Список материалов
ПАЛЕО...
ПАЛЕО... (гр. palaioЈs — боронғо), ҡушма һүҙҙәрҙең боронғолоҡҡа мөнәсәбәтле булыуын күрһәткән өлөшө (мәҫ., палеоген, палеография, палеолит).
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
ПАЛЕОГЕН
ПАЛЕОГЕН (палео... һәм ...генез), п а л е о г е н с и с т е м а һ ы (о с о р о), кайнозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 65, тамамланыуы — 23±1 млн йыл. 1866 й. Науманн тарафынан айырып күрһәтелә. 3 бүлектән (дәүерҙән) тора: аҫҡыһы — палеоцен, уртансыһы — эоцен һәм өҫкөһө —...
ПАЛЕОГЕОГРАФИЯ
ПАЛЕОГЕОГРАФИЯ (палео... һәм география), үткән дәүерҙәрҙең физик‑геогр. шарттарын, ер ҡабығының һәм дөйөм Ерҙең үҫешен өйрәнгән фән. 19 б. 1‑се ярт. тарихи геология һәм физик география сигендә формалаша. П. геохимия, климатология, литология, палеонтология, палеоэкология, стратиграфия, фациялар т‑дағы...
ПАЛЕОГРАФИЯ
ПАЛЕОГРАФИЯ (палео... һәм ...графия), яҙма тамғаларҙың барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен; боронғо яҙма ҡомартҡыларҙы уҡыу маҡсатын, авторын, яҙылыу ваҡытын һәм урынын билдәләү, ҡулланылған материалды, яҙыу ҡоралын һ.б. үҙенсәлектәрен өйрәнгән тарихи‑филол. дисциплина. БР‑ҙа башлыса Башҡортостанда табылған...
ПАЛЕОЗОЙ
ПАЛЕОЗОЙ (палео... һәм гр. zōē — тормош), п а л е о з о й э р а т е м а һ ы, п а л е о з о й э р а һ ы, фанерозойҙың аҫҡы бүлексәһе. Эраның башы — 542 млн йыл, тамамланыуы — 251 млн йыл. 1838 й. А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Кембрий, ордовик, силур, девон, ташкүмер (карбон) һәм пермь системаларына...
ПАЛЕОЛИТ
ПАЛЕОЛИТ (палео... һәм ...лит), таш быуаттың тарихи‑мәҙәни осоро. Б.э.т. 2,5 млн — 8 мең йылдарға ҡарай. Кайнозой эраһының плиоцен һәм плейстоцен геологик дәүерҙәре м‑н тап килә. 3 осорҙан тора: боронғо П. (иртә; б.э.т. 2,5 млн — 100 мең йыл), урта (б.э.т. 100—40 мең йыл) һәм яңы (һуң; б.э.т. 40—8 мең...
ПАЛЕОНТОЛОГИЯ
ПАЛЕОНТОЛОГИЯ (палео... һәм онтология), үткән геол. осорҙоң органик донъяһы, уның йәшәйеш һәм үҫеш шарттары т‑дағы фән. Палеозоология, ‑ботаника, ‑экология, ‑биогеография, микропалеонтологияға бүленә. Палеонтологик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре тау тоҡомдарының сағыштырмаса йәшен билдәләүҙә һәм геол....
ПАЛЕХА Борис Яковлевич
ПАЛЕХА Борис Яковлевич (12.4.1928, Украина ССР‑ы Бежевка а. — 29.8. 1991, Мәскәү), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1974). Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Харьков художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Өфөлә, 1978 й. алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Станок графикаһы һәм китап графикаһы вәкиле. Акварель...
ПАЛИНОЛОГИЯ
ПАЛИНОЛОГИЯ (гр. palinē— йоҡа саң һәм ...логия), ботаниканың һеркә һәм спораларҙы өйрәнгән бүлеге. Палиноморфология (спора һәм һеркә бөртөксәләренең, башлыса уларҙың ҡаты тышсаларының — экзоспорий һәм һирәгерәк периспорий — формаһын, төҙөлөшөн һәм үҫешен өйрәнә), палинотаксономия (үҫемлектәр систематикаһы...
ПАЛЛАДИН Александр Владимирович
ПАЛЛАДИН Александр Владимирович (10.9.1885, Мәскәү — 6.12.1972, Киев), биохимик. СССР ФА (1942), СССР Мед. ФА (1944), Украина ССР‑ы ФА (1929; 1946—62 йй. президент) акад., Белорус ССР‑ы ФА‑ның почётлы акад. (1950). Соц. Хеҙмәт Геройы (1955). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1935). Петербург ун‑тын...
ПАЛЛАС Пётр Симон
ПАЛЛАС Пётр Симон (22.9.1741, Берлин — 8.9.1811, шунда уҡ), тәбиғәтте өйрәнеүсе, географ, сәйәхәтсе. Медицина д‑ры (1759). Лондон Король йәмғиәте ағзаһы (1764), Император Фәндәр һәм художество акад. академигы (1767). Германияла, Голландияла, Бөйөк Британияла уҡыған. 1767—1810 йй. Рәсәйҙә йәшәгән. Рәсәйҙең...
ПАЛЬ Роберт Васильевич
ПАЛЬ Роберт Васильевич (15.4.1938, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Әлшәй иген совхозы бүлексәһенең Көньяҡ Уҫылы ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Южный бүлексәһе а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2021). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ны тамамлаған...
ПАЛЮТИНА Зилаира Рияз ҡыҙы
ПАЛЮТИНА Зилаира Рияз ҡыҙы (18.9.1951, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1975 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге сағыштырма‑тарихи, типологик һәм сағыштырма тел ғилеме мәсьәләләренә, инглиз теле, немец теле,...
ПАМФЛЕТ
ПАМФЛЕТ (ингл. — pamphlet), билдәле ижт.‑сәйәси күренешкә (дәүләт, хөкүмәт, класс, идея хәрәкәте, ҡайһы берҙә — тотош ҡоролошҡа) йәки йәмғиәттәге конкрет абруйлы эшмәкәрҙәргә (сәйәсмәндәргә, социологтарға, ғалимдарға, әҙиптәргә) ҡаршы йүнәлтелгән киҫкен һәм экспрессив фашлау м‑н характерланған публицистика...
ПАМЯТИ СТРЕЛЯЕВОЙ
ПАМЯТИ СТРЕЛЯЕВОЙ, К е ч ‑ к е н э, ашау өсөн сығарылған виноград сорты. 2005 й. Л.Н.Стреляева, Н.В.Майстренко, М.Ғ.Әбдиева (БНИИСХ) тарафынан Мадлен Анжевин, Маленгр ранний, Жемчуг Саба һәм Шасла белая сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Уртаса бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы эре, бөтөн йәки 3 айырсалы,...
ПАНАРИЦИЙ
ПАНАРИЦИЙ (лат. рanaricium), бармаҡ туҡымаларының эренләп шешеүе.
Кеше П. Өҫкө ҡатлам, йыланҡараҡ (паронихия), тире аҫты, һеңер, һөйәк (остеомиелит), бармаҡ быуыны (эренле артрит) П. һәм пандактилит (бармаҡтың бөтә туҡымалары шешеүе) айырыла. Микротравмалар алғанда (шырау ҡаҙалыу, сәнселеү, тырналыу...
ПАНДИКОВ Геннадий Александрович
ПАНДИКОВ Геннадий Александрович (12.5.1899, Ҡазан губ. Усолка а. — 10.6.1961, Омск ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1957), профессор. РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1949), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1939). Омск мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1925) шунда уҡ эшләй: 1932—36 йй. уҡытыу‑ғилми бүлек дир. урынбаҫары,...
ПАНИН Пётр Иванович
ПАНИН Пётр Иванович (24.3.1721, Калуга губ. Везовка а. — 15.4.1789, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Ген.‑аншеф (1762). Граф (1767). 1735—39 йй. һәм 1768—74 йй. рус‑төрөк, 1741—43 йй. рус‑швед һуғыштарында, 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1735 й. алып рус...
ПАНИСЛАМИЗМ
ПАНИСЛАМИЗМ, мосолман халыҡтарының сәйәси бойондороҡһоҙлоғо, уларҙың берләшергә ынтылышы, исламды таратыу т‑дағы ҡараштарға нигеҙләнгән дини‑сәйәси идеология. 19 б. аҙ. — 20 б. башында үҫеш ала. Нигеҙ һалыусыһы Джамал әд‑дин әл‑Афғани П. идеяларын 1884 й. Парижда М.Абдо м‑н берлектә нәшер иткән “әл‑Урва...
ПАНКОВ Гений Викторович
ПАНКОВ Гений Викторович (29.5. 1924, Өфө — 26.11.1994, шунда уҡ), инженер‑технолог, хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1966), РСФСР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1983), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), почётлы авиатөҙөүсе...