Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПРОЗА

ПРОЗА, б а ш ҡ о р т п р о з а һ ы. Башҡ. фольклоры, боронғо төрки әҙәбиәт һәм урта быуаттар төрки әҙәбиәте (С.Сараиҙың “Гөлөстан бит-төрки”, Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә солтан”, Хәрәзмиҙең “Мөхәббәтнамә”, Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин”, Мәхмүт Ғәлиҙең “Нәһж әл‑фәрадис” һ.б.) нигеҙендә үҫешкән. 18 б. аҙ. — 19...

ПРОЗИН Владимир Павлович

ПРОЗИН Владимир Павлович (21.6. 1927, Өфө — 8.9.2009, шунда уҡ), тау инженеры. Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) Урал терр. геол. идаралығының (Свердловск ҡ.) Полднево геол. разведка партияһында эшләй. 1958 й. алып “Башкиргеология” ПБ‑нда: өлкән инженер, 1960 й. башлап быраулау б‑са өлкән...

ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, бер адм. етәкселегендә бер нисә предприятиены берләштергән ойоштороу формаһы. ПБ составына з‑дтар, ф‑калар, ғилми‑тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ пр‑тиелары һ.б. инә; улар араһында етештереү бәйләнеше, үҙәкләштерелгән ярҙамсы һәм хеҙмәтләндереүсе производство була. ПБ етештереү...

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОМБИНАЦИЯЛАУ

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОМБИНАЦИЯЛАУ, бер‑береһе м‑н техник, иҡтисади һәм ойоштороу яғынан тығыҙ бәйле булған, бер ерҙә урынлашҡан производстволарҙың берҙәм комплексын булдырыуға нигеҙләнгән производствоны концентрациялау формаһы. Производствоны вертикаль (продуктты эшкәртеүҙең бер‑бер артлы стадиялары берләшеүенә...

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОНЦЕНТРАЦИЯЛАУ

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОНЦЕНТРАЦИЯЛАУ, етештереү саралары һаны үҫеше һәм продукция берәмегенә уларҙың хаҡы төшөүе иҫәбенә сағыштырма капитал һалыу һәм продукция үҙҡиммәтенең кәмеүенә булышлыҡ иткән ҙур производстволар булдырыу һәм үҫтереү. П.к. интенсив һәм экстенсив варианттары була. П.к. 3 формаһы айырыла:...

ПРОИЗВОДСТВОНЫ МАХСУСЛАШТЫРЫУ

ПРОИЗВОДСТВОНЫ МАХСУСЛАШТЫРЫУ, хеҙмәт бүленешенә һәм тармаҡтарҙы, производстволарҙы бер‑береһенән айырыуға нигеҙләнгән йәмғиәттәге етештереүҙе ойоштороу формаларының береһе. Бер яҡтан, П.м. — йәмғиәттәге хеҙмәт бүленеше, икенсе яҡтан — производствоны концентрациялау һөҙөмтәһе. П.м. етештереү көстәрен...

ПРОКАЕВ Владимир Николаевич

ПРОКАЕВ Владимир Николаевич (10.2.1957, Өфө ҡ.), тренер. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004), фехтование буйынса халыҡ‑ара (1997) һәм бөтә Рәсәй (2017) категориялы судья, СССР‑ҙың спорт мастеры (1982). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1996). БДПИ‑ны...

ПРОКАТ

ПРОКАТ м е т а л л у р г и я л а, прокатлау стандарында алынған төрлө профилдәге металл изделиелар. Профилдәренең формаһына һәм үлсәмдәренә ҡарап (сортамент) табаҡлы П. (табаҡ, таҫма һ.б.), сортлы ябай (түңәрәк, квадрат, алтымөйөш һ.б.), фасонлы П. (мөйөштәр, тавролар, рельстар, швеллерҙар һ.б.); махсус...

ПРОКАТЛАУ

ПРОКАТЛАУ, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү алымы: әҙерләмә ышҡылыу көстәре тәьҫиренән әйләнеп тороусы валдар араһына тартылып инә һәм һығылмалы рәүештә деформациялана, был саҡта уның ҡалынлығы кәмей һәм оҙонлоғо арта. Эшкәртелгән металдың т‑раһына ҡарап — ҡыҙыу һәм һалҡын килеш П., валдарҙың һәм...

ПРОКИН Василий Александрович

ПРОКИН Василий Александрович (30.12.1922, Екатеринбург губернаһы Шата а. — 29.9.2019, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1980). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск...

ПРОКОПЬЕВ Герман Терентьевич

ПРОКОПЬЕВ Герман Терентьевич (17.10.1922, Сыуаш авт. өлк. Байгеево а. — 30.6.1999, Дзержинск ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑нында колхозда эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. апр. алып Калинин, 1‑се һәм 2‑се Балтик буйы фронттарында...

ПРОКУДИН Николай Васильевич

ПРОКУДИН Николай Васильевич [4.12.1912, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Волков а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 26.1.1987, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1925—71 йй. Өфө р‑нында эшләй: “Гудок” к‑зында (1930 й. алып), Урыҫ-Юрмаш а/с (1933 й. алып секретарь, 1938—41 йй., 1958—59 йй. һәм 1962—66...

ПРОКУРАТУРА

ПРОКУРАТУРА (лат. procurare — хәстәрләү), енәйәт эштәрен асыҡтан‑асыҡ тикшереү өсөн тәғәйенләнгән дәүләт органдары системаһы. РФ П. эшмәкәрлеге “Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһында”ғы законға (1992 й. 17 ғин.) ярашлы ғәмәлгә ашырыла. П. органдары бурыстарына енәйәт эштәре асыу һәм тәфтиш үткәреү,...

ПРОКШИН Валериан Георгиевич

ПРОКШИН Валериан Георгиевич (17.1.1911, Вологда губ. Пополутково а. — 10.3.2000, Өфө), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1982), проф. (1982). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1987). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) шунда уҡ эшләй (өҙөклөктәр м‑н): 1941...

ПРОЛЕ Вильмош

ПРОЛЕ Вильмош, П р ё л е В. (29.10.1871, Фютелек, Австро‑Венгрия — 2.10.1946, Берхтесгаден, Германия), венгр тел белгесе. Будапешт ун‑тын тамамлаған. 1899—1917 йй. — инжил гимназияһында (Ньиредьхаза ҡ., Австро‑Венгрия), 1908 й. алып Венгр (Клуж ҡ., Румыния), 1919 й. — Дебрецен (Венгрия), 1923—43 йй....

ПРОПОЛИС

ПРОПОЛИС (гр. própolis), ҡ о р т е л е м е, бал ҡорттары бүлеп сығарған йәбешкәк ыҫмалалы матдә. Бал ҡорттары ыҫмалалы матдәләрҙе үҫемлектәрҙән йыйып, уға, шайыҡ биҙҙәре секреты, балауыҙ өҫтәй. П. бал ҡорттары умартала ярыҡтарҙы томалау, кейәне бәләкәйләтеү һ.б. өсөн ҡуллана. П. — һары йәки һоро төҫтәге...

ПРОСТАГЛАНДИНДАР

ПРОСТАГЛАНДИНДАР, үҙәк циклопентан балдаҡлы, урын алмаштырыусылары, балдаҡта һәм ситке сылбырҙа икеләтә бәйләнештәр төрлөсә урынлашҡан туйындырылмаған майлы С20 оксикислоталар. 20‑гә яҡын тәбиғи П. билдәле, улар кешенең аталыҡ орлоғонда, күп кенә умыртҡалыларҙа, умыртҡаһыҙҙарҙа, ҡайһы бер үҫемлектәрҙә...

ПРОСТАТИТ

ПРОСТАТИТ (гр. prostátēs — алда торған), простата биҙенең шешеүе. Бактериаль (киҫкен һәм хроник), бактериаль булмаған (хроник) һ.б. П. айырыла. Бактериаль П. — простата биҙе туҡымаларының инфекцияға дусар булыуы һөҙөмтәһендә, хроник П., ғәҙәттә, киҫкен П. үткәргәндән һуң үҫешә. П. үҫешенә ш. уҡ һыуыҡ...

ПРОТАЗАНОВ Яков Александрович

ПРОТАЗАНОВ Яков Александрович (4.2.1881, Мәскәү — 8.8.1945, шунда уҡ), кинорежиссёр. РСФСР‑ҙың (1935) һәм Үзбәк ССР‑ының (1943) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Мәскәү коммерция уч‑щеһын тамамлаған (1900). Ватан кинематографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 80‑дән ашыу нәфис фильм төшөргән: “Отец Сергий” (1918),...

ПРОТВИНЬ Иван Степанович

ПРОТВИНЬ Иван Степанович (10.6. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ключи‑Колос а., хәҙер БР‑ҙың Бәләбәй районы Аксаков а., — 18.8.1944, Литва ССР‑ының Жагаре ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Куйбышев тимер юлында эшләгән. 1943 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1944 й. башлап...