Список материалов
ОФРИС
ОФРИС (Ophrys), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 35 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла, Урта диңгеҙ буйында һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда бөжәкле О. үҫә. Тумалаҡ йәки оҙонса бүлбеле күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Япрағы күкһел төҫтә, тар, ланцет,...
ОФТАЛЬМОЛОГИЯ
ОФТАЛЬМОЛОГИЯ (гр. ophthalmoјs — күҙ һәм ...логия), күреү ағзаһының анатомияһын һәм физиологияһын, күҙ ауырыуҙарының, күреү һәләтенең боҙолоу этиологияһын, патогенезын, клиникаһын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән медицина өлкәһе. Өфө губернаһында беренсе күҙ...
ОХЛЕБИНИН АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ
ОХЛЕБИНИН АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Иглин р‑нының Охлебинин а. эргәһендә урынлашҡан. О.а.к. 2 ҡаласыҡ һәм ҡәберлек инә. Охлебинин ҡаласығы II б.э.т. 4 б. — б.э. 3 б. ҡарай.__ Ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта, Ағиҙел й. уң ярында, бейек (120...
ОХЛЕБИНИН МӘМЕРЙӘҺЕ
ОХЛЕБИНИН МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Иглин р‑ны Охлебинин а. көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң битләүендә, Аҡташ төбәгендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 146 м, тәрәнлеге 18 м, уртаса киңлеге 37 м, уртаса бейеклеге 4,8 м (макс. —...
ОХЛЕБИНИН, Иглин р‑нындағы ауыл
ОХЛЕБИНИН, Иглин р‑нындағы ауыл, Охлебинин а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 45 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 773 кеше; 1920 – 1763; 1939 – 1815; 1959 – 1886; 1989 – 1028; 2002 – 1024; 2010 – 924 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...
ОЧАКОВ ПЕХОТА ПОЛКЫ
ОЧАКОВ ПЕХОТА ПОЛКЫ 190‑сы, 1910 й. 20 февр. Өфөлә 208‑се Очаков һәм 209‑сы Николаев (1‑се батальон) пехота пол‑ ктары частарынан 243‑сө Златоуст резерв батальоны базаһында ойошторола. О.п.п. 24‑се армия корпусының 48‑се пехота див. составына ингән. Рус-япон һуғышында (1904—05) һәм Беренсе донъя һуғышында...
ОЧЕРК
ОЧЕРК, көнүҙәк соц. һәм рухи-әхлаҡи мәсьәләләргә ҡағылған художестволы‑публицистик жанр. Унда автор тарафынан систе‑ малы һәм типик яҡтан уйланылған, күберәк тормошта бер тапҡыр булған факттар һәм күренештәр художестволы һүрәтләнә. О. жанрының спецификаһы тулыһынса өйрәнеп бөтөлмәгән. Документаль О....
ОШМЯНКА, Благовещен р‑нындағы ауыл
ОШМЯНКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Орловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Кесе Огрязь й. (Иҙәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 74 кеше; 1920 – 203; 1939 – 135; 1959 – 231; 1989 – 235; 2002 – 243; 2010 – 252 кеше. Башҡорттар,...
ӨЗЛӘҮ
ӨЗЛӘҮ, башҡорттарҙа тамаҡ м‑н үҙенсәлекле ике тауыш сығарып көйләү, ул саҡта түбән ҡыҫылған орган пункты фонында фиоритур характерҙағы (түбәнге тондан барлыҡҡа килгән обертон тауыштарҙың комбинацияһы) һыҙғырыулы юғары тауыштарҙан көй сыға. Ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау техникаһына оҡшаш. Тәүҙә йола‑тылсым...
ӨЙӘҘ
ӨЙӘҘ, 1) 13 б. — 1708 йй. Рәсәйҙә төп адм.‑терр. берәмек. Ө. аныҡ сиктәре булмаған: Ө. тип эргәһендәге терр‑яһы м‑н ҡала аталған. Улустарға, илдең көнбайышында — засадаларға, губаларға, пятиналарға, сиректәргә, өстән бер өлөшкә; көнсығышта даруғаларға һ.б. бүленгән. 17 б. аҙ. 215‑ләп Ө. иҫәпләнә. 16 б....
ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ
ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Губерна һәм өйәҙ ҡалаларында 1804 й. Устав м‑н бөтә ҡатлам уҡыусыларын гимназияға инеүгә әҙерләү өсөн 2 класлы, 1828 й. Устав м‑н башлыса сауҙагәр, мещан балалары өсөн 3 класлы мәктәп булараҡ ойошторолалар. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында...
ӨЙӘҘЕ, йылға
ӨЙӘҘЕ, йылға, Дим й. уң ҡушылдығы. Миәкә р‑ны Смородиновка а. көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта башлана. Миәкә һәм Бишбүләк р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Дим й. (тамағынан 363 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 82 км, басс. майҙаны 984 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына....
ӨЙӘҘЕБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл
ӨЙӘҘЕБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Оло Кәркәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Аксёнов т.‑юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 714 кеше; 1920 – 949; 1939 – 633; 1959 – 483; 1989 – 499; 2002 – 472; 2010 – 423 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...
ӨЙҘӨРӘК, йылға
ӨЙҘӨРӘК, О л о Ө й ҙ ө р ә к, йылға, Дим й. һул ҡушылдығы. Благовар р‑ны Өйҙөрәкбаш а. төньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта башлана. Благовар һәм Дәүләкән р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа, Урта Өйҙөрәк й. тамағынан — Дәүләкән р‑ны буйлап көнсығышҡа табан аға. Дим й. (тамағынан 126 км алыҫлыҡта)...
ӨЙҘӨРӘК, Шишмә р‑нындағы ауыл
ӨЙҘӨРӘК, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сафар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 251 кеше; 1959 – 507; 1989 – 503; 2002 – 397; 2010 – 431 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дурасов урта мәктәбе...
ӨЙҘӨРӘКБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл
ӨЙҘӨРӘКБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Өйҙөрәкбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Оло Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2117 кеше; 1920 — 2832; 1939 — 1508; 1959 — 838; 1989 — 510; 2002 — 570; 2010 — 540 кеше....
ӨЙӨР ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ
ӨЙӨР ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ, йылҡы үрсетеү ысулы, көтөүҙә (өйөрҙә) ауыл хужалығы малдарын аҫрауға нигеҙләнгән. Ҙур тәбиғи көтөүлектәр булған райондарҙа үҫешкән. Йыл әйләнәһенә көтөүҙә (продукция йылҡысылығында, эш аттарын үрсетеүҙә ҡулланалар) һәм культуралы‑өйөрҙә (йәй — көтөүлектә, ҡыш — бинала; тоҡом, спорт...
ӨЙӨРМӘЛЕ АППАРАТТАР
ӨЙӨРМӘЛЕ АППАРАТТАР, газ йәки пар‑газ ҡатышмалары ағымдарын өйрөлтөп, уларҙың эсендәге шыйыҡ йәки ҡаты хәлдәге өлөшсәләрҙе айырып ала, йылылыҡ һәм масса алмаштырыу процестарын интенсивлаштыра, энергияһы (т‑раһы) б‑са айыра торған ҡоролмалар. Газдарҙы өйөрмәгә индереү ысулы б‑са соплолары аксиаль һәм...
ӨЙРӘКТӘР
ӨЙРӘКТӘР, ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош заттары төркөмө. 116 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 20‑нән ашыу төрө осрай (керелдәк сөрәгәй, һоро өйрәк, һуна өйрәк һ.б.). Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 34‑тән алып (керелдәк сөрәгәй) 76 см тиклем (ҡылғойроҡ), ауырлығы —...
ӨЙРӨЛМӘКТӘР
ӨЙРӨЛМӘКТӘР (Rotatoria), умыртҡаһыҙҙар тибы. Бөтә Ер шарында таралған. Бер нисә отряды, яҡынса 2 мең төрө билдәле, Башҡортостанда яҡынса 100 төрө бар. Кәүҙәһе башлыса оҙонса (оҙонлоғо 0,04—2,3 мм), баштан, кәүҙәнән һәм аяҡтан (ҡайһы берҙә редукцияға бирелгән) тора. Башында — аҙыҡ табыу һәм хәрәкәт итеү...