Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПСИХИАТРИЯ ДАУАХАНАҺЫ №1

ПСИХИАТРИЯ ДАУАХАНАҺЫ №1, респ. дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Халыҡҡа психиатрик, психотерапевтик һәм соц. ярҙам күрһәтеү, суд‑мед. экспертизаһы үткәреү б‑са төп махсус учреждение; респ. психиатрия хеҙмәтенә ойоштороу-методика йәһәтенән етәкселек итеү үҙәге; психик һаулыҡты һаҡлау мәсьәләләре б‑са...

ПСИХИК ҠАҠШАУҘАР

ПСИХИК ҠАҠШАУҘАР, психиканың ҡаҡшауына бәйле кеше ауырыуҙары. П.ҡ. эндоген (шизофрения, аффектив психоздар һ.б.), эндоген‑органик (эпилепсия, баш мейеһендәге дегенератив процестар һ.б.), экзоген-органик (травмалар ваҡытында, баш мейеһе шештәре булғанда психик боҙолоштар һ.б.), экзоген (алкоголизм, наркомания,...

ПСИХО...

ПСИХО... (гр. рsychеЈ — күңел), ҡушма һүҙҙәрҙең психикаға мөнәсәбәтле булыуын күрһәткән өлөшө (мәҫ., психодиагностика, психология). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ПСИХОДИАГНОСТИКА

ПСИХОДИАГНОСТИКА (психо... һәм диагностика), психология өлкәһе, кешенең индивидуаль психологик үҙенсәлектәрен нормала һәм патологияла асыҡлау ысулдарын эшләү һәм ҡулланыу м‑н бәйле психологик практиканың иң мөһим формаһы. П. түбәндәге кимәлдәре айырыла: симптомдар б‑са (психологик процестарҙың, һыҙаттарҙың...

ПСИХОЛОГИК КОРРЕКЦИЯ

ПСИХОЛОГИК КОРРЕКЦИЯ, кешенең психикаһын йәки тәртибен махсус шөғөлдәр, күнекмәләр, уйындар, тренингылар һ.б. аша төҙәтеү. Симптомдар б‑са (үҫештәге тайпылыштарҙың киҫкен симптомдарын бөтөрөү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы йоғонто яһау) һәм каузаль (тайпылыш сәбәптәрен бөтөрөү) коррекция айырыла. Башҡортостанда...

ПСИХОЛОГИК ЭКСПЕРТИЗА

ПСИХОЛОГИК ЭКСПЕРТИЗА, реаль хәлен баһалау һәм тәртибен күҙаллау өсөн кешенең индивидуаль-психологик үҙенсәлектәрен билдәләү маҡсатында уны комплекслы тикшереү. П.э. төп алымдары: анамнез, тестар, эксперименттар һ.б. үткәреү. П.э. балалар, мәктәп, опека учреждениелары, суд органдары (суд‑психология...

ПСИХОЛОГИЯ

ПСИХОЛОГИЯ (психо... һәм ...логия), кешеләрҙең һәм хайуандарҙың психик тормошо законлыҡтары, механизмдары һәм факттары т‑дағы фән. Тәүҙә П. өйрәнгән күренештәр “күңел” тигән дөйөм термин эсенә алынып, философия бүлегенең предметы була, был бүлек 16 б. П. тип атала башлай. 17—18 бб. механистик филос....

ПСИХОЛОГИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ПСИХОЛОГИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, психология өлкәһендә юғары квали‑ фикациялы белгестәр әҙерләү системаһы; өҫтәлмә махсус белем биреү төрө, кешеләрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәттәре м‑н бәйле проф. бурыстарҙы хәл итеү өсөн төрлө тармаҡ белгестәрен әҙерләү. П.б.б. соц.‑гуманитар, тәбиғәт‑ғилми һәм дөйөм проф. психология...

ПСИХОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ

ПСИХОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ м ә ғ а р и ф т а, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың психологик һаулығын тәьмин итеү, уҡытыу һәм тәрбиә эшенең сифатын күтәреү маҡсатында психологтарҙың ғәмәли эшмәкәрлеген ойоштороу системаһы. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законға (1992), “Психологик‑педагогик...

ПСИХОПАТИЯ

ПСИХОПАТИЯ (психо... һәм ...патия), ш ә х е с т е ң  ҡ а ҡ ш а у ы, юғары нервы эшмәкәрлегенең тотороҡло сикке боҙолоуы, хис‑тойғо, ихтыяр өлкәһендә, соц. хәл‑тороштарҙа һәм шәхестәрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәтендә психик процестарҙың гармонияһы боҙолоуында күренә. П. эксцентрик (параноид, шизоид, шизотипик),...

ПСИХОТЕРАПИЯ

ПСИХОТЕРАПИЯ (психо... һәм гр. therapeia — дауалау), кешене дауалау йәки уның тәртибен төҙәтер өсөн пси‑ хик тәьҫир итеү (һүҙ, ҡылыҡ, хәл-шарт м‑н). П. рациональ (аңлатып биреү), ышандырыу (йоҡламаған ваҡытта йәки гипнозда), үҙ‑үҙеңде ышандырыу (аутотренинг) һ.б. төрҙәргә айырыла. Невроздарҙы, психопатияларҙы,...

ПСИХОФИЗИОЛОГИЯ

ПСИХОФИЗИОЛОГИЯ, фәнни дисциплина, уның өйрәнеү предметы — кешенең психик эшмәкәрлегенең һәм тәртибенең физиол. нигеҙҙәре. П. кешенең системалы, нейрон, синаптик кимәлдәрҙә ҡабул итеү, иғтибар итеү, иҫтә ҡалдырыу, хис‑тойғолар һәм хәрәкәт әүҙемлеге процестарын тикшерә. Дөйөм, йәш б‑са, дифференциаль,...

ПСИХРОФИТТАР

ПСИХРОФИТТАР (гр. psychrós — һыуыҡ һәм ...фит), һыуыҡ урында тереклек итеүсе үҫемлектәр. Башҡортостанда башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының бореаль тайга зонаһында һәм тау тундраһында таралған. Тамыры һыуҙы насар үҙләштергәнгә, дым етерлек булғанда ла уға ҡытлыҡ кисерә. П. ксерофиттарҙың ҡайһы бер...

ПСОРИАЗ

ПСОРИАЗ (гр. psóra — ҡысынма), т ә ң к ә л е т и м е р ә ү, хроник ҡабатланып торған тире ауырыуы. Ғәҙәти төйөрсәле, экссудатлы, артропатик, эренле П., псориаз эритродермияһы һ.б. айырыла. 3 стадияға бүленә: көсәйә барған, стационар, кәмей барған. Сәбәбе асыҡланмаған. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: генетик...

ПСТЫГО Иван Иванович

ПСТЫГО Иван Иванович [10.4.1918, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Сухополь а. (БР‑ҙың Архангел районы) — 23.2.2009, Мәскәү ҡ.], хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Геройы (1978). СССР‑ҙың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1967). Авиация маршалы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа көстәренең Юғары командирҙар...

ПТАШКО Олег Анатольевич

ПТАШКО Олег Анатольевич (30.3. 1962, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ивангород а.), химик. Химия ф. д‑ры (2007). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Салауат ҡ. эшләй: 8‑се (1986 й. тиклем) һәм 14‑се (1987) урта мәктәптәр уҡытыусыһы. 1988 й. башлап Органик химия ин‑тында, 1992—96 йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында...

ПТЕРИДОЛОГИЯ

ПТЕРИДОЛОГИЯ (гр. pteris — абаға һәм ...логия), ботаниканың птеридофлораны (абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар) өйрәнгән бүлеге. Башҡортостан птеридофлораһы т‑да иң тәүге мәғлүмәттәр 1768—74 йй. Академик экспедицияларҙа ҡатнашҡан И.И.Георгиҙың (3 төр абаға һәм 2 төр көкөрт үләне...

ПТИЦИНА Анастасия Евстафьевна

ПТИЦИНА Анастасия Евстафьевна (13.6.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Михайловка а. — 23.5.1995, БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Ольховка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1934— 70 йй. Бишбүләк р‑нының “Дим” с‑зында эшләй: 1941 й. тиклем, 1942— 47 йй. һәм 1956—70 йй. быҙау ҡараусы, 1947—56 йй. бригадир. Юғары етештереү...

ПТОЛЕМЕЙ Клавдий

ПТОЛЕМЕЙ Клавдий (яҡынса 90 й. — 168 й. тирәһе), боронғо грек ғалимы, астроном. Александрия ҡ. (Мысыр) йәшәгән. “13 китапта астрономияның бөйөк математик төҙөлөшө” (“Великое математическое построение астрономии в 13 книгах”; ғәрәпсә исеме “Альмагест”) хеҙмәте авторы. “География буйынса ҡулланма” (“Руководство...

ПУБЛИЦИСТИКА

ПУБЛИЦИСТИКА (лат. publicus — йәмғиәт), әҙәбиәттең үҙендә художестволы һәм оратор прозаһы элементтарын берләштергән үҙенсәлекле төрө. Көнүҙәк соц., сәйәси, тарихи, әхлаҡи‑этик, экологик һ.б. проблемаларҙы яҡтырта. Уға экспрессивлыҡ һәм асыҡ тенденциозлыҡ хас. П. ысынбарлыҡты танып белеүҙең художестволы...