Список материалов
НЕМКОВА Татьяна Ивановна
НЕМКОВА Татьяна Ивановна (22.11. 1937, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Үҙән а. — 9.3.2012, Белорет ҡ.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1956 й. алып Белорет металлургия комб‑тында арҡан ишеү б‑са машинист, 1981— 92 йй. 25‑се юғары ПУ‑ла (Белорет) производствоға өйрәтеү мастеры. БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты....
НЕМЦОВ Александр Александрович
НЕМЦОВ Александр Александрович (12.12.1951, Мәскәү — 1.11.2008, Өфө), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2003). К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1974) Мәскәүҙә эшләй: Бөтә Союз кибернетика ҒТИ‑нда (1976 й. алып өлкән иҡтисадсы), 1977 й. башлап Бөтә Рәсәй тоҡомсолоҡ эше ҒТИ‑нда (1987 й. —...
НЕМЧИНОВ Александр Михайлович
НЕМЧИНОВ Александр Михайлович [15.11.1919, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Воскресенка а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 3.10.1985, Чернигов ҡ.], майор. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1949). 1937 й. алып Воскресенка элемтә бүлексәһендә эшләй. 1939 й. башлап...
НЕО...
НЕО... (гр. neos — яңы), ҡушма һүҙҙәрҙең “яңы” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., неоген, неологизмдар).
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
НЕОГЕН, кайнозойҙың бүлексәһе
НЕОГЕН (нео... һәм ...генез), н е о г е н с и с т е м а һ ы (о с о р о), кайнозойҙың икенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 23 млн йыл, тамамланыуы — 2,6 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1853 й. М.Гёрнес тарафынан айырып күрһәтелә. Ике бүлектән тора: аҫҡыһы — миоцен һәм өҫкөһө — плиоцен. Н....
НЕОЛИТ
НЕОЛИТ (нео... һәм лит...), таш быуаттың тарихи‑мәҙәни осоро. Б.э.т. 6—4 мең йыллыҡтарға ҡарай. Н. осоронда Көньяҡ Уралда Ағиҙел буйы мәҙәниәте, Ағиҙел мәҙәниәте (Урал буйында) һәм Ташбулат мәҙәниәте (Урал аръяғында) барлыҡҡа килә. Иң билдәле археологик ҡомартҡылар: Ғүмәр тораһы II, Дәүләкән, Елшанка...
НЕОЛОГИЗМДАР
НЕОЛОГИЗМДАР (нео... һәм гр. lo¼gos — һүҙ), билдәле бер осорҙа ниндәй ҙә булһа телдә барлыҡҡа килгән һүҙҙәр, һүҙҙәр бәйләнеше йәки уларҙың мәғәнәһе. Яңы предметтарҙың, төшөнсәләрҙең һәм уларҙың сифатына атама биреү кәрәклеге арҡаһында барлыҡҡа килә. Н. пассив лексика фондына ҡарай, әммә улар актив фондҡа...
НЕОНАТОЛОГИЯ
НЕОНАТОЛОГИЯ (лат. neonatus — яңы тыуған бала һәм ...логия), яңы тыуған балаларҙың физиол. һәм патология үҙенсәлектәрен, баланың торошона йөклөлөк һәм бала табыу барышының тәьҫирен өйрәнеүсе һәм беренсе 28 тәүлеген йәшәгән балаларҙы тәрбиәләп һауыҡтырыу, уларҙың ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау һәм...
НЕОТТИАНТА
НЕОТТИАНТА (Neottianthe), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. 6 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡалпаҡлы Н. үҫә. Бейеклеге 10—25 см булған, бөрө рәүешендәге бүлбеле күп йыллыҡүлән. Һабағы төҙ, нескә, ҡырлы. Һабаҡтың төбөндәге 2 япрағы эллипс йәки йомортҡа‑эллипс...
НЕПЕЙЦЕВ, ауыл, Өфө эсендә
НЕПЕЙЦЕВ, ауыл, 1926 й. алып Өфө эсендә. Ауылға Өфө өйәҙендә Непейцындарҙың ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1811 й. алып билдәле. Шулай уҡ Берёзовка, Кособрюхов, Борисов исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 1 йортта 11 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Халҡы: 1906 й. — 38; 1920 — 70 кеше. Хәҙ. Өфөнөң...
НЕПЕЙЦЫНДАР
НЕПЕЙЦЫНДАР, Н е п е й ц о в т а р, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий Никитич Н. 1646 й. Өфө гарнизонын көсәйтер өсөн Ҡазандан ебәрелгән отряд составында Өфөгә килә. 1648 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Ҡатыны Домна Гладышеваның (Гладышевтар нәҫеленән)...
НЕПЛЮЕВ Иван Иванович
НЕПЛЮЕВ Иван Иванович (5.11. 1693, Новгород өйәҙе Поддубье а. — 11.11.1773, шунда уҡ), дәүләт эшмәкәре. Действительный тайный советник (1751). С.‑Петербург диңгеҙ акад. тамамлағандан һуң (1720) С.‑Петер‑ бургта төҙөлөп ятҡан диңгеҙ суднолары ком. булып хеҙмәт итә. 1721— 34 йй. Ғосман империяһында Рәсәй...
НЕПЛЮЕВ КАДЕТ КОРПУСЫ
НЕПЛЮЕВ КАДЕТ КОРПУСЫ 1‑се, 1825 й. Ырымбур Неплюев хәрби уч‑щеһы булараҡ асыла; 1844 й. алып Ырымбур Н.к.к., 1866 й. — Ырымбур Неплюев хәрби гимназияһы, 1886 й. — 1‑се Н.к.к. Азия һәм Европа эскадрондарынан (бүлексәләренән) торған. Азия эскадронында хәрби дисциплиналар (фортификация, артиллерия нигеҙҙәре,...
НЕПТУН, планета
НЕПТУН, Ҡояштан алыҫлығы б‑са 8‑се урында торған планета. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 4496 млн км (30,06 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 164,8 йыл. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 16 сәғ. 06 минут. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 60°25′. Диам. 49 мең км. Массаһы 1,024•1026 кг....
НЕРВЫ АУЫРЫУҘАРЫ
НЕРВЫ АУЫРЫУҘАРЫ, нервы системаһының органик (структур) һәм функциональ үҙгәрештәренә бәйле ауырыуҙар. Патологик процестың ҡайһы урында барыуына ҡарап — баш, арҡа мейеһенең йәки периферик нервыларҙың изоляцияланған Н.а., үҙәк һәм периферик нервы системаһының төрлө бүлкәттәрен процесҡа йәлеп итеп таралған...
НЕРИС Саломея
НЕРИС (Бачинскайте‑Бучене) Саломея (4.11.1904, Польша батшалығының Сувалкск губ. Киршяй а. — 7.7.1945, Мәскәү), шағирә. Литва ССР‑ының халыҡ шағиры (1954). “Иртә менән” (“Ранним утром”; 1927), “Ҡомдағы эҙҙәр” (“Следы на песке”; 1931), “Ватылыусан боҙ буйлап” (“По ломкому льду”; 1935), “Йырла, йөрәк,...
НЕСКӘГӨЛ
НЕСКӘГӨЛ (Eritrichium), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә һәм Төньяҡ Американың көнбайыш өлөшөндә таралған. Башҡортостанда урал Н. үҫә. Мендәр формаһындағы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 3—7 см. Һабағы өҫкә ҡараған...
НЕСТЕРОВ Дмитрий Леонтьевич
НЕСТЕРОВ Дмитрий Леонтьевич (1899 й. нояб., Һамар губ. Оло Раковка а. — 1986 й. ғин., Куйбышев ҡ.). Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Кубань а.х. ин‑тын (Краснодар ҡ., 1932) тамамлаған. 1934 й. алып Саҡмағош р‑нының Имәнлеҡул МТС‑ында, 1935— 57 йй. Дәүләкән МТС‑ында өлкән агроном. Юғары етештереү күрһәткестәренә...
НЕСТЕРОВ М.В. ИСЕМЕНДӘГЕ ХУДОЖЕСТВО МУЗЕЙЫ
НЕСТЕРОВ М.В. ИСЕМЕНДӘГЕ ХУДОЖЕСТВО МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. М.В.Нестеров инициативаһы б‑са 1919 й. Октябрь рев‑цияһы ис. Өфө художество пролетар музейы булараҡ асыла, 1921 й. алып Өфө художество пролетар сәнғәт музейы, 1922 й. — Өфө художество музейы, 1929 й. — Башҡ. дәүләт художество музейы (1954...
НЕСТЕРОВ Михаил Васильевич
НЕСТЕРОВ Михаил Васильевич (31.5.1862, Өфө — 18.10.1942, Мәскәү), рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1942). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1942). Мәскәү рәсем сәнғәте, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөү сәнғәте уч‑щеһында (1876—81, 1884—86; педагогтары В.Г.Перов, И.М.Прянишников) һәм Петербург Художестволар...