендә мәғәнә йөкмәткеләренә ҡарап раҫлауҙы һәм инҡар итеүҙе: “эйе”, “бар”, “юҡ”, “түгел”, “әлбиттә”, “ысынлап”, “дөрөҫ”, “асылда”, “ярай” һ.б.; тейешлекте һәм кәрәклекте: “кәрәк”, “тейеш”; мөмкинлекте: “мөмкин”, “ярамай”;...

МОЖАРЫ, Краснокама р‑нындағы ауыл

МОЖАРЫ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Арлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Нефтекама т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1059 кеше; 1920 — 925; 1939 — 730; 1959 — 405; 1989 — 213; 2002 — 319; 2010 — 393 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002). Ауылға 1815 й. керҙәшлек...

МОЖГА, Яңауыл р‑нындағы ауыл

МОЖҒА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Шүдек а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 387 кеше; 1920 — 339; 1939 — 300; 1959 — 234; 1989 — 182; 2002 — 155; 2010 — 154 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 1683 й. Уҫы даруғаһы Уран улусы...

МОЗАҺИТОВ Риф Имам улы

МОЗАҺИТОВ Риф Имам улы (8.1. 1932, БАССР‑ҙың Ҡарағош р‑ны Иҫке Хәлекәй а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Хәлекәй а., — 21.8.2016, Салауат ҡ.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1990). Респ. мәҙәни‑ағартыу мәктәбен тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1957). 1951 й. алып Стәрлебаш район мәҙәниәт йорто дир., 1960—75...

МОЗЖЕРИН Василий Иванович

МОЗЖЕРИН Василий Иванович (12.7.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ишембәт а. — 20.4.2008, Өфө), ветеринар врач. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), ветеринария ф. д‑ры һәм проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976), СССР‑ҙың социалистик а.х. отличнигы (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған...

МОИСЕЕВА Татьяна Павловна

МОИСЕЕВА Татьяна Павловна (27.11.1952, Өфө), социолог. Социол. ф. д‑ры (1998), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) ӨАИ‑ла, 1986—88 йй. — БАХИ‑ла эшләй. 1996 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта (2001—07 йй. гуманитар ф‑т деканы). Фәнни хеҙмәттәре йәмғиәтте соц.‑иҡтисади реформалау, хеҙмәт социологияһы проблемаларына...

МОИСЕЙ

МОИСЕЙ У ф и м с к и й (донъяуи исеме Чигвинцев Николай Иванович; 27.7.1913, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Бобровка а. — 3.6.1982, Өфө), дин әһеле, изге преподобный. Архимандрит (1977), монахлыҡ ҡабул иткән (1945). Ленинград дини семинарияһында уҡыған (1952—55). 1945 й. алып Изге Сергий кафедраль соборында...

МОКЕЕВ Геннадий Иванович

МОКЕЕВ Геннадий Иванович (31.3. 1944, Горький өлк. Белогузово а.), педагог, тренер. Пед. ф. д‑ры (1998), проф. (1994). РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. физик культура хеҙм‑ре, БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012). СССР‑ҙың спорт мастеры (1968), сават б‑са халыҡ-ара категориялы (1992) һәм бокс б‑са...

МОКЕЕВА Екатерина Геннадьевна

МОКЕЕВА Екатерина Геннадьевна (20.9.1975, Өфө ҡ.), спорт медицинаһы табибы. Медицина фәндәре докторы (2010). Г.И.Мокеевтың ҡыҙы. БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (1998) 2005 й. тиклем Республика табип‑физкультура диспансерында, бер үк ваҡытта 1999—2010 йй. һәм 2017 й. башлап ӨДАТУ‑ла (2022 й. ноябренән ӨФТУ)...

МОКРОУСОВ, ауыл, Өфө составында

МОКРОУСОВ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Киров р‑нының Искин а/с ҡарай. Өфөнән К. 17 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 1 км алыҫлыҡта Кәкрекүл (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 108 кеше; 1920 — 154; 1939 — 202; 1959 — 132; 1989 — 207; 2002 — 209; 2010 — 228 кеше. Урыҫтар...

МОКШАНСК ПЕХОТА ПОЛКЫ

МОКШАНСК ПЕХОТА ПОЛКЫ, 1878 й. Пенза ҡ. 90‑сы пехота резерв батальоны булараҡ ойошторола, 1891 й. алып Мокшанск пехота резерв батальоны, 1899 й. — 214‑се Мокшанск резерв батальоны, 1904 й. — 214‑се М.п.п. Уның базаһында 282‑се Ҡара Яр пехота полкы (1904—05) ойошторола. 1905 й. М.п.п. 214‑се Мокшанск...

МОҠАМАЙ Бәҙрүш

МОҠАМАЙ Бәҙрүш [ысын исеме Мөхәмәтйәнов Бәҙретдин Мөхәмәтйән улы; 5.10.1909, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡайыш а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 20.9.1944, Даугавпилс ҡ. янында], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. Шишмә р‑нында уҡыта, 1932 й. “Йәш коммунар” һәм “Ленинсы” гәз....

МОҠАНОВ Сабит Моҡан улы

МОҠАНОВ Сабит Моҡан улы (13.4. 1900, Аҡмулла өлк. Жаман-Шубар а. — 18.4.1973, Алма-Ата), яҙыусы. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА акад. (1954). 1936—37 йй. һәм 1943—52 йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ы__Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. “Тормош мәктәбе” (1930—1964; урыҫса тәрж. 1956— 1966) трилогияһы, “Күҙгә салынып ҡалған метеор” (1967—1970;...

МОҠАС 1‑се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

МОҠАС 1‑се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Сибай т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 246 кеше; 1920 — 197; 1939 — 132; 1959 — 145; 1989 —166; 2002 — 122; 2010 — 114 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға...

МОҠАС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

МОҠАС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Исем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 146 кеше; 1920 — 245; 1939 — 246; 1959 — 262; 1989 — 159; 2002 — 167; 2010 — 149 кеше. Башҡорттар...

МОҠАТАНОВ Әсхәт Хәтмулла улы

МОҠАТАНОВ Әсхәт Хәтмулла улы (10.4.1936, Свердловск өлк. Елпачиха а. — 3.08.2010, Өфө), тупраҡ белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1999). Биол. ф. д‑ры (1987). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1996). Пермь а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Яҡут ер төҙөлөшө экспедицияһында, 1962 й. — “Росгипрозем” проект‑тикшеренеү...

МОЛЕКУЛАЛАР ҺӘМ КРИСТАЛДАР ФИЗИКАҺЫ ИНСТИТУТЫ

МОЛЕКУЛАЛАР ҺӘМ КРИСТАЛДАР ФИЗИКАҺЫ ИНСТИТУТЫ. 1988 й. СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Физика бүлеге булараҡ СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлеге (1971 й. нигеҙләнгән) базаһында ойошторола, 1994 й. алып РФА‑ның Өфө ФҮ-нең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин-ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: физика өлкәһендә...

МОЛЕКУЛЯР БИОЛОГИЯ

МОЛЕКУЛЯР БИОЛОГИЯ, генетик мәғлүмәтте һаҡлау, тапшырыу һәм тормошҡа ашырыу механизмдары, даими булмаған биополимерҙарҙың (аҡһымдарҙың һәм нуклеин кислоталарының) төҙөлөшө һәм функциялары т‑дағы фән. Биохимияның биополимерҙарҙы өйрәнеүсе йүнәлештәренең үҫеше барышында формалаша. Биология, биоинформатика,...

МОЛЕКУЛЯР МОДЕЛДӘР ЯҺАУ

МОЛЕКУЛЯР МОДЕЛДӘР ЯҺАУ, молекуляр объекттарҙы уларҙың моделдәрен төҙөү һәм өйрәнеү юлы м‑н бирелгән үҙенсәлектәре булған матдәләрҙе алыу маҡсатында тикшереү ысулы. 2 йүнәлешкә айыралар: матем. ысулдарҙы һәм компьютер программа сараларын эшләү; молекуляр системаларҙың үҙенсәлектәрен прогноздың матем....