Список материалов
ПНЕВМОНИЯ
ПНЕВМОНИЯ (гр. pnéumon — үпкәләр), ү п к ә ш е ш е ү е, эске альвеоляр экссудация м‑н барған үпкәнең респиратор бүлектәренең сығанаҡ урыны зарарланыуы м‑н ҡылыҡһырланған ауырыуҙар төркөмө.
Кеше П. Этиологияһына бәйле бактериаль, вируслы, микоплазмалы һ.б. П.; ҡатнаш (вируслы‑бактериаль), аллергик,...
ПОБОИЩЕ, Күгәрсен р-нындағы ауыл
ПОБОИЩЕ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Побоище а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 55 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 122 км алыҫлыҡта Ямашлы й. (Һаҡмар й. басс.) башында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 192 кеше; 1920 — 369; 1939 — 577; 1959 — 782; 1989 — 284; 2002 — 247; 2010 — 194 кеше. Урыҫтар йәшәй...
ПОВАРИСОВ Суфиян Шәмсетдин улы
ПОВАРИСОВ Суфиян Шәмсетдин улы [29.8.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Тыпый а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) – 3.7.2016, Өфө], яҙыусы, тел, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2011), БР‑ҙың (1992) һәм ТР‑ҙың (2004) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү...
ПОВЕСТЬ
ПОВЕСТЬ, хикәйә м‑н роман араһындағы уртаса эпик жанр; төп персонаждың билдәле йәшәү дәүерен һүрәтләгән эпизодтар, бер йәки ике герой тирәләй ваҡиғаларҙы туплаған, бер нисә сюжет һыҙығы ҡулланылған проза әҫәре. Башҡорт әҙәбиәтендә П. көнсығыш жанрҙары — ҡисса һәм дастан традицияларында үҫешә. Тәү‑ ге...
ПОГОДИН Василий Николаевич
ПОГОДИН Василий Николаевич (11.7.1965, Өфө), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (1998). “Ағиҙел” (ауыр атлетика б‑са тренеры Г.В.Кочкин), “Батыр” (Л.Н.Копнин) спорт клубтары, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (П.С.Горулёв) тәрбиәләнеүсеһе, 1996—98...
ПОГОДИН Василий Филиппович
ПОГОДИН Василий Филиппович (2.8.1913, Ырымбур ҡ. — ?), селекционер. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чкалов а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Ҡырғыҙ ССР‑ының “КокБель” с‑зында баш агроном. 1946 й. алып Көньяҡ‑Көнсығыш игенселек хужалығы ин‑тында (Һарытау ҡ.), 1948 й. — Ырымбур селекция ст. эшләй. 1957...
ПОГОРСКИЙҘАР
ПОГОРСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Лаврентий (Шувалко) П., яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләрҙән. 16 б. аҙ. Кадом өйәҙенең Кадом ҡәлғәһендә хеҙмәт иткән. Уның улдары: Андрей Лаврентьевич һәм Кондратий Лаврентьевич П. Болалы ваҡытта (16...
ПОДАЛИРИЙ
ПОДАЛИРИЙ (Iphiclides podalirius), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Алғы һәм Урта Азияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см, һарғылт аҡ төҫтә, арҡыры ҡара һыҙатлы. Артҡы ҡанаттарында эске (ҡара) һәм тышҡы (ярым ай формаһындағы зәңгәр таптар) ситтәре, аҫҡы өлөшөндә —...
ПОДБЕЛЬСКИЙ Александр Ипполитович
ПОДБЕЛЬСКИЙ Александр Ипполитович (яҡынса 1856, Өфө — 1925, шунда уҡ), соц. гигиенист. Мед. д‑ры (1890). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1884) шунда уҡ эшләй. 1902 й. алып Өфөлә: губерна земство дауаханаһында (ҡара: Республика клиник дауаханаһы), 1908—21 йй. земство ҡатын‑ҡыҙҙар акушер‑фельдшерлыҡ мәктәбенә...
ПОДВИНЦЕВТАР
ПОДВИНЦЕВТАР, алтын приискыһы хужалары, сауҙагәрҙәр. Билдәлеләре: Артамон Ермолаевич П., 2‑се гильдия сауҙагәре. Себерҙә алтын ятҡылыҡтарын тикшереү м‑н шөғөлләнгән. Екатеринбург алтын сәнәғәте компанияһы, Уралда һәм Себерҙә приискылар һәм рудниктар хужаларының береһе. Уның ҡустыһы Ермолай Ер‑ молаевич...
ПОДВОЙСКИЙ Николай Ильич
ПОДВОЙСКИЙ Николай Ильич (16.2.1880, Чернигов губ. Кунашов‑ ка а. — 28.7.1948, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. 1901 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 й. окт. РСДРП(б) ҮК эргәһендәге Бөтә Рәсәй хәрби ойошмалар бюроһы рәйесе, Петроградтағы Октябрь ҡораллы күтәрелеше етәкселәренең береһе,...
ПОДГОРНЫЙ Адольф Павлович
ПОДГОРНЫЙ Адольф Павлович (7.4.1940, Өфө — 5.1.2005, шунда уҡ), спортсы. Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1961) һәм бөтә Союз категориялы судья (1991). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация‑спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.П.Марюткин, В.А.Станкевич). Билдәләнгән...
ПОДГОРНЫЙ, Күгәрсен р-нындағы ауыл
ПОДГОРНЫЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Чапаев а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 45 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 980 кеше; 1920 — 1621; 1939 — 1649; 1959 — 1309; 1989 — 663; 2002 — 638; 2010 — 566 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...
ПОДДЕНЕЖНЫЙ Григорий Максимович
ПОДДЕНЕЖНЫЙ Григорий Максимович (12.2.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Никольский ҡсб — 18.10.2000, Өфө ҡ.), өлкән лейтенант. Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. СССР ЭЭМ‑ының Ленинград хәрби‑сәйәси училищеһын тамамлаған (1948). 1941 й. алып Бәләбәй...
ПОДДУБНЫЙ Алексей Павлович
ПОДДУБНЫЙ Алексей Павлович (10.3.1907, Курск губ. Солохи а. — 1.10.1986, Харьков ҡ.), артиллерист, подполковник (1945). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сумы артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1932). Һуғышҡа тиклем Өфөлә йәшәй. 1929—32 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й....
ПОДЛЕСНЫЙ, Стәрлетамаҡ р-нындағы ауыл
ПОДЛЕСНЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Подлесный а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 21 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 333 кеше; 1920 — 446; 1939 — 589; 1959 — 259; 1989 — 319; 2002 — 350; 2010...
ПОДЛИПСКИЙ Виктор Александрович
ПОДЛИПСКИЙ Виктор Александрович (3.1.1913, Одесса ҡ. — 3.10. 1973, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Одесса граждандар һәм коммуналь төҙөлөш инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1938) Өфө һыу үткәреү‑канализация хужалығының производство идаралығында эшләй: 1939 й. алып бүлек нач., 1940 й. — техник етәксе, 1942...
ПОДЛУБ, Ҡариҙел р-нындағы ауыл
ПОДЛУБ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1687 кеше; 1920 — 1852; 1939 — 1486; 1959 — 1159; 1989 — 619; 2002 — 468; 2010 — 427 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...
ПОДЛУБ, Ҡырмыҫҡалы р-нындағы ауыл
ПОДЛУБ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 22 км һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1499 кеше; 1920 — 1669; 1939 — 1753; 1959 — 1012; 1989 — 843; 2002 — 1051; 2010 — 905 кеше. Урыҫтар,...
ПОДОЛЬСК БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ
ПОДОЛЬСК БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Хәйбулла р‑ны Подольск а. эргәһендә урынлашҡан. 1970 й. Башҡ‑н терр. геол. идаралығы тарафынан асыла. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш итәгенә тура килә. Ҡарамалыташ свитаһының базальт һәм риодациттар бәйләнешендә ойошҡан мәғдәнләнеү олотау свитаһының ҡалын...