Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЕРМЬ ТАТАР-БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ

ПЕРМЬ ТАТАР‑БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1929 й. Урал пед. техникумының (Свердловск ҡ.) филиалы булараҡ асыла. 1940 й. алып Молотов татар‑башҡ. пед. техникумы, 1942 й. Молотов өлк. Ҡуян а. күсерелә. БАССР Мәғариф ХК ҡарамағында булған. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре б‑са...

ПЕРМЯКОВ Илья Григорьевич

ПЕРМЯКОВ Илья Григорьевич (6.8. 1901, Пермь губ. Берёзовка Заводы ҡсб — 28.6.1983, Өфө), инженер‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. канд. (1962), проф. (1966). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1930) геол.‑разведка контораһы дир. урынбаҫары булып эшләй, 1934 й. алып “Эмбанефть” ПБ (Гурьев ҡ.),...

ПЕРОВСКИЙ Василий Алексеевич

ПЕРОВСКИЙ Василий Алексеевич (9.2.1795, Чернигов губ. Почеп а. — 6.12.1857, Таврия губ. Алупка ҡсб, ш. уҡ губернаның Балаклава ҡ. ерләнә), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.‑адъютант (1833), кавалериянан генерал (1843). Граф (1855). 1812 й. Ватан һуғышында, 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү...

ПЕРСПЕКТИВАЛЫ МАТЕРИАЛДАР ФИЗИКАҺЫ ИНСТИТУТЫ

ПЕРСПЕКТИВАЛЫ МАТЕРИАЛДАР ФИЗИКАҺЫ ИНСТИТУТЫ, ӨДАТУ‑ның структур подразделениеһы. Перспективалы материалдар физикаһы ғилми‑тикшеренеү ин‑ты 1995 й. Өфөлә ӨДАТУ эргәһендәге “Тантал” махсуслаштырылған конструкторлыҡ‑технология бюроһының проблемалар лаб. һәм ғилми‑тикшеренеү бүлеге базаһында ойошторола....

ПЕРФИЛЬЕВ Афанасий Петрович

ПЕРФИЛЬЕВ Афанасий Петрович (1731, Яйыҡ ҡаласығы — 10.1.1775, Мәскәү), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв ген.‑аншефы. Казак. Сотник. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Яйыҡ казактарының 1772 й. ихтилалында ҡатнашыусы. Казактарҙың делегацияһы составында С.‑Петербургта Яйыҡ ихтилалында...

ПЕРЧАТКИН Василий Михайлович

ПЕРЧАТКИН Василий Михайлович (28.3.1919, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Перчаткино утары — 9.12.2015, Өфө), яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылыр союзы (1959), Журналистар союзы (1959) ағзаһы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 2 йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен...

ПЕСНЯ КУРАЯ

ПЕСНЯ КУРАЯ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. Л.Н. Миронова, Л.Ә.Төхвәтуллина, А.А.Реут (Ботаника баҡса‑институты) тарафынан Amabilis Superbissima сортын ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Йыш ултыртылған ҡыуаҡ, бейеклеге 55 см тиклем. Һабағы нәҙек, антоциан төҫөндә. Япрағы уртаса оҙонлоҡта,...

ПЕСТЕРЕВ Владимир Николаевич

ПЕСТЕРЕВ Владимир Николаевич (13.2.1940, Бөрө ҡ. — 23.11.2003, Сорғот ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (1986). 1958 й. алып “Башвостокнефтеразведка” тресыныңскважиналар һынау контораһы, 1959 й. — Ҡалтасы быраулау контораһы, 1961 й. — “Арланнефть” нефть промыслаһы идаралығының...

ПЕСТИЦИДТАР

ПЕСТИЦИДТАР (лат. pestis — йоғошло ауырыу һәм caedo — юҡҡа сығарыу), ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары һәм ҡоротҡостары, ҡый үләндәре, амбар ҡоротҡостары, кеше һәм хайуандарҙың инфекцион ауырыуҙарын таратыусылар һ.б. м‑н көрәшеүҙең химик саралары. Тәғәйенләнеше б‑са гербицидтар, зооцидтар,...

ПЕСТРИКОВ Станислав Васильевич

ПЕСТРИКОВ Станислав Васильевич (20.8.1938, Киров өлк. Медянка ст.), химик. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (2007). БР‑ҙың атк. химигы (2008). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1960) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй: 1970 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире, 1988 й. — бүлек мөдире....

ПЕСТРЯЕВ Андрей Михайлович

ПЕСТРЯЕВ Андрей Михайлович (5.12.1969, Фирғәнә ҡ.), спортсы. Бокс б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1991). 42‑се ПТУ‑ның бокс секцияһы (Стәрлетамаҡ ҡ.; тренеры М.М.Ғәлләмов), “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы (Өфө; тренеры Р.М.Ғибәҙуллин) тәрбиәләнеүсеһе. СССР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1991),...

ПЕСЧАНЫЙ 22

ПЕСЧАНЫЙ 22, йылҡы борсағы сорты. 1996 й. З.М.Шәрипҡолова, Н.В.Руднев, Р.З.Ғәлимуллин тарафынан (БНИИЗиС) Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ҒТИ (С.‑Петербург) өлгөһөнән шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Сорт украин экологик төркөмөнә ҡарай. Күп һабаҡлы ҡыуаҡ. Һабағы 90 см тиклем бейеклектә, төҙ, 5—6 быуын...

ПЕСЧАНЫЙ, Өфө р‑нындағы ауыл

ПЕСЧАНЫЙ, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 94 кеше; 1959 — 226; 1989 — 200; 2002 — 174; 2010 — 181 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. А.Д.Цюрупа ис. с‑з ойошторолған...

ПЕТИШЕВ Анатолий Андреевич

ПЕТИШЕВ Анатолий Андреевич (1.11.1937, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Лозовая а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1992), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1964). 1963 й. алып Бөрө р‑нының Пономарёвка 8 йыллыҡ,...

ПЕТИШЕВА Виктория Анатольевна

ПЕТИШЕВА Виктория Анатольевна (17.5.1974, Бөрө ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008), проф. (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009). А.А.Петишевтың ҡыҙы. Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1996) шунда уҡ эшләй: 2008 й. алып уҡытыу‑методик эштәр б‑са проректор, 2012 й. — урыҫ филол. каф. мөдире,...

ПЁТР (Варламов Пётр Яковлевич), священномученик

ПЁТР [ысын исеме Варламов Пётр Яковлевич; 1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дияш а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 11.3.1930, Өфө], священно‑мученик. Священник дәрәжәһен ҡабул иткән (1919). 1915 й. алып псаломсы, 1919 й. — Стәрлетамаҡ кантоны  Преображеновка а. Ҡазан Богородица сиркәүенең настоятеле. Сиркәүҙәр һәм...

ПЁТР (Екатериновский Фёдор), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы

ПЁТР (донъяуи исеме Екатериновский Фёдор; 1810 й. һәм 1815 й. араһы, Һарытау губ. — 27.5.1889, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1869—76). Дини тәғлимәт канд. (1845). Архимандрит (1852). Монахлыҡ ҡабул иткән (1841). Һарытау дини семинарияһын (1840), Мәскәү дини акад. (1844) тамамлаған. 1844...

ПЁТР I

ПЁТР I, Б ө й ө к П ё т р I (30.5. 1672, Мәскәү — 28.1.1725, С.‑Петербург), Романовтар нәҫеленә ҡараған Рәсәй батшаһы (1682 й. 27 апр. алып) һәм императоры (1721 й. 22 окт. алып). Батша Алексей Михайловичтың кесе улы. Һалым йыйыу өсөн прибыльщиктар вазифаһын булдыра, уларҙың эшмәкәрлеге башҡорт ихтилалы...

ПЕТРАЧКОВ Павел Анатольевич

ПЕТРАЧКОВ Павел Анатольевич (30.8.1979, Омск ҡ. — 4.2.2010, Чечен Респ. Алхазурово а. янында, Пенза ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2010). Лейтенант (2008). 1999—2000 йй. һәм 2004— 10 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Пенза пед. ун‑тын тамамлаған (2007). 1998—2000 йй. һәм 2004...

ПЕТРОВ Борис Ильич

 ПЕТРОВ Борис Ильич (28.8.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баженовка а., хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Баженов а., — 23.8.2004, Өфө), агроном, хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Иҡт. ф. канд. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1966), РСФСР‑ҙың а.х. отличнигы (1969), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы...