Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПРОТЕЗА

ПРОТЕЗА (гр. рrósthesis — ҡушылыу), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрешенең бер төрө, һүҙ башында өҫтәлмә өндөң барлыҡҡа килеүе. Башҡорт телендә П. —үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе (башлыса урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе) телдең орфоэпик закондарына (һүҙ башында бер нисә тартынҡы йәнәш килмәй) артикуляцион яҡтан...

ПРОТЕРОЗОЙ

ПРОТЕРОЗОЙ (гр. próteros — ир‑тәрәк һәм zōḗ — тормош), п р о т е р о з о й  а к р о т е м а һ ы, кембрий алдының өҫкө бүлексәһе. Эраның башы — 2500±50, аҙағы — 535±1 млн йыл. 1887 й. инглиз геологы А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Рәсәй кембрий алдының стратиграфик шкалаһында аҫҡы һәм өҫкө П. айырыла,...

ПРОТЕСТАНТЛЫҠ

ПРОТЕСТАНТЛЫҠ, христианлыҡта төп йүнәлештәрҙең береһе. Төрлө дини ағымдарҙы берләштерә. П. католицизмдан Реформация барышында айырылып сыға. П. Богородица, изгеләр, иконалар культы танылмай, изге дини йолалар һаны 2 генә (суҡындырыу һәм Алла бәрәкәтенә ҡушылыу). П. руханиҙарҙы ябай дин хеҙм‑рҙәренә...

ПРОТОПОПОВ Николай Андрианович

ПРОТОПОПОВ Николай Андрианович (1876, Бөрө ҡ. — 1960, Ленинград), рәссам. Ҡазан художество мәктәбен (1903), Петербург художество акад. (1912; педагогтары Н.Н.Дубовский, П.П.Чистяков) тамамлаған. 1919 й. художество оҫтаханаһы етәксеһе, бер үк ваҡытта 1922 й. тиклем Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлегенең...

ПРОФЕССИОНАЛЬ СОЮЗДАР

ПРОФЕССИОНАЛЬ СОЮЗДАР, п р о ф с о ю з д а р, граждандарҙың соц.‑иҡт. хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн уларҙы эш урынында һәм эштән тыш берләштергән ирекле ойошмалар. П.с. эшмәкәрлеге РФ‑тың “Профессиональ союздар, уларҙың хоҡуҡтары һәм эшмәкәрлек гарантиялары тураһында” (1996) һәм БР‑ҙың “Профессиональ...

ПРОФИЛЛЕ УҠЫТЫУ

ПРОФИЛЛЕ УҠЫТЫУ, өлкән класс уҡыусыларының проф. ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм ниәттәренә ярашлы, уҡытыу барышында айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеүҙе тәьмин иткән дифференциациялау һәм индивидуалләштереү сараһы. Дөйөм белем биреүҙең өлкән баҫҡысында профилле уҡытыу концепцияһына (2002), РФ Хөкүмәтенең “Урта...

ПРОФСОЮЗ КАДРҘАРЫНЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ

ПРОФСОЮЗ КАДРҘАРЫНЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ, өҫтәлмә проф. белем биргән мәғариф учреждениеһы. 1961 й. стационар проф. курстарбулараҡ асыла, 1990 й. алып уҡытыу-методик үҙәге, 1993 й. — Өҙлөкһөҙ белем биреү һәм соц. прогнозлау үҙәге, 1998 й. башлап БР Профсоюздар федерацияһының П.к.к. к.и....

ПРОФСОЮЗ КИТАПХАНАЛАРЫ

ПРОФСОЮЗ КИТАПХАНАЛАРЫ, пр‑тиеларҙа йәки ведомстволарҙың мәҙәниәт һарайҙарында, йорттарында һәм клубтарында булған китапханаларҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостанда тәүге П.к. 1905—07 йй. Ҡытаутамаҡ заводында барлыҡҡа килә. Респ. 1923 й. — 46 (дөйөм китап фонды — 36 мең һаҡлау берәмеге), 1940 й. — 99 (68...

ПРОФСОЮЗДАР СПОРТ ЙӘМҒИӘТЕ

ПРОФСОЮЗДАР СПОРТ ЙӘМҒИӘТЕ, йәмәғәт ойошмаһы. 1987 й. “Буревестник”, “Водник”, “Зенит”, “Локомотив”, “Спартак”, “Хеҙмәт”, “Уңыш” ДСО‑лары нигеҙендә Бөтә Союз профзоюздар физкультура-спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә советы булараҡ төҙөлә, 1991 й. алып БР‑ҙың П.с.й. Республиканыœ 1034 физик культура коллективын...

ПРОХОРОВ Михаил Владимирович

ПРОХОРОВ Михаил Владимирович [16.4.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны 1‑се Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 28.6.2012, Ухта ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951—87 йй. Коми АССР‑ының сейсморазведка партияларында эшләй. 20‑нән ашыу ятҡылыҡты, ш. иҫ. илдәге иң эре Уҫы нефть...

ПРОХОРОВКА ҠУРҒАНДАРЫ

ПРОХОРОВКА ҠУРҒАНДАРЫ, П р о х о р о в к а I, иртә Сармат (Прохоровка) мәҙәниәтенең (ҡара: Сармат мәҙәниәте) археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—2 бб. ҡарай. Ырымбур өлк. Шарлыҡ р‑ны Прохоровка а. 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1911 й. асыла, 1916 й. С.И. Руденко, 2003—05 йй. Д.В.Мещеряков һәм Л.Т.Яблонский...

ПРОЦИОН

ПРОЦИОН, Бәләкәй Эттең α‑һы, аҡ карлик йондоҙ м‑н ҡуш һары гигант йондоҙ (11‑се йондоҙ дәүмәле). Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,34. Диаметры Ҡояштыҡынан 1,8 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән 11 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Экваториаль йондоҙлоҡҡа ҡарай. БР терр‑яһында байыусы йондоҙ. Февр. башында, төн уртаһында,...

ПРОЧУХАН Юрий Анатольевич

ПРОЧУХАН Юрий Анатольевич (17.8.1951, Люберцы ҡ. — 15.7.2019, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1989), проф. (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй: 1980 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1983 й. — лаб. мөдире, 1999—2003 йй. юғары молекуляр берләшмәләр каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1993—2003 йй. химия...

ПРУЦКИХ Игорь Валерьевич

ПРУЦКИХ Игорь Валерьевич (19.5. 1972, Өфө), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1996). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Н.Латипов). Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (Көньяк Африка Респ., 1994), Рәсәй (1992—96) һәм Рәсәй...

ПСАММОФИТТАР

ПСАММОФИТТАР (гр. psámmos — ҡом һәм ...фит), ҡомда үҫеүгә яраҡлашҡан үҫемлектәр. Башҡортостанда ҡомло тереклек итеү урындары тигеҙлек йылғалары үҙәне буйлап, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. түбәнге ағымдарында формалаша. Ташҡын осоронда ләм йыйылыу һөҙөмтәһендә ҡомлоҡ ҡапланып, үҫемлектәргә һауаның үтеп инеүе...

ПСӘНЧИН Айбулат Вәли улы

ПСӘНЧИН Айбулат Вәли улы (12.2. 1967, Өфө), географ. Геогр. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011). В.Ш.Псәнчиндең улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1991) шунда уҡ эшләгән. 1994 й. алып Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә: 1999—2000 йй. ғилми секретарь, 2001—03 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2004 й. башлап...

ПСӘНЧИН Вәли Шәғәли улы

ПСӘНЧИН Вәли Шәғәли улы [22.4. 1930, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны 1‑се Дәүләтҡол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 30.5.2013, Өфө], тел белгесе, педагог‑методист. Филол. ф. канд. (1965). БССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1991), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994), РФ‑тың почётлы...

ПСӘНЧИН Юлай Вәли улы

ПСӘНЧИН Юлай Вәли улы (9.10. 1963, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2001), проф. (2009). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2013). В.Ш.Псәнчиндең улы. БДУ‑ны тамамлаған (1985). 1989—98 йй. һәм 2001 й. алып БДПУ‑ла, 2007 й. — М.А.Шолохов ис. Мәскәү гуманитар ун‑тының Өфө филиалында, 2015 й. башлап Рәсәй мосолмандары...

ПСЕВДОНИМ

ПСЕВДОНИМ (гр. pséudos — ялған, уйҙырма һәм ónyma — исем), авторҙар, йышыраҡ яҙыусылар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ижадта үҙҙәренең ысын исемен алмаштырған уйҙырма исем, ҡултамға йәки шартлы билдә. Ҡайһы берҙә П. ваҡыт үтеү м‑н ысын исемде (фамилияны) ҡыҫырыҡлап сығара һәм авторҙың даими исеме булып китә...

ПСИХИАТРИЯ

ПСИХИАТРИЯ (гр. psyché — йән һәм iatréia — дауалау), психик ҡаҡшауҙарҙың этиологияһын, патогенезын, клиникаһын һәм таралышын өйрәнгән, уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән, ауырыуҙарға экспертиза һәм реабилитация үткәрә торған клиник медицина бүлеге. П. түбәндәге бүлектәргә...