Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОЛО ҠОМ СЕБЕНЕ

ОЛО ҠОМ СЕБЕНЕ (Satanas gigas), ике ҡанатлылар отрядының типкес себендәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Кавказ аръяғында, Ҡаҙағстанда, Урта Азияла, Төньяҡ Ҡытайҙа, Монголияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙәһе һомғол, һоро төҫтә, оҙонлоғо 50 мм (инә себендәр эрерәк) етә. Башы ҙур, асыҡ төҫтәге ҡаты төк...

ОЛО ҠУҒАНАҠ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ОЛО ҠУҒАНАҠ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Ҡуғанаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Ҡуғанаҡ т. юл ст. Т. табан 1 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 883 кеше; 1920 — 858; 1939 — 1011; 1959 — 1923; 1989 — 2074; 2002 — 2574; 2010 — 2368 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Стәрлетамаҡ...

ОЛО ҠУРАЗ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ОЛО ҠУРАЗ, К у г о А г ы т а н, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Красный Холм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 42 км алыҫлыҡта Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 545 кеше; 1920 — 483; 1939 — 463; 1959 — 412; 1989 — 355; 2002 — 366;...

ОЛО ҠЫҘЫЛ, йылға

ОЛО ҠЫҘЫЛ, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Уралтау һәм Ҡырҡтытау һырттары араһындағы уйпатлыҡта башлана. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға, башынан 30 км алыҫлыҡта көньяҡ‑көнсығышҡа борола һәм Урал й. (тамағынан 2014 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 172 км, басс. майҙаны...

ОЛО ҠЫҘЫЛБАЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ОЛО ҠЫҘЫЛБАЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 15 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 113 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1572 кеше; 1920 — 1836; 1939 — 748; 1959 — 682; 1989 — 494; 2002 — 508; 2010 — 451 кеше. Башҡорттар,...

ОЛО ҠЫРАҠА, һырт

ОЛО ҠЫРАҠА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Белорет р‑нында ята. Рәз һәм Оло Һарғай йй. (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары) араһында субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Оҙонлоғо 6 км, киңлеге яҡынса 4,5 км, абс. бейеклеге 1008 м. Рельефында һөҙәк тау итәктәре (450—650 м бейеклектә), текә ҡаялы битләүҙәр (750—900...

ОЛО ӨСТҮБӘ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ОЛО ӨСТҮБӘ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Кәпәй-Ҡобау а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Оло Ҡыйҙаш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1283 кеше; 1920 — 1294; 1939 — 917; 1959 — 595; 1989 — 356; 2002 — 303; 2010 — 345 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ОЛО СОҠАЯЗ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ОЛО СОҠАЯҘ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Соҡаяҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 31 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 296 кеше; 1920 — 331; 1939 — 304; 1959 — 330; 1989 — 682; 2002 — 702; 2010 — 604 кеше. Мариҙар...

ОЛО ТАРХАН ҠӘБЕРЛЕГЕ

ОЛО ТАРХАН ҠӘБЕРЛЕГЕ, 8 б. 2‑се ярт. — 9 б. 1‑се ярт. археологик ҡомартҡыһы. ТР‑ҙың Тәтеш р‑ны Оло Тархан а. янында урынлашҡан. 1950 й. А.Х.Халиҡов тарафынан асыла, 1957 й., 1960 й. СССР ФА‑ның Ҡазан филиалы һәм Ҡазан ун‑ты экспедициялары (етәкселәре В.Ф.Генинг, Халиҡов), 1970 й. Е.А.Халиҡова тикшерә....

ОЛО ТЕЛӘК РАЙОНЫ

ОЛО ТЕЛӘК РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡ-көнбайышта — Нуриман р‑ны, көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ-көнсығышта — Белорет, көньяҡ-көнбайышта Архангел һәм көнбайышта Иглин р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1939 й. 25 июнендә БАССР‑ҙың Архангел һәм Нуриман р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған...

ОЛО ТЕЛӘК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ОЛО ТЕЛӘК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1940 й. БАССР ХКС‑ы эргәһендәге урындағы яғыулыҡ сәнәғәте идаралығына ҡараған “Уфгорпиттрест”ың ағас әҙерләү контораһы булараҡ ойошторола, 1941 й. алып Оло Теләк ҡала урман сәнәғәте хужалығы, 1961 й. — Өфө ҡала урман сәнәғәте...

ОЛО ТЕЛӘК, Иглин р‑нындағы ауыл

Ауылға 19 б. аҙ. Өфө өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын төҙөгән ваҡытта Тимер юл ст. ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 7 йортта 50 кеше йәшәгән. 2002 й. Оло Теләккә 20 б. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Ҡыҙыл Октябрь/Октябрьский ҡасабаһы (А.Н.Антышевтың тыуған яғы) ҡушылған. 1939—56 йй. — Оло...

ОЛО ТЕҢКӘШ, Нуриман р‑нындағы ауыл

ОЛО ТЕҢКӘШ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Мәзиткүл һәм Теңкәш күле эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 972 кеше; 1920 — 905; 1939 — 819; 1959 — 614; 1989 — 416; 2002 — 326; 2010 — 320 кеше. Татарҙар йәшәй...

ОЛО ТИГӘНӘЛЕ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ОЛО ТИГӘНӘЛЕ ҠӘБЕРЛЕГЕ, 8—9 бб. археологик ҡомартҡыһы. ТР‑ҙың Алексеевский р‑ны Оло Тигәнәле а. янында урынлашҡан. 1974 й. асыла һәм 1974—75 йй. Ҡазан ун‑ты экспедицияһы (етәкс. Е.А.Халиҡова) тарафынан өйрәнелә, 1979— 82 йй. А.Х.Халиҡов өйрәнә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай, 140 ҡәбер өйрәнелгән. Мәрхүмдәр...

ОЛО ТУҒАНАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ОЛО ТУҒАНАЙ, П е ч ё н к и н о, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Төлдө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 68 км алыҫлыҡта Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 614 кеше; 1920 — 619; 1939 — 547; 1959 — 540; 1989 — 299; 2002 — 336; 2010 — 314 кеше....

ОЛО УРАЛ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ

ОЛО УРАЛ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ, баҫымһыҙ һәм баҫымлы ҡабыҡ‑блок (ҡатлам‑блок һәм ҡатлам) һыуҙарын үҙ эсенә ала, Таймыр‑Урал ҡабыҡ (юлаҡ‑блок, ҡатлам‑блок һәм ҡатлам) һыуҙары бассейндары системаһының беренсе дәрәжәле бассейны. Көньяҡ Уралдың таулы‑йыйырсыҡлы өлкәһе һәм көнсығыш битләүе инә (ҡара: Гидрогеологик...

ОЛО УРҒАҘА, йылға

ОЛО УРҒАҘА, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Ирәндек һыртының көнсығыш битләүенән башлана. БР‑ҙың Баймаҡ, Хәйбулла р‑ндары, Ырымбур өлк. терр‑ялары буйлап төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа табан аға һәм Урал й. (тамағынан 1885 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 87 км, басс. майҙаны 1890 км2. Башлыса ҡар һыуы...

ОЛО ҮТӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ОЛО ҮТӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Еҙем‑Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 46 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Тәпәреш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 317 кеше; 1920 — 434; 1939 — 621; 1959 — 416; 1989 — 248; 2002 — 213; 2010 — 172 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ОЛО ҺҮРӘМ, йылға

ОЛО ҺҮРӘМ, йылға, Оло Эйек й. һул ҡушылдығы. Йылайыр яйлаһының көньяҡ‑көнсығышында башлана. БР‑ҙың Йылайыр, Ейәнсура р‑ндары, Ырымбур өлк. буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға һәм Оло Эйек й. (тамағынан 58 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 92,6 км, басс. майҙаны 1545 км2. Башлыса ҡар һыуы...

ОЛО ЧЕРНИГОВ РАЙОНЫ

ОЛО ЧЕРНИГОВ РАЙОНЫ, Һамар өлкәһенең көньяғында урынлашҡан. 1935 й. ойошторолған. Майҙа‑ ны — 2980 км2. Адм. үҙәге — Оло Чернигов ауылы. Районда 9 ауыл советы, 34 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 18,3 мең кеше (2010), ш. иҫ. башҡорттар (ҡара: Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң...