Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НӘСИБУЛЛИН Руслан Рафиҡ улы

НӘСИБУЛЛИН Руслан Рафиҡ улы (2.3.1981, Верхотурье ҡ.), спортсы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003), фехтование буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2004), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2021). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2005). Урал физик культура академияһын тамамлаған (2004). 19‑сы...

НӘСИБУЛЛИН Руслан Сәғит улы

НӘСИБУЛЛИН Руслан Сәғит улы (4.12.1937, ТАССР‑ҙың Аҙнаҡай а. — 14.1.2019, Өфө), радиофизик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1961) Өфөлә эшләй: 140‑сы почта йәшниге пр‑тиеһында, 1962 й. алып Органик химия ин‑тында, 1975 й. – СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем....

НӘСИХӘТ

НӘСИХӘТ (ғәр.), башҡ. халыҡ педагогикаһында (ҡара: Этнопедагогика) кешенең эске һәм тышҡы донъяға мөнәсәбәте формалашыуына, әхлаҡ нормаларын аңлатыуға йүнәлтелгән өгөт‑нәсихәт рухындағы теҙмә һәм сәсмә әҫәрҙәр. Сығанаҡтары алғышҡа барып тоташа. Н. өлкән быуын вәкиле (ғәҙәттә, йәмғиәттә абруйлы кеше,...

НӘҪЕЛ АУЫРЫУҘАРЫ

НӘҪЕЛ АУЫРЫУҘАРЫ, г е н е т и к а у ы р ы у ҙ а р, күҙәнәктәрҙең генетик материалы (хромосома, гендар һәм геном мутациялары) үҙгәреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм нәҫелгә күсә торған патологик хәлдәр. Тәбиғәттең физик (радиация), биологик (вирустар) һәм химик (пестицидтар, гербицидтар, ҡайһы бер...

НӘҪЕР, әҙәби жанр

НӘҪЕР (ғәр.), лиро‑патетик йөкмәткеле бәләкәй күләмле сәсмә әҫәр, әҙәби жанр. Хисле булыуы һәм эске ритмикаһы м‑н шиғри телмәргә яҡын тора; йыш ҡына антитеза алымдарына ҡорола. Н. эҙмә-эҙлекле сюжет үҫеше булмай, унда ниндәй ҙә булһа берәй әһәмиәтле ваҡиға һәм герой т‑да хикәйәләнә; художестволы эффект...

НӘФИС АҒАС СӘНҒӘТЕ

НӘФИС АҒАС СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә һәм хужалығындағы төрлө тәғәйенләнештәге ағас (ҡайын,__ ҡарама, имән, йүкә, уҫаҡ һ.б.), ш. уҡ туҙ, оро, ҡайыр, сыбыҡ, һалабаш, ҡурыз ҡулланып эшләнгән әйберҙәр; уларҙы нәфис эшкәртеү. Ағастың күп, ныҡ һәм ш. уҡ ваҡытта эшкәртеүҙә еңел булыуы,...

НӘФИС КЕЙЕҘ СӘНҒӘТЕ

НӘФИС КЕЙЕҘ СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә ҡулланылған, һарыҡ (һирәкләп — дөйә) йөнөнән эшләнгән төрлө әйберҙәр; уларҙы матур итеп биҙәү; хәҙ. заман биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлеге. Кейеҙ баҫыу технологияһы, уны ҡулланыу өлкәһе һәм традицион биҙәү алымдары боронғо төркиҙәр сәнғәтенә барып...

НӘФИС КЕРАМИКА СӘНҒӘТЕ

НӘФИС КЕРАМИКА СӘНҒӘТЕ, махсус составлы балсыҡтан яндырып эшләнгән нәфис сәнғәт әйберҙәре (фарфор, фаянс, терракота, көршәк); биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрө. Башҡортостанда неолит дәүеренән алып билдәле (ҡара: Керамика). Респ. рәссамдарының Н.к.с. м‑н ҡыҙыҡһыныуы 20 б. 50‑се йй. урталарында барлыҡҡа килә...

НӘФИС КҮН СӘНҒӘТЕ

НӘФИС КҮН СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә һәм хужалығында ҡулланылған, йәнлек тиреһенән әҙерләнгән төрлө тәғәйенләнештәге әйберҙәр; уларҙы нәфис эшкәртеү; хәҙ. заман биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлеге. Башҡортостанда башлыса малсылыҡ м‑н шөғөлләнеү уның көнсығышында, айырыуса Урал аръяғында,...

НӘФИС ҠУРСАҠ СӘНҒӘТЕ

НӘФИС ҠУРСАҠ СӘНҒӘТЕ, биҙәү- ҡулланма сәнғәте әйберҙәре һәм бүлеге. Н.ҡ.с. традицион ҡурсаҡ өлгөләрен заманға яраҡлаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Тибы б‑са уйынсыҡ, театр, экспозицион, сувенир, интерьер ҡурсаҡтарҙы айырып йөрөтәләр. БР‑ҙың проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә Н.ҡ.с. ҡарата ҡыҙыҡһыныу...

НӘФИС ЛАК СӘНҒӘТЕ

НӘФИС ЛАК СӘНҒӘТЕ, ағастан, папье-машенан йәки металдан эшләнгән, рәсем, ҡайһы берҙә инкрустация м‑н биҙәлгән, лак м‑н ҡапланған әйберҙәр. Н.л.с. төп үҙенсәлектәре — шымартылған өҫтөң ялтырап тороуы, фон, рәсем һәм инкрустация төҫтәренең ҡапма‑ҡаршылығы; әйберҙәр йыйнаҡ һәм зиннәтле, ғәҙәттә, уларға...

НӘФИС МЕТАЛЛ СӘНҒӘТЕ

НӘФИС МЕТАЛЛ СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә һәм хужалығында ҡулланылған, металдан эшләнгән төрлө тәғәйенләнештәге әйберҙәр; уларҙы нәфис эшкәртеү; биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлеге. Башҡортостанда металл әйберҙәр энеолит дәүерендә барлыҡҡа килә. Металды биҙәүҙең традицион төрҙәрен етештереү...

НӘФИС ТЕКСТИЛЬ СӘНҒӘТЕ

НӘФИС ТЕКСТИЛЬ СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә туҡылған һәм туҡылмаған материалдарҙан эшләнгән төрлө әйберҙәр; уларҙы биҙәү; хәҙ. заман биҙәү- ҡулланма сәнғәте бүлеге. Башҡортостанда Н.т.с. үҙенсәлектәренең формалашыуы тәбиғәт, климат шарттарына, хужалыҡтың традицион формаларына бәйле...

НӘФИС ФАРФОР СӘНҒӘТЕ

НӘФИС ФАРФОР СӘНҒӘТЕ, ҡыҙҙырылған, һыу һәм газ үткәрмәй торған, ғәҙәттә аҡ төҫтә, нәҙек ҡатламы үтә күренмәле, ваҡ тишектәрһеҙ, сағыу нәҙек керамикананэшләнгән художество әйберҙәре; нәфис керамика сәнғәте төрө. Аҡ тоноҡ фарфор (бисквит) художество әйберҙәре эшләүҙә ҡулланыла һәм, ғәҙәттә, глазурь м‑н...

НӘФИС ФИЛЬМ

НӘФИС ФИЛЬМ, сценарийҙы актёрҙар уйыны, режиссура, оператор сәнғәте, художество‑декоратор, композитор ижады һ.б., ш. уҡ графикалы һәм күләмле мультипликация (ҡара: Анимация киноһы) саралары ярҙамында кинематографик һынландырыу юлы м‑н ижад ителгән киносәнғәт төрө. Н.ф. жанрҙары: боевик, детектив, драма,...

НӘҺРЕТДИН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

НӘҺРЕТДИН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 68 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 113 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 163 кеше; 1920 – 461; 1939 – 409; 1959 – 372; 1989 – 189; 2002 – 172; 2010 – 155 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

НЕБОЛЬСИН Павел Иванович

НЕБОЛЬСИН Павел Иванович (1817—1893), этнограф. Дворяндарҙан. С.‑Петербург ун‑тында уҡыған. Рус география йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 19 б. уртаһында Ырымбур губернаһына сәйәхәт ҡыла, сәфәр ваҡытында башҡорттарҙың этнографияһы т‑да мәғлүмәттәр йыя. “Отечественные записки” (“Ватан яҙмалары”;...

НЕВЕЛЬСК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

НЕВЕЛЬСК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. сент.—окт. Өфөлә СССР Оборона ХК директиваһы б‑са 361‑се уҡсылар див. булараҡ ойошторола; 1942 й. мартынан — 21‑се гвардия уҡсылар дивизияһы. Див. составына 1200‑се, 1202‑се, 1204‑се уҡсылар һәм 925‑се артиллерия полктары, миномёт дивизионы, 3 айырым батальон (сапёр,...

НЕВОЛИН Аркадий Иванович

НЕВОЛИН Аркадий Иванович (20.9. 1940, Златоуст ҡ.), инженер-механик. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1981). Магнитогорск тау-металлургия ин‑тын тамамлаған (1973). 1963—96 йй. Белорет металлургия комб‑тында эшләй: вальце-токарь, 1971 й. алып слесарь, 1974 й. — цех нач. ярҙамсыһы. Н. ҡатнашлығында 150‑се прокатлау...

НЕВР…, НЕВРО…

НЕВР…, НЕВРО…, нейро… мәғәнәһенә тап килә. Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов