Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПОПОВ Никита Саввич

ПОПОВ Никита Саввич (19.1.1763, Ҡазан губ. Красноуфимск ҡ. — 1.7. 1834, Пермь ҡ.), тарихсы. Статский советник (1824). Уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1786) уҡытыусы, 1807 й. алып Төп халыҡ уч‑щеһы, 1808— 29 йй. ир балалар гимназияһы (икеһе лә — Пермь) директоры. Бер бүлегендә...

ПОПОВ Николай Алексеевич

ПОПОВ Николай Алексеевич (2.11. 1933, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Чесноковка а. — 7.2.2011, Өфө), тренер. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1963). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1992). 1964 й. алып Башҡ‑н өлкә советының “Буревестник” ДСО‑һы тренеры,...

ПОПОВ Николай Ильич

ПОПОВ Николай Ильич (24.12.1912, Өфө ҡ. — 28.8.1943, Украина ССР‑ы Михайловка а.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө сәй төрөү фабрикаһында, Өфө урман заводында эшләгән. 1943 й. авгусынан алып Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се гвардия армияһы 68‑се гвардия уҡсылар...

ПОПОВ Олег Серафимович

ПОПОВ Олег Серафимович (16.2. 1952, Кибартай ҡ.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1999). БР‑ҙың атҡ. табибы (1996). БДМИ‑ны тамамлаған (1975). 1976 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. 1‑се ҡала дауаханаһында эшләй: 1985 й. башлап хирургия б‑са баш табип урынбаҫары, 1987 й. — бүлек мөдире, 1989 й. — баш табип, 2015 й. — баш...

ПОПОВ Пётр Дмитриевич

ПОПОВ Пётр Дмитриевич (24.1.1924, Өфө — 9.7.1991, Бөрө ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Өфө паровоздар ремонтлау з‑дында эшләй. 1942 й. башлап Совет Армияһында. 1943 й. июленән — Үҙәк фронтта 7‑се гвардия див. 203‑сө уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал отделениеһы...

ПОПОВ Пётр Иванович

ПОПОВ Пётр Иванович (1852—?), Ырымбур губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Крәҫтиән. Сауҙа м‑н шөғөлләнгән. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Д.А.Сафонов Тәрж. М.Х.Хужин  

ПОПОВ Семён Ефремович

ПОПОВ Семён Ефремович [10.3.1917, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Кандаковка а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 8.11. 1987, Прокопьевск ҡ.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатншыусы. Кемерово өлк. Усть‑Барзас урман сәнәғәте хужалығында эшләгән. 1942 й. авг. алып Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында...

ПОПОВ Сергей Анатольевич

ПОПОВ Сергей Анатольевич (1884, Ырымбур ҡ. – 1942 й. июле, Өфө), скрипкасы, педагог. БАССР‑ҙың атҡ. артисы. С.‑Петербург консерваторияһын тамамлаған (1910 йй.; Л.С.Ауэр класы). 1917 й. алып ҡала симфоник оркестр музыканты һәм Курск ҡ. балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. 1923 й. башлап Өфөлә: Башҡ. музыка...

ПОПОВА Любовь Никаноровна

ПОПОВА Любовь Никаноровна (25.8. 1933, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Түб. Балҡан а.), сәнғәт белгесе, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (1977). А.И. Герцен ис. пед. ин‑тын (1955), И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын (1971; икеһе лә – Ленинград) тамамлаған. 1970 й. алып ӨДСИ‑лә, 1979—90 йй.,...

ПОПОВА Надежда Александровна

ПОПОВА Надежда Александровна (26.9.1944, Өфө), тренер. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1987). 1968 й. алып “Буревестник” ДСО‑һының Физик культура йорто инструкторы, 1969 й. —...

ПОПОВСЫЛАР

ПОПОВСЫЛАР, п о п о в с ы л ы ҡ, 17 б. аҙ. старообрядсылыҡта барлыҡҡа килгән ағымдарҙың береһе. П. изге йолаларҙы, сиркәү иерархияһын һаҡлаған. П. диндәштәр (ҡара: Диндәшлек), беглопоповсылар, Белокриницкий иерархияһы бүленеп сыҡҡан. Башҡортостанда П. 18 б. 1‑се ярт. Табын ҡәлғәһендә старообрядсылар...

ПОППЕ Николай Николаевич (Николас)

ПОППЕ Николай Николаевич (Николас) (27.7.1897, Яньтай ҡ., Ҡытай – 8.8.1991, Сиэтл ҡ., АҠШ), тел белгесе. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1932), проф. (1928). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. Петроград ун‑тын тамамлағандан һуң (1921) 1941 й. тиклем шунда уҡ, бер үк ваҡытта СССР ФА‑ның Шәрҡиәт...

ПОПУЛЯЦИЯ

ПОПУЛЯЦИЯ (лат. populus — халыҡ), оҙайлы ваҡыт дауамында билдәле бер терр‑яла үрсеүсе һәм уның башҡа берлектәренән сағыштырмаса айырымланған бер төргә ҡараған заттар төркөмө. Төрҙөң структур берәмеге, уның эсендә форманы һәм төрҙө барлыҡҡа килтергән микроэволюцион процестар бара. П. төп характеристикалары:...

ПОПУЛЯЦИЯЛАР БИОЛОГИЯҺЫ

ПОПУЛЯЦИЯЛАР БИОЛОГИЯҺЫ, популяцияларҙың йәшәйеш законлыҡтарын өйрәнә. П.б. формалашыуы генетиканың һәм эволюцияның синтетик теорияһы үҫеше м‑н бәйле. Башҡортостанда П.б. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. башлана. Биология институтында юғалып барған дарыу үҫемлектәренең, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең...

ПОРОЙКОВ Юрий Дмитриевич

ПОРОЙКОВ  Юрий Дмитриевич (23.2.1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Баймаҡ ҡсб, хәҙ. Баймаҡ ҡ.), яҙыусы. Филос. ф. канд. (1980). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1956). 1958 й. алып СССР ФА БФ‑тың редакция‑нәшриәт бүлеге мөхәррире, 1960...

ПОРСЕВ Михаил Владимирович

ПОРСЕВ Михаил Владимирович (2.11.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Покровка а. – 6.10.2005, Златоуст ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1977). 1940—85 йй. “Златоуст машиналар эшләү заводы” ПБ‑нда слесарь‑лекалолар яһаусы. П. ҡатнашлығында теүәллеге юғары булған универсаль‑йыйыу калибрҙары эшләнгән һәм етештереүгә...

ПОРТАЛЬ Роже Антонен Роббер

ПОРТАЛЬ Роже Антонен Робер (6.5.1906, Амбер ҡ., Франция — 30.12.1994, Париж), француз тарихсыһы. Гуманитар ф. д‑ры (1949), профессор. Страсбург ун‑тын тамамлаған (Франция, 1931). 1929 й. алып Францияның уҡыу йорттарында белем бирә: 1950 й. башлап Лилль ун‑тында, 1955—76 йй. Париж ун‑тында, бер үк ваҡытта...

ПОРТРЕТ

ПОРТРЕТ (фр. рortrait), һынлы сәнғәт жанры; рәсем сәнғәтендә, графикала, скульптурала кеше һыны йәки кешеләр төркөмө һүрәте. П. кеше (модель) тышҡы оҡшашлыҡтан тыш, уның рухи донъяһын асҡан үҙенсәлекле һыҙаттар м‑н кәүҙәләндерелә. П. төрҙәре: яңғыҙ (билгә тиклем йәки бөтә кәүҙә м‑н), парлы, төркөмлө...

ПОРФИРИЙ

ПОРФИРИЙ (донъяуи исеме Соколовский Павел Иванович; 1811, Түб. Новгород губ. — 3.6.1865, Томск ҡ.), дин әһеле, тәүге Өфө һәм Минзәлә епискобы (1859—60). Дини тәғлимәт магистры (1836). Архимандрит (1845). Монахлыҡ ҡабул иткән (1835). Түб. Новгород дини семинарияһын (1832), Мәскәү дини акад. (1836) тамамлаған....

ПОРФИРИТ

ПОРФИРИТ, плагиоклаз, пироксен, мөгөҙ обманкаһы минералдарының эре бүленделәрен үҙ эсенә алған үтә ваҡ бөртөклө массанан торған порфир төҙөлөшөндәге һелтеле һәм урта составлы палеотип эффузив тау тоҡомдарының дөйөм атамаһы. Химик составы б‑са базальтлы, андезит‑базальтлы, андезитлы П., порфир бүленделәренең...