Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ШИХАН”, ЯСЙ филиалы

“ШИХАН”, “Хейнекен берләштерелгән һыра ҡайнатыу йорттары” ЯСЙ (С.‑Петербург) филиалы. Һыра, ҡур, минераль һыу, кеүәҫ, лимонад етештерә. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составына һыра етештереү, ҡойоу (икеһе лә 1984 й. асылған), элеватор‑ҡур (2000) цехтары инә. 2010 й. 390 кеше эшләгән; 12,7 млн дал һыра,...

“ШИШМӘ”, ААЙ

“ШИШМӘ”, ААЙ. Таҙартылмаған ҡойоп һата торған көнбағыш майы, ҡалдыҡ, төпрә, гранулланған көнбағыш ҡабығы, кәрәҙ етештерә. Шишмә р‑ны Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан. Составына кәрәҙ‑балауыҙ һығыу (1979 й. асылған), май преслау (1992), көнбағыш ҡабығын грануллау (2008), экстракция (2009), рафинация (2010)...

“ШИШМӘ”, завод

“ШИШМӘ”, тоҡомсолоҡ з‑ды, ЯСЙ. Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Шишмә ауылы. Бестужев тоҡомоноң, ҡара-сыбар тоҡомдоң һыйыр малын үрсетеүгә махсуслаша. “Ш.” составына һөтсөлөк (3), йәш һыйыр малын һимертеү, үҫтереү һәм һатыу б‑са (2) фермалар, иген һаҡлау урыны, тирмән һ.б. инә. 2010 й....

“ШОҢҠАР”, ижт.‑сәйәси журнал

“ШОҢҠАР”, йәштәрҙең ижт.‑сәйәси, әҙәби‑нәфис журналы. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт са­ралары агентлығы. Өфөлә айына 1 тапҡыр (2007 й. авг. тиклем — 2 айға 1 тапҡыр) башҡорт телендә сыға. 1991 й. июненән “Ағиҙел” ж. эсендәге журнал булараҡ нәшер ителә, 1993 й. нояб. башлап үҙ аллы...

“ШУРА”, журнал

“ШУРА”, әҙәби‑нәфис һәм фәнни‑публицистик журнал. Нәшер итеүселәре: Мөхәмәтшакир М. һәм Мөхәмәтзакир М. Рәмиевтәр (ҡара: Рәмиевтәр). 1908 й. ғин. алып 1918 й. ғин. тиклем Ырымбур ҡ. айына 2 тапҡыр төрки телендә сыға. “Ваҡыт” гәз. типографияһында баҫыла. Журнал биттәрендә Урал‑Волга буйы мосолмандарының...

“ЫНЙЫ”, бейеү ансамбле

“ЫНЙЫ”, “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайының бейеү ансамбле. 1938 й. Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йортоноң башҡорт бейеү ансамбле булараҡ ойошторола, 1985 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1968 й. хәҙ. статусын ала. 1964 й. “халыҡ” исеме бирелә. Репертуарында башҡорт (“Айлы кис”, “Арҡайым батырҙары”,...

“ЫНЙЫҠАЙ МЕНӘН ЮЛДЫҠАЙ”, һалмаҡ көй

“ЫНЙЫҠАЙ МЕНӘН ЮЛДЫҠАЙ”, башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр йыр һәм уның легендаһы С.Г.Рыбаков тарафынан 1894 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Солтан приискыһында (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары”...

“ЫНЙЫЛАР”, бейеү ансамбле

“ЫНЙЫЛАР”, Рәүфә Ғәлиева ис. Борай район мәҙәниәт йортоноң балалар бейеү ансамбле. 1981 й. ойошторола, 1988 й. “өлгөлө” исемен ала. Ансамбль составына 9—13 йәшлек 50‑нән ашыу кеше инә. Репертуарында башҡорт (“Гөлнәзирә”, “Ерән саптар”), сыуаш (“Яра‑пар”), татар (“Байрам бейеүе”, “Бала саҡ мәле”, “Уйна,...

“ЫРҒЫҘ”, ижт.‑сәйәси гәзит

“ЫРҒЫҘ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — Һамар ҡ. “Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаһы. Һамар ҡ. айына 1 тапҡыр башҡорт телендә нәшер ителә. 2000 й. ғин. алып “Берҙәмлек” гәз. ҡушымта булараҡ сыға, 2008 й. башлап үҙ аллы баҫма. Өлкәлә йәшәгән башҡорттарҙың ижт. һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. Тәрж....

“ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ТӘБИҒИ РАЙОНДАРЫ”

“ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ТӘБИҒИ РАЙОНДАРЫ” (“Естественные районы Оренбургской губернии”), С.С.Неуструевтың монографияһы, Ырымбур ҡ. нәшер ителгән (1918). Ырымбур губернаһының ландшафтарын өйрәнеү б‑са тәүге геогр. яҙма, физик‑географик районлаштырыуға нигеҙ булып торған хеҙмәт. 1915—17 йй. Ырымбур губ....

“ЫРЫМБУР ҠАЛАҺЫНА ӨҪТӨНЛӨК”

“ЫРЫМБУР ҠАЛАҺЫНА ӨҪТӨНЛӨК”, Ырымбурҙың урынын, исемен билдәләгән һәм уның халҡына айырым хоҡуҡтар, сауҙа‑хужалыҡ льготалары биргән документ. Сенаттың обер‑секретары И.К.Кириловтың тәҡдиме м‑н 1734 й. 7 июнендә императрица Анна Иоанновна тарафынан ҡул ҡуйылған. 20 пункттан тора. Документҡа ярашлы, Ырымбурҙа...

“ЫРЫМБУР ТОПОГРАФИЯҺЫ”

“ЫРЫМБУР ТОПОГРАФИЯҺЫ”, “Ырымбур топографияһы, йәғни Ырымбур губернаһын ентекле тасуирлау”, П.И.Рычков монографияһы. 1762 й. “Ежемесячные сочинения к пользе и увеселению служащие” (“Хеҙмәткәрҙәр файҙаһына һәм күңел асыуына айлыҡ әҫәрҙәр”) ж. баҫыла, айырым китап булып сыға; 1887 й., 1949 й., 1999 й.,...

“ЭКОЛЕС”, ЯАЙ

“ЭКОЛЕС”, ЯАЙ. Шпондан бүлмә‑ара ишектәр етештерә. БР‑ҙың Благовещен ҡ. урынлашҡан. 1994 й. ойошторолған. “Э.” составына производство базаһы инә. Стәрлетамаҡ, Өфө, Ҡазан ҡҡ. салон‑магазиндары бар. 2010 й. 116 кеше эшләгән; 15 мең комплект ишек блоктары эшләнгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. Тәрж....

“ЭКОНОМИКА И МЫ”

“ЭКОНОМИКА И МЫ” (“Иҡтисад һәм беҙ”), гәзит. Ойоштороусыһы — “Восток” банкыһы. 1990—94 йй. Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыҡҡан. Гәзит биттәрендә илдәге иҡт., сәйәси, соц. ваҡиғалар яҡтыртылған, милли, дини, фәнни характерҙағы мәҡәләләр, әҙәби әҫәрҙәр һ.б. баҫылған. Мөхәррирҙәре: Р.Ф.Ҡадиров,...

“ЭКОНОМИКА И УПРАВЛЕНИЕ: НАУЧНО‑ПРАКТИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ”

“ЭКОНОМИКА И УПРАВЛЕНИЕ: НАУЧНО‑ПРАКТИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ” (“Иҡтисад һәм идаралыҡ: фәнни‑ғәмәли журнал”). Ойоштороусылары — Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., БР ФА. Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 1 мең дана. 1994 й. апр. алып “Экономика и управление” (“Иҡтисад һәм идаралыҡ”) исеме,...

“ЭКСПРЕСС”, ЯСЙ

“ЭКСПРЕСС” мәғлүмәт‑коммуникация үҙәге, ЯСЙ. Телекоммуникация һәм мәғлүмәт хеҙмәтен күрһәтә, структураланған кабель системаларын, локаль хисаплау селтәрҙәрен, видеокүҙәтеү системаларын монтажлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. “Э.” составына сервис үҙәге (2006 й. асылған) инә. Фирма магазины бар....

“ЭКСТРА‑КОРМ”, ДУП

“ЭКСТРА‑КОРМ” Ҡ а н д р а з а в о д ы, ДУП. Игенде киптереү, һаҡлау, тулы рационлы ҡатнаш мал аҙығына, концентраттарға, мал аҙығы ҡатнашмаларына эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Туймазы р‑нында урынлашҡан. Составына етештереү, силос корпустары, механика оҫтаханаһы инә. 2006 й. 56 кеше эшләгән; 3202 т продукция...

“ЭЛЕВАТОРСПЕЦСТРОЙ”

“ЭЛЕВАТОРСПЕЦСТРОЙ”, иген һаҡлау һәм эшкәртеү пр‑тиеларын, торлаҡ һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөү м‑н шөғөлләнгән. 1971 й. Өфөлә Стәрлетамаҡ, Куйбышев ҡҡ.; Ырымбур өлк. поездар төҙөү идаралығы һәм 601‑се ПМК (Быҙаулыҡ ҡ.) базаһында “Южуралэлеваторстрой” тресы булараҡ ойошторолған, 1999...

“ЭЛЕКТРОАППАРАТ”, ААЙ

“ЭЛЕКТРОАППАРАТ” Ө ф ө з а в о д ы, ААЙ. Электр бүлеү һәм көйләү аппаратураһын етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составына әҙерләү, йыйыу, табаҡ эшкәртеү һәм штамплау, лак‑буяу һәм гальваник ҡаплау, инструменттар, транспорт цехтары инә. 2010 й. 515 кеше эшләгән; 36 дана вакуумлы һүндергес, 37 — өрҙөрөү м‑н...

“ЭЛЕКТРОЛУЧ”, завод

“ЭЛЕКТРОЛУЧ” Ө ф ө з а в о д ы. Күреү б‑са инвалидтарҙы хеҙмәт, соц.‑мәҙәни, спорт‑һауыҡтырыу яғынан реабилитациялау һ.б. м‑н шөғөлләнә. 1949 й. Һуҡырҙар йәмғиәте (2007 й. тиклем) составында Өфө уҡытыу‑производство оҫтаханаһы (1958 й. алып пр‑тие) булараҡ ойошторола, 1988 й. башлап “Э.” Башҡ‑н ПБ (со­ставына...