Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОДИНОКОВ Виктор Николаевич

ОДИНОКОВ Виктор Николаевич (22.12.1937, Клин ҡ.), химик‑органик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), химия ф. д‑ры___(1981), проф. (1984). РФ‑тың (1998), БАССР‑ҙың (1987) атҡ. фән эшмәкәре. Мәскәү химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) СССР ФА Себер бүлегенең Органик химия ин‑тында (Новосибирск...

ОДИНЦОВ Виктор Петрович

ОДИНЦОВ Виктор Петрович (11.10. 1876, Өфө — 21.11.1938, Мәскәү), офтальмолог. Мед. д‑ры (1904), проф. (1918). Мюнхен ун‑тын тамамлағандан һуң (1904) Өфө губ. земство табибы булып эшләй, 1918 й. алып 1‑се Мәскәү мед. ин‑тының күҙ клиникаһы ғилми етәксеһе, бер үк ваҡытта 1927—33 йй. Башҡ‑н трахоматоз...

ОҘОН АНКИСТРОДЕСМУС

ОҘОН АНКИСТРОДЕСМУС (Ankistrodesmus longissimus), бер күҙәнәкле йәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре оҙонса‑нәҙек орсоҡ рәүешле, тура йәки бер аҙ бөгөлгән, ҡыл рәүешле, оҙонлоғо 190—240 мкм, киңлеге 3,5—7,5 мкм. Тышсаһы шыма. Хлоро‑ пласы стена янында урынлашҡан, таҫма формаһында, тура йәки винт рәүешле...

ОҘОН КӨЙ

ОҘОН КӨЙ, башҡ. муз. фольклористикаһында мелодик стиль; башҡ. халыҡ музыкаһының жанры. Илаусы‑һыҡтаусылар сәнғәтен камиллаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. О.к. — башҡорттарҙың йырлау оҫталығының иң юғары кимәле. Йыйындарҙа халыҡ йырсыларының һәм ҡурайсыларының ярышын үткәреү О.к. үҫешенә булышлыҡ...

ОҘОНДАР, Архангел р‑нындағы ауыл

ОҘОНДАР, Архангел р‑нындағы ауыл, Оҙондар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Раутау т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 580 кеше; 1920 — 718; 1939 — 938; 1959 — 936; 1989 — 559; 2002 — 525; 2010 — 415 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ОҘОНКҮЛ

ОҘОНКҮЛ, Кесе Ҡыҙыл й. басс. күл. Учалы р‑ны Озёрный а. көнбайыш ситендә Көркәк һәм Оҙонҡыр һырттары араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 4,6 км2, оҙонлоғо 4,5 км, уртаса киңлеге 1,2 км, уртаса тәрәнлеге 2,0 м (макс. — 4,1 м), һыу күләме 9,2 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 36,5 км2. Тектоник...

ОҘОНКҮЛ, Учалы р‑нындағы ауыл

ОҘОНКҮЛ, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 80 км һәм Уралтау т. юл ст. Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Оҙонкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 169 кеше; 1920 — 234; 1939 — 272; 1959 — 351; 1989 — 160; 2002 — 230; 2010 — 198 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ОҘОНҠЫР, һырт

ОҘОНҠЫР, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Көсөк а. киңлегенән алып Баттал а. киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге 1—2,5 км, абс. бейеклеге 786 м (Ҡайынлытау). 628— 786 м бейеклектәге 4 түбәһе айырылып тора. Рельефы тәпәш таулы, төньяҡ,...

ОЖАРОВСКИЙ Владимир Фёдорович

ОЖАРОВСКИЙ Владимир Фёдорович (23.6.1848, С.‑Петербург губ. — 4.9.1911, Варшава), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан генерал (1911). Дворяндарҙан. 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се С.‑Петербург хәрби гимназияһын, 1‑се Па‑ вел хәрби уч‑щеһын (С.‑Петербург, 1866) тамамлаған. 1864 й. алып рус...

ОЖЕГОВА Анастасия Васильевна

ОЖЕГОВА Анастасия Васильевна (11.11.1922, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Озёрный а., хәҙ. БР‑ҙың Дыуан р‑ны Озеро а., — 18.12.1999, ш. уҡ р‑ндың Мәсәғүт а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1940 й. алып Мәсәғүт МТС‑ында тракторсы, 1953 й. — тракторҙар бригадаһының бригадир ярҙамсыһы, 1958—78 йй. Дыуан р‑нының...

ОЖИГАНОВ Дмитрий Герасимович

ОЖИГАНОВ Дмитрий Герасимович (30.10.1892, Бөрө ҡ. — 27.10. 1978, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1954), проф. (1955). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). Мәскәү геология‑разведка ин‑тын тамамлаған (1930). 1913 й. алып Башглавполитпросветта уҡытыусы, китапханалар, китапхана бүлеге...

ОЗЕРКИ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ОЗЕРКИ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Озерки а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 75 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 180 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 41 кеше; 1939 — 24; 1959 — 1177; 1989 — 709; 2002 — 514; 2010 — 501 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002)....

ОЗЕРКИ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ОЗЕРКИ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Шевченко а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Ҡарабуғат й. (Мәләүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 326 кеше; 1959 — 204; 1989 — 147; 2002 — 134; 2010 — 127 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ОЗЕРКИ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ОЗЕРКИ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Иҫке Арзамат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 11 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 131 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 258 кеше; 1959 — 252; 1989 — 267; 2002 — 247; 2010 — 226 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йылыш төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ...

ОЗЁРНЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ОЗЁРНЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Красная Башкирия а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 33 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Мулдаҡ күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 112 кеше; 1959 — 323; 1989 — 419; 2002 — 520; 2010 — 595 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы...

ОЗЁРНЫЙ, Учалы р‑нындағы ауыл

ОЗЁРНЫЙ, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 75 км һәм Уралтау т. юл ст. Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Оҙонкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 190 кеше; 1959 — 276; 1989 — 368; 2002 — 429; 2010 — 404 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

ОЗЕРО, Дыуан р‑нындағы ауыл

ОЗЕРО, К р а с н о п о л ь с к и й, Дыуан р‑нындағы ауыл, Озеро а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. 85 км алыҫлыҡта Һикияҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1497 кеше; 1920 — 1527; 1939 — 853; 1959 — 604; 1989 — 574; 2002 — 663;...

ОЗЕРСКИЙ, һаҙлыҡ

ОЗЕРСКИЙ, Әй й. басс. һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Озеро һәм Һикәяҙ аа. араһында урынлашҡан. Күтәренке һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 350,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 2,1 м, эшкәртелмәгән торф запасы 4675,0 мең м3. Туйы‑ ныуы ҡатнаш, О. Һикияҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) башлана. Һаҙлыҡ төркөмдәренең...

ОЗИМИН Михаил Иванович

ОЗИМИН Михаил Иванович [11.9. 1898, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кропачёв Станцияһы ҡсб (Силәбе өлк.) — 24.8.1946, Тбилиси], ген.-лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1945). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Юғары хәрби мәктәпте (Омск ҡ., 1921), “Выстрел” курстарын (1931), М.В.Фрунзе ис....

ОЗОЛИН КРИПТОМОНАСЫ

ОЗОЛИН КРИПТОМОНАСЫ (Cryptomonas ozolinii), бер күҙәнәкле криптофит ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре эллипс йәки йомортҡа формаһында, ян‑яҡтан ҡыҫылған, ал яҡтан ҙур булмаған уйым м‑н ҡыя ҡырҡылған, арт яҡтан тарайған, йомарланған, оҙонлоғо 17—22, киңлеге 9—13 мкм. Йотҡолоғо трихоцистар м‑н түшәлгән, күҙәнәктең...