Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НЕФТЕКАМА ТОРЛАҠ ТӨҘӨҮ КОМБИНАТЫ

НЕФТЕКАМА ТОРЛАҠ ТӨҘӨҮ КОМБИНАТЫ, 1975 й. Нефтекама эре панелле торлаҡ төҙөү з‑ды булараҡ ойошторола, 1978 й. алып Н.т.т.к., 1988 й. — “Башнефтегазстрой” проект-төҙөлөш берекмәһе, 1991 й. — “Стронег” ААЙ‑ның “Н.т.т.к.” бүлендек ЯСЙ, 1997 й. ябыла. Комбинат составына форма эшләү, арматура, бетон бутағыс,...

НЕФТЕКАМА ФИЛАРМОНИЯҺЫ

НЕФТЕКАМА ФИЛАРМОНИЯҺЫ. 1998 й. 8 ғин. Башҡорт филармонияһының филиалы булараҡ асыла, 2005 й. Нефтекама дәүләт филармонияһы. Н.ф. тәүге ижади коллективы “Һарына” (етәксеһе Р.С.Вәлмөхәмәтов) башҡ., “Эльян” (етәксеһе — БР‑ҙың һәм Мари Эл Респ. атҡ. артисы П.И.Итальева) мари концерт бригадалары, “Түңгәүер”...

НЕФТЕКАМА ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

НЕФТЕКАМА ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡҡ., ш. уҡ Асҡын, Балтас, Борай, Краснокама, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Тәтешле, Яңауыл р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. Нефтекама автозаводын, Нефтекама күн‑галантерея фабрикаһын, Нефтекама яһалма күн производство берекмәһен электр энергияһы м‑н тәьмин...

НЕФТЕКАМА ЯҺАЛМА КҮН ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

НЕФТЕКАМА ЯҺАЛМА КҮН ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, “И с к о ж”, ААЙ. Төрлө тәғәйенләнешле яһалма күн; поливинилхлорид һәм полиэтилен плёнкалар; термик елемле һәм полиэфир ҡатлаулы, трикотаж, тышлыҡ материалдар; ир‑егеттәр, ҡатын‑ҡыҙҙар һәм балалар өсөн трикотаж әйберҙәр һ.б. етештерә. Составына поливинилхлорид...

НЕФТЕКАМА, ҡала

НЕФТЕКАМА, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа табан 220 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 147,2 км2. Халҡы (мең кеше): 1959 й. — 2,9; 1989 — 108,1; 2002 — 119,1; 2010 — 121,7. Милли составы: татарҙар — 31,5%, урыҫтар — 29,7%, башҡорттар — 25,8%, мариҙар — 9,6%. Ҡала составында:...

НЕФТЕХИМ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ

НЕФТЕХИМ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ, ЯАЙ. Нефть, тәбиғи газ табыу, ташыу һәм эшкәртеү ваҡытында ҡулланылған химик продукттарҙы эшкәртә, производствоға индерә, күп күләмләп етештерә һәм улар м‑н һатыу итә; ҡоролмаларҙы проектлай, монтажлай һ.б. Өфөлә урынлашҡан. Составына проект‑конструкторлыҡ бүлеге, тәж.‑эксперименталь,...

НЕФТЕХИМИЯ АППАРАТТАРЫН ТӨҘӨҮ

НЕФТЕХИМИЯ АППАРАТТАРЫ ТӨҘӨҮ, ауыр машиналар эшләү сәнәғәте тармағының иретеп йәбештерелгән табаҡтарҙан, торбанан эшләнгән тоташтырғыс деталдәрҙән, үткәргес торба арматураһынан һ.б. торған һыйышлыҡ конструкцияларын яһау б‑са төрө. Хәҙерге Н.а.т. төп технологик операциялары булып форманы үҙгәртеү (металдарҙы...

НЕФТЕХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ

НЕФТЕХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ, эшкәртеү сәнәғәте тармағы, унда етештереү процестары продукттарҙың нефтехимия синтезына нигеҙләнгән. Синтетик каучук производствоһы, мөһим органик синтез продукттары етештереүҙе, техник углерод производствоһы, резина‑асбест сәнәғәтен, шин сәнәғәтен үҙ эсенә ала. Нефть һәм газ углеводородтары...

НЕФТЕХИМИЯ СИНТЕЗЫ

НЕФТЕХИМИЯ СИНТЕЗЫ, нефть углеводородтары һәм углеводород газдар нигеҙендә ҙур күләмдә органик һәм органик булмаған сеймал етештереү. Сәнәғәттә Н.с. юлы м‑н 5 меңдән ашыу химик продукттар алына: бутил спирттары, химик сүстәр, синтетик каучуктар, метил спирты, поливинилхлорид, полипропилен, сополимерҙар...

НЕФТЕХИМИЯ ҺӘМ КАТАЛИЗ ИНСТИТУТЫ

НЕФТЕХИМИЯ ҺӘМ КАТАЛИЗ ИНСТИТУТЫ, 1992 й. НИИнефтехим нигеҙендә БР ФА‑ның Нефтехимия һәм катализ институты булараҡ ойошторола, 2004 й. алып Рәсәй фәндәр академияһына ҡарай. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: гомоген һәм гетероген катализ, металл комплекслы катализ, нефтехимия, органик һәм металорганик...

НЕФТЕХИМИЯ ЭШКӘРТЕҮ ИНСТИТУТЫ

НЕФТЕХИМИЯ ЭШКӘРТЕҮ ИНСТИТУТЫ, ДУП. 1956 й. Черниковск ҡ. (хәҙ. Өфө эсендә) Өфө ҒТИ‑ның нефть эшкәртеү бүлеге базаһында Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ булараҡ ойошторола, 1992 й. алып БР ФА‑ның Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑ты, 2001 й. — БР‑ҙың Нефтехимия эшкәртеү ин‑ты, 2004 й. хәҙ. исемен ала. Эшмәкәрлегенең...

НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ КОМПЛЕКС

НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ КОМПЛЕКС, өҫтә һәм аҫта ятҡан тоҡомдарҙан литология яғынан айырылып торған, нефте һәм тәбиғи газы булған геол. киҫелештең бер өлөшө. Көньяҡ Татар көмбәҙендә, Башҡорт көмбәҙендә һәм Саҡмағош‑Өфө зонаһында юғары продуктлы ятыштарҙың күпселеге девон терриген Н.һ.г.к. горизонттарына тура...

НЕФТТЕ ҺЫУҘАН ҺӘМ ТОҘҘАРҘАН АЙЫРЫУ

НЕФТТЕ ҺЫУҘАН ҺӘМ ТОҘҘАРҘАН АЙЫРЫУ, нефтте һыу, минераль тоҙҙар һәм механик ҡушылмаларҙан таҙартыу юлы м‑н уны артабан эшкәртеүгә әҙерләү. Ер аҫты ҡатламдары һыуҙары (массаһы б‑са 1‑ҙән кәмерәктән 80—90%‑ҡа тиклем) сығарылған нефттә эмульсия рәүешендә була. Уларҙың барлыҡҡа килеүенә һәм стабилләштереүенә...

НЕФТТЕҢ АЗОТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

НЕФТТЕҢ АЗОТОРГАНИК БЕР- ЛӘШМӘЛӘРЕ, нефть составындағы бер, hирәгерәк 2 hәм унан да күберәк азот атомы булған органик берләшмәләр. Н.а.б. нейтраль (пирролдың бензол сығарылмалары),__ hелтеле (пиридин hәм уның сығарылмалары), аҙ hелтеле (амидтар, лактамдар) hәм металлы порфириндарға айыралар. Бөтә нефттәрҙә...

НЕФТТЕҢ КИСЛОРОДОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

НЕФТТЕҢ МЕТАЛЛ‑ПОРФИРИН КОМПЛЕКСТАРЫ, порфирин молекулаһының N—H группаһында бер йәки ике водород атомын металл катионына алмаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән берләшмәләр. Пирролдың дүрт порфин ҡулсаһынан төҙөлгән структураһы пор‑ фирин молекулаһының нигеҙе булып тора. Тәбиғи порфириндар алмаштырыусылары...

НЕФТТЕҢ КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

НЕФТТЕҢ КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, нефттә булған (0,01—10%) көкөрторганик берләшмәләр. Меркаптандарҙан, сульфидтарҙан, тиаарендарҙан, ҡуйыртылған гетероциклик берләшмәләрҙән һ.б. тора. Дарыуҙар, эластомерҙар, эреткестәр, экстрагенттар, пестицидтар, мал аҙығына өҫтәмәләр һ.б. етештереү өсөн ҡулланыла....

НЕФТТЕҢ МЕТАЛЛ‑ПОРФИРИН КОМПЛЕКСТАРЫ

НЕФТТЕҢ МЕТАЛЛ‑ПОРФИРИН КОМПЛЕКСТАРЫ, порфирин молекулаһының N—H группаһында бер йәки ике водород атомын металл катионына алмаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән берләшмәләр. Пирролдың дүрт порфин ҡулсаһынан төҙөлгән структураһы порфирин молекулаһының нигеҙе булып тора. Тәбиғи порфириндар алмаштырыусылары...

НЕФТТЕҢ ХИМИК МЕХАНИКА ҮҘӘГЕ

НЕФТТЕҢ ХИМИК МЕХАНИКА ҮҘӘГЕ, БР ФА‑ға ҡарай, 2002 й. Өфөлә “НИИнефтеотдача” ДУП‑ы базаһында асыла, 2009 й. алып Нефть-газ технологиялары һәм яңы материалдар ин‑ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефть һәм газ биреүсәнлекте арттырыуҙың газ, гидродинамик, микробиол., термик, физик-химик ысулдарын ҡулланыуҙы...

НЕФТЬ

НЕФТЬ (фарс. нефт), шыйыҡ янар файҙалы ҡаҙылма. Үҙенсәлекле еҫле, төҫө аҡһыл көрәндән ҡуйы һороға тиклем булған майлы шыйыҡса, дисперслы система; т‑ра 50°C булғанда йәбешкәклеге 0,012—0,55 см2/с тигеҙ; тығыҙлығы 650—1050 кг/м3 сиктәрендә тирбәлә; оптик яҡтан актив берләшмә. Н. — төрлө органик берләшмәләр...

НЕФТЬ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

НЕФТЬ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, нефть сығарыу, эшкәртеү, нефтехимия, газ сәнәғәттәре өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы; проф. һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Н.б.б.б. 1932 й. Стәрлетамаҡ ҡ. Көнсығыш нефть техникумы (Стәрлетамаҡ нефть техникумы итеп үҙгәртелгән,...