Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОБУХОВ Николай Феоктистович

ОБУХОВ Николай Феоктистович (22.5.1921, Вятка губернаһы Власово а. — 11.11.1990, Черновцы ҡ., Украина), өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1941). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияла уҡыған (Бәләбәй ҡ., 1943), Юғары хәрби-сәйәси курстар тамамлаған (1944). 1940 й....

ОБУХОВ Павел Матвеевич

ОБУХОВ Павел Матвеевич (11.11. 1820, Вятка губ. Воткинск ҡ. — 13.1.1869, Пятра а., Румыния), тау инженеры, металлург, уйлап табыусы. Артиллерия ком‑тының мөхбир ағзаһы (С.‑Петербург, 1861). Полк. (1861). Тау инженерҙары корпусы ин‑тын (С.‑Петербург, 1843) тамамлағандан һуң Гороблагодатск, Серебрянск...

ОБЩИНА

ОБЩИНА, халыҡтың туғанлыҡ бәйләнештәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән традицион соц. ҡоролош формаһы. О. етештереү сара‑ ларына яңғыҙ йәки берлектә хужа булыу, тулы йәки өлөшләтә үҙидара хас. Ырыу (ҡара: Ырыу-ҡәбилә берләшмәһе), ғаилә һәм күршеләр (бер биләмә, ауыл О.; ҡара: Ауыл) О. бүлеп йөрөтөлә. Башҡорттарҙа...

ОБЫДЁННОВ Михаил Фёдорович

ОБЫДЁННОВ Михаил Фёдорович (21.11.1949, Өфө), археолог. Тарих ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (2000—06 йй. төбәкте өйрәнеү һәм дәүләт идараһы каф. мөдире), 1993 й. алып Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад. проректоры, дәүләт тарихы һәм хоҡуҡ каф. мөдире,...

ОБЫДЁННОВА Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы

ОБЫДЁННОВА Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы (11.4.1955, Силәбе ҡ.), археолог. Тарих ф. д‑ры (2002), проф. (2002). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1978) БДПУ‑ла эшләй: 1988 й. алып тарих ф‑ты деканы, 2007 й. — Тарихи һәм хоҡуҡи белем ин‑ты дир., 2015 й. башлап...

ОВАНЕСОВ Гурген Павлович

ОВАНЕСОВ Гурген Павлович (20.7.1909, Баҡы губ. Кирк а. — 9.10.1993, Мәскәү), инженер‑геолог. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1961). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1959), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1979), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1969). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлаған (1931). 1952—63 йй. “Башнефть”...

ОВСЯННИКОВА Людмила Борисовна

ОВСЯННИКОВА Людмила Борисовна (25.2.1948, Рига), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2002). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) Өфө ҡала санитария-эпидемиология ст. эшләй. 1978 й. алып БДМУ‑ла: 1980 й. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000—2002 йй. үҙәк ғилми-тикшеренеү лаб. төп...

ОВЧАРЕНКО Василий Моисеевич

ОВЧАРЕНКО Василий Моисеевич (15.5.1910, Екатеринослав губ. Успенка а. — 14.5.1965, Белорет ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Каменка металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң (1931) Макеевка ҡ., 1932 й. алып Константиновка ҡ. (бөтәһе лә — Украина ССР‑ы) эшләй. 1938 й. башлап Свердловск өлк.: Яңы Тагил (Түб. Тагил ҡ.),...

ОВЧАРОВ Степан Семёнович

ОВЧАРОВ Степан Семёнович [1909, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Константиновка а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 14.10.1943, Украина ССР‑ының Калужино а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. ноябренән Воронеж һәм Ялан фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның...

ОВЧИННИКОВ Андрей Афанасьевич

ОВЧИННИКОВ Андрей Афанасьевич (1739 — 25.8.1774, Әстерхан губ. Ҡара Яр ҡ. янында), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773— 75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв ген.-фельдмаршалы. Казак. Яйыҡ ҡаласығында хеҙмәт итә. 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалында ҡатнаша. 1773 й. 18 сент. Пугачёв ихтилалына ҡушыла. Хәрби коллегия ойоштороу...

ОВЧИННИКОВ Владимир Викторович

ОВЧИННИКОВ Владимир Викторович (7.6.1959, Өфө), спортсы. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). Т.Г.Шевченко ис. Киев ун‑тын тамамлаған (1983). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Киев, Львов ҡҡ.; тренерҙары П.М.Карамалак, Р.М.Юнак). Мастерҙар араһында Европа чемпионатының...

ОВЧИННИКОВ Владимир Павлович

ОВЧИННИКОВ Владимир Павлович (2.1.1958, Бәләбәй ҡ.), пианист. РФ‑тың халыҡ (2005), РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1981; А.А. Наседкин класы) “Москонцерт” берекмәһе, 1996 й. алып акад. филармония солисы, бер үк ваҡытта 1985—94 йй., 1996—2000...

ОВЧИННИКОВ Григорий Семёнович

ОВЧИННИКОВ Григорий Семёнович [18.4.1898, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Осиновка а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 25.7.1943, Краснодар крайы Неберджай станцияһы], Советтар Союзы Геройы (1944). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Сталинград ҡ. эшләй. 1918—23 йй. һәм 1941 й. башлап...

ОВЧИННИКОВ Лев Николаевич

ОВЧИННИКОВ Лев Николаевич (9.10.1913, Пермь ҡ. — 14.4.2002, Мәскәү), геолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1964), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1954). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1937). Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың геол. төҙөлөшө һәм металлогенияһы проблемаларына...

ОВЧИННИКОВ Реджинальд Васильевич

ОВЧИННИКОВ Реджинальд Васильевич (27.3.1926, Урал өлк. Ишем ҡ. — 2.8.2008, Мәскәү), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1981). Мәскәү тарих-архив ин‑тын тамамлаған (1952). 1955 й. алып Үҙәк дәүләт боронғо акттар архивында, 1963 й. — Мәскәү тарих- архив ин‑тында, 1971 й. — РФА‑ның Тарих ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре...

ОГАРИНОВ Иван Степанович

ОГАРИНОВ Иван Степанович (17.6. 1918, Ҡазан губ. Аликово а. — 12.11.1988, Өфө), инженер‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1971), проф. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Свердловск тау ин‑тын (1943), Нефть сәнәғәте акад. (Мәскәү, 1953) тамамлаған. 1943 й. алып “Башнефтегеофизика” тресында...

ОГЛОБЛИН Иван Васильевич

ОГЛОБЛИН Иван Васильевич (1.1. 1921, АСБР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Тирлән заводы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а., — 13.12.2011, Һарытау ҡ.), лётчик, полковник. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби пилоттар мәктәбен, Хәрби-һауа акад. (1956) тамамлаған. Тирлән...

ОГОРОДНИКОВ Сергей Иванович

ОГОРОДНИКОВ Сергей Иванович (9.6.1965, ТАССР‑ҙың Баулы р‑ны Поповка а.), спортсы. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). ӨНИ‑не тамамлаған (1988). Бодибилдинг б‑са Европа (1996) һәм Рәсәй (1996—97) чемп., Рәсәй кубогын яулаусы (1994), до‑ нъя чемпионатының көмөш призёры (1996), Англияла абс. категорияла...

ОГОРОДНИКОВА Мария Павловна

ОГОРОДНИКОВА Мария Павловна (2.10.1941, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Наумовка а. — 15.10.2015, Салауат ҡ.), тренер. Еңел атлетика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1990). 1972 й. алып төҙөүселәр техникумында физик культура уҡытыусыһы, 1975 й. — химия‑технология техникумында физик тәрбиә б‑са дир. урынбаҫары...

ОГОРОДОВ Геннадий Васильевич

ОГОРОДОВ Геннадий Васильевич (1.12.1907, Әстерхан губ. Николаев биҫтәһе — 15.1.1988, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1964). Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау художество-сәнәғәт техникумын тамамлағандан һуң (1930; педагогы П.С.Уткин) 1932 й. тиклем шунда...