Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЯТКОВ Виктор Евгеньевич

ПЯТКОВ Виктор Евгеньевич [5.11. 1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сергеевка а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 3.9.2008, Нефтеюганск ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1970). 1945 й. алып Башҡ‑н дуплау экстракттары з‑дында балта оҫтаһы, 1946—50 йй. ӨМЭЗ‑дә металл ҡырҡыусы,...

ПЯТС Константин

ПЯТС Константин (11.2.1874, Лифляндия губ. Перновск өйәҙе Тахкуранна улусы — 18.1.1956, Калинин өлк., 1990 й. Таллинға күсереп ерләнгән), дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр. Юрьев ун‑тын тамамлаған (1898). 1918—19 йй. Эстон Республикаһының Ваҡытлы хөкүмәте премьер‑министры, 1921 й. алып дәүләт старейшинаһы,...

ПЯТЯРИ Иван Викторович

ПЯТЯРИ Иван Викторович (4.3.1921, Енисей губ. Енисейск ҡ. — 5.6.1949, Лунинец ҡ.), лётчик, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (Пермь ҡ., 1941) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Сталинград, Көньяҡ, 4‑се Украина һәм...

РАБАК, Яңауыл р‑нындағы ауыл

РАБАК, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Рабак й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 866 кеше; 1920 — 878; 1939 — 857; 1959 — 855; 1989 — 477; 2002 — 453; 2010 — 366 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

РАБИНОВИЧ Меер Хаимович

РАБИНОВИЧ Меер Хаимович (26.2. 1920, Харьков — 1.3.1996, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1950), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). Мәскәү авиация технологиялары ин‑тын тамамлаған (1944). 1950—96 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта (1950—60 йй. механика‑технология...

РАБИНОВИЧ Михаил Исакович

РАБИНОВИЧ Михаил Исакович (23.8.1940, Өфө — 9.1.2021, шунда уҡ), режиссёр. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980). ӨАИ‑ны тамамлаған (1967). Б.В.Щукин исемендәге театр училищеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1976; А.М.Поламишев курсы) Дағстан...

РАБОВАЛЮК Михаил Иванович

РАБОВАЛЮК Михаил Иванович [18.10.1915, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Отрада а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 10.2.1945, Германияның Бранденбург провинцияһы, Щецин ҡ. (Польша) күсереп ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Полк мәктәбен тамамлаған....

РАВВИН

РАВВИН (боронғо йәһүдсә рабби – минең остазым), иудаизмдағыдәрәжә, дини белем алғандан һуң бирелә һәм конгрегацияға йәки общинаға идара итеү, юғары дини уҡыу йортонда (иешива) уҡытыу, дини суд ағзаһы булыу хоҡуғын бирә. Рәсәйҙә Р. община ағзалары тарафынан 3 йылға һайлана, губерна власы органдары тарафынан...

РАДИАЦИЯ ХИМИЯҺЫ

РАДИАЦИЯ ХИМИЯҺЫ, физик химия бүлеге, матдәләрҙең юғары энергия нурланышы (рентген, α‑, β‑, γ‑нурҙар, ауыр зарядланған өлөшсәләр, күп зарядлы иондар, нейтрондар, ядро реакциялары продукттары) тәьҫире аҫтында химик, физик- химик әүерелештәрен өйрәнә. Р.х. юғары энергиялар химияһының ҡушма өлөшө, радиохимия,...

РАДИКАЛЛЫ РЕАКЦИЯЛАР

РАДИКАЛЛЫ РЕАКЦИЯЛАР, атомдар һәм радикалдар — ирекле (парһыҙ) электронлы әүҙем аралыҡтағы өлөшсәләр, ҡатнашлығында барған әүерелеүҙәр. Ирекле радикалдарҙың үҙ‑ара (рекомбинация — 2 бер үк йәки төрлө радикалдың тәьҫир итешеүе, 2 парһыҙ электронды дөйөмләштереп, ковалент бәйләнеш барлыҡҡа килтерә; диспропорциялау...

РАДИКУЛИТ

РАДИКУЛИТ (лат. radicula — тамырса), арҡа мейеһе нервылары тамырсаларының зарарланыуы арҡаһында ваҡыты‑ваҡыты м‑н көсәйә торған хроник ауырыу. Ауыртҡан урынына бәйле бил‑һигеҙгүҙ, муйын- күкрәк һәм муйын Р. айырыла. Үҫеш сәбәптәре: остеохондроз, тыумыштан килгән үҫеш кәмселектәре, умыртҡалыҡтың травмалары,...

РАДИО

РАДИО, 1) мәғлүмәтте радио тулҡындары ярҙамында тапшырыу алымы; 2) ошо алым һәм уны ғәмәлдә ҡулланыуҙың нигеҙендә ятҡан физик күренештәрҙе өйрәнгән фән һәм техника өлкәһе (ҡара: Радиотехника, Радиофизика); 3) радио тапшырыу. Сымлы һәм сымһыҙ Р. айырыла. Мәғлүмәт__тапшырыусыларҙың радиотапшырғыстары,...

РАДИО ТАПШЫРЫУ

РАДИО ТАПШЫРЫУ, төп киң мәғлүмәт сараларының береһе. Радио ярҙамында башҡарыла. Башҡортостанда Р.т. хеҙмәтен дәүләт (Башҡортостан радиоһы, “Юлдаш”, “Спутник 107 FM”) һәм коммерция радиоканалдары күрһәтә. Респ. Р.т. тарихы 20 б. 20‑се йй. башлана. 1927 й. Өфө радиотапшырыуҙар компанияһы булдырыла (ҡара:...

РАДИО, Салауат р‑нындағы ауыл

РАДИО, Салауат р‑нындағы ауыл, Ишембай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 34 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) көньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 133 кеше; 1959 — 140; 1989 — 117; 2002 — 147; 2010 — 129 кеше. Башҡорттар йәшәй...

РАДИО...

РАДИО..., ҡушма һүҙҙәрҙең радиоға (мәҫ., радиотапшырыу, радиотехника) йәки радиоактивлыҡҡа (мәҫ., радиобиология) мөнәсәбәтле булыуын күрһәткән өлөшө. Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

РАДИОАКТИВ ЭЛЕМЕНТТАР

РАДИОАКТИВ ЭЛЕМЕНТТАР, тотороҡһоҙ ядролы һәм радиоактив тарҡалыуға дусар булған химик элементтар. Р.э. технеций, прометий, полоний һәм Д.И.Менделеевтың периодик системаһындағы артабанғы бөтә элементтар, актиноидтар (торий, протактиний, уран, нептуний, плутоний, америций, кюрий, берклий, калифорний,...

РАДИОАКТИВЛЫҠ

РАДИОАКТИВЛЫҠ, тотороҡһоҙ (радиоактив) атом ядроларының үҙенән‑үҙе радиоактив нурланыш һәм элементар өлөшсә йәки ядролар сығарып икенсе ядроларға әүерелеү һәләте. Р. тәбиғи һәм яһалма (ш. иҫ. техноген) булғандарға бүленә. α‑, β‑тарҡалышы, γ‑нурланышы, нейтрон һәм β‑нурланышы, ауыр ядроларҙың үҙенән‑үҙе...

РАДИОАЛҒЫС

РАДИОАЛҒЫС, радиосигналды (артабан — сигналды) ҡабул итеү, көсәйтеү һәм ундағы мәғлүмәтте файҙаланыуы уңайлы булған төргә әйләндереү өсөн ҡоролма. Юғары йышлыҡ трактынан (бирелгән йышлыҡтағы сигналды айыра һәм көсәйтә), детекторҙан (түбән йышлыҡтағы сигналды формалаштыра), түбән йышлыҡ көсәйткесенән,...

РАДИОБИОЛОГИЯ

РАДИОБИОЛОГИЯ, ионлаштырыусы нурланыштың тере организмдарға, экосистемаларға һәм бөтә биосфераға тәьҫире т‑дағы фән. Р. генетика, геохимия, молекуляр биология, радиохимия, ядро физикаһы һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Р. төп бүлектәре: ветеринар һәм йыһан Р., радиацион генетика, микробиол., селекция, радиоэкология....

РАДИОЗОНДЛАУ

РАДИОЗОНДЛАУ, Ер йөҙөнән көплөк (шар) шартлай торған бейеклеккә тиклем (28—30 км) төп метеорологик дәүмәлдәрҙең (атмосфера баҫымы, т‑ра, һауаның дымлылығы, елдең тиҙлеге һәм йүнәлеше) вертикаль профилдәрен билдәләү өсөн аэрологик үлсәүҙәр үткәреүҙең бер ысулы. Р. аэрологик прибор (радиозонд) һәм ер...