Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОРНАМЕНТИКА

ОРНАМЕНТИКА, көйҙө биҙәү, уның тәьҫирен көсәйтеү, башҡарыусының виртуоз оҫталығын күрһәтеү өсөн ҡулланылған сағыштырмаса ваҡ оҙонлоҡтағы тауыштарҙан торған мелодик боролоштар. О. мелизмдар, тираталар, пассаждар, колоратуралар, глостар, фиоритуралар, фигурациялар инә. Тулыһынса нотаға һалынған, айырым...

ОРНИТОЛОГИЯ

ОРНИТОЛОГИЯ [грекса ornis (ornithos) — ҡош һәм ...логия], зоологияның ҡоштарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Уларҙың анатомияһын, биологияһын, систематикаһын, физиологияһын, экологияһын һәм географик таралышын өйрәнә. Башҡортостан территорияһында ҡоштарҙы өйрәнеү Ырымбур экспедицияһында (1734—44) (И.К.Кирилов,...

ОРО БӘШМӘК

ОРО БӘШМӘК, а ғ а л а, ҡ а й ы н б ә ш м ә г е, базидиомицеттар класының ҡыу бәшмәктәр ғаиләһенәҡараған ҡыя ҡыу бәшмәктең (Inonotus obliquus) үрсемһеҙ паразит формаһы. Башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә төньяҡ һәм урта һыҙатта таралған. Ерек, ҡайын, миләш, саған кеүек киң япраҡлы ағастарҙың...

ОРОГЕНЕЗ

ОРОГЕНЕЗ (гр. ōros — тау һәм ...генез), ҡыҫыу шарттарында барған, йыйырсыҡлы һәм горст‑грабенлы структураларҙың, ш. уҡ ҙур киҫәкле “яңынан яһалған” тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе м‑н бәйле булған тау яһалыу процесы. Уралдың геол. тарихында тауҙар бер нисә тапҡыр барлыҡҡа килә. Йыйырсыҡтар яһалыуы м‑н барған...

ОРОНДО, Иглин р‑нындағы ауыл

ОРОНДО, Иглин р‑нындағы ауыл, Аҡбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 69 км алыҫлыҡта Бағармыш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 574 кеше; 1920 — 542; 1939 — 567; 1959 — 342; 1989 — 223; 2002 — 234; 2010 — 192 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ОРСАЕВ Егор Орсаевич

ОРСАЕВ Егор Орсаевич [12.6.1910, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Камай а. (БР‑ҙың Мишкә районы) — 25.9.1951, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мишкә районының “Ленин юлы” колхозында бригадир булып эшләй. 1942 й. алып Сталинград, Дон, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт...

ОРСК ҠАЛАҺЫНДАҒЫ МӘСЕТ

ОРСК ҠАЛАҺЫНДАҒЫ МӘСЕТ, 1900 й. Орск ҡ. 1888 й. янған мәсет (1738 й. ахун М.Абдрахманов тарафынан асылған) янында сауҙагәр Д.Беркимбаев ярҙамы м‑н төҙөлә, попечителдәр араһында – Бурнаевтар. Ырымбур мосолман диниә назара‑ ты ҡарамағында була. Бер ҡатлы, манаралы таш бина. Мәхәлләлә 1849 й. – 158, 1890...

ОРСК ҠӘЛҒӘҺЕ

ОРСК ҠӘЛҒӘҺЕ, 1735 й. И.К.Кирилов тарафынан ҡаҙаҡ далалары һәм Өфө провинцияһының Бөрйән, Ҡыпсаҡ улустары сигендә Ур й. һул ярында, ул Яйыҡ й. (ҡара: Урал) ҡойған урында Ырымбур ҡала‑ҡәлғәһе итеп нигеҙ һалына. 1739 й. һыу баҫыу арҡаһында Ырымбур яңы урынға күсерелә, унан ҡалған торама О.ҡ., 1861 й....

ОРСК ӨЙӘҘЕ

ОРСК ӨЙӘҘЕ, 1865 й. Ырымбур губернаһы составында ойошторола. Өйәҙгә Ырымбур өйәҙенең көнсығыш, Верхнеурал өйәҙенең көньяҡ өлөшө инә. 19 б. аҙ. төньяҡ‑көнбайышта — Өфө губернаһы, төньяҡта һәм көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Турғай өлкәһе, көнбайышта Ырымбур өйәҙе м‑н сиктәш...

ОРСК-ЫРЫМБУР ҠАҘАҠ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ

ОРСК-ЫРЫМБУР ҠАҘАҠ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ. 1883 й. Орск ҡ. урыҫ‑ҡаҙаҡ һәм урыҫ‑башҡ. башланғыс мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү маҡсатында асыла. 1889 й. Ырымбур ҡ. күсерелә. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. 2 класлы башланғыс училище тамамлаған, 15 йәше тулған үҫмерҙәр (башҡорттар, татарҙар,...

ОРСК, ҡала

ОРСК, Яман‑ҡала, ҡала (1865 й. алып), Орск өйәҙенең адм. үҙәге (1865—1920). 1735 й. Ырымбур ҡала‑ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1739 й. алып Орскҡәлғәһе. 19 б. 90‑сы йй. уртаһында 900‑ләп хужалыҡ иҫәпләнгән. 1897 й. 14016 кеше (башҡорттар — 724, ҡаҙаҡтар — 139, мордвалар — 200, урыҫтар — 9363, татарҙар —...

ОРСОҠ ЙЫЛАН

ОРСОҠ ЙЫЛАН, б а ҡ ы р к е ҫ ә р т к е (Anguis fragilis), кеҫәрткеләр отрядының орсоҡ йыландар ғаиләһенә ҡараған кеҫәртке. Евразияла һәм Африканың төньяҡ-көнбайышында таралған. Оҙонлоғо 60 см тиклем. Кәүҙәһе орсоҡ формаһында, йылан һымаҡ (аяҡһыҙ), шыма тәңкә м‑н ҡапланған. Арҡаһы көрәнһыу һоро, бронза...

ОРФОГРАФИЯ

ОРФОГРАФИЯ (гр. orthoјs – дөрөҫ һәм ...графия), телмәрҙе яҙыу аша биреү алымының бер төрлөлөгөн билдәләгән, тарихи яҡтан формалашҡан ҡағиҙәләр системаһы; ошо ҡағиҙәләрҙе өйрәнгән һәм тикшергән тел ғилеме бүлеге. О. ҡағиҙәләре теге йәки был график тамғаны яҙыу мөмкинлеген биргән төрлө принциптарға нигеҙләнә....

ОРФОЭПИЯ

ОРФОЭПИЯ (гр. orthos – дөрөҫ һәм epos – телмәр), 1) мәғәнә берәмектәренең (морфемалар, һүҙҙәр, һөйләмдәр) дөрөҫ әйтелешен тәьмин иткән милли тел нормаларының йыйылмаһы; әйтелеш, баҫым һәм интонация нормаларын үҙ эсенә ала; 2) тел ғилеменең ошо нормаларҙы өйрәнгән бүлеге. Башҡорт теле О. формалашыуы...

ОРХОН-ЙӘНӘСӘЙ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ ТЕЛЕ

ОРХОН-ЙӘНӘСӘЙ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ ТЕЛЕ, Төрки ҡағанаты һәм Ҡырғыҙ ҡағанаты (6 б. 2‑се ярт. – 13 б. башы) дәүере ҡомартҡыларындағы боронғо төрки телдәрҙең береһе (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре). Байтаҡ төрки ҡәбиләләр өсөн диалекттан өҫтөн булған койненың яҙма формаһы итеп ҡулланылған, тип...

ОСАДЧЕНКО Иван Романович

ОСАДЧЕНКО Иван Романович (21.9.1912, Дон ғәскәре өлкәһенең Мартыновка биҫтәһе — 21.5.2007, С.‑Петербург), инженер- технолог. СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1940). 1929 й. алып Баҡыла, Мәскәүҙә эшләй. 1940 й. башлап Өфө НЭЗ‑ында:...

ОСАР ТЕЙЕН

ОСАР ТЕЙЕН, я р ы л ы т е й е н (Pteromys volans), кимереүселәр отрядының осар тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр. Евразия урмандарында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 13—20 см, массаһы 160 г тирәһе. Төҫө ҡышын һоро, йәйен көрәнһыу төҫмөрлө асыҡ‑һоро, ҡорһағы аҡ төҫтә. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ. Башы йомро, күҙҙәре...

ОСЕТРОВ Пётр Петрович

ОСЕТРОВ Пётр Петрович (22.6.1913, Мәскәү губ. Канаево а. — 10.1.1987, Белорет ҡ.), инженер‑металлург. Мәскәүҙең “Ураҡ һәм Сүкеш” завод‑втузын тамамлаған (1938). 1931 й. алып Мәскәүҙә, 1940 й. — Германияла эшләй. 1941 й. алып Белорет металлургия комб-тында: цех нач. урынбаҫары, 1942 й. — цех нач., 1951 й. —...

ОСИНОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл

ОСИНОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Осиновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 720 кеше; 1920 — 820; 1939 — 650; 1959 — 317; 1989 — 963; 2002 — 1055; 2010 — 980 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта һәм музыка мәктәптәре, балалар...

ОСИПЕНКО Леонид Иокинфович

ОСИПЕНКО Леонид Иокинфович (17.3.1918, Харбин ҡ., Ҡытай — 24.5.1989, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1958). 1935 й. алып Өфө НЭЗ‑ында эшләй: 1940 й. алып яғыулыҡ‑һынау станцияһы нач., 1951 й. — цех нач., 1953 й. — катализаторҙар...