Список материалов
НАҠАҪБАШ ЗАКАЗНИГЫ
НАҠАҪБАШ ЗАКАЗНИГЫ. 1969 й. һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙер өсөн зоол. заказник булараҡ ойошторола. Күмертау ҡ. көнсығышҡа табан 16 км алыҫлыҡта Керәүле (Ағиҙел й. басс.) һәм Наҡаҫ (Һаҡмар й. басс.) йй. араһында, Күгәрсен м‑н Көйөргәҙе р‑ндары терр‑яһында урынлашҡан. Майҙаны 23,8 мең га, терр‑яның...
НАЛИВКИН Василий Дмитриевич
НАЛИВКИН Василий Дмитриевич (30.4.1915, Петроград — 5.11.2000, С.‑Петербург), геолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1968), БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1991), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1951), проф. (1964). СССР‑ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1958). Д.В.Наливкиндың улы. Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1938)....
НАЛИВКИН Дмитрий Васильевич
НАЛИВКИН Дмитрий Васильевич (25.8.1889, С.‑Петербург — 3.3.1982, Ленинград), геолог, палеонтолог. СССР ФА акад. (1946), Төрөкмән ССР‑ы ФА‑ның (1951), Чехословакия ФА‑ның (1962), Сербия фән һәм сәнғәт акад. (1965) почётлы ағзаһы, геол.‑минералогия ф. д‑ры (1936), проф. (1924). Соц. Хеҙмәт Геройы (1963)....
НАМАҘ
НАМАҘ (фарс. доға), исламда көн һайын биш тапҡыр доға ҡылыу. Н. алдынан тәһәрәт алына, Намаҙ ваҡытында Аллаға табынғанлыҡты раҫлаған хәрәкәттәр яһала (руҡут, сәждә). Кейемдең һәм урындың таҙа булыуы шарт, шәриғәт ҡушҡан ваҡытта уҡыла: таңда — иртәнге Н., төш уртаһында — өйлә Н., төштән һуң — икенде...
НАМАҘЛЫҠ
НАМАҘЛЫҠ, намаҙ уҡығанда иҙәнгә йәйә торған келәм. Н. нәфис өлгөләре биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре булып тора. Н. бәрхәттән, эслек ҡуйып, йоҡа туҡыманан тегәләр, һирәкләп һуғып эшләйҙәр (ҡара: Балаҫ һуғыу), нағыш һалалар (ҡара: Сигеү). Ғәҙәттә, Н. композицияһы орнаменттан (ҡайһы берҙә мосолман каллиграфияһы...
НАМЕСТНИКЛЫҠ
НАМЕСТНИКЛЫҠ, 1775— 97 йй. Рәсәйҙәге адм.‑терр. берәмек. 1775 й. Императрица Екатерина II губ. реформалары нигеҙендә ойошторола. Н. губерналар урынына индерелә, өлкәләргә һәм өйәҙҙәргә бүленә. 2—3 Н. секретарь һәм адъютанттары булған ген.‑губернатор (наместник) етәкс. иткән ген.-губернаторлыҡтарға берләшә....
НАМЁТКИН Сергей Семёнович
НАМЁТКИН Сергей Семёнович (21.6.1876, Ҡазан — 5.8.1950, Мәскәү), химик‑органик. СССР ФА акад. (1939), химия ф. д‑ры (1935). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1947). Фәнни хеҙмәттәре нефть химияһы һәм технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Н. тарафынан СССР нефте м‑н тәбиғи газының...
НАНОСТРУКТУР МАТЕРИАЛДАР
НАНОСТРУКТУР МАТЕРИАЛДАР к ү л ә м л е, бөртөктәренең йәки башҡа структура берәмектәренең уртаса үлсәмдәре 100 нм кәм булған поликристаллик материалдар. Н.м. аҫтан өҫкә (наноүлсәмле өлөшсәләрҙе атомлап йыйып йәки туплап) йәки өҫтән аҫҡа табан (структураны бүлеп йәки тиң булмаған ҡаты аморф иретмәнән...
НАПАЛКОВ Валентин Васильевич
НАПАЛКОВ Валентин Васильевич (30.7.1941, Горький ҡ.— 20.10.2021, Өфө ҡ.), математик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1990), БР ФА академигы (1991), физика‑математика фәндәре докторы (1977), профессор (1980). Горький университетын тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй. 1971 й. алып Математика институтында:...
НАРАТАҪТЫ, Шаран р‑нындағы ауыл
НАРАТАҪТЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Шаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 4 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 685 кеше; 1920 — 1206; 1939 — 1264; 1959 — 826; 1989 — 764; 2002 — 825; 2010 — 735 кеше. Татарҙар, сыуаштар йәшәй (2002). Урта...
НАРАТЙЫЛҒА, Баҡалы р‑нындағы ауыл
НАРАТЙЫЛҒА, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Мостафа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 55 км алыҫлыҡта Наратлы й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 613 кеше; 1920 — 643; 1939 — 531; 1959 — 378; 1989 — 185; 2002 — 143; 2010 — 120 кеше. Башҡорттар, татарҙар...
НАРАТСОҠОР, Баҡалы р‑нындағы ауыл
НАРАТСОҠОР, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Дияш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 31 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 105 км алыҫлыҡта Өшә й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 305 кеше; 1959 — 212; 1989 — 152; 2002 — 110; 2010 — 86 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй...
НАРАТҺАҘ
НАРАТҺАҘ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Мишкә р‑ны Сабай а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Бөрө й. һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 585 га. Н. терр‑яһында бәләкәй күлдәр м‑н уйһыу һаҙлыҡтар комплексы (торфтың уртаса ҡалынлығы 2 м, иң ҡалыны — 7,5 м) бар. Ландшафы ҡайын, ерек үҫкән һаҙлы урмандарҙан...
НАРДУҒАН
НАРДУҒАН, башҡорттарҙың Ҡояшҡа (нар, фарс. — ҡояш) арналған традицион байрамы. Йылына 2 тапҡыр үткәрелгән. Көндөң оҙоная башлауын билдәләгән ҡышҡы Н. байрамы 25 дек. алып 5 февр. тиклемге осорҙа була һәм иң һыуыҡ көндәргә тура килә (ҡышҡы селлә). Тәүге көндө балалар иртә м‑н, байрам башланыуын хәбәр...
НАРИМАН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл
НАРИМАН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Саҡмағош а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 4 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 71 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 173 кеше; 1959 — 189; 1989 — 258; 2002 — 346; 2010 — 315 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Саҡмағош гимназияһы филиалы), балалар...
НАРКЕВИЧ Иван Иосифович
НАРКЕВИЧ Иван Иосифович (12.8. 1938, Белорус ССР‑ының Пуховка а.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. СССР Нефть‑газ төҙөлөшө министрлығының почётлы хеҙм‑ре (1988). 1960 й. алып Яҡут АССР‑ында, Приморье крайында, Кемерово өлк., 1968—98 йй. “Уфанефтегазстрой” АЙ‑нда эшләй: бульдозерсы, 1970 й. башлап таҙартыу...
НАРКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ №1
НАРКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ №1, һаулыҡ һаҡлауҙың дәүләт бюджет учреждениеһы. Наркомания, алкоголизм, токсикомания м‑н ауырығандарҙы һәм тәмәкенән йонсоғандарҙы дауалау һәм реабилитациялау б‑са төп махсуслаштырылған дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһы һәм Башҡортостандың дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары өсөн наркология...
НАРКОМАНИЯ
НАРКОМАНИЯ (гр. narkē — ҡатып ҡалыу, ойоу һәм mania — аҡылһыҙлыҡ, көслө дәрт), наркотик ҡулланыуға тыйып торғоһоҙ теләк м‑н бәйле хроник ауырыуҙар төркөмө. Опий, каннабиоид (нәшә), кокаин, седатив, йоҡо дарыуҙарын, галлюциногендарҙы саманан артыҡ ҡулланыу һ.б. Н. төрҙәрен айыралар. Булышлыҡ итеүсе факторҙар:...
НАРТАЙЛАҠОВ Мәжит Әхмәт улы
НАРТАЙЛАҠОВ Мәжит Әхмәт улы (3.2.1960, Ырымбур өлк. Переволоцк р‑ны Ғәбдрәфиҡ а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлаған (1983). 1985 й. алып Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында бүлек мөдире. 1987 й. алып БДМУ‑ла:...
НАРЫНБАЙ
НАРЫНБАЙ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Башҡорт. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт итә (Орск ҡәлғәһендә). 1773 й. көҙөндә Пугачёв бойороғо б‑са йәшерен рәүештә Орск ҡәлғәһенең башҡ. һәм татар казактарын баш күтәреүселәргә ҡушылырға һәм ҡәлғәне улар ҡулына тапшырырға...