Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОПТИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ОПТИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, матдәләрҙең сифат һәм һан составын билдәләгән алымдар йыйылмаһы. Асыҡлана торған матдәләрҙең эмиссия (эмиссион), йотоу (абсорбция), сағылдырыу, сәселеү һәм люминесценция спектрын ҡулланыуға нигеҙләнә. О.а.ы. тикшеренеү маҡсатына, анализланған матдәләрҙең үҙенсәлектәренә, тулҡындарҙың...

ОПТИК ПРИБОРҘАР

ОПТИК ПРИБОРҘАР, яҡтылыҡты теркәү, анализлау, әүерелдереү һәм нурландырыу йәки ошо функцияларҙы комбинациялау өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар. Тәғәйенләнеше б‑са астрономия‑геодезия, мәғлүмәт‑үлсәү, медицина, оптик‑физик һ.б. төрҙәрен айыралар. О.п. объект һүрәтенең сифатын яҡшыртыу, уны ҙурайтыу, бәләкәйләтеү...

ОПТИК ЭЛЕМТӘ

ОПТИК ЭЛЕМТӘ, оптик диапазондағы электромагнит тирбәлеүҙәр ярҙамында, ғәҙәттә, лазер ҡулланып башҡарылған элемтә. Асыҡ (Ер эргәһендәге йәки йыһан арауығында эшләгән) һәм ябыҡ (сүсле‑оптик элемтә линиялары) О.э. системаларын айыралар. О.э. системалары мәғлүмәтте ҙур тиҙлектә һәм йәшерен тапшырыуҙы тәьмин...

ОПТИК ЯҠТАН АКТИВ БЕРЛӘШМӘЛӘР

ОПТИК ЯҠТАН АКТИВ БЕРЛӘШМӘЛӘР, үҙҙәре аша үткән яҡтылыҡтың поляризация яҫылығын әйләндереүгә һәләтле матдәләр. Молекулаларҙың тәбиғи оптик яҡтан активлығының кәрәкле шарты булып хираллек тора (ҡара: Изомерҙар). Үҙәк (хираль үҙәк), аксиаль (хираль күсәр), планар (хираль яҫылыҡ) һәм спиралле (ҡапма‑ҡаршы...

ОПТИКА

ОПТИКА (гр. optikē) , физиканың яҡтылыҡ тәбиғәтен, уның төрлө мөхиттәрҙә таралыуын һәм матдә м‑н тәьҫир итешеүен өйрәнгән бүлеге. Төп бүлектәре: геом. (яҡтылыҡ оптик яҡтан бер төрлө мөхит эсендә тура һыҙыҡ б‑са тарала, оптик үҙенсәлектәре төрлө булған мөхиттәрҙең сигендә һына һәм сағыла торған нурҙарҙан...

ОПТИМИЗАЦИЯ МӘСЬӘЛӘҺЕ

ОПТИМИЗАЦИЯ МӘСЬӘЛӘҺЕ, һыҙыҡлы, нормалаштырылған йәки топологик булған Х арауығында билдәләнгән ниндәйҙер маҡсатлы J (u) функционалының u∈U∈X сикләнеүендә (бында U – элементтарҙың билдәләнеү өлкәһе) экстремумын эҙләп табыуға ҡоролған матем. мәсьәлә. Локаль һәм глобаль, ҡағиҙәләргә ярашлы һәм ярашлы...

ОПТО, Өфө р‑нындағы ауыл

ОПТО, Өфө р‑нындағы ауыл, Йоматау а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Йоматау т. юл ст. Т. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 141 кеше; 1959 — 98; 1989 — 116; 2002 — 156; 2010 — 324 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 1935 й. Йоматау урмансылығы ойошторолғандан һуң нигеҙ...

ОРАН

ОРАН (һөрән), саҡырыу, өндәү. Башҡорттар О. хәүеф янағанда йәки яу ваҡытында ырыуҙаштарын бер урынға саҡырыу өсөн файҙаланған. Онгон һәм тамға м‑н бер рәттән ул ырыу-ҡәбиләнең иң изге атрибуттарының береһе һаналған (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошо). О. ярҙамында бөтә ырыуға зыян килтерелеүе...

ОРАТОРИЯ

ОРАТОРИЯ (лат. oro — әйтәм, ялынам), хор, йырсы-солистар һәм симфоник оркестр өсөн драматик сюжетлы муз. әҫәр. Төҙөлөшө б‑са операға һәм кантатаға оҡшаш (вокаль ансамблдәр, ариялар, речитативтар, хор һәм оркестр өсөн номерҙарҙан тора), кантатанан — ҙурыраҡ күләмле, киңерәк сюжетлы, эпик‑драматик характерҙа...

ОРГАНИК АШЛАМАЛАР

ОРГАНИК АШЛАМАЛАР, составында башлыса үҫемлек йәки хайуан сығышлы органик берләшмәләр рәүешендә үҫемлектәр өсөн туҡлыҡлы булған химик макро- һәм микроэлементтар  сбар. О.а. йәшел ашламалар (ҡара: Сидерация), компостар, тиреҫ, тиреҫ һарҡындыһы, ҡош тиҙәге, һалам (ҡара: Ҡоро мал аҙыҡтары), торф һ.б. инә....

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПЕРОКСИДТАР

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПЕРОКСИДТАР, дөйөм формулаһы R—O—O—R’ булған химик берләшмәләр, бында R һәм R’ — органик булмаған радикалдар йәки атомдар. О.б.п. төп кластарына металдарҙың пероксидтары, гидропероксидтары, супероксидтар, озо‑ нидтар инә. R һәм R’ — органик булмаған к‑та ҡалдыҡтары йәки водород атомы...

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПОЛИМЕРҘАР

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПОЛИМЕРҘАР, үҙ эсенә органик булмаған төп сылбырҙар алған полимерҙар. Тәбиғи (полифосфаттар, силикаттар, кремнезём, корунд, керамика, быяла, цемент, эзбиз; көкөрт, ҡыҙыл фосфор һәм углерод полимерҙары) һәм синтетик (кумулендар, карбин, полифосфонитрилхлорид), гомо‑ (электрофил һәм нуклеофил...

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ХИМИЯ

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ХИМИЯ, химик элементтарҙы һәм уларҙың берләшмәләрен (органик берләшмәләрҙән тыш) өйрәнгән фән. Хәҙ. О.б.х. төп бурыстары: ябай матдәләрҙең һәм уларҙың берләшмәләренең төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен, үҙ‑ара бәйләнештәрен, химик реакцияларын өйрәнеү, уларҙы синтезлау һәм ныҡлы таҙартыу, органик...

ОРГАНИК БЫЯЛА

ОРГАНИК БЫЯЛА, органик полимерҙар нигеҙендә алынған, үтә күренмәле ҡаты материал (полиакрилаттар, полистирол, поликарбонаттар һ.б.). Күбеһенсә полиметилметакрилат нигеҙендәге (95%) табаҡлы материал (плексиглас, перспекс, кларекс) осрай. О.б. силикатлы быяланан сағыштырмаса юғары булмаған тығыҙлығы,...

ОРГАНИК ПЕРОКСИДТАР

ОРГАНИК ПЕРОКСИДТАР, дөйөм формулаһы R—On—R’ булған химик берләшмәләр, органик алыштырыусылар йәки водород атомы м‑н бәйле 2—4 кислород атомынан торған сылбырҙы үҙ эсенә ала. Алыштырыусы төрөнә ҡарап (R, R") гидропероксидтар, пероксикислоталар, пероксиэфирҙар һ.б. айырыла. Гидропероксидтар, пероксинитраттар...

ОРГАНИК СУЛЬФИДТАР

ОРГАНИК СУЛЬФИДТАР, тиоэфирҙар, дөйөм формулаһы RSRʼ булған (R, Rʼ — органик радикалдар) көкөрт берләшмәләре, көкөрт атомы ҡулсала булыуы мөмкин. Ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙағы нефттә, үҫемлектәрҙә, аҡһымдарҙа осрай, эсәктә синтезлана. Түбәнге (С15 тиклем) О.с. — һыуҙа эремәй торған, органик эреткестәрҙә...

ОРГАНИК ХИМИЯ

ОРГАНИК ХИМИЯ, углеродтың башҡа элементтар (органик берләшмәләр) м‑н берләшеүен һәм уларҙың әүерелеш законлыҡтарын өйрәнгән фән. О.х. — хәҙ. химияның ҡыҫҡа бер бүлеге. Ул юғары молекуляр берләшмәләр химияһы м‑н тығыҙ бәйле. О.х. органик булмаған химия һәм биохимия сиктәрендә металорганик берләшмәләр...

ОРГАНИК ХИМИЯ ИНСТИТУТЫ

ОРГАНИК ХИМИЯ ИНСТИТУТЫ, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Химия секторы (1953 й. алып Бүлек) булараҡ асыла, 1961 й. башлап РСФСР Ғилми‑тикшеренеү эштәрен координациялау б‑са дәүләт ком‑тының Органик химия ин‑ты, 1967 й. — СССР ФА БФ‑тың Органик химия ин‑ты (1968 й. алып Химия ин‑ты), 1991 й. — РФА УрБ БФҮ‑нең...

ОРГИН Константин Петрович

ОРГИН Константин Петрович [10.7. 1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Савельевка утары (Ырымбур өлк. Төйлөгән р‑ны) — 5.10.1964, Күмертау ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чкалов өлк. (хәҙ. Ырымбур өлк.) “Савельевка” к‑зында эшләй. 1941 й. алып Ленинград фронтында хеҙмәт итә. Герой...

ОРГТЕХНИКА

ОРГТЕХНИКА, идара итеү һәм инженер‑техник эштәрҙе механизациялау һәм автоматлаштырыу өсөн техник саралар комплексы. О. сараларына авторучкалар, диктофондар, коммуникация (телефон, факсимиль аппараттары), электрон (компьютер), баҫыу (яҙыу машинкалары, принтерҙар), ҡабатлау (копир аппараттары, сканерҙар)...