Список материалов
РӘСМӘКӘЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл
РӘСМӘКӘЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Рәсмәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1147 кеше; 1920 — 1198; 1939 — 850; 1959 — 475; 1989 — 268; 2002 — 236; 2010 — 224 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...
РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ АҒЫНТЫ (РСА)
РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ АҒЫНТЫ (РСА), н о р м а т и в с и к л ә н е ү л е а ғ ы н т ы, ағынты һыуҙарҙа бысратҡан матдәнең массаһы, контроль (ағынты һыу сыҡҡан ерҙән 500 м түбәндә) пунктта һыу объектының сифат нормаларын тәьмин иткән, билдәле бер режимда ваҡыт берәмегенә макс. бүленгән рөхсәт. РСА һыуҙы файҙаланыу...
РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ ДОЗА
РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ ДОЗА, ионлы нурланыш сығанаҡтары м‑н эшләгәндә һаулыҡ торошона тиҫкәре үҙгәрештәр килтермәгән индивидуаль эквивалент дозаның тотош кеше тәнендә йәки айырым ағзаларында иң ҙур рөхсәт ителгән дәүмәлен билдәләгән гигиена нормативы. Үлсәү берәмеге — бэр (рентгендың биол. эквиваленты) —...
РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ КОНЦЕНТРАЦИЯ
РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ КОНЦЕНТРАЦИЯ, тирә‑яҡ мөхиттәге сикләнмәгән ваҡыт эсендә кеше организмында ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр һәм уларға бәйле насар эҙемтәләр булдырмаған ағыулы матдәләр булыуҙың ҡануниәт тарафынан раҫланған нормативы (ГОСТ, СанПиН һ.б.). Макс.‑бер тапҡыр (матдәнең ҡыҫҡа ваҡытлы тәьҫиренә...
РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕТАШЛАНДЫҠ
РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ ТАШЛАНДЫҠ (РСТ), ваҡыт берәмегендә атмосфераға сығарылған иң ҙур рөхсәт ителгән газ ҡалдыҡтарында бысрата торған матдәнең фәнни нигеҙләнгән техник нормаһы. Һауаның ер тирәһендәге ҡатламында сығанаҡтан йәки сығанаҡтар йыйылмаһынан бысрата торған матдәнең миҡдары халыҡҡа, хайуан һәм үҫемлектәр...
РӘСМИ ТЕЛДӘР
РӘСМИ ТЕЛДӘР, Б а ш ҡ о р т о с т а н Р е с п у б л и к а һ ы н ы ң р ә с м и т е л д ә р е, рәсми эш башҡарғанда, суд эштәрендә, дәүләт властары органдары һәм урындағы үҙидара эштәрендә, БР‑ҙың норматив‑хоҡуҡи акттарын баҫтырып сығарғанда, һайлауҙарға, референдумдарға әҙерләнгәндә һәм үткәргәндә,...
РӘССАМДАР ИЖАДИ СОЮЗЫ
РӘССАМДАР ИЖАДИ СОЮЗЫ, рәссамдар, дизайнерҙар, фотографтар, сәнғәт тәнҡитселәренең ижади берекмәһе. 1995 й. Өфөлә ЮНЕСКО‑ның Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ ойошторола, 2005 й. алып БР Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының Төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Төп маҡсаты һәм бурыстары —...
РӘССАМДАР СОЮЗЫ
РӘССАМДАР СОЮЗЫ, “Р ә с ә й р ә с с а м д а р ы с о ю з ы” Б ө т ә Р ә с ә й и ж а д и й ә м ә ғ ә т о й о ш м а һ ы н ы ң Б а ш ҡ о р т о с т а н р е с п у б л и к а һ ы н д а ғ ы т ө б ә к б ү л е к с ә һ е, рәссамдар һәм сәнғәт белгестәренең ижади берекмәһе. 1934 й. Өфөлә БАССР‑ҙың Рәссамдар...
РӘСҮЛ, Учалы р‑нындағы ауыл
РӘСҮЛ, Т а й с ы н, Учалы р‑нындағы ауыл, Иманғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ҡандыболаҡ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 219 кеше; 1920 — 275; 1939 — 304; 1959 — 318; 1989 — 292; 2002 — 294; 2010 — 292 кеше....
РӘСҮЛЕВ Ғабдрахман Зәйнулла улы
РӘСҮЛЕВ Ғабдрахман Зәйнулла улы (1881, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Аҡҡужа а., хәҙ. БР‑ҙың Учалы р‑ны Юлдаш а., — 6.8.1950, Өфө), дин әһеле, мөфтөй һәм СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты рәйесе (1936—50; ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты). З.Х.Рәсүлевтең улы....
РӘСҮЛЕВ Ғайса Фәтҡулла улы
РӘСҮЛЕВ Ғайса Фәтҡулла улы [1866, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Шәрип а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1921, АСБР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Иҫке Байрамғол а. (БР‑ҙың шул уҡ районы)], дин әһеле. Ахун. 1904— 05 йй. рус‑япон һуғышында ҡатнашыусы. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. Троицк өйәҙенең Ялсығол а. мәсетендә...
РӘСҮЛЕВ Зәйнулла
РӘСҮЛЕВ Зәйнулла Х., З ә й н у л л а б и н Х ә б и б у л л аб и н Р ә с ү л [20.3. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25.3.) 1833, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Шәрип а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 2.2.1917, Троицк ҡ.], йәмәғәт эшмәкәре, дин һәм суфыйсылыҡ әһеле, ишан, мәғрифәтсе. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. Йәдитселек...
РӘСҮЛЕВ Зөфәр Ғиниәт улы
РӘСҮЛЕВ Зөфәр Ғиниәт улы (15.7.1952, Стәрлетамаҡ ҡ. — 26.4.2018, шунда уҡ), инженер-технолог. Техник ф. канд. (1988). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1977). ӨНИ‑не тамамлаған (1977). 1969–71 йй. һәм 1973—2013 йй. “Башҡортостан сода компанияһы” ААЙ‑нда эшләй: 1977 й. башлап сектор нач., 1985 й. — баш технолог,...
РӘТ
РӘТ, сикһеҙ сумма. Һан һәм функциональ Р. (ш. иҫ. дәрәжә Р.) айыралар. Функцияларҙы, интегралдарҙы яҡынса иҫәпләгәндә, алгебраик, дифференциаль, интеграль тигеҙләмәләрҙе сискәндә һ.б. файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башынан Матем. ин‑тында, БДУ‑ла, ӨДАТУ‑ла һ.б. экспоненталар Р. (Дирихле...
РӘТАМАҠ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл
РӘТАМАҠ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Рәтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Мордва Сүллеһе һәм Рә йй. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1668 кеше; 1920 — 2152; 1939 — 1824, 1959 — 1407; 1989 — 1016; 2002 — 824; 2010 — 776 кеше....
РӘҮҘӘК, Оло Рәүҙәк, йылға
РӘҮҘӘК, О л о Р ә ү ҙ ә к, йылға, Егән й. уң ҡушылдығы. Биктәр тауының төньяҡ битләүенән башлана. Ишембай р‑ны буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа табан аға, Кесе Рәүҙәк й. тамағында йүнәлешен көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай үҙгәртә һәм Егән й. (тамағынан 53 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 52 км, басс....
РӘҮҘЕ ЗАВОДЫ
РӘҮҘЕ ЗАВОДЫ, 1734 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1732) Рәүҙе й. (Чусовая й. ҡушылдығы) буйында Себер даруғаһының Ҡатай улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: 1745 й., 1829 й., 1843 й. алып...
РӘҮЕШ
РӘҮ ЕШ, хәрәкәт йәки сифаттың билдәһен аңлатҡан үҙ аллы һүҙ төркөмө. Хәҙ. башҡорт телендә лексиканың иң боронғо ҡатламына ҡараған тамыр Р. бар, мәҫ., “бик”, “гел”, “ҡапыл” һ.б.; байтаҡ Р. яһалма булып тора, улар һүҙьяһалыштың төрлө ысулдары ярҙамында яһала: аффиксация, мәҫ., “ауылса” ауыл‑са, “яртылай”...
РӘҮЕШ, Дәүләкән р‑нындағы утар
РӘҮ ЕШ, Дәүләкән р‑нындағы утар, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 18 кеше; 1959 — 71; 1989 — 162; 2002 — 149; 2010 — 138 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалынған.
Тәрж....
РӘҮИЗ МӘҒЛҮМӘТТӘРЕ
РӘҮ ИЗ МӘҒЛҮМӘТТӘРЕ, 18 б. — 19 б. 1‑се ярт. Рәсәй империяһы халҡының ревизия ваҡытында төҙөлгән исемлеге. Пётр I 1718 й. 26 нояб. указы м‑н индерелә. Унда торама пункттың исеме, уның урынлашҡан ере, өй һаны, халыҡ иҫәбе (һәр кемдең исеме һәм йәше күрһәтелгән), уның соц. һәм милли составы, кешенең ғаилә...