Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, 1986 й. Октябрьский нефть һәм газ ҡорамалдары з‑ды булараҡ ойошторола, 1992 й. “ОЗОНИГ—ЛУКойл” ЯАЙ булараҡ “ЛУКойл” нефть компанияһы составына инә, 1999 й. окт. алып “ЛУКойл—ОЗОНИГ” ААЙ, 1999 й. дек. — “ЛУКойл—Нефтегазмаш”, 2005 й. — О.н.һ.г.м.э.з.,...

ОКТЯБРЬСКИЙ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ, махсус кейем (Оборона министрлығы, ЭЭМ, мед. учреждениелары, йәмәғәт туҡланыуы пр‑тиелары һ.б. өсөн), түшәк кәрәк-ярағы, ҡатын-ҡыҙ, ир-ат һәм балалар кейеме (курткалар, плащтар, комбинезондар, мәктәп формаһы, күлдәктәр, салбарҙар һ.б.) тегеү пр‑тиеһы. 1957 й. урындағы сәнәғәт...

ОКТЯБРЬСКИЙ ТИМЕР-БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ЗАВОДЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ ТИМЕР-БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ЗАВОДЫ, 1946 й. “Востокнефтестройматериалы” тресының О.т‑б.ҡ.з. булараҡ ойошторола, 1988 й. алып “Стройдеталь” ПБ, 1990 й. — “Стронег”ААЙ составында: филиал, 1996 й. башлап бүлендек ЯСЙ, 2004 й. ябыла. Составына тимер-бетон, металл конструкциялар, эретмә әҙерләү цехтары...

ОКТЯБРЬСКИЙ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, 1961 й. “Востокнефтестройматериалы” тресының карьер хужалығы нигеҙендә ойошторола, 1988 й. алып “Стройдеталь” ПБ составында, 1990 й. — “Стронег” ААЙ составында: филиал, 1996 й. башлап бүлендек ЯСЙ, 2004 й. ябыла. Ваҡ бөртөклө асфальтлы бетон, ҡырсын-ҡомташ ҡатышмалары;...

ОКТЯБРЬСКИЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

ОКТЯБРЬСКИЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Дүртөйлө, Октябрьский, Туймазы ҡҡ., ш. уҡ Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош, Туймазы, Шаран р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. “ОЗНА” пр‑тиеһын, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводын, Туймазы автобетоновоздар заводын электр энергияһы м‑н...

ОКТЯБРЬСКИЙ, Дыуан р‑нындағы ауыл

ОКТЯБРЬСКИЙ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Ҡалмаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 65 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 190 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 349 кеше; 1989 — 343; 2002 — 264; 2010 — 220 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы...

ОКТЯБРЬСКИЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

ОКТЯБРЬСКИЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Таутөмән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Таутөмән т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 350 кеше; 1959 — 245; 1989 — 155; 2002 — 177; 2010 — 164 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалына. 50‑се йй. башынан...

ОКТЯБРЬСКИЙ, ҡала

ОКТЯБРЬСКИЙ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Өфөнән көнбайышҡа табан 185 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Майҙаны — 98,8 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 1,2; 1959 — 64,7; 1989 — 104,5; 2002 — 108,6; 2010 — 109,5. Милли составы: урыҫтар — 40,9%, татарҙар — 38,1%, башҡорттар...

ОКТЯБРЬСКИЙ, Өфө р‑нындағы ауыл

ОКТЯБРЬСКИЙ, “Ш е м ә к” с о в х о з ы, Өфө р‑нындағы ауыл, Шемәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 50 км һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 735 кеше; 1989 — 1294; 2002 — 1412; 2010 — 1663 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). О. — «“Шемәк” совхозы» ДУАХП‑ның...

ОКТЯБРЬСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ОКТЯБРЬСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Червонные Озерки й. (Стәрле й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 522 кеше; 1959 — 365; 1989 — 930; 2002 — 1000; 2010 — 977 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй...

ОҠШАТЫУ ҺҮҘҘӘРЕ

ОҠШАТЫУ ҺҮҘҘӘРЕ, кеше тауышына, хайуан һәм ҡош‑ҡорт сығарған өн‑ауаздарға, әйбер, предмет, тәбиғәт күренештәренән хасил булған тауыштарға оҡшатыуҙы белдергән һүҙ төркөмө. О.һ. экспрессив була, йышыраҡ һөйләү телмәрендә ҡулланыла, нәфис әҙәбиәт телендә киң урын ала. Хәҙ. башҡорт телендә семантикаһы б‑са...

ОЛИВИН, минерал

ОЛИВИН (лат. oliva — зәйтүн), минерал, форстерит — фаялит изоморф серияһы ағзаһы, (Mg,Fe)2SiO4. Составында марганец, никель, кобальт, титан һ.б. бар. О. төрҙәренә составында Fe2SiO4 булған (%) минералдар инә: форстерит 0—10, оливин 11—30, гиалосидерит 31—50, гортонолит 51—70, ферригортонолит 71—90,...

ОЛИГО...

ОЛИГО... (гр. olígos — аҙ һанлы, ҙур булмаған), ҡушма һүҙҙәрҙең нимәнеңдер аҙ һанлы булыуын, норманан кәмеү яғына тайпылыуҙы аңлатҡан өлөшө (мәҫ., олиготрофтар, олигофрения). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ОЛИГОМЕРҘАР

ОЛИГОМЕРҘАР (олиго... һәм гр. meјros — өлөш), молекула ҙурлығы б‑са мономерҙар һәм юғары молекулалы берләшмәләр араһында урынлашҡан гомологик рәттәр ағзаһы; мол. м. 103—104. Сығышына ҡарап тәбиғи һәм синтетик О. айыралар. Тәбиғәттә олигосахаридтар, битумдар компоненттары һ.б. сифатында осрай. Синтетик...

ОЛИГОТРОФТАР

 ОЛИГОТРОФТАР (олиго... һәм trophe — туҡланыу), минераль туҡланыу элементтарына ярлы тупраҡта һ.б. субстраттарҙа үҫергә һәләтле үҫемлектәр. Күпселек мүктәр (кәкүк етене, һаҙ мүгенең төрҙәре һ.б.) һәм лишайниктар (пармелия, цетрария һ.б.), күп бәләкәй ҡыуаҡтар, ярым ҡыуаҡтар, ҡайһы бер ҡыуаҡтар һәм үләндәр...

ОЛИГОФРЕНИЯ

ОЛИГОФРЕНИЯ (олиго... һәм гр. phren — аҡыл), тыумыштан булған йәки бала саҡта барлыҡҡа килгән аҡыл зәғифлеге, психиканың үҫешеп етмәүендә сағыла. О. этиологияһы асыҡ булмаған, эндоген‑нәҫелдән килгән һәм экзоген факторҙар сәбәпсе булған төрҙәре була. Аҡыл зәғифлегенең кимәленә ҡарап дебиллек (еңел),...

ОЛИМПИАДАЛАР

ОЛИМПИАДАЛАР, уҡыусыларҙың дөйөм белем биреү предметтары б‑са ярыштары. Талантлы уҡыусыларҙы асыҡлау өсөн үткәрелә. Уҡыусыларға үҙ белемен тикшереү һәм баһалау мөмкинлеген бирә, уларҙы әүҙем уҡыу һәм ғилми эшкә ылыҡтырыуға юл аса. 2005 й. алып О. — “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектының бер йүнәлеше....

ОЛИМПИЯ МӘМЕРЙӘҺЕ

ОЛИМПИЯ МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Хажы а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Хажы Шиҙеһе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, карбондың визе ярусына ҡараған һоро эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Ҡоҙоҡтары булған ауыш‑горизонталь мәмерйә. Оҙонлоғо...

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ БАЛАЛАР‑ҮҪМЕРҘӘР МӘКТӘБЕ №33

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ БАЛАЛАР-ҮҪМЕРҘӘР МӘКТӘБЕ №33. Өфөлә урынлашҡан. “Трамплин” спорт-һауыҡтырыу комплексы базаһында эшләй. 1981 й. трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса икебәйге СДЮШОР‑ы булараҡ асыла, 2008 й. алып 33‑сө балалар‑үҫмерҙәр олимпия резервы махсус мәктәбе. Мәктәптә 400‑гә яҡын уҡыусы...

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №1

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №1. Өфөлә урынлашҡан. 1971 й. конькиҙа шыуыу спорты б‑са ДЮСШ булараҡ асыла, 1975 й. алып 1‑се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Конькиҙа шыуыу спорты, фигуралы шыуыу, шорт‑трек бүлектәре эшләй. Мәктәптә 500‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 15 тренер‑уҡытыусы...