Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МОНОПОЛИЯҒА ҠАРШЫ СӘЙӘСӘТ

МОНОПОЛИЯҒА ҠАРШЫ СӘЙӘСӘТ, дәүләттең иҡт. сәйәсәт сиктәрендә конкуренцияны үҫтереүгә, монополистик эшмәкәрлекте һәм намыҫһыҙ конкуренцияны сикләүгә һәм бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралары комплексы; предприятиелар төҙөүҙе, үҙгәртеп ҡороуҙы, ябыуҙы, акцияларҙы күпләп һатып алыуҙы контролдә тотоу; билдәле...

МОНУМЕНТАЛЬ СӘНҒӘТ

МОНУМЕНТАЛЬ СӘНҒӘТ, пластик сәнғәт төрө; тәғәйен архитектура йәки тәбиғи мөхит өсөн ижад ителгән, улар м‑н үҙ‑ара идея‑образды сағылдырған әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә ала. М.с. әҫәрҙәре үҙ ваҡытының дөйөм соц. һәм фәлс. идеяларын сағылдыра, күренекле шәхес йәки мөһим ваҡиға т‑да иҫтәлектәрҙе мәңгеләштерә; уларҙа...

МООР Пётр Семёнович

МООР Пётр Семёнович [25.12.1934, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Алексеевка а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 25.9.2014, Кассель ҡ., Германия; Берлинда ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). БАХИ‑ны тамамлаған (1962). 1955—94 йй. Благовар р‑нындағы...

МОР Сергей Ярославович

МОР Сергей Ярославович (2.7.1969, Каркаралинск ҡ.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). Урал физик культура акад. тамамлаған (2005). 1997—2004 йй. “Ирбис” спорт клубы, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе...

МОРАҘ, Ғафури р‑нындағы ауыл

МОРАҘ, М ә н д е м, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 52 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 59 км алыҫлыҡта Мәндем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 129 кеше; 1920 — 167; 1939 — 195; 1959 — 189; 1989 — 145; 2002 — 118; 2010 — 124 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

МОРАҘЫМ ТАРЛАУЫҒЫ, парк

МОРАҘЫМ ТАРЛАУЫҒЫ, тәбиғи парк. 1998 й. эталон тәбиғәт комплекстарын һаҡлау, ял һәм туризмды үҫтереү маҡсатында ойошторолған; М.т. бер өлөшө Эйек заказ‑ нигы сиктәрендә ята. 2012 й. алып “Башҡортостан Уралы” биосфера резерваты составына инә. Күгәрсен һәм Йылайыр р‑ндары сиктәрендә Оло һәм Кесе Эйек...

МОРАҘЫМ ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУЫ

МОРАҘЫМ ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУЫ, б.э.т. 12—6 мең йыллыҡтарға ҡараған археологик ҡомартҡы. Күгәрсен Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы р‑ны 3‑сө Юлдыбай а. янында Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушыл‑ дығы) уң ярында йылға кимәленән 102 м бейеклектә Мораҙым тарла- уығында урынлашҡан. Мораҙым тораһы Күгәрсен мәмерйәһендә...

МОРАҘЫМ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

МОРАҘЫМ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Аҡ Шишмә й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 485 кеше; 1920 — 661; 1939 — 533; 1959 — 448; 1989 — 756; 2002 — 862; 2010 — 773 кеше. Башҡорттар...

МОРАҘЫМ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

МОРАҘЫМ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Сухоречка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 44 км һәм Приют т. юл ст. К. табан 31 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 138 кеше; 1920 — 173; 1939 — 185; 1959 — 346; 1989 — 247; 2002 — 257; 2010 — 198 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

МОРАҘЫМ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

МОРАҘЫМ, А р а т а у, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 124 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 174 кеше; 1920 — 207; 1939 — 133; 1959 — 199; 1989 — 326; 2002 — 381; 2010 — 374 кеше. Башҡорттар йәшәй...

МОРАҘЫМ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

МОРАҘЫМ, 3‑сө Ю л д ы б а й, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 426 кеше; 1920 — 468; 1939 — 190; 1959 — 190; 1989 — 126; 2002 — 180; 2010...

МОРАҠ

МОРАҠ, һ а ҙ е л ә г е (Rubus chamaemorus), рубус затына ҡараған үҫемлек. Төньяҡ ярымшарҙың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ ике өйлө үлән. Һабағы ябай, төҙ, бейеклеге 5—30 см. Япрағы бөтөн, бөрө рәүешендә, тәрән булмаған биш айырсалы. Япраҡ ҡолаҡсыны...

МОРАҠ БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

МОРАҠ БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1946 й. Күгәрсен р‑нында Дәүләкән педагогия училищеһы базаһында асыла. 1955 й. училище составына Йылайыр педагогия училищеһы индерелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу (1947 й. алып) бүлектәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре б‑са алып барылған. Китапханаһы,...

МОРАҠ ДЕПРЕССИЯҺЫ

МОРАҠ ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөнөң көньяҡ өлөшөндәге ҙур кире тектоник структура. БР терр‑яһында төньяҡта Шихан-Ишембай биләненән алып (Ишембай ҡ. киңлеге) көньяҡ сиккә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. М.д. 1—2 км тиклем ҡалынлыҡтағы флиш (карбон), биогерм (аҫҡы пермь), галоген (көңгөр ярусы)...

МОРАҠ, ауыл, Күгәрсен р‑ны

МОРАҠ, Ҡ ы ҙ ы л М ә с е т, ауыл, Күгәрсен р‑ны (1930—35 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Мораҡ а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 271 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында, Мораҡ—Ира, Иҫәнғол—Мораҡ автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900...

МОРАҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с үҙәге

МОРАҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1586 кеше; 1920 — 1585; 1939 — 1353; 1959 — 1049; 1989 — 705; 2002 — 681; 2010 — 634 кеше. Сыуаштар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

МОРАҠАЙ ҠУРҒАНДАРЫ

МОРАҠАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, 10— 12 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Әбйәлил р‑ны Мораҡай а. көнсығышта урынлашҡан. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. М.ҡ. I ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа табан Кесе Ҡыҙыл й. һул ярында урынлашҡан. 1965—66 йй. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. 12 ҡурған (диам. 11—18 м, бейеклеге...

МОРАҠАЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

МОРАҠАЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙә‑ генән Т.‑Көнс. 79 км һәм Мораҡай т. юл ст. Т. табан 2 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 323 кеше; 1920 — 398; 1939 — 325; 1959 — 310; 1989 — 291; 2002 — 293; 2010 — 329 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

МОРАПТАЛ УРТА МӘКТӘБЕ

МОРАПТАЛ УРТА МӘКТӘБЕ, Көйөргәҙе р‑ны Яңы Мораптал а. урынлашҡан. 1919 й. мәҙрәсә базаһында 1‑се баҫҡыс мәктәбе асыла, 1928 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала, 1988 й. Б.Бикбай исеме бирелә. Иҫке Мораптал һәм Яҡут аа. филиалдары эшләй. Китапханаһы,...

МОРАТ

МОРАТ, М о р а т С о л т а н (?— 1708, Ҡазан), Башҡорт ихтилалы (1704—11) етәкселәренең береһе. Өфө өйәҙе башҡорто (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Күсем нәҫеленән булған Себер ханы). 1706 й. йәйендә баш күтәргән башҡорттар делегацияһы башында батша хөкүмәтенә ҡаршы бергәләп көрәшеү өсөн Төньяҡ Кавказ халыҡтары...