Список материалов
ПРИМАКИН Иван Васильевич
ПРИМАКИН Иван Васильевич (8.11. 1923, Петроград губ. Маилковы Горки а. — 8.11.1982, Туймазы ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Молотов пилоттар хәрби авиация мәктәбен (Пермь ҡ., 1942) тамамлаған. 1939 й. алып 381‑се з‑дта (Ленинград) эшләй. 1940 й. башлап...
ПРИПЛОДНЫЙ ЛОГ
ПРИПЛОДНЫЙ ЛОГ, һуң бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Троицк р‑ны Подгорный а. көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Уй й. һул ярында урынлашҡан. 1978 й. Т.С.Малютина тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы (диам. 8—16 м, бейеклеге 0,1—0,6 м) һәм түңәрәк формаһындағы таш кәртәле ҡәберлектәргә...
ПРИСАДКАЛАР
ПРИСАДКАЛАР, аҙ күләмдә мотор яғыулыҡтарына (0,1%‑ҡа тиклем), техник майҙарға (25%‑ҡа тиклем), битумдарға, шыйыҡ металдарға уларҙың эксплуатация үҙенсәлектәрен арттырыу һәм оҙаҡ ваҡыт һаҡлар өсөн ҡушыла торған матдәләр. Яғыулыҡ өсөн тәғәйенләнгән П. — яныуҙы яҡшыртҡан (антидетонаторҙар һәм инициациялаған,...
ПРИТЧА
ПРИТЧА (кинәйәле хикәйә, нәсихәтле хикәйә), фольклор һәм әҙәби жанр, ҡыҫҡа дидактик‑аллегорик хикәйә. Йөкмәткеһе һәм функцияһы б‑са П. мәҫәлгә яҡын, әммә, унан айырмалы рәүештә, билдәле бер контекста ғына мәғәнәһе була, шуға күрә унда үҫешкән сюжет хәрәкәте булмай һәм ябай сағыштырыуға тиклем ябайлаша...
ПРИУРАЛЬЕ, Архангел р‑нындағы ауыл
ПРИУРАЛЬЕ, Архангел р‑нындағы ауыл, Тәүәкәс а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 397; 2002 — 380; 2010 — 270 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). 2 балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 1977 й. Куйбышев т. юлының Ҡарлыман—Белорет...
ПРИШИБ, Благовар р‑нындағы ауыл
ПРИШИБ, Благовар р‑нындағы ауыл, Алексеевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 252 кеше; 1939 — 437; 1959 — 326; 1989 — 1052; 2002 — 925; 2010 — 907 кеше. Урыҫтар, татарҙар, немецтар йәшәй (2002). П. — “Регион”...
ПРИЮТ РАЙОНЫ
ПРИЮТ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡта һәм төньяҡ‑көнсығышта — Бәләбәй, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Бишбүләк р‑ндары, көнбайышта ТАССР м‑н сиктәш булған. 1930 й. 20 авг. Бәләбәй кантоны улустарынан ойошторолған (ҡара: Административ район). 1932 й. 20 февр. бөтөрөлгән, терр‑яһы...
ПРИЮТ, Бәләбәй р‑нында ҡала тибындағы ҡасаба
ПРИЮТ, Бәләбәй р‑нында ҡала тибындағы ҡасаба, Приют ҡасаба советы үҙәге; т. юл станцияһы. Бәләбәй ҡ. К.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Куйбышев т. юлында (Абдулла—Кропачёво участкаһы), Бәләбәй—Йәрмәкәй— Приют автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 104 кеше; 1920 — 606; 1939 — 1250; 1959 — 20468;...
ПРОВИНЦИЯ
ПРОВИНЦИЯ, 18 б. Рәсәйҙәге адм.‑терр. берәмек. Пётр I адм. реформалары һөҙөмтәһендә ойошторола, 1719 й. 29 майындағы указ м‑н губерналарҙың бер өлөшө итеп раҫлана. П. — өйәҙҙәргә, ҡайһы берҙәре дистрикттарға һәм киҫәктәргә бүленгән. П. үҙәге итеп ҙур торама пункт һайланған, унда П. төп учреждениелары...
ПРОВИТАМИНДАР
ПРОВИТАМИНДАР, витаминдарҙың биохимик элгәрҙәре. А (каротиноидтар), D (ҡайһы бер стериндар) төркөмө П. билдәле. Каротиноидтар (бактериялар, бәшмәктәр, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр тарафынан синтезланған пигменттар) — төҫлө емештәрҙә, стериндар үҫемлек продукттарында (эргостерин), кеше һәм хайуан тиреһенең...
ПРОГИМНАЗИЯЛАР
ПРОГИМНАЗИЯЛАР, Рәсәйҙәге тулы булмаған урта уҡыу йорттары, гимназияның башланғыс кластарына тап килгәндәр. Ирҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар, хәрби П. булған. Гимназияларҙың һәм прогимназияларҙың уставына (1864) һәм “Ҡатын‑ҡыҙҙар гимназиялары һәм прогимназиялары тураһында положение” ға (1870) ярашлы, 2‑се һәм 3‑сө...
ПРОГНОЗЛАУ
ПРОГНОЗЛАУ, милли иҡтисад үҫеше перспективаларын тикшереү. Соц., иҡт. һәм фәнни‑техник процестарҙы өйрәнеү, килеп сыҡҡан хәлде анализлау һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала. П. етештереү факторҙарын рациональ файҙаланыу соц. етештереү һөҙөмтәлелеген күтәрергә; фәнни һәм етештереү эшмәкәрлегенең перспектив йүнәлештәрен,...
ПРОГРАММАЛАУ
ПРОГРАММАЛАУ, 1) махсус (ғилми, инженерлыҡ һ.б.) мәсьәләләрҙе хәл итеү операциялары тәртибен һүрәтләү процесы; 2) ғәмәли математиканың программаларҙы төҙөү, уларҙы тикшереү һәм яҡшыртыу алымдарын өйрәнгән өлкәһе; теоретик, системалы, ғәмәли П. һ.б. бүленә. Компьютер П. (мәғлүмәтте автоматик рәүештә...
ПРОГРАММАЛАУ ТЕЛЕ
ПРОГРАММАЛАУ ТЕЛЕ, эшләү эҙмә‑эҙлелеген билдәләгән алгоритмды компьютерға тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән формаль тамғалар системаһы; алгоритмды программаға әйләндерә торған яһалма тел; программалау сараһы. П.т. юғары (ниндәйҙер бер телдән, ғәҙәттә, инглиз теленән, алынған һүҙҙәр төркөмө) һәм түбән (машинаға...
ПРОГРАММАЛАУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ
ПРОГРАММАЛАУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ, программа м‑н тәьмин итеү системаһын булдырыу процестары йыйылмаһы, ш. уҡ был процестарҙы тасуирлау; программалауҙың технологик процестарын өйрәнгән фән. Ысулдарына, сараларына һәм процедураларына ҡарап программа м‑н тәьмин итеүҙең шарлауыҡ (бер тапҡыр үтеү, мәҫ., каскад...
ПРОГРАММАЛЫ МУЗЫКА
ПРОГРАММАЛЫ МУЗЫКА, йөкмәткеһен асыу өсөн телдән аңлатма биреү м‑н оҙатылған инструменталь музыка. Дөйөмләштерелгән (муз. әҫәрҙең һәм уның бүлектәренең исеме, эпиграфы була) һәм конкрет (муз. әҫәрҙең сюжет нигеҙен әҙәби әҫәр йәки комп. ижад иткән программа тәшкил итә) программа айырыла. Программалыҡ...
ПРОГРЕСС, Яңауыл р‑нындағы ауыл
ПРОГРЕСС, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Киҫәкҡайын а/с ҡарай. Район үҙә‑ генән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 429 кеше; 1989 — 731; 2002 — 736; 2010 — 596 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Һөнәрселек лицейы, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы,...
ПРОДУКЦИЯ АССОРТИМЕНТЫ
ПРОДУКЦИЯ АССОРТИМЕНТЫ, пр‑тие продукцияһында производство тармағында йәки ниндәй ҙә булһа бер тауар төркөмөндә айырым изделие төрҙәренең составы һәм нисбәте. Практикала деталле (йәйелдерелгән) һәм төркөмлө (ҙурайтылған) П.а. айырыла. Деталле П.а. составы продук‑ ция м‑н конкрет ҡулланыусыларҙы тәьмин...
ПРОДУКЦИЯ ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ
ПРОДУКЦИЯ ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ, йылҡысылыҡтың төп үҫеш йүнәлештәренең береһе. П.й. өйөр йылҡысылығы зонаһында үҫешкән. Төп бурысы — йылҡы ите, һөт етештереү, аттарҙың итле тоҡомдарын экспорт өсөн үҫтереү. Бейәһөтө башҡа а.х. малдары һөтөнән айырыла, уның составына яҡынса 2% аҡһым, 1,2—2,8% май, 6,5% һөт шәкәре...
ПРОДУКЦИЯНЫҢ ҮҘҠИММӘТЕ
ПРОДУКЦИЯНЫҢ ҮҘҠИММӘТЕ, продукция етештереүгә һәм һатыуға киткән аҡсалата сығымдар (ҡара: Етештереү сығымдары). Хужалыҡты алып барыу ресурстарҙы ҡулланыу интенсивлығын күрһәтә. Баҙарҙа тауарҙың конкуренцияға һәләтлелегенә һәм пр‑тиеның финанс‑иҡт. хәленә тәьҫир иткән иң мөһим күрһәткес. Барлыҡ сығымдарҙың...