Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПОСАД КЕШЕЛӘРЕ

ПОСАД КЕШЕЛӘРЕ, 15—18 бб. Рәсәйҙә посадта (ҡаланың сауҙа һәм һөнәрселек м‑н шөғөлләнгән өлөшө) йәшәгән халыҡ. Үҙәк Рәсәйҙә ҡала халҡының төп өлөшөн тәшкил иткән. Дәүләт файҙаһына һалым түләгәндәр, йөкләмә үтәгәндәр. П.к. земство старостаһы етәкселегендә посад общинаһына берләшкән. Уның күпселек өлөшөн...

ПОСЕССИОН ЗАВОДТАР

ПОСЕССИОН ЗАВОДТАР, 18 б. аҙ. Рәсәйҙә посессион хоҡуҡ б‑са шартлы рәүештә биләү өсөн дәүләттән эшселәр (посессион крәҫтиәндәр; уларҙы заводтарға кешеләр һатып алыу т‑дағы — 1721 й. һәм мастеровой кешеләр беркетеү т‑дағы 1736 й. указдар нигеҙендә биргәндәр), аҡса, ер, урман, ер аҫты байлыҡтары алған...

ПОСКРЁБЫШЕВ Александр Николаевич

ПОСКРЁБЫШЕВ Александр Николаевич (7.8.1891, Вятка губ. Успенское а. — 3.1.1965, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Ген.‑майор. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Фельдшерҙар уч‑щеһын тамамлаған (Вятка ҡ., 1914). 1917—18 йй. Пермь губ. Баранчинский советы рәйесе, 1919 й. башлап Төркөстан армияһының Сәйәси...

ПОСПЕЛОВ Пётр Иванович

ПОСПЕЛОВ Пётр Иванович [10.8. 1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Ләүәле а. (БР‑ҙың Балаҡатай районы) — 11.12.2006, Златоуст ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып В.И.Ленин исемендәге заводта эшләй (Златоуст ҡ.). 1942 й. башлап Совет армияһында. Декабрҙән Брянск, Үҙәк...

ПОСТНОВ Владимир Валентинович

ПОСТНОВ Влади‑ мир Валентинович (14.6.1950, Өфө — 18.5.2014, шунда уҡ), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2007). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй: 1980–82 йй. “Искра” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһының лаб. мөдире, 1986–87 йй. бүлек...

ПОТАПОВ Александр Григорьевич

ПОТАПОВ Александр Григорьевич (11.8.1940, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Потаповка а.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1987), проф. (1993). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1984), РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан...

ПОТАШ ЗАВОДТАРЫ

ПОТАШ ЗАВОДТАРЫ, поташ (углекислый калий; буяу, һабын, буҫтау, быяланың ҡиммәтле сорттарын етештереү, туҡымаларҙы ағартыу, тире иләү һ.б. өсөн ҡулланылған) етештереү пр‑тиелары. Поташ алыу өсөн ағас йәки үлән көлөн һелте м‑н эшкәрт‑ кәндәр, һелтеһен ҡайнатҡандан һуң ҡалдығын ҡыҙҙырғандар. Башҡортостанда...

ПОТЕРЯХИН Владимир Александрович

ПОТЕРЯХИН Владимир Александрович [2.3.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Верхотор а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 16.11.2013, Сала‑ уат ҡ.], инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1971). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1973). Журналистар союзы ағзаһы (1999). Грозный нефть ин‑тын тамамлаған (1958). 1951 й. алып Салауат...

ПОТЮКАЕВ Михаил Алексеевич

ПОТЮКАЕВ Михаил Алексеевич (1913 й. нояб., Баҡы), хужалыҡ эшмәкәре. 1939 й. алып “Ишимбайнефть” тресының быраулау нач., 1940 й. – бүлек нач., 1941 й. – быраулау контораһының баш инженеры, 1942 й. башлап “Туймазанефть” тресының 1‑се быраулау контораһы дир., 1949 й. – “Башзападнефтеразведка” тресы идарасыһы....

ПОЧТА ЭЛЕМТӘҺЕ

ПОЧТА ЭЛЕМТӘҺЕ, п о ч т а, элемтә төрө, башлыса транспорт сараларын файҙаланып почта аша ебәрелгән нәмәләрҙе (яҙма корреспонденция, ваҡытлы баҫмалар, аҡса күсереү, бандероль, посылка) ҡабул итеү һәм тапшырыу м‑н шөғөлләнә. Башҡортостанда 1735 й. Өфө провинцияһында Сенат ҡарарына ярашлы Ырымбур экспедицияһын...

ПОШКУС Болюс Игнович

ПОШКУС Болюс Игнович (9.4.1930, Литва ССР‑ы Ужумельничис а. — 9.7.2014, Мәскәү), иҡтисадсы. В.И. Ленин ис. Бөтә Союз а.х. ф. акад. (1985), Беларус Респ. ФА (1991), Ҡаҙағстан Респ. Милли ФА (1992) акад., БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), иҡт. ф. д‑ры (1980), проф. (1982). Литва ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре...

ПОШЛИНАЛАР

ПОШЛИНАЛАР, түләүсе мәнфәғәтендә ҡануниәт тарафынан билдәләнгән юридик яҡтан мөһим эште үтәү өсөн вәкәләтле дәүләт һәм муниц. органдар (учреждениелар) алып ҡалған аҡса йыйымы. Дәүләт һәм таможня П. була. Дәүләт П. — нотариаль эш башҡарғанға, дәүләт техник тикшереүҙе үткәргәнгә, гражданлыҡ хәле акттарын,...

ПОЭМА

ПОЭМА (гр. póiema), поэтик жанр, ҙур күләмле шиғри әҫәр. Лирик һәм эпик башланғыстарҙың органик синтезы жанр поэтикаһының төп үҙенсәлеге булып тора. Тематикаһы б‑са – тарихи, тарихи‑революцион, проблематикаһы б‑са – фәлс., соц.‑тарихи, сюжет тибы б‑са — ассоциатив, хикәйәләү, төр билдәләре б‑са лирик,...

ПОЭТИКА

ПОЭТИКА (гр. poiētikḗ– поэтик сәнғәт), әҙәби әҫәрҙең структураһын һәм унда ҡулланылған эстетик саралар системаһын өйрәнеүсе, ш. уҡ уларҙағы үҙгәрештең тарихи ҡанундары, автор фекеренең художестволы тормошҡа ашырылыу ысулдары т‑дағы фән. П. тотош әҙәбиәттең дөйөм законлыҡтары һәм элементтары м‑н эш иткән...

ПРАВЕДНИКОВ Николай Константинович

ПРАВЕДНИКОВ Николай Константинович (9.12.1933, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡуяштыр а. – 4.12.2001, Мәскәү), инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (1984), проф. (1987). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) 1958 й. тиклем — “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығында, 1961 й. алып Украина нефть...

ПРАВОСЛАВИЕ

ПРАВОСЛАВИЕ, христианлыҡта төп йүнәлештәрҙең береһе. 395 й. Рим империяһы Көнсығыш һәм Көнбайыш өлөштәргә бүленгәндән һуң, уның көнсығыш тармағы булараҡ барлыҡҡа килә, 1054 й. христиан сиркәүе католик (ҡара: Католицизм) һәм православие сиркәүҙәренә бүленгәс, дин ғилеме булараҡ формалаша. Дин ғилеме...

ПРАВОСЛАВИЕ БАЙРАМДАРЫ

ПРАВОСЛАВИЕ БАЙРАМДАРЫ, изгеләр, чудотворный иконалар, әһәмиәтле дини ваҡиғалар хөрмәтенә булдырылған көндәр. Үткәрелеү ваҡыты б‑са — күсерелмәй торған (билдәле датаһы бар) һәм күсмә (датаһы Пасхаға ҡарап, сиркәү календарына ярашлы күсеп йөрөй); әһәмиәте б‑са бөйөк, уртаса һәм бәләкәй П.б. бүленә. Төп...

ПРАВОСЛАВИЕ ИЗГЕ ТИХОН ГУМАНИТАР УНИВЕРСИТЕТЫ

ПРАВОСЛАВИЕ ИЗГЕ ТИХОН ГУМАНИТАР УНИВЕРСИТЕТЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Өфөләге уҡыу‑консультация пункты 1995 й. Богородский‑Өфө сиркәүе эргәһендә ойошторола, 1998 й. алып Крестовоздвижение сиркәүе эргәһендә эшләй. 2008 й. ябыла. Китапханаһы булған. Уҡыу ситтән тороп уҡыу бүлегенең дини тәғлимәт, миссионерлыҡ...

ПРАВОСЛАВИЕ ЙОЛАЛАРЫ

ПРАВОСЛАВИЕ ЙОЛАЛАРЫ, православиелағы традицион йолалар. П.й. нигеҙен 7 изге йола тәшкил итә: суҡындырыу, изге май м‑н бәрәкәтләндереү, тәүбәгә килеү, евхаристия (Алла бәрәкәтенә ҡушылыу), никах, изге йолалар башҡарыуға бағышлау һәм изге май һөртөү (уларҙы епископтар һәм руханиҙар башҡара). П.й. ғибәҙәт...

ПРАВОСЛАВИЕ ҠОРАМДАРЫ

ПРАВОСЛАВИЕ ҠОРАМДАРЫ, ғибәҙәт ҡылыу һәм православие йолаларын башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән культ ҡоролмалары. Алтары көнсығышҡа ҡаратып төҙөлә; ҡайһы берҙә изгеләргә йәки сиркәү тормошондағы ниндәйҙер ваҡиғаға арналған бер нисә алтарь (придел) була. П.ҡ. тәре (Иисус Христос символы), карап (Нух кәмәһе),...